Ғилметдинов Динар Заһит улы
Ғилметдинов Динар Заһит улы | ||
| ||
---|---|---|
2005—2021 йылдарҙа | ||
Тыуған: | 10 август 1969 (55 йәш) Башҡорт АССР-ы Мишкә районы | |
Партия: | Берҙәм Рәсәй | |
Белеме: | Ырымбур дәүләт аграр университеты[d] Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты | |
Сайт: | dgilmutdinov.ru | |
Наградалары: |
| |
Ғилметдинов Динар Заһит улы (10 август 1969 йыл) — юрист, дәүләт хеҙмәткәре, запасатғы полиция полковнигы, йәмәғәт эшмәкәре. 2005—2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Мишкә районының почётлы гражданы (2015).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Динар Заһит улы Ғилметдинов 1969 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ының Мишкә районында тыуған. 1996 йылда Ырымбур ауыл хужалығы институтын (бөгөн Ырымбур дәүләт аграр университеты), 2000 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған.
- 1988—1989 йылдар — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
- 1991—1993 йылдар — Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты Эске эштәр идаралығының Дәүләт автомобиль инспекцияһы юл хәрәкәте хеҙмәтенең айырым батальонында (русса — отдельный батальон ДПС ГАИ) юл хәрәкәте хеҙмәте инспекторы.
- 1993—1996 йылдар — Өфө ҡалаһы Эске эштәр идаралығының Дәүләт автомобиль инспекцияһы бүлегенең (русса — отдел ГАИ УВД г. Уфы) пропаганда буйынса инспекторы.
- 1996—2000 йылдар — Өфө ҡалаһы Эске эштәр идаралығының Дәүләт автомобиль инспекцияһы бүлеге етәксеһе урынбаҫары.
- 2000—2005 йылдар — Өфө ҡалаһы Эске эштәр идаралығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы (ЮХХДИ — русса ГИБДД — Государственная инспекция безопасности дорожного движения) бүлеге етәксеһе.
- 2005—2021 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Идаралығы (русса Управление ГИБДД МВД по РБ) етәксеһе. Был вазифаһынан 2021 йылдың 15 июнендә отставкаға сыҡты[1][2].
Хеҙмәт ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостандағы хоҡуҡ һаҡлау органдарының башҡа вазифалы хеҙмәткәрҙәре һәм республика кимәлендәге күп кенә етәкселәр менән сағыштырғанда, Динар Ғилметдинов ябай халыҡ өсөн дә, төрлө матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн үҙенең асыҡлығы менән айырылып тора. Интернетта аралашыу һәм фекер алышыу ныҡлап тарала башлауҙың тәүге йылдарында уҡ ул унда үҙенең блогын булдырҙы һәм яҙылған барлыҡ мәғлүмәттәргә иғтибарлы булыуын күрһәтеп килә. Был турала 2013 йылда «Башҡортостан» гәзитенә биргән интервьюһендә ул үҙе түбәндәгеләрҙе белдерҙе: "Мин берәүҙән дә йәшенмәйем, бөтәһе өсөн дә һәр ваҡыт асыҡмын: ысынлап та, Интернетта шәхси блогым бар (http://102gibdd.ru/blog/), шулай уҡ "Фейсбук"та ла теркәлдем. Кешеләр ебәргән бөтә һорауҙарға ла үҙ ваҡытында төплө яуап бирергә тырышам. Әйткәндәй, был мөрәжәғәттәрҙән үҙебеҙ өсөн дә йомғаҡ яһайбыҙ, бик күптәрҙең әйткәне, кәңәше эшебеҙҙең сифатын баһаларға ярҙам итә".
Һәр ай һәм квартал һайын төрлө матбуғат агентлыҡтарында республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы Идаралығы эшмәкәрлеге йомғаҡтарына арналған матбуғат конференциялары ойоштороп, журналистарҙың һорауҙарына туранан-тура яуап бирә. Бынан тыш, үҙенә мөрәжәғәт иткән бер матбуғат сараһын да иғтибарынан ситтә ҡалдырмай, интервьюлар бирә, әңгәмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.
Төбәктә киң яңғыраш алған барлыҡ юл-транспорт ваҡиғалары һәм кешеләрҙең үлеменә килтергән юл-транспорт фажиғәләре, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең халыҡ араһында кире ҡараш тыуҙырған ҡылыҡтары айҡанлы кисекмәҫтән тиерлек үҙ аңлатмалары менән сығыш яһай.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса килеп тыуған һорау-мәсьәләләрҙе урында хәл итеү өсөн республика ҡала һәм райондарына даими сыға, күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштороп, халыҡты был йүнәлештә борсоған проблемаларҙы асыҡлай, мөмкин булғандарын шунда уҡ хәл итергә тырыша.
Дөйөм алғанда, Динар Ғилметдиновтың төрлө яҡлы эшмәкәрлеге водителдәр һәм йәйәүлеләр тарафынан ыңғай яҡтан баһалана.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Матбуғат сараларындағы һәм рәсми сайттарҙағы материалдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Айбулат ИШНАЗАРОВ. Юлдар фажиғәһеҙ булһын! // «Йәшлек» гәзите, 2013 йыл, 19 июль.
- Динар ҒИЛМЕТДИНОВ: «Битарафлыҡ һәләкәткә илтә» // «Башҡортостан» гәзите, 2013 йыл, 24 апрель 2013 йыл 30 май архивланған..
- Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА. Проблемалар хәл ителәсәк // Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының рәсми сайты, 2013 йыл, 26 февраль.
- Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге // Динар Ғилметдинов менән әңгәмә // «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының «БАШвестЪ» интернет гәзите, 2007 йыл, 14 май(недоступная ссылка).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Салауат Юлаев ордены (2014).
- «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы.
- «90 лет ВЧК-КГБ-ФСБ» миҙалы.
- «За содействие органам наркоконтроля» миҙалы.
- Орден Русской Православной Церкви «Святого Благоверного князя Дмитрия Донского».
- Мишкә районының почётлы гражданы (2015)[3][4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Главный госавтоинспектор Башкирии Динар Гильмутдинов ушёл в отставку. ИА «Башинформ», 15 июня 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2021)
- ↑ Главный госавтоинспектор Башкирии прокомментировал новости о своей отставке (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2021)
- ↑ Начальнику ГИБДД Башкирии присвоили почетное звание «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 19 декабрь (рус.)
- ↑ Муниципальный район Мишкинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почётные граждане. Гильмутдинов Динар Загитович 2021 йыл 26 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 август 2019)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан» (рус.)
- Блог Главного Госавтоинспектора РБ (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Главный Госавтоинспектор Башкирии не исключил, что может уйти в отставку. ИА «Башинформ», 1 июня 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июнь 2021)
- В Уфе вручены государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан // Сайт Филиала ФГУП ВГТРК ГТРК «Башкортостан»(недоступная ссылка) (рус.)
- Сайт Госавтоинспекции МВД России (рус.)
- А. Үҙәнбаев. Тәртип яғы һаман аҡһай // «Башҡортостан» гәзите, 2014 йыл, 18 июль(недоступная ссылка).
- Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте // «Башҡортостан» гәзите, 2014 йыл, 11 ноябрь(недоступная ссылка).
Имеется версия статьи на русском языке: Проект:Двуязычность/Гильмутдинов, Динар Загитович. |