Бугера Михаил Евгеньевич
Бугера Михаил Евгеньевич | |
![]() | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 14 ғинуар 1961 (58 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, Киев |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт нефть техник университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
![]() |
Михаил Евгеньевич Бугера (14 ғинуар 1961 йыл) — Рәсәй иҡтисадсыһы һәм сәйәси эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының 2-се, 3-сө, 4-се һәм 7-се саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1961 йылдың 14 ғинуарында Киевта тыуған. Ҡустыһы — В. Е. Бугера.
Өфө нефть институтын тамамлаған. 1983-1990 йылдарҙа — ассистент, аспирант, политэкономия кафедраһында өлкән уҡытыусы, БДУ уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәр профкомы рәйесе;
1990-1995 йылдарҙа — БР Юғары Советының республика, ҡала һәм райондарҙың социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләр буйынса даими комиссия рәйесе;
1995 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле. 2008 йылда— яңынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының 4-се саҡырылыш депутаты итеп һайланған; 2008-2012 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының 4-се саҡырылышының дәүләт төҙөлөшө буйынса даими Комитеты рәйесе урынбаҫары. 2013 -2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса Комитеты рәйесе урынбаҫары.
М. Е. Бугера М. Б. Ходорковскийҙы ҡулға алыуға килтергән «ҙур ЮКОС эше» инициаторы булды. Тап Бугераның депутат запросы нефть компанияһының топ-менеджментын енәйәти эҙәрлекләүҙе көсәйтеүгә килтерҙе.
Бының менән бәйле эксперттар М. Е. Бугераны Кремлдең «көс манаралары» тип йөрөтөлгән сәйәси вәкиллегенең төп фигураларының береһе булараҡ ҡарай.
1996-2007 йылдарҙа — РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты.
2016 йылдан «БЕРҘӘМ РӘСӘЙ» фракцияһынан РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты (Башҡортостан Республикаһы башлығы Р. З. Хәмитов, үҙе баш тартып, мандатты уға тапшырҙы).
Дәүләт Думаһының тәбиғәт ресурстары, милек һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитеты ағзаһы. Арбитраж идара итеүҙе, предприятиеларҙың булдыҡһыҙлығы (банкрот), шулай уҡ Африка ҡитғаһы илдәре менән хеҙмәттәшлек итеүҙең бөтә сауҙа-иҡтисади спектрын дәүләт көйләүе менән бәйле йүнәлештәрҙе координациялай.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бугера, Михаил Евгеньевич // ТАСС
- Бугера Михаил Евгеньевич // Государственная Дума Российской Федерации
- https://flb.ru/info/19229.html
- http://bashgolos.ru/policy/2335-pyataya-tochka-myhayla-bugery.html
- http://polit.ru/news/2003/07/09/620892/
- http://news.bbc.co.uk/hi/russian/russia/newsid_3054000/3054243.stm
- https://web.archive.org/web/20050224103453/http://lenta.ru/russia/2003/07/16/audit/ http://lobbying.ru/persons.php?id=180
- 14 ғинуарҙа тыуғандар
- 1961 йылда тыуғандар
- Киевта тыуғандар
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы менән наградланыусылар
- Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 4-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 5-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 3-сө саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттары
- 4-се саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттары
- VII саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаттары
- Иҡтисад фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса иҡтисадсылар