Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы
Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы
Флаг
Флаг
Заместитель председателя Комитета Совета Федерации по делам Федерации и региональной политике
 16 апрель 2008
Флаг
Флаг
Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе
Флаг
Флаг
12 ғинуар 1999 йыл — 10 апрель 2008 йыл
Президент: Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы
Дауамсы: Сарбаев Раил Сәлих улы
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер—министрының 1—се урынбаҫары
Флаг
Флаг
1998 йыл — 12 ғинуар 1999 йыл
Президент: Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы
 
Тыуған: 16 август 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (80 йәш)
Башҡорт АССР-ы Белорет районы Береш ауылы
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Белеме: Иваново энергетика институты
 
Наградалары:
Почёт ордены
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Салауат Юлаев ордены

Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы (16 август 1943 йыл) — энергетик, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер‑министры, 2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы башҡарма органынан вәкил. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003), Рәсәй яғыулыҡ—энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (1993). Почёт (2004), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рафаэль Ибраһим улы Байдәүләтов 1943 йылдың 16 авгусында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Береш ауылында тыуған. Иваново энергетика институтын тамамлағандан һуң (1970) Белорет электр бүлеү селтәрҙәрендә эшләй, 1979 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1985 йылдан — Үҙәк электр бүлеү селтәрҙәре директоры урынбаҫары, 1987 йылдан — «Башкирэнерго» берекмәһенең «Энерготехсервис» предприятиеһы баш инженеры, 1994 йылдан — Өфө ҡала электр селтәрҙәре директоры, 1997 йылдан — «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 1998 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер—министрының 1—се урынбаҫары, 1999 йылдан — Премьер—министры, 2008—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация Советында Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы башҡарма органынан вәкил, 2011 йылдан башлап — «Электрозавод» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы вәкиле. Башҡорстан Республикаһы 2—се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Почёт ордены (2004),
  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003)
  • Салауат Юлаев (2008) ордены
  • «За заслуги в проведении Всероссийской переписи населения» миҙалы
  • Рәсәй Берҙәм энергетика системаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы (1993)
  • Рәсәй Федерацияһының яғыулыҡ—энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре (2003)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]