Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле
фото
Коллектив тураһында мәғлүмәт
Йылдар

1939

Ил

Рәсәй Рәсәй

Ҡала

Өфө

gaant-rb.ru

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле — Башҡортостан Республикаһының профессиональ халыҡ бейеүҙәре ансамбле.

«Башҡорт профессиональ хореография сәнғәте һәм юғары башҡарыу оҫталығы үҫешенә ҙур өлөш индереү һәм пропагандалау өсөн» Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алыусы берҙән-бер коллектив.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1936 йыл1938 йылдарҙа коллектив БАССР-ҙың Берләшкән театрҙар ҡарамағындағы концерт-эстрада бюроһында барлыҡҡа килә, Башҡорт театр училищеһы һәм үҙешмәкәр башҡарыусыларынан төҙөлә. 1938 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында булдырылған Башҡорт йыр, бейеү һәм музыка ансамбленә үҙгәртелә. 1939 йылдың 11 мартында Игорь Моисеев уҡыусыһы Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы ансамблде етәкләй башлай. Был дата ансамблдең тыуған көнө һанала.

1940 йылда Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә айырыла. 1940 йылдың йәйендә ансамблдең Башҡортостан буйлап беренсе гастролдәре үтә. 1941 йылдың башында Мәскәүҙә уҙғарылған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша. 1955 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡабаттан ҡатнаша, бөтә союзға билдәле булып китә.

1988 йылда коллективҡа Фәйзи Ғәскәров исеме бирелә.

1991 йылда филармониянан айырылып сығып, юридик шәхес статусын һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле исемен ала. 1994 йылда бер үк ваҡытта АҠШ һәм Төркиә илдәренә гастролдәргә сыға.

1996 йылдың декабрь айында Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы ансамблгә «Академик» исемен бирҙе.

2007 йылда ансамбль Урал-Волга буйы төбәгендә тиңе булмаған үҙ бинаһына эйә була.

  • 2013 йылдың октябрендә ЮНЕСКО штаб-фатирында ансамблегә «Биш ҡитға» алтын миҙалы, «Донъя илсеһе» дипломы тапшырылды[1].

2016 йылдың июнендә Мексикала үткән Бөтә донъя фольклориадала ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай.

Маҡтаулы исемдәре һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Репертуар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Алтын фонд» (ҡуйыусы Ф. Ғәскәров)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ете ҡыҙ» башҡорт лирик бейеүе
  • «Заһиҙә» башҡорт лирик бейеүе
  • «Заһира» башҡорт бейеүе
  • «Гөлнәзирә» тау башҡорттары бейеүе
  • «Шаян ҡыҙҙар» шаян башҡорт бейеүе
  • «Өс таған» башҡорт бейеүе
  • «Өйрәтеүселәр» башҡорт бейеүе
  • «Төньяҡ амурҙары» башҡорт бейеүе
  • «Кис ҡапҡа төбөндә» мари бейеүе
  • «Кейәү» шаян татар бейеүе
  • «Бесәнселәр» татар бейеүе һәм башҡалар.

Башҡорт бейеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ҡурай сәскәһе» башҡорт бейеүе — хореографик постановка
  • «Бөркөттәр иле» башҡорт бейеүе — хореографик постановка
  • «Байыҡ» хәрби башҡорт бейеүе
  • «Француз яулығы» башҡорт бейеүе
  • «Ҡумыҙ иленән» башҡорт бейеүе
  • «Башҡортостан йәшлеге» башҡорт бейеүе
  • «Еҙ үксә» башҡорт ир-егеттәре бейеүе һәм башҡалар.

Рәсәй һәм Яҡын сит илдәр халыҡ бейеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Урыҫ сюитаһы» бейеүе
  • «Камчатка яҙмалары» коряк бейеүе
  • «Күңел асыу» белорус бейеүе
  • «Тверь күңел асыуҙары» урыҫ бейеүе
  • «Кария» сыуаш бейеүе
  • ингуш байрам бейеүе
  • удмурт байрам бейеүе
  • «Шалом» йәһүдтәр бейеүе
  • «Гопак» украин бейеүе һәм башҡалар.

Алыҫ сит ил халыҡтары бейеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Кантри» америка бейеүе
  • «Гаучо» аргентина көтөүселәре бейеүе
  • елпеүес менән корея бейеүе
  • «Андалусия кистәре» испан бейеүе
  • «Арагон хотаһы» испан бейеүе
  • һинд бейеүе
  • «Чичердык» ҡалмыҡ бейеүе
  • "Бангладеш ритмдары һәм көйҙәре "
  • «Сиртаки» грек бейеүе

Был ансамбль башҡарған бейеүҙәрҙең тулы исемлеге түгел. Бөгөнгө көндә труппа донъя халыҡтарының 140-тан ашыу бейеүҙәрен сәхнәгә сығарған.

«Ғәскәровсылар»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Багуманов А. И., Фаизова Ф. А. Государственный академический ансамбль народного танца РБ имени Г. Ф. Гаскарова//Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. — Уфа: Китап, 1999. 272 с. — С. 168—171.
  • Хайруллин Р. Башкирский государственный ансамбль народного танца. Уфа, 1966.
  • Саитов С. Башкирская государственная филармония. М.-Л., 1969.
  • Башкирский государственный ансамбль народного танца: Альбом. Текст Е. Варламовой. Сост. А. Фахрутдинов. Уфа, 1978.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]