Еңел атлетика
![]() | |
Идара итеүсе ойошма | IAAF |
---|---|
Тәүге уйын | 19 быуат уртаһы, Англия |
Характеристика | |
Ҡағылыш | Эйе |
Зат айырыу | бар, ярыштар айырым үтә |
Ҡорал-ҡорамал | сүкеш, йәҙрә, һөңгө, диск, ҡолға |
Олимпик уйындарҙа | Эйе, 1936 йылғы Олимпия уйындарынан башлап |
Паралимпик уйындарҙа | бар |
Ил йәки регион | Бар донъяла |
Еңел атлетика — олимпиада спорт төрө, үҙ эсенә йүгереүҙе, атлауҙы, һикереүҙе һәм ырғытыуҙы ала.
Идара итеүсе орган — Халыҡ-ара еңел атлетика федерацияһы ассоциацияһы, 1912 йылда барлыҡҡа килгән һәм 2011 йылға ҡарата 212 милли федерацияларҙы берләштерә.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Элекке замандан кешеләрҙе физик әҙерләү өсөн еңел атлетика шөғөлдәре үткәрелгән. Еңел атлетиканың башланыу тарихын беҙҙең эраға тиклем 776 йылда Боронғо Грецияла үткән олимпия уйындары менән бәйләйҙәр.
Хәҙерге еңел атлетиканың юлы (башы) төрлө илдәрҙәге йүгереү, һикереү һәм ырғытыу ярыштары менән башлана. 1789 йылда Германияла Д. Буштың ҡолға менә 1 м 83 см бейеклеккә һикереүе, 1792 йылда Бөйөк Британияла Ф. Поуэллдың бер милде 5,52,0 минутта йүгереүе, 440 ярдты 1830 йылда О. Вудтың 2,06,0 минутта йүгереүе, 1827 йылда бейеклеккә һикереүҙә А. Уилсондың 1,57,5 м, 1838 Ирландияла йылда Райондың сүкеш ырғытыуҙа 19 м 71 см, 1839 йылда Канадала Т. Каррадис йәҙрә ырғытыу (сөйөү) буйынса ярышта 8,61 м һәм башҡа һөҙөмтәләр билдәле. Хәҙерге еңел атлетиканың башланыу тарихын, 1837 йылда Англияла Регби ҡалаһында колледж уҡыусылары 2 километрға йүгереүе һанала, һуңынан Англияның башҡа уҡыу йорттарында ла ярыштар үткәрелә башлай.
Һуңғараҡ ярыштар программаһына яҡын араға йүгереүҙе, ҡаршылыҡтар менә йүгереүҙе, ауырлыҡ ырғытыуҙы, ә 1851 йылда йүгереп килеп алыҫлыҡҡа һәм бейеклеккә һикереүҙе индерә башлайҙар. 1864 йылда Оксфорд һәм Кембридж университеттары араһында беренсе ярыштар үткәрелә, һуңынан йыл һайын үткәрелә, ике яҡ ярыштары йолаһына әйләнә.
Ойошма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ярыштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ярыш үткәреү формаһы һәм календаре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сухогузов А. А. Еңел атлетика // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
![]() |
Был спорт тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. Мөмкин булһа был иҫкәрмәне анығырағы менән алыштырыр кәрәк. |