Башҡорт энциклопедияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт энциклопедияһы
Жанр

Белешмә-энциклопедик баҫма

Төп нөхсә теле

башҡорт, урыҫ

Нәшер итеүсе

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы

Сығарылыш

20052011

Биттәр

4344 (624+624+672+672+576+544+624)

Носитель

ҡағыҙ, электрон

ISBN

ISBN 5-88185-053-X

Башҡорт энциклопедияһы (рус. Башкирская энциклопедия) — универсаль белешмә-энциклопедик баҫма.

Ҡағыҙ энциклопедия 7 томдан тора (2015 йылдың башына ҡарата, урыҫ телендә — 7 том, башҡорт телендә — 2 том нәшер ителгән[1]) һәм үҙ эсенә 17 меңдән ашыу мәҡәләне туплай. Башҡорт энциклопедияһының электрон версияһы башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҡағыҙ энциклопедияһын яңы мәғлүмәттәр менән яңыртылған мәҡәләләре нигеҙендә «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы тарафынан эшләнелгән.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда тәүге «Аҫар» (рус. «Наследие») энциклопедияһы XIX—XX быуаттар араһында Ризаитдин Фәхретдинов тарафынан әҙерләнә. Был баҫма Урал-Волга буйындағы дин әһелдәренең, яҙыусыларҙың, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, эшҡыуар-меценаттарҙың биографияларын туплаған. Нәшер ителеүгә әҙерләнгән дүрт томлыҡ энциклопедияның ике томы 1900—1908 йылдарҙа 15 китап булып баҫылып сыға[2].

1991 йылдың 19 мартында Башҡорт ССР-ы Министрҙар Советы тарафынан «Башҡорт Совет Энциклопедияһын әҙерләү һәм нәшер итеү тураһында» (рус. «О подготовке и издании Башкирской Советской Энциклопедии») ҡарар ҡабул ителә. Уға ярашлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты янында Башҡорт Совет Энциклопедияһы ғилми-ойоштороу советы (бүлеге) булдырыла[3]. 1993 йылда Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ҡарарҙарына ярашлы, был бүлек нигеҙендә айырым ғилми учреждение — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Башҡорт энциклопедияһының баш редакцияһы ойошторола[4]. Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Ғ. Рәхимовтың 1995 йылдың 16 ғинуарында сыҡҡан «Башҡорт энциклопедияһын төҙөүҙе тиҙләтеү буйынса саралар тураһында» (рус. «О мерах по ускорению создания Башкирской энциклопедии») указына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Башҡорт энциклопедияһының баш редакцияһы «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте тип үҙгәртелә[5].

1996 йылда республикала тәүге энциклопедик баҫма — «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия» (рус. «Башкортостан: краткая энциклопедия») урыҫ телендә нәшер ителә. 1997 йылда был баҫманың башҡорт телендәге версияһы донъя күрә.

1999 йылдың 26 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты «Күп томлы Башҡорт энциклопедияһын нәшер итеү тураһындағы» (рус. «Об издании многотомной Башкирской энциклопедии») ҡарар ҡабул итә[6]. Уға ярашлы, ете томлы Башҡорт энциклопедияһын әҙерләү һәм нәшер итеү ҡаралған.

Энциклопедияның 7 томлыҡ материалдарын әҙерләү һәм уны нәшер итеүгә 13 йылға яҡын ваҡыт китә. Баҫма башта рус телендә донъя күрә, һәм был күп томлы хеҙмәтте башҡорт теленә тәржемә итеү йәйелдерелә. 2014 йылда «Башҡорт энциклопедияһы» тигән исем менән хеҙмәттең башҡорт телендәге беренсе томы баҫылып сыға. Ул башлыса рус телендәге «Башкирская энциклопедия» баҫмаһы мәҡәләләре нигеҙендә төҙөлгән, бер уҡ ваҡытта унда булмаған яңы мәғлүмәттәр менән дә тулыландырылған. Артабанғы йылдарҙа энциклопедияның башҡа томдары ла баҫыла.

2019 йылдың июнендә ошо ете томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы» Мәскәүҙә уҙғарылған V «Ҡыҙыл майҙан» китап фестивалендә «Иң яҡшы һүҙлек-энциклопедик баҫма» номинацияһында еңеү яуланы[7].


Исемлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рус телендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Том Библиографик тасуирлау Иҫкәрмәләр
1 Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 1. А — Б / гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. — 624 с. Эстәлегендә 2700-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән яҡынса 900 биографик) һәм 630-ан ашыу иллюстрациялар бар.
2 Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 2. В — Ж / гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. — 624 с. — ISBN 5-88185-062-9. Эстәлегендә 2200-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән яҡынса 800 биографик) һәм 600-ән ашыу иллюстрациялар бар.
3 Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 3. З — К/ гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-064-7. Эстәлегендә 2800-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән 1000 биографик) һәм 750-ән ашыу иллюстрациялар бар.
4 Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 4. Л — О / гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — 672 с. Эстәлегендә 2700-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән яҡынса 800 биографик) һәм 750-ән ашыу иллюстрациялар бар.
5 Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 5. П — Советы / гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2. Эстәлегендә 2300-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән яҡынса 800 биографик) һәм 650-ән ашыу иллюстрациялар бар.
6 Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 6. Советы народного хозяйства — У / гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2010. — 544 с. — ISBN 978-5-88185-071-5. Эстәлегендә 2400-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән яҡынса 530 биографик) һәм 640-ан ашыу иллюстрациялар бар.
7 Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т. 7. Ф — Я / гл. ред. М. А. Ильгамов.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2011. — 624 с. Эстәлегендә 2200-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән яҡынса 900 биографик) һәм 640-ан ашыу иллюстрациялар бар.

Башҡорт телендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Том Библиографик тасуирләу Иҫкәрмәләр
- Башҡорт энциклопедияһы. Электрон нөсхә. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013-2016. — 672 с. Баҫма 18000-дән ашыу мәҡәләнән тора (Эшләнеп бөтмәгән).
1 Башҡорт энциклопедияһы. 7 т.: 1-се том. А — Б / баш мөх. М. Ә. Илһамов.. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2014. — Т. 1. — 672 с. Эстәлегендә 2700-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән 900 биографик), яҡынса 40 карта һәм 630-ан ашыу иллюстрациялар бар.
2 Башҡорт энциклопедияһы. 7 т.: 2-се том. В — И / баш мөх. М. Ә. Илһамов.. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2014. — Т. 2. — 672 с. Эстәлегендә 2900-ән ашыу мәҡәлә (шул иҫәптән 1370 биографик) һәм 650-ән ашыу иллюстрациялар һәм карталар бар.
3
4
5
6
7

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В «Башкирской энциклопедии» прошла презентация второго тома БЭ на башкирском языке и онлайн-версий. «Мир энциклопедий» (10 апрель 2015). Дата обращения: 9 июль 2015. (рус.)
  2. Саитов У. Г. Энциклопедии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
  3. Постановление Совета Министров Башкирской ССР от 19 марта 1991 года «О подготовке и издании Башкирской Советской Энциклопедии»
  4. Шушпанов Сергей. К 10-летию со дня образования научного издательства «Башкирская энциклопедия». «Башинформ» (4 февраль 2003). Дата обращения: 9 июль 2015. (рус.)
  5. Указ Президента Республики Башкортостан от 16 января 1995 года «О мерах по ускорению создания Башкирской энциклопедии»
  6. Постановление Кабинета Министров Республики Башкортостан от 26 октября 1999 года «Об издании многотомной Башкирской энциклопедии»
  7. «Башҡорт энциклопедияһы» «Ҡыҙыл майҙан» китап фестиваленең дипломына лайыҡ булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 14 июнь (Тикшерелеү көнө: 14 июнь 2019)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аглиуллина К. И. Региональная энциклопедистика // Мир библиогр. — 2012. — № 4. — С. 45-47.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А—Б. 2005. — 624 с.; т. 2. В—Ж. 2006. — 624 с. ISBN 5-88185-062-9; т. 3. З—К. 2007. — 672 с. ISBN 978-5-88185-064-7; т. 4. Л—О. 2008. — 672 с. ISBN 978-5-88185-068-5; т. 5. П—С. 2009. — 576 с. ISBN 978-5-88185-072-2; т. 6. Советы нар. хозяйства—У. 2010. — 544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф—Я. 2011. — 624 с.
  • Башкирская энциклопедия: Вчера, сегодня, завтра / авт.-сост. У. Г. Саитов, К. И. Аглиуллина. — Уфа, 2013.
  • Гибадуллина К. И. Населённые пункты в «Башкирской энциклопедии»: методические аспекты составления и редактирования статей / К. И. Гибадуллина, С. С. Тагиров // Материальная и духовная культура народов Урала и Поволжья: история и современность / Глазов. гос. пед. ин-т. — Глазов, 2007. — С. 68—70.
  • Ильгамов М. А. Массив знаний о Республике Башкортостан // Вестн. Акад. наук Респ. Башкортостан. — 2012. — Т. 17, № 3. — С. 78—81.
  • Исторический опыт, актуальные проблемы развития российской региональной энциклопедистики: материалы Всерос. науч.-практ. конф. с междунар. участием (Уфа, 27—28 сент. 2012 г.) / АН Респ. Башкортостан, Науч.-издат. комплекс «Башкирская энциклопедия». — Уфа, 2012. — 119 с.
  • Региональные энциклопедии в культурном пространстве России : материалы Всерос. науч.-практ. конф. (г. Чебоксары, 17—18 авг. 2007 г.) / Чуваш. гос. ин-т гуманитар. наук. — Чебоксары, 2009. — 130 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]