Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
(Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте)
Дөйөм мәғлүмәт
Ил Рәсәй Федерацияһы
Нигеҙләнгән 1993
Алдан килеүсе Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы (1919—1990)[1]
Башҡорт ССР-ы Министрҙар Советы[2] (1990—1992)
Штаб-квартира Өфө, Республика Йорто
Сайт
http://www.pravitelstvorb.ru/

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте — Башҡортостан башҡарма власының юғары органы.

Хөкүмәт Башлығы булып Башҡортостан Республикаһының Юғары вазифалы шәхесе — Башҡортостан Республикаһы Башлығы тора (Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 91-се статьяһы).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элгәрҙәре: Башҡорт Хөкүмәте (1917 йылдан), Башҡорт Хәрби-революцион комитеты (1919 йылдан), Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы (1920 йылдан), Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы (1946 йылдан), Башҡорт ССР-ы Министрҙар Советы (1990 йылдан).

1992 йылда Башҡорт ССР-ы Министрҙар Советы Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы, ә 1993 йылда — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты тип үҙгәртелә.

2002 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йорто

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйестәре (Премьер-министрҙары)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

*1992 йылдан 1994 йылға саҡлы — Копсов Анатолий Яковлевич;
*1994 йылдың октябренән 1999 йылдың ғинуарына саҡлы — Баҡыев Рим Сәғит улы;
*1999 йылдың 12 ғинуарынан 2008 йылдың 10 апреленә саҡлы — Рафаэль Байдәүләтов, 4-се премьер-министр;
*2008 йылдың 10 апреленән 2010 йылдың 20 июленә саҡлы — Раил Сарбаев, 5-се премьер-министр;
*2010 йылдың 20 июленән 2011 йылдың 19 майына саҡлы — Рөстәм Хәмитов;
*2011 йылдың 19 майынан 2012 йылдың 6 авгусына саҡлы — Азамат Илембәтов, 6-сы премьер-министр;
*2012 йылдың 6 авгусынан 2015 йылдың 26 ноябренә саҡлы — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов;
*2015 йылдың 26 ноябренән 2018 йылдың 3 декабренә саҡлы — Рөстәм Мәрҙәнов, 7-се премьер-министр;
*2018 йылдың 3 декабренән 2020 йылдың 17 сентябренә саҡлы — Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров;
*2020 йылдың 17 сентябренән  — Андрей Назаров, 8-се премьер-министр;

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәт аппараты тураһында Положение[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһы аппараты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте (артабан Хөкүмәт) эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдарының Хөкүмәт ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуын контролдә тотоусы дәүләт органы.
  • Хөкүмәт Аппараты үҙ эшмәкәрлегендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, Рәсәй Федерацияһы федераль закондарына һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттарына, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына, «Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына, Хөкүмәт Регламентына, ошо Положениеһына һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттарына таянып эш итә.
  • Хөкүмәт Аппараты үҙ эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһы Башлығының дөйөм етәкселеге,
  • Хөкүмәт Премьер-министрының туранан-тура етәкселеге аҫтында башҡара, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты Етәксеһе ҡулы аҫтында тормошҡа ашыра.
  • Хөкүмәт Аппараты ҡаралған тәртиптә Башҡортостан Республикаһы Башлығы администрацияһы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты, Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдары, Башҡортостан Республикаһының урындағы үҙидара органдары һәм ойошмалары менән үҙ-ара бәйләнештә эшләй.
  • Хөкүмәт Аппараты юридик шәхес булып тора, уның үҙ аллы балансы, тотоноу (расход) сметаһы, бюджет тураһындағы закондарға ярашлы асылған шәхси (лицевой) иҫәбе (счет), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гербы төшөрөлгән мисәте һәм үҙ атамаһы; шуға ярашлы мисәттәре, штамптары һәм бланктары бар.
  • Хөкүмәт Аппараты уның эшмәкәрлегенә кәрәк булған милек, матди-техник саралар, ҡоролмалар менән тәьмин ителә, матди саралар һәм аҡса иҫәбен алып барыуҙы һәм уларҙы файҙаланыу буйынса контроль ойоштора.
  • Хөкүмәт Аппаратына милек беркетеү ҡарары Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителә. Хөкүмәт Аппаратына ҡаралған тәртиптә беркетелгән милек уның оператив идаралығында тора.
  • Хөкүмәт Аппараты ҡарамағында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте раҫлаған исемлеккә ярашлы ойошмалар тора.
  • Хөкүмәт Аппараты эшмәкәрлеген финанслау Башҡортостан Республикаһы бюджеты аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Идара итеү мәсьәләләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Үҙенең вәкәләтлеге сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы башҡарма власы органдары менән етәкселек итә;
  2. Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади һәм милли-мәҙәни үҫеш программаларын әҙерләй һәм тормошҡа ашыра;
  3. Республика бюджетын әҙерләй һәм башҡара;
  4. Башҡортостан Республикаһының комплекслы ижтимағи-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү маҡсатында финанстар, фән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль тәьмин итеү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә берҙәм сәйәсәт үткәрә;
  5. Ҡабул ителгән закондарға ярашлы, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлығын тәьмин итеү һәм яҡлауҙы тормошҡа ашырыу буйынса, йәмәғәт тәртибен һаҡлау һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш сараларын күрә.
  6. Башҡортостан Республикаһы милегенә эйә һәм уның менән идара итә һәм Башҡортостан Республикаһы идаралығына тапшырылған федераль мөлкәт тә уның ҡарамағында;
  7. Федераль башҡарма власть органдары менән идара итеү һәм вәкәләтлек эшмәкәрлеген бүлешеү буйынса килешеүҙәр, шулай уҡ үҙ вәкәләтлектәренең ҡайһылыр өлөшөн үҙ-ара тапшырыу буйынса килешеүҙәр төҙөй;
  8. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында һәм закондарында, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 78-се статьяһына ярашлы төҙөлгән федераль башҡарма власть органдары менән килешеүҙәрҙә ҡаралған башҡа вәкәләтлектәрҙе башҡара.

Үҙәк башҡарма һәм башҡа дәүләт органдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Министрлыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы
  2. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
  3. Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы
  4. Башҡортостан Республикһы Мәҙәниәт министрлығы
  5. Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы
  6. Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
  7. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
  8. Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
  9. Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы
  10. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы
  11. Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль һаҡлау министрлығы
  12. Башҡортостан Республикаһы Финанстар министрлығы
  13. Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығы

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт комитеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты
  2. Башҡортостан Республикаһының торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты
  3. Башҡортостан Республикаһының «Асыҡ Республика» системаһын мәғлүмәтләштереү(информатлаштырыу) һәм эшләүен ойоштороу (функциялаштырыу) буйынса дәүләт комитеты
  4. Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты
  5. Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты
  6. Башҡортостан Республикаһының тарифтар буйынса дәүләт комитеты
  7. Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса дәүләт комитеты
  8. Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты
  9. Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
  10. Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты

Ведомстволар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы
  2. Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы
  3. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлау идаралығы
  4. Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы
  5. Башҡортостан Республикаһының мәғариф сфераһында контроль һәм күҙәтеү идаралығы
  6. Башҡортостан Республикаһының үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төрлө техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. в разное время данный орган исполнительной власти имел следующие наименования: Башкирский Революционный комитет (1919-20); СНК БАССР (1919—1946)
  2. До 25 февраля 1992 года Верховным Советом Башкирской АССР принят Закон об изменении названия государства. С тех пор официальное название — Республика Башкортостан.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]