Ғәйнә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ғәйнә
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Рәсәй

Тел

башҡорт (төньяҡ-көнбайыш диалект)

Дин

ислам

Ғәйнә — төньяҡ башҡорттары ҡәбиләһе. Иң боронғо һәм күп һанлы ҡәбиләләр иҫәбендә булған. Ырыуҙың составы: тул-ғәйнә, тур-ғәйнә, бисер-ғәйнә, мул-ғәйнә. Әлеге ваҡытта ғәйнәләр Башҡортостандың Асҡын, Әлшәй һәм Тәтешле, Пермь крайының Барҙы, Көйәҙе һәм Пермь райондарында йәшәй. Барҙы районының Тулва йылғаһы буйында, мәҫәлән, халыҡтың иҫәбен 1979 йылда алғанда 49 мең башҡорт йәшәүе асыҡланды.

Ырыуҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Bashkirs clans.jpg
Gainy cover.jpg

Төньяҡ башҡорттарының тарихын яҡшы белгән титуляр советник Н. Попов ғәйнәләрҙең Болғар өлкәһендә йәшәгән тархандарҙан сығыуын раҫлай. Әйткәндәй, ырыуҙың тархандарҙан килеп сығыуы хаҡындағы атама бер башҡорт халҡы өсөн генә хас түгел, ул башҡа халыҡтарға ла ҡағыла. Ғәйнәләрҙең сығышы хаҡында профессор Р. Ғ. Кузеевтың ҡарашы иғтибарға лайыҡ. Уның фекеренсә, тархан этнонимы Дунай болгарҙары — венгрҙар — Волга буйҙары болғарҙары — башҡорттар бәйләнешен аңлата. Был берләшмәләр араһында бәйләнеш күптән йәшәгән. Волга буйынан был этноним көнсығышҡа һәм төньяҡ-көнсығышҡа таралған. Күсеп килгән болғарҙар араһында хәҙерге Башҡортостан ерендә тархан ғәйнәләр ҙә булған. Юрматы, йәнәй һәм башҡа ырыуҙар менән бергә тархан ғәйнәләр боронғо башҡорт этносының үҙәген тәшкил иткән. Ғәйнәләр үҙҙәренен боронғо иле — Болғар өлкәһен ташлап киткән. Сығанаҡтар буйынса, Кама буйында башҡорттар XIIIXIV быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Ләкин XII быуатта уҡ ғәйнәләрҙең Көньяҡ Уралға күсеүе күрһәтелгән. Башҡортостанға ғәйнәләр Танып йылғаһы буйлап төшкән. Артабан ҡатайҙар һәм ҡыпсаҡтарҙың төньяҡ-көнсығышҡа күпләп күсеүе арҡаһында ғәйнәләр төньяҡҡараҡ киткән. Ошо мәлдә ғәйнә ҡәбиләһенең ҡыпсаҡтар менән ныҡ аралашыуы булған.

Тормош-көнкүреше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡуян һәм Ҡолтай ауылында йәшәгән ғәйнәләрҙең игенселек менән шөғөлләнеүе хаҡында яҙма документ бар. Бынан 350 йыл элек яҙылған документ башҡорттарҙың шөғөлө хаҡында тулыһынса күҙалларға мөмкинлек бирмәһә лә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр яғынан бик ҡиммәт. Ғәйнәләр ултыраҡ тормошҡа һәм игенселеккә башҡаларҙан иртәрәк күскән. Көнгөр бургомистры Юхнев яҙған мәғлүмәттәр ошо хаҡта һөйләй: «Уҫы даруғаһы башҡорттары йорттарҙа йәшәй. Уларҙың сәсеүлеге һәм игене күп, йәйге мәлдә дала буйлап күсеп йөрөмәйҙәр, урыҫтар кеүек өйҙәрҙә йәшәйҙәр. Башҡа халыҡтарҙыҡы кеүек, уларҙың да малы ишле, бесәнде күп сабалар».

Башҡорттар игенселектән башҡа малсылыҡ, ағас әҙерләү, һунарсылыҡ һәм умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгән. Н. Попов ғәйнәләрҙең көнкүреше хаҡында ентекләп яҙып ҡалдырған. Башҡорттар, ти ул, малдарын ҡыш мәлендә үҙ йортонда тота, шулай ҙа игенселек — уларҙың йәшәүенең төп сығанағы. Улар ер эшкәртеү өсөн һуҡа, тырма, ураҡ һәм салғы ҡулланған. Йәйге осорҙа ғәйнәләр төп йәшәгән урынынан алыҫ түгел йәйләүҙәргә күсә торған булған. Бында инде торлаҡты ваҡытлыса ғына иҙәнһеҙ, тәҙрәһеҙ, түбә таҡтаһыҙ төҙөгәндәр.

Архив сығанаҡтары ер участкаларының күләме хаҡында ла фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Байтаҡ ҡына ауылдарҙа (Ишмән, Барҙы, Ҡыҙылъяр, Шлыҡ, Иҫке Ашап, Танып) ни бары берәр дисәтинә иген сәсһәләр, башҡа ауылдарҙа ике-өс дисәтинә, ә бына Ишем ауылында 12,7 дисәтинә сәскәндәр.

Игенселектең алға китеүе арҡаһында уны эшкәртеү ҙә ярайһы уҡ яҡшы үҫеш алған. Бында тирмәндәр бик күп булған, һәр ауылдың үҙенең, ҡайһы берҙәренең икешәр-өсәр тирмәне булған. 189 йорттан торған Елпачиха ауылында Әмзе йылғаһында өс тирмән булған. Тирмән өсөн йылға һәм быуалар бик оҫта файҙаланылған.

Ғәйнәләрҙең малсылығы хаҡында ла документтар байтаҡ мәғлүмәттәр килтерә. Уҫы өйәҙе хужалыҡтары буйынса фекер йөрөткәндә ҡайһы бер ауылдарҙа һәр ихатаға бер-ике һыйыр малы, ҡайһыларында 3—4, бер нисәһендә бишәр баш тура килеүе хаҡында әйтелә, һәр ихатала 1—2 ат, бынан тыш, һәр ғаиләнең һарыҡ-кәзәһе булған. Документтар буйынса фекер йөрөткәндә, һыйыр малдары төп урынды биләгән, артабан — йылҡы һәм һарыҡ-кәзә. Малсылыҡта ошондай структура — бөтә урында ла бер сама тиерлек.

Ғәйнәләрҙең хужалығында ағас эше байтаҡ урынды биләгән. Улар төҙөлөш өсөн ағас киҫкән, һал ағыҙған, йүкә әҙерләгән, ыҫмала һәм дегет ҡайнатҡан. Пермь өйәҙендә документтар буйынса, бер йылда нисә күнәк дегет ҡайнатылыуы, купме тал ҡайырыһы, күпме һала-баш һалыныуы хаҡында мәғлүмәттәр бирелгән. Улар металлургия заводтарында үҙләштерелгән.

Ғәйнәләр умартасылыҡ менән дә ихлас шөғөлләнгән. Бигерәк тә тәүге осорҙа солоҡсолоҡ киң таралған булған. Ләкин артабан экономик яктан файҙалыраҡ ысулға күскәндәр — рамлы умарталарҙа күс тоторға өйрәнгәндәр. Бында йәшәгән халыҡтың көнкүреше һәм мәҙәниәте лә үҙгәреп ҡоролған. Игенселек уларҙың эшмәкәрлегенә төп йүнәлеш биргән. Малсылыҡтан игенселеккә күсеү уларҙың көнкүрешен үҙгәрткән. Хәҙер башҡорт ауылдары урыҫ ауылдарынан бер ни менән дә айырылмай башлаған. Йорттар, элекке кеүек, ойҡашып түгел, ә туп-тура урамдар булып урынлаштырыла, урыҫ мейесе менән йылытыла башлай.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәйнә башҡорттарының тораҡ пункттары[1][2]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Пермь крайы Барҙы районы 1-се Барҙыбаш, 1-се Ҡыҙылъяр, 2-се Барҙыбаш, 2-се Ҡыҙылъяр, Аҡбаш (Әмзебаш), Аҡлыш, Аҡтыбай (Алтыбай), Алтынай, Барҙы (Ҡажмаҡты), Батырбай, Башаптүз, Березники (Ҡайынауыл), Бисер (Оҙон Ялан), Бөрөжлө (рус.)баш., Елпачиха (Удик), Иләнсек, Искер, Иҫке Башап, Иҫке Чат, Ишмән, Йөкшөр, Йәрмиә (Зәрмиә) (рус.)баш., Канюки, Куран, Күгейә (Кувия), Күҙемйәр, Күчтәнтей, Ҡарағаш, Ҡоҙаш, Менгарда, Мостовая (Сүжде), Наратҡы, Ольховка, Очҡул (рус.)баш., Солтанай, Сөжән, Сәрмияда, Сәрәш, Танып, Толҡанны (рус.)баш., Тонтортүз, Төнгүк, Түбән Искилде, Уймыж, Фиҙеркә (Өчмөчтө), Шликбаш, Шликтүз (рус.)баш., Чалкау, Чувашай, Юғары Башап (Башапбаш), Юғары Искелде, Юғары Күгейә, Юғары Күчтәнтей, Яңы Башап (Яңауыл), Яңы Чат һ. б.
Пермь районы Башҡултай, Ҡуян
Башҡортостан Бишбүләк районы Мәнәүез-Мәскәү
Миәкә районы Кесе Гәйнә, Тауҡай-Гәйнә
Әлшәй районы Гәйнәямаҡ
Свердловск өлкәһе Әшит ҡала округы Ғәйнә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. История башкирских родов, 2015, с. 125-160
  2. Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Асфандияров А. З., Асфандиярова К. М. История башкирских сел и деревень Пермской и Свердловской областей. Кн. 8. — Уфа: Китап, 1999.
  • Башкиры-гайнинцы: история и современность — Уфа: Китап, 2012. — 264 б. — ISBN 978-5-295-05131-9. (рус.)
  • Башкиры – гайнинцы Пермского края. История, этнография, антропология, этногеномика / Под общ. ред. Р. М. Юсупова. — Уфа: Гилем, 2008. (рус.)
  • История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 696 б. — ISBN 978-5-85051-641-3. (рус.)
  • Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 б. — ISBN 5-295-02551-3.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения — М.: Наука, 1974. — 572 б. (рус.)
  • Кульбахтин Н. М. Из истории гайнинских башкир. — Уфа, 1996.
  • Тулвинские татары и башкиры: этнографические очерки и тексты. — Пермь, 2004.
  • Хотинец В. Ю. Этнопсихологический анализ особенностей развития гайнинских башкир. Барда, 1999.
  • Шумилов Е. Н. Гайнинские (Бардымские) башкиры Пермской области // Ватандаш, № 9, 2004.
  • Шумилов Е. Н. Татары и башкиры Западного Урала. Пермь, 2008.
  • Юсупов Р. М. Антропологическая характеристика современных башкир-гайнинцев // Урал-Алтай: через века в будущее. Т. 2. — Уфа, 2008.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]