Бишбүләк районы
Бишбүләк районы | |
Флаг[d] | |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Бижбулякский район һәм Бишбүләк районы |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәк | Бишбүләк ауылы[2] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Халыҡ һаны | 26 080 кеше (2010)[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 311 метр |
Сиктәш | Бәләбәй районы, Әлшәй районы, Миәкә районы, Йәрмәкәй районы, Пономарёвка районы һәм Абдулла ҡала округы |
Майҙан | 2133,9 км² |
Рәсми сайт | adm-bizhbulyak.ru |
![]() | |
![]() |
Бишбүләк районы (рус. Бижбулякский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Бишбүләк ауылы.
Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышда урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Өфөнән — 230 км, Приют тимер юл станцияһынанан 40 км алыҫлыҡта ята. 1930 ойошторолған. Майҙаны 2134 км². 2010 йылда халҡы 27,5 мең кеше (1970 — 38,4 мең, 1979 — 32,9, 1989 — 27,8 мең, 1995 — 27,6 мең). Күпселек башҡорттар, сыуаштар, татарҙар йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 13 кеше. Районда 91 ауыл. Иң ҙурҙары — Бишбүләк (5,2 мең кеше, 1989), Дим ауылы (1,4 мең), Ҡыңғыр-Мәнәүез (1,3 мең), Айыт ауылы (1,2 мең).
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ер аҫты байлыҡтарынан нефть (Шкапово, Дим, Сатай, Аҙнай ятҡылыҡтары), эзбизташ (Сулпан), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Сулпан), балсыҡ (Айыт) запастары асылған.
Климаты континенталь, уртаса дымлы. Яҙ һәм йәй көндәре йыш ҡоролоҡ, ҡыш ҡар бурандары була. Райондың төньяҡ-көнбайышында Ыҡ йылғаһы башлана, көньяҡнан Дим йылғаһы (Мәнәүез, Өйәҙе, Сиҙәк ҡушылдыҡтары менән) аға.
Ере һелтеле һәм карбонатлы ҡара тупраҡлы, урыны-урыны менән ҡара-һоро урман тупрағы осрай. Бишбүләк районы Урал алды дала зонаһы сиктәрендә урынлашҡан. Йүкә, саған, имән, ҡайын урмандары райондың 11% майҙанын алып торауылы
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бишбүләк районының иҡтисадында төп тармаҡ — ауыл хужалығы, ул иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, мөгөҙлө эре малдар, сусҡа һәм һарыҡ үрсетеүгә махсуслашҡан. Умартасылыҡ ҙур ғына урын тота.
Нефть ятҡылыҡтарын “Аксаковнефть" НГДУ-һы үҙләштерә. Бишбүләктә һөт заводы, хужалыҡ-ара ҡатнаш аҙыҡ заводы, инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы, урман хужалығы, ДРСУ, РТП һ.б. предприятиелар эшләй.
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Төньяҡ-көнбайыш сигендә район територияһын Һамар—Өфө—Силәбе тимер юлы киҫеп үтә. Автомобиль юлдары районды Бәләбәй, Туймазы, Өфө ҡалалары менән тоташтыра.
Социаль-мәҙәни өлкә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
49 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 18 урта мәктәп; ПУ, 31 дөйөм китапхана, 45 клуб учреждениеһы, 3 дауахана, Дүсән ауылында Кәрим Хәкимовтың йорт-музейы бар.
Урыҫ, татар, сыуаш телдәрендә «Светлый путь» — «Якты юл» — «Сута сул» гәзите сыға.
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Васильев Павел Ефимович (14.01.1899—29.07.1978), Советтар Союзы Геройы (1945). Бөйөк Ватан һуғышы һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышы яугиры. 1947—1963 йылдарҙа партия һәм совет органдары хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының III һәм IV саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ерекле ауылынан[4].
- Имашев Булат Ғөбәйҙулла улы — театр актёры һәм режиссёр.
- Кәлимуллина Дилара Хәтим ҡыҙы (6.05.1959), ғалим-терапевт, гематолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). Айыт ауылынан[5].
- Ниғмәтуллин Тимербәк Ғәзиз улы (20.05.1929—16.04.2006), ғалим-биохимик. 1964—2002 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының лаборатория мөдире. Биология фәндәреә докторы (1984), профессор (1991). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980). Туҡай ауылынан[6].
- Парамонов Константин Ефимович (3.06.1908—26.11.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының рота командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң). Милисоновка ауылынан[7].
- Прокопьев Герман Терентьевич (1922—1999) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерист-төҙәүсе, гвардия сержанты. Дан орденының тулы кавалеры[8].
- Сафиуллин Марс Ғәлим улы (12.03.1952—16.09.2019), бейеүсе, юғары һәм махсус урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылынан.
- Холмов Владимир Илларионович (16.11.1948), журналистика ветераны, «Светлый путь» район гәзитенең элекке мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Юлдашев Марс Тимербулат улы-Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ иҫәбе | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
2002[18] | 2008[19] | 2009[20] | 2010[21] | 2012[22] | 2013[23] | 2014[24] | 2015[25] |
27 999 | ↘27 782 | ↘27 583 | ↘26 080 | ↘25 361 | ↘24 825 | ↘24 124 | ↘23 653 |
2016[26] | |||||||
↘23 356 |
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 13 кеше - км² (2010).
- Милли состав
2010 йылғы Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса : сыуаштар — 35,3 %, татарҙар — 26,1 %, башҡорттар — 22 %, урыҫтар — 11,8 %, мордва-эрзя — 3,6 %, лица других национальностей — 0,9 %[27].
Халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса:
Йыл | башҡорттар | татарҙар | урыҫтар | сыуаштар |
---|---|---|---|---|
1970 | 8,0 % | 31,4 % | ||
1989 | 10,4 % | 35,0 % | ||
2002 | 21,5 % | 26,3 % | 11,0 % | 35.7 % |
2010 | 22 % | 26,1 % | 11,8 % | 35.3 % |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/2734-bishb-l-k-rajony
- ↑ Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ 3,0 3,1 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Васильев Павел Ефимович (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Кәлимуллина Дилара Хәтим ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ниғмәтуллин Тимербәк Ғәзиз улы (Тикшерелеү көнө: 16 май 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Парамонов Константин Ефимович (Тикшерелеү көнө: 2 май 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Прокопьев Герман Терентьевич (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2017)
- ↑ 1939 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — С. 448.
- ↑ 1959 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1970 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Росстат.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — С. 62.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2014. 2 ғинуар 2014 тикшерелгән.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
- ↑ Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 февраль 2016. 21 февраль 2016 тикшерелгән.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 март 2013. 5 март 2013 тикшерелгән.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бишбүләк районы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 ғинуар 2019)
- Администрация муниципального района Бижбулякский район Республики Башкортостан
- Бижбулякский район