3 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
3 ноябрь | |
![]() |
3 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 307-се көнө (кәбисә йылында 308-се). Йыл аҙағына тиклем 58 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Украина: Инженер ғәскәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1907: Францияла беренсе тапҡыр вертолёт осорола.
- 1928: Төркиә ғәрәп алфавитынан латинға күсә.
- 1936: Франклин Рузвельт АҠШ президенты итеп икенсегә һайлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шәриф Сөнчәләй (төп исеме — Шәриф Хәмиҙулла улы Сөнчәләев; 1885—9.11.1959), ғалим-этнограф, иҡтисадсы һәм педагог. Башҡортостан мәғарифы тарихында мәктәп һәм башҡа балалар ойошмаһы эштәрен яңыса ойоштороусы хеҙмәткәр. Тарих фәндәре кандидаты (1935).
- Туҡаев Шакир Яхъя улы (1900—28.11.1975), хәрби табип, медицина хеҙмәте полковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылынан.
- Стрижевский Вячеслав Александрович (1940), ғалим, дәүләт, театр һәм йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1999). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1965 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1983 йылдан — Театр эшмәкәрҙәре союздары (1983) ағзаһы. 1983 йылдан Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры директоры, 1998 йылдан— Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры, бер үк ваҡытта 1998—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары. 2001—2006 йылдарҙа Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының үҙәк контроль-ревизия комиссияһы рәйесе; 1997—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы «Возрождение» Поляк мәҙәни ағартыу үҙәге рәйесе. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1997). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Игнатенко Сергей Николаевич (1955), рәссам, педагог. 1993—2002 йылдарҙа «Сәнғәт» галереяһы рәссамы, 2004 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 2014 йылдан — художество бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Латипова Лилиә Фуат ҡыҙы (1955), ғалим-педиатр. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2005 йылдан Дипломдан һуң белем биреү институтының директор урынбаҫары, 2010—2011 йылдарҙа институттың педиатрия һәм балалар хирургияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәиф Әмиров (1941), башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2001), Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Богданов Александр Николаевич (1882—5.09.1964), ғалим-ботаник һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1947—1956 йылдарҙа Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Профессор (1927). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1948). Почёт Билдәһе ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Рязань өлкәһе Мердуши ауылынан.
- Шематонова-Иванова Валентина Александровна (1937), Кушнаренко районы үҙәге Кушнаренко ауылындағы 2-се урта мәктәптең элекке математика уҡытыусыһы, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Талипов Флорит Сәлих улы (1948—21.02.2011), театр режиссёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Белоруссияның Якуб Колас исемендәге Милли академия драма театрының элекке художество етәксеһе.
- Зинәтуллина Фирзинә Наис ҡыҙы (1963), Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең төп мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бартольд Василий Владимирович (1869—19.08.1930), ғалим-тарихсы, шәрҡиәтсе. 1920—1928 йылдарҙа Ленинград көнсығыш институты профессоры, 1928—1930 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Төрөк ғилеме кабинеты (Ленинград) директоры. Санкт-Петербург (1913), Рәсәй империяһы (1917) һәм СССР Фәндәр академиялары (1925) академигы. Шәреҡ тарихы докторы (1900), профессор (1901). Тәүге тапҡыр 1913 йылда немец телендә баҫылған «Ислам энциклопедияһы» китабында «Баджгирд» мәҡәләһендә «башҡорт» этнонимы, башҡорттар, 17—18 быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте, Башҡортостандағы ер сәйәсәте тураһында мәғлүмәттәр бирә. Көньяҡ Урал, Себер һәм Үҙәк Азия буйлап фәнни сәфәр барышында 1913 йылдың майында Ырымбурҙа, Өфөлә, Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлебаш ауылында була. Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың бер нисә хеҙмәтен баҫтырып сығарыуға булышлыҡ күрһәтә, уның менән фәнни темаларға хат алыша. Рус археология йәмғиәтенең Ҙур алтын миҙалы менән бүләкләнгән (1913). Сығышы менән хәҙерге Санкт‑Петербург ҡалаһынан.
- Йосопов Марсель Харис улы (1969), сәйәсмән, эшҡыуар, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһының V (2007-2011) һәм VI (2011-2016) саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. 2011—2012 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе (2009).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1801: Винченцо Беллини, Италия композиторы.
- 1852: Муцухито, Япония императоры.
- 1895: Ганс Гейнц Эверс, Германия яҙыусыһы.
- 1887: Самуил Маршак, СССР шағиры.
- 1982: Евгений Плющенко, Рәсәй фигурисы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1918: Александр Ляпунов, Рәсәй империяһы математигы.
- 1986: Морат Ҡужаҡов, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Советтар Союзы Геройы.
- 2003: Рәсүл Ғамзатов, СССР шағиры.
- 2007: Илшат Йомағолов, башҡорт театр актёры, драматург, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы.
- 2010: Виктор Черномырдин, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]