9 октябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
9 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
9 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 282-се көнө (кәбисә йылында 283-сө). Йыл аҙағынаса 83 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Почта көнө.
- Астрономия көнө.
Рәсми булмаған
- Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көнө.
АҠШ: Шахмат көнө.
- Нанотехнологиялар көнө.
Монголия: Ағас ултыртыу көнө.
Уганда: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
АҠШ: Гәзит таратыусылар көнө.
Рәсәй: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығын Махсус янғын һағы көнө.
Украина: Риэлторҙар көнө.
Әрмәнстан: Альпинистар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2006: Төньяҡ Кореяла беренсе ядро ҡоралын һынау үткәрелә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Будников Пётр Петрович (1885—6.12.1968), фән-ғалим-химик-неорганик. Украина ССР-ы Фәндәр Академияһы 1941—1943 йылдарҙа Өфөлә эвакуацияла булғанда Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Төҙөлөш материалдары институтының директор урынбаҫары. СССР Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (1939), Украина ССР-ы Фәндәр Академияһы академигы (1939). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1965). Өс тапҡыр Сталин премияһы лауреаты (1942, 1950, 1952). Сығышы менән Смоленск ҡалаһынан.
- Әлфиә Аҡбутина (1955), журналистика ветераны, тәржемәсе. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005).
- Виноградова Ирина Леонидовна (1970), ғалим-инженер-электрик. 1992 йылдан Өфөләге «Молния» ғилми-производство предприятиеһының инженер-конструкторы, 2003 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы (1896—21.12.1925), Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы. 1921—1924 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе, РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының сәйәси секретары, Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе урынбаҫары; Башҡорт телен бойомға ашырыу буйынса комиссия рәйесе. Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1921).
- Григорьев Юрий Николаевич (1951), рәссам, график, педагог, йәмәғәтсе. 1977 йылдан Өфөнөң 1-се сәнғәт мәктәбе, 1989 йылдан А. А. Кузнецов исемендәге 1-се балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2002—2012 йылдарҙа Республика мәғариф буйынса уҡытыу-методик үҙәгенең өлкән методисы. 2000 йылдан Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001). Һынлы сәнғәт йәмғиәте рәйесе (1990). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Львов өлкәһе Самбор ҡалаһынан.
- Новокшенов Виктор Юрьевич (1951), фән өлкәһе ветераны, ғалим-математик. 1974 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының һәм хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Математика институты ғилми хеҙмәткәре, 1981 йылдан өлкән, 1988 йылдан – төп, 1994 йылдан һәм 2014 йылда – баш ғилми хеҙмәткәр; 1997 йылдан математика-физика бүлеге мөдире; бер үк ваҡытта 1976—1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты hәм 1996—2013 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2001), физика-математика фәндәре докторы (1988), профессор (1996).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нафиҡова Асия Заҡуан ҡыҙы (1932—4.02.1995), башҡорт театр актёры, 1956—1994 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. 1956 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1972) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971).
- Муллағәлиева Земфира Мөхәррәм ҡыҙы (1947), шағир, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2003). Сығышы менән Әлшәй районы Хәнйәр ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Наил Ғәлиев (төп исеме Николай Голов, 1928—7.02.2005), баянсы, композитор. 1957—1998 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының баянсы-концертмейстры, «Өфө уттары» исемле тәүге башҡорт профессионал эстрада-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм уның художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1988) һәм атҡаҙанған (1968) артисы.
- Әхмәҙуллина Раушания Зәки ҡыҙы (1948), хеҙмәт ветераны, 1995—2006 йылдарҙа Балтас районы үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Псәнчин Юлай Вәли улы (1963), ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2001), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2013). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әмирова Виктория Радек ҡыҙы (1963), ғалим-табип-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кольцов Александр Алексеевич (1924—22.05.2011), ғалим-инженер-электрик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Техник фәндәр докторы (1971), профессор (1973). Сығышы менән хәҙерге Һамар ҡалаһынан.
- Фуртат Юрий Александрович (1924–10.04.1996), рәссам. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Теләкбирҙин Булат Ғәбиҙулла улы (1949—17.08.2021), партия һәм суд органдары ветераны. 1988—1998 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһының Юғары суды рәйесе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мосеев ауылынан.
- Утляков Геннадий Иванович (1949–24.12.2010), ғалим-инженер‑электромеханик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1994—2003 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының фәнни эштәр буйынса проректор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Щукин Василий Николаевич (1949), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1994—1995 йылдарҙа «Когалымнефтепрогресс» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары, 1995 йылдан — Рәсәй инновацион яғыулыҡ-энергетика компанияһы — «РИТЭК»тың генераль директор урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының нефть һәм газ сәнәғәтенең (1996) һәм Ханты-Манси автономиялы округы — Юграның нефть-газ сығарыу сәнәғәтенең (2007) атҡаҙанған хеҙмәткәре, Нефть сәнәғәте отличнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1874: Николай Рерих, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1935: Илдус Яҡупов, Татарстан композиторы. («Йәшлегемә кире ҡайтыр инем», «Яҙғы таң», «Зәңгәр күккә ҡарап атлайым», «Яратам» һәм башҡа йырҙар авторы)
- 1940: Джон Леннон, АҠШ йырсыһы.
- 1959: Борис Немцов, Рәсәй сәйәсмәне.
- 1966: Дэвид Кэмерон, Бөйөк Британия премьер-министры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1857: Йозеф Рессель, Австрия уйлап табыусыһы.
- 1967: Че Гевара, революционер, Кубаның дәүләт эшмәкәре.
- 1997: Ғабдулла Рәхимҡолов, йырсы, Татарстандың халыҡ артисы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]