Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Башревком битенән йүнәлтелде)
БашРевКом
Башҡортостандың Хәрби-революцион комитеты
Дөйөм мәғлүмәт
Нигеҙләнгән 21.02.1919
Башҡорт Хөкүмәте
Бөтөрөлгән 28.07.1920
Дауамсы ХКС һәм БашҮБК
Штаб-квартира Стәрлетамаҡ

Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты (Башревком) — 1919 йылдың 21 февраленән 1920 йылдың июленә тиклем Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының төп дәүләт органы.

Башҡорт Совет Республикаһының Ваҡытлы хәрби—революцион комитеты (Башревком) 1919 йылдың 21 февралендә Темәс ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) I Бөтә башҡорт хәрби съезында ойошторола. 22 февралдә республика территорияһындағы властың бөтә тулылығы менән Башревкомға йөкмәтелеүе хаҡында фарман сыға.

Ревкомдың беренсе рәйесе Мстислав Ҡулаев була. Башревком 15 комиссариаттан тора — сит ил эштәре, хәрби (Әхмәтзәки Вәлиди), социаль яҡтан тәьмин итеү (Илдархан Мутин), аҙыҡ-түлек (Абдулла Әҙеһәмов), һаулыҡ һаҡлау һәм финанс (Усман Ҡыуатов), игенселек (Гәрәй Ҡарамышев), эске эштәр һәм милләттәр (Фәтих Төхвәтуллин), хеҙмәт (Ильяс Алкин), мәғариф (Аллабирҙе Йәғәфәров), юстиция (Юныс Бикбов), тышҡы һәм эске сауҙа (Сәйетгәрәй Мағазов). Кантондар кимәлендә кантревкомдар барлыҡҡа килә.

Яңы хөкүмәт, ойошторолоуының беренсе көндәренән алып, Башҡорт ғәскәрҙәренең Совет власы яғына күсеү мәсьәләләре менән мәшғүл була. Һөҙөмтәлә 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте Автономиялы Совет Башҡортостан араһында Килешеү төҙөлә. Был тарихи актты Совет хөкүмәте яғынан Совнарком рәйесе Владимир Ленин, Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Михаил Владимирский һәм милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты етәксеһе Иосиф Сталин, башҡорттар яғынан — Башҡорт хөкүмәте рәйесе Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев, Башревком ағзаһы Муллаян Халиков һәм Башҡорт ғәсҡәре адъютанты Әбдрәшит Бикбауов[1]. Артабан Башревком үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостан тураһындағы Килешеүҙе тормошҡа ашыра башлай, дәүләт идаралығы реформаһын советтар ҡоролошона тап килтереп үткәрә.

1919 йылдың апреленән август айына тиклем, Колчак армияһы һөжүме осоронда, Башревком Саранск ҡалаһына эвакуациялана.

1919 йылдың 15 сентябрендә ВЦИК-тың «Дәүләт аппаратының тулыһынса Башҡорт революцион комитетына тапшырылыуы һәм Башҡорт Совет Республикаһының территорияһында идара итеүҙе ойоштороу тураһында» ҡарары ҡабул ителә.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы Башҡортостан хәрби-революцион комитеты урынлашҡан бина.
Башревком ағзалары

1918 йылдың 18 ноябрендә 1-се Башҡорт партия конференцияһы уҙғарыла, уның һөҙөмтәләре буйынса Башревком ағзалары (Йомағолов, Каспранский, И. Рәхмәтуллин) РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты составына инә.

Башревком позицияһы күп кенә мәсьәләләр, айырыуса автономия һәм федерализм принцибының ғәмәлгә ашыуы һәм республика менән идара итеү һәм уны етәкләү буйынса, РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы, Башҡорт хәрби комитеты, Башҡорт совет халыҡ хужалығы, Башҡорт халыҡ аҙыҡ-түлек комитеты ағзаларының ҡараштары менән тап килмәй[2]. Был ҡапма-ҡаршылылыҡ 1920 йылдың 15 ғинуарынан 16 ғинуарға ҡараған төндә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы ағзаларының Башревком тарафынан ҡулға алыныуына килтерә (тулыраҡ — Ғинуар конфликты (1920).

1920 йылдың 12 мартында Башревком Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК), РКП (б), Көнсығыш коммунистары Үҙәк бюроһы, Төркөстан фронты Реввоенсоветына ғариза менән мөрәжәғәт итә. Был мөрәжәғәттә Башревком Үҙәкте килешеүҙәрҙең шарттарын боҙоуҙа ғәйепләй һәм республиканан Мәскәү вәкилдәрен — Башҡортостан автономияһы дошмандарын — саҡырып алыуҙы һәм партия органдарының административ эштәргә ҡыҫылмауын талап итә[2].

1920 йылдың 19 майында Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» исемле декрет ҡабул итә. Ике йыл элек Килешеүҙә раҫланған республика хоҡуҡтары сикләнгән булып сыға. Был ҡарар менән ризалашмай, Башревком 16 июндә тулы составта отставкаға китә. Яңы состав 26 июндә һайлана.

1920 йылдың июлендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт АССР-ының 1-се Советтар съезы үткәрелә һәм Башревком урынына дәүләт власының даими юғары органы — Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитеты булдырыла.

Башревком рәйестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Башҡортостан хәрби инҡилаби комитетының мөхбире» гәзите

Рәсми баҫма органы — «Башҡортостан хәрби инҡилаби комитетының мөхбире» («Известия Башкирского военно‑революционного комитета и центрального бюро коммунистов (большевиков) Советской Башкирии») гәзитен ойоштороусыларының береһе була.

  • М. М. Ҡолшарипов. Башҡорт милли хәрәкәте (1917—1921 йылдар) / Марат Ҡолшарипов. — Өфө: Китап, 2000. — 368 бит.
  1. Башҡортостан Республикаһы Автономияһы 2019 йыл 16 апрель архивланған.
  2. 2,0 2,1 Башревком.// Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. — Өфө: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 166. — 672 с.