Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 1 октябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (61 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
СССР, РСФСР, Өфө[1]
Һөнәр төрө бейеүсе
Эш биреүсе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Эш урыны Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле

Абсатарова Гүзәл Рәшит ҡыҙы (1 октябрь 1957 йыл) — бейеүсе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1998), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гүзәл Рәшит ҡыҙы Абсатарова 1957 йылдың 1 октябренда Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1996 йылда Рәсәй театр сәнғәте Академияһын (педагогтары Е. П. Валукин һәм Л. М. Таланкина) тамамлай. 1973 йылдан — Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, ә 1991 йылдан — педагог-репетиторы. 2004 йылдан Көнсығыш экономик-гуманитар академияла[2], ә 2008 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта.

Бейеү партиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Азамат», «Арагон хотаһы», «Бөрйән ҡыҙҙары» («Бурзяночки»), «Дуҫлыҡ» («Дружба»), «Ете кыҙ», «Заһиҙә» (ҡара «Мөғлифә»), «Ҡумыҙ менән бейеү» («Танец с кубызом») һәм башҡалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1989)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1998)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]