4 октябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
4 октябрь | |
![]() |
4 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 277-се көнө (кәбисә йылында 278-се). Йыл аҙағына тиклем 88 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Лесото: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1582: Рим папаһы Григорий XIII григориан календары индерә.
- 1909: Өфө уҡытыусылар институты (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) асыла.
- 1957: СССР беренсе яһалма Ер юлдашын осора.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аксаков Григорий Сергеевич (1820—24.02.1891 — Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре. 1865—1867 йылдарҙа Өфө губернаторы. Өфө губерна музейын (хәҙерге Милли музей) асыуға һәм Өфөлә беренсе театр төҙөүгә булышлыҡ итеүсе. 1863 йылдың 14 майында раҫланған «Башҡорттар тураһында положение»ны төҙөүселәрҙең береһе. Тайный советник (1871). 2-се дәрәжә Изге Владимир (1886), Аҡ Бөркөт (1889), 1-се дәрәжә Изге Анна (1867), 1-се дәрәжә Изге Станислав (1864) ордендары кавалеры. Һамарҙың почётлы гражданы (1873).
- Лысенко Павел Кондратьевич (1920—1997), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1965—1981 йылдарҙа Хәйбулла районы «Матрай» совхозының баш инженеры. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Әминев Тәлғил Исмәғил улы (1930—13.09.2016), педагог, крайҙы өйрәнеүсе, музей белгесе, энциклопедист. 1965—2006 йылдарҙа Бәләбәй педагогия училищеһы (колледжы) директорының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, директоры (1970—1975), ижтимағи фәндәр уҡытыусыһы. РСФСР (1987) һәм Башҡорт АССР-ы (1967) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Байков Игорь Рауил улы (1962), ғалим-инженер-механик. 1982 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1996 йылдан сәнәғәт йылылыҡ энергетикаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһының Энергия һаҡлау үҙәге директоры. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре, газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1990). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Николаев өлкәһе Николаев ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аталипова Ирина Нурый ҡыҙы (1949), ғалим-врач-пульманолог, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты. Медицина фәндәре кандидаты (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Сығышы менән Мәсетле районы Абдулла ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нурғәлин Зиннур Әхмәҙиә улы (1928—10.06.2020), әҙәбиәт белгесе, театр тәнҡитсеһе, публицист, юғары мәктәп етәксеһе һәм уҡытыусыһы. 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), тарих фәндәре кандидаты (1968), филология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (2003).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Балабан Аншель Львович (1909—13.11.1979), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1946 йылдан — Өфөләге 3‑сө төҙөлөш тресы идарасыһы урынбаҫары, 1956—1972 йылдарҙа — идарасыһы. Башҡорт АССР-ы Автомотоспорт федерацияһының тәүге рәйесе (1960—1971). РСФСР‑ҙың (1970) һәм Башҡорт АССР-ының (1965) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Мотоспорт буйынса Бөтә Союз категориялы судья (1959), Халыҡ-ара мотоцикл спорты федерацияһының халыҡ-ара хронометрисы (1970). Ленин (1958), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Винница өлкәһе Тульчын ҡалаһынан.
- Максимов Владимир Павлович (1934—12.11.1982), ғалим-тау инженеры‑геолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1964 йылдан — «Гидротюменьнефтегаз» ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтының бүлек начальнигы, 1969 йылдан — КПСС‑тың Төмән өлкә комитетында бүлек мөдире, 1974 йылдан — Бөтә Рәсәй нефть һәм газ ғилми‑тикшеренеү институты (Мәскәү) директорының фән буйынса урынбаҫары. Техник фәндәр доктор (1974), профессор (1980). Ленин премияһы (1970), И. М. Губкин исемендәге премия (1967) лауреаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән ҡалаһынан.
- Риф Сәйфуллин (1949), театр актёры. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1988).
- Усманова Зифа Ғәлимйән ҡыҙы (1949), табип-терапевт. Медицина, хеҙмәт һәм кеше экологияһы ғилми-тикшерененеү институтының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1895: Рихард Зорге, СССР разведчигы, Советтар Союзы Геройы (1964 йыл — үлгәндән һуң).
- 1916: Виталий Лазаревич Гинзбург, СССР һәм Рәсәй физигы, Нобель премияһы лауреаты (2003).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1669: Рембрандт, Голландия рәссамы.
- 1872: Владимир Даль, «Бөйөк рус йәнле теленең аңлатмалы һүҙлеге» авторы.
- 1947: Макс Планк, Германия физигы.
- 1996: Шәйхулла Чанбарисов, Башҡорт дәүләт университетының беренсе ректоры
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]