Йосопов Марсель Харис улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йосопов Марсель Харис улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 3 ноябрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Силәбе ҡалаһы
Атаһы Харис Монасип улы Йосопов
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Көньяҡ Урал дәүләт университеты
Эш урыны Мәскәү ҡалаһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй

Йосопов Марсель Харис улы (3 ноябрь 1969) — Башҡортостан һәм Рәсәй сәйәсмәне һәм эшҡыуары, «Берҙәм Рәсәй» партияһынан V һәм VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. VI саҡырылыш Дәүләт Думаһында — төҙөлөш һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитет ағзаһы, Дәүләт Думаһының Парламент үҙәген урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән биналар һәм ҡоролмалар төҙөү буйынса комиссия ағзаһы, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йосопов Марсель Харис улы 1969 йылда Силәбе ҡалаһында, дзюдо буйынса СССР йыйылма командаһы тренеры Х. М. Йосопов ғаиләһендә тыуған.

1988 йылда армияға саҡырыла.

1992 йылда Силәбе дәүләт техник университетының инженер-төҙөлөш факультетын тамамлай.

1995 йылдан «Южноуралводпроект» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә III категориялы инженер булып эшләй.

2000 йылда Силәбе сәнәғәт предприятиелары ассоциацияһы «Ленпром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең коммерция директоры итеп тәғәйенләнә.

2004 йылда Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын тамамлай.

2004 йылдан алып «Памир» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары.

20062007 йылдарҙа — «Өфө кизе-мамыҡ комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең коммерция директоры һәм Директорҙар советы Рәйесе, «Өфө трикотаж фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы Рәйесе.

2007 йылдың сентябрендә — Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы ҡарамағындағы Йәмәғәт Советы ағзаһы, Мәләүездәге «М. Ғафури исемендәге Башҡорт ҡошсолоҡ комплексы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

2007 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан V саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана.

2011 йылдан — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе.

2011 йылдың июль-август айҙарында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы үткәргән праймеризда 6 урын ала[1].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ике тапҡыр Силәбе өлкәһе Губернаторының Почёт грамотаһы (2005, 2007), әүҙем инвестициялар эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.

2009 йылдың 16 декабрендә Волга буйы һәм Урал федераль округтарының төҙөлөш тармағы үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн, шулай уҡ иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн, 436-кн Указы менән «Рәсәйҙең Почётлы төҙөүсеһе» маҡтаулы исеме бирелә.

2013 йылдың 19 февралендә Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен һәм Рәсәй Федерацияһы парламентаризмын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән. Ике ҡыҙы һәм улы бар.

Гирь спорты буйынса спорт мастеры.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]