Сафиуллин Марс Ғәлим улы
Сафиуллин Марс Ғәлим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 март 1952 |
Тыуған урыны | Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылы, Бишбүләк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 16 сентябрь 2019 (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | мәҙәниәт хеҙмәткәре, бейеүсе, уҡытыусы |
Эш урыны |
Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Өфө «Нур» татар дәүләт театры Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы |
Әүҙемлек урыны | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты[1] һәм Өфө сәнғәт училищеһы |
Сафиуллин Марс Ғәлим улы (12 март 1952 йыл — 16 сентябрь 2019 йыл) — бейеүсе, юғары һәм махсус урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марс Ғәлим улы Сафиуллин 1952 йылдың 12 мартында Башҡорт АССР-ының Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында тыуған.
1970 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Республика мәҙәни-ағартыу училищеһын (педагогтары К. С. Цыганков, В. А. Цыпляк) тамамлағас, Бишбүләк ауылындағы район мәҙәниәт йортона методист булып эшкә килә.
Бишбүләктә эшләү дәүерендә Өфөлә художество үҙешмәкәр конкурстарында ҡатнаша. 1973 йылда уны Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә саҡыралар.
1991 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театрының бейеү репетиторы, 1995 йылдан 1998 йылға тиклем — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында балет солисы булып эшләй.
Педагогик эшмәкәрлек алып бара: 1991—1995 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында, әлеге ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһында, хореография училищеһында һәм шулай уҡ Өфө сәнғәт институтында уҡыта.
Марс Ғәлим улы Сафиуллин 2019 йылдың 16 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды[2].
Репертуары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңғыҙ бейеүҙәре: «Бүләк», «Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Зарифа», «Һунарсы», «Перовский» һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1983)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Ушел из жизни народный артист Башкортостана Марс Сафиуллин. ИА «Башинформ», 16 сентября 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 сентябрь 2019)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сафиуллин М. «Я влюблен в красоту»: Беседа с народным артистом РБ М. Сафиуллиным / Вела беседу Э. Мирсаяпова. // Светлый путь. — 1998. — 23 дек. — С. 4.
- Танцуй, Марс!: (О М. Сафиуллине) // Сулейманов А. Вместе украсим этот мир. — Белебей, 2002. — С. 92—96.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сафиуллин Марс Ғәлим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 март 2022)
- Бишбүләк районының арҙаҡлы кешеләре: Сафиуллин Марс Ғәлим улы 2013 йыл 14 декабрь архивланған.