12 декабрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
12 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
12 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 346-сы көнө (кәбисә йылында 347-се). Йыл тамамланыуға 19 көн ҡала.
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Нейтралитет көнө.
Ер: Хор сәнғәте көнө (декабрҙең икенсе йәкшәмбеһе).
- Рок-музыка жанры Хеви-метал көнө.
Ҡаҙағстан: Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
Кения: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Ҡырғыҙстан: Милли әҙәбиәт көнө.
Рәсәй: Конституция көнө.
- Бөтә Рәсәй ҡабул итеү көнө.
Төркмәнстан: Нейтралитет көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1911: Һиндостан баш ҡалаһы Калькуттанан Делиға күсерелә.
- 1955: эшселәр ҡасабаһы Братск ҡала статусы ала.
- 1989: СССР халыҡ депутаттарының II съезы асыла[1]
- 1991: РСФСР етәкселеге «СССР ойоштороу тураһындағы 1922 йыл килешеүен ғәмәлдән сыҡҡан» тип иғлан итә һәм СССР Юғары Советынан үҙ депутаттарын саҡыртып ала.
- 1993: Берҙәм тауыш биреү һөҙөмтәһендә Мортаза Рәхимов Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайлана.
- 1993: Рәсәй Федерацияһының яңы Конституцияһы ҡабул ителә[2].
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Монастырский Вадим Наумович (1945), музыкант-пианиносы, педагог. 1970—1987 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. С. Рубин исемендәге Йәрүсәлимузыка һәм бейеү академияһы профессоры, һәләтле балалар өсөн музыка пансионына нигеҙ һалыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977).
- Лущикова Алевтина Васильевна (1950), мәғариф ветераны. 1985—2014 йылдарҙа Иглин районының Оло Теләк ауылындағы В. Лесунов исемендәге мәктәптең математика уҡытыусыһы, директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Матвеев Олег Владимирович (1965), Рәсәйҙең ғалим-тарихсыһы. 1992 йылдан Кубань дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2009 йылдан университеттың Рәсәй тарихы кафедраһы профессоры. Тарих фәндәре докторы (2009). «Кубань казактар хоры» Дәүләт ғилми-ижади учреждениеһының Ғилми-тикшеренеү үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре. «Ҙур Рәсәй энциклопедияһы» авторҙарының береһе. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Асҡаров Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы (1936—8.03.1991), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1991 йылдарҙа Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводы аппаратсыһы, смена начальнигы, инженер-технологы, 1979—1987 йылдарҙа бүлек начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976).
- Карабатова Нина Александровна (1941), педагогик хеҙмәт ветераны. 1967 йылдан Балаҡатай районы Нөгөш һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең география уҡытыусыһы, 1975—1980 һәм 1986—1987 йылдарҙа мәктәп директоры; 1983—1986 йылдарҙа Нөгөш ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1994). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Насыров Хафиз Харис улы ( 1941), хеҙмәт ветераны. 1964—1987 һәм 1991—2001 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты водителе, 1987—1990 йылдарҙа — партбюро секретары. СССР-ҙың почётлы таусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (1988). Сығышы менән шул уҡ райондың Мансур ауылынан.
- Фазлиәхмәтов Фәйзулла Зәкиулла улы (1941), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1984—2001 йылдарҙа Күмертау үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Рәсәй Федерацияһынең (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Шәүәлиев Әхәт Сәғәҙәтгәрәй улы (1941—15.06.2005), хеҙмәт алдынғыһы. 1969—1998 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе слесары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1980) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Латип ауылынан.
- Әсхәҙуллин Фидус Фәйез улы (1941), хеҙмәт ветераны. 1973—1990 йылдарҙа «Арктика», 1990—2004 йылдарҙа «Таймыр» атом боҙватҡыстарының өлкән мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977), СССР-ҙың почётлы полярнигы (1977).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чекмарёв Әлим Рәүил улы (1957), Бөрө үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ситдиҡова Әҙиә Хәбибулла ҡыҙы (1913—29.05.2000), рәссам. 1964 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының халыҡ рәссамы (1983). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993).
- Синицын Василий Иванович (1918—14.10.1971), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Шумейко Григорий Григорьевич (1923—1977), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, танк взводы командиры (1945). Артабан юғары хәрби училище уҡытыусыһы, гвардия полковнигы (1966). Советтар Союзы Геройы (1945). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Ризуанова Хәтижә Йәғәфәр ҡыҙы (1933—7.06.1999), мәғариф ветераны, математика буйынса методик әсбаптар һәм шиғыр китаптары авторы. СССР-ҙың (1977) һәм Башҡорт АССР-ының мәғариф отличнигы (1963).
- Рауил Бикбаев (1938—23.04.2019), шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1995—2011 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996). Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1989) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1970), шулай уҡ Рәми Ғарипов (1992) һәм З. Биишева (2003) исемендәге премиялар лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).
- Ғәйфуллина Рәмзиә Мөҙәрис ҡыҙы (1938), малсылыҡ алдынғыһы. 1954—1962 йылдарҙа Туймазы районының А. Матросов исемендәге колхозында сусҡа ҡараусы, 1962—1970 йылдарҙа — комплекслы бригада бригадиры, 1971—1974 йылдарҙа һөт-тауар фермаһы мөдире, 1977— 1993 йылдарҙа — зоотехник. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).
- Раянов Фәнис Мансур улы (1938), хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), юридик фәндәр докторы (1982), профессор (1983), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984), Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998).
- Үҙәнбаев Шәмсетдин Ибраһим улы (1938), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, элемтә хеҙмәте ветераны. 1982—1989 һәм 1992—2001 йылдарҙа Баймаҡ районы элемтә үҙәге начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылынан.
- Хәлиуллин Мәғсүм Иҙрис улы (1938), ауыл хужалығы ветераны, Шаран районының «Правда» колхозының элекке механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Ерекле ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Максимова Татьяна Константиновна (1919—25.08.1983) педагог, йәмәғәтсе. 1942—1974 йылдарҙа Бәләбәй ҡалаһының 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, ҡаланың почётлы гражданы (1981). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
- Щеглов Николай Константинович (1929), хужалыҡ эшмәкәре. 1959—1984 йылдарҙа Өфө быяла-сүс туҡымалары заводы директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Ермилов Олег Михайлович (1949), ғалим-тау инженеры. 2000 йылдан И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000), техник фәндәр докторы (1991) профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), газ сәнәғәте отличнигы (1991), газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2004) һәм Дәүләт премияһы (1998) лауреаты; Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2002), Ленин комсомолы премияһы (1981) һәм И. М. Губкин исемендәге премия (2010) лауреаты.
- Дринфельд Владимир Гершонович (1954), СССР, Украина һәм Америка ғалим-математигы. 1978—1981 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1988). Филдс премияһы лауреаты (1990), Чикаго университетының атҡаҙанған профессоры һәм АҠШ-тың Милли фәндәр академияһы ағзаһы (2016), Украина Милли фәндәр академияһының ағза-корреспонденты. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Харьков ҡалаһынан.
- Күскилдин Рәйес Әхмәтша улы (1954), ғалим-инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1997 йылдан «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары — баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2006). Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2001), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009), Ғафури районының почётлы гражданы (2013).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1774: Уильям Генри, Англия химигы.
- 1766: Николай Карамзин, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1799: Карл Павлович Брюллов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1821: Гюстав Флобер, Франция прозаигы, реалист.
- 1863: Эдвард Мунк, Норвегия рәссамы.
- 1905: Василий Гро́ссман, СССР яҙыусыһы.
- 1924: Исаак Каплан, СССР һәм Рәсәйҙең кино рәссамы.
- 1925: Владимир Шаинский, СССР һәм Рәсәй композиторы.
- 1928: Сыңғыҙ Айытматов, СССР һәм Ҡырғыҙстан яҙыусыһы.
- 1929: Джон Осборн, Англия драматургы.
- 1941: Виталий Соломин, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры.
- 1954: Драган Василькович, Сербияның сәйәси һәм хәрби эшмәкәре.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1766: Иоганн Кристоф Готшед, Германия ғалимы.
- 1792: Денис Фонвизин, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 2003: Гейдар Алиев, Әзербайжандың 1993—2003 йылдарҙағы президенты.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Энциклопедический словарь «История Отечества с древнейших времён до наших дней» 2008 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Энциклопедический словарь «История Отечества с древнейших времён до наших дней»(недоступная ссылка)