Уран (ҡәбилә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уран
Файл:Тамги уранцев.png
Тамғалары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт (төньяҡ-көнбайыш диалект)

Дин

ислам

Уранбашҡорт ҡәбиләһе. Төньяҡ башҡорттары төркөмсәһенә керә.

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай[3].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, ҡәбиләнең ерҙәре Уран улусын барлыҡҡа килтерә. Һуңыраҡ Уран улусы Ырымбур губернаһының Бөрө өйәҙе составына керә, ә 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда, 2-се, 3-сө (артабан 14-се, 5-се) һәм 5-се (10-сы, 11-се) һәм 10-сы (12-се, 13-сө) башҡорт кантондарына ҡарай[2]. Генераль ер межеваниеһы һөҙөмтәләре буйынса, XIX быуат башына Уран улусы биләмәләре 76429 дисәтинә тәшкил итә[4]. Көнбайышта — йәнәй, төньяҡта — ғәйнә, көнсығышта — ирәкте һәм танып, көньяҡта — гәрәй һәм ыуаныш ҡәбиләләре урандарға күрше була[5][2].

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уран башҡорттары тораҡ пункттары[6][7]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Кушнаренко районы Гөргөрөй
Яңауыл районы Айбүләк, Аҡылбай, Ахтиял, Байсар, Булатйылға, Бәҙрәш разъезы, Бәҙрәш-Аҡтау, Вояҙы, Вәрәш, Вәрәшбаш, Гөтбөр, Иванай (Иманай), Истәк, Исхаҡ, Исәмәт (Ишмәт), Иҫке Артауыл, Иҫке Көйөк, Иҫке Уръя, Кесеҡор, Киҫәкҡайын, Ҡарман, Ҡарман-Аҡтау, Ҡарман станцияһы, Ҡом, Ҡомалаҡ, Ҡыҙылъяр, Сулпан, Султый, Сәңгекүл, Прогресс, Тартар, Ташйылға, Туртыҡ, Ураҡай, Ушъятау, Үрҙәк (Уткино), Хмелёвка, Һабансы (Сабанчи), Шишмә (Таш-Тау), Эткенә, Янбарис, Яңауыл, Яңғыҙнарат, Яңы Көйөк, Яңы Артауыл, Яңы Уръя һ. б.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]