Кушнаренко районы
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Кушнаренко районы | |
Флаг[d] | |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәк | Кушнаренко |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Халыҡ һаны | 27 491 кеше (2010)[1] |
Сиктәш | Благовар районы |
Майҙаны | 1717,77 км² |
Рәсми сайт | kushnarenkovo.bashkortostan.ru |
![]() | |
![]() |
Кушнаренко районы (рус. Кушнаренковский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Кушнаренко ауылы. Районда 28 мең 607 кеше йәшәй.
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы (22.10.1912—12.10.1970) — Советтар Союзы Геройы (1943). Совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар взводы командиры, кесе лейтенант. Иҫке Ғүмәр ауылынан.
- Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы (15.02.1936—3.10.2008), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981) һәм уйлап табыусыһы (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Ҡарасайылға ауылынан.
- Ғилманов Рим Сабит улы (20.03.1939), мәғариф хеҙмәткәре, 1958–1995 йылдарҙа Яңы Ғүмәр ауыл мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы[2].
- Ғәлиәкбәров Зөфәр Дилмөхәмәт улы (10.11.1923—2012), педагог, Кушнаренко 1-се мәктәбенең элекке военругы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Мөҙәрисов Миңлеғәли Закир улы (23.02.1947—24.03.2015), совет биатлонсыһы, биатлон буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры. 1995—2003 йылдарҙа Рәсәй Йәйге биатлон һәм ғәмәли күпбәйге федерацияһының тренерҙар советы рәйесе. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1989) һәм бөтә Союз категориялы судья (1983), биатлон буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006). Үгеҙ ауылынан.
- Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы [7.11.1908—18.06.1993), Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 1933—1983 йылдарҙағы актёры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1955) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955). Түбән Аҡбаш ауылынан.
- Сафиуллин Әбелхәйер Ҡасим улы (15.08.1943), театр режиссёры. 1991 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003). Ҡаратәкә ауылынан[3].
- Солтанов Шәриф Хәбибулла улы (9.08.1913—10.05.1998), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1957—1975 йылдарҙа Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Райондың почётлы гражданы (1987). Ҡарасайылға ауылынан.
- Чайников Павел Семенович (5.07.1928—5.01.2017), Кушнаренко ауыл хужалығы техникумының элекке педагогы (1962—1998), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ахлыстин ауылынан.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения (2010)
- ↑ Национальный архив Республики Башкортостан. Календарь знаменательных и памятных дат Республики Башкортостан на 2019 год 2019 йылдың 14 февраль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сафиуллин Әбелхәйер Ҡасим улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 12 август 2018)
- ↑ Перепись населения СССР (1939)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения (2002)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Голубченко И. В., Кәбирова Г. Н. Кушнаренко районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.