Эстәлеккә күсергә

Оҙонлоҡҡа һикереү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Ҡайсы» стиле менән оҙонлоҡҡа һикереү

Оҙонлоҡҡа һикереү — горизонталь һикереүгә ҡараған еңел атлетика программаһының техник төрө дисциплинаһы. Оҙонлоҡҡа һикереү спортсыларҙан һикереү оҫталығы, спринтерлыҡ сифаты талап итә. Оҙонлоҡҡа һикереү боронғо олимпия уйындары программаһына ингән. Хәҙерге заманда ир-аттар өсөн 1896 йылдан, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 1948 йылдан еңел атлетиканың олимпия дисциплинаһы булып тора.

Этәрелеү таҡтаһы

Стиль һәм техникаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Донъя класына ҡараған атлет ир-аттар өсөн таҡтанан этәрелеү көсө 9,4—9,8 м/c. етә. Спортсының массаһы үҙәгенең осошоноң оптималь мөйөшө горизонтҡа ҡарата 20-22° булып һанала һәм массаһы үҙәгенең йөрөштәге ябай торошо сағыштырмаса — 50-70 сантиметрға етә. Атлеттар иң юғары тиҙлеккә йүгереп килеп һикереүҙең һуңғы өс-дүрт аҙымында етә.

Һикереү дүрт фазанан тора: йүгереп килеү, этәрелеү, осош һәм ергә төшөү. Иң ҙур айырмалар, техника күҙлектән, һикереүҙең осош фазаһына ҡағыла.

  • «Аҙымда» (ингл. The Stride jump; jump Sail) — XIX быуаттан уҡ билдәле иң ябай техника, спортсы-һәүәҫкәрҙәргә физкультура дәрестәренән таныш — был «аҙымда» йәки «аяҡты бөкләп» һикереү. Этәрелеп киткәндән һуң көслө аяҡ көсһөҙ аяҡҡа ҡушыла һәм яурындар бер аҙ артҡа китә. Был һикереүҙең ябай варианты булһа ла, уның менән XXI быуаттың юғары кимәлдәге атлеттары файҙалана. Мәҫәлән, инглиз атлеты Томлинсон Кристофер 8,35 м иҫәбе менән «аҙымда» һикерә (Бөйөк Британиялағы рекорды). Ошо уҡ стилдә Чистякова Галина 7,52 м донъя рекорды ҡуя[1][2].
  • «Бөгөлөп» (ингл. The Style Hang) — ҡатмарлы вариант, координация һәм күнеккәнлекте талап итә. Һикереүсе осошта бил тапҡырында кәүҙәһен бөгә һәм ергә төшөр алдынан нисектер туҡтап ҡала. 1920 йылда был техниканы фин һикереүсеһе Туулос күрһәтә. Еңел атлетиканың хәҙерге үҫеш этабында был техника һикереүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында популяр. Был стиль менән, мәҫәлән, Дрекслер Хайке һикерә[3].
  • «Ҡайсы» (ингл. The Hitch-Kick) — иң ҡатмарлы вариант, спортсынан юғары тиҙлек — көс сифаттары талап итә. Спортсы осошта йүгереүҙе дауам иткән һымаҡ һауала 1,5, 2,5 йәки 3,5 аҙым яһай. Был юғары класлы ир-ат спортсылары араһында популяр техника[4][5].
    «Ҡайсы» стиле менән 1991 йылда Пауэлл Майк һәм 1968 йылда Бобров Бимон һикерә[6].
    Игорь Тер-Ованесян һуңынан был һикереүҙең нескәлектәрен хәтерләй: Күренекле бейеүселәрҙе күҙәтеп, мин һәр ваҡыт уларҙың һикергән ваҡыттарында һауала бер аҙға эленеп тороу һәләттәре менән һоҡландым. Был эленеп тороу уларҙа «баллон» тип атала, ул күнекмәләргә ауыр бирелә һәм күп осраҡта тыумыштан килгән һәләт була. Бимондың осош уртаһында, хатта икенсе яртыһы өлөшөндә, бүтәндәр таш кеүек аҫҡа төшкәндә лә, мөғжизә — «баллон» килеп сыға, һәм ул һикереү соҡоро өҫтөндә, күҙгә күренмәшән парашютта һымаҡ, эленеп торҙо.

Борон оҙонлоҡҡа һикереү.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Боронғо оҙонлоҡҡа һикереүсе

Боронғо олимпия уйындарында оҙонлоҡҡа һикереү киң таралған дисциплина була. Килеп еткән мәғлүмәттәр буйынса, һикереү техникаһы хәҙергенән тамырынан айырыла. Һикергәндә атлеттар ҡулдарына гантельды хәтерләткән махсус йөк— хальтерес тоталар, уны ергә төшөр алдынан артҡа ырғыталар. Моғайын, шулай итеп һикереү оҙонлоғо арта, тип иҫәпләгәндәр[7]. Һикереүҙә ҡайһы бер атлеттар 15 метрҙан ашыу һөҙөмтәгә өлгәшкәндәр тигән мәғлүмәттәр ҙә бар, әммә тикшеренеүселәр фекеренсә, бында һүҙ өс тапҡыр һикереү тураһында бара[8].

СССР маркаһында Олимпиада-80 арналған оҙонлоҡҡа һикереү

Cпортҡа һәм еңел атлетикаға ҡыҙыҡһыныу артыу менән оҙонлоҡҡа һикереү XIX быуат аҙағында техник төрҙәрҙең популяр дисциплинаһы булып китә. 1898 йылда оҙонлоҡҡа һикереү буйынса ир-егеттәр араһынан американлы Принштайн Майер рекорд ҡуя—ул 7,23 м. һикерә. Беренсе Олимпия уйындарында урындан тороп оҙонлоҡҡа һикереүҙәр ҙә уҙғарыла, әммә улар популярлығын тиҙ юғалта.

Оҙонлоҡҡа һикереү иң консерватив дисциплинаға ҡарай. 8 метрлы рубежды (8,13) ир-егеттәр араһынан тәү тапҡыр 1935 йылда Джесси Оуэнс үтә, һәм хәҙерге көнгә тиклем был һөҙөмтә менән «Гран-при» кимәлендәге халыҡ-ара ярыштарҙа ҙур еңеүҙәр яуларға була

Был төрҙөң тарихҡа ингән ҡара-ҡаршы тороуы:

  • Ральф Бостон (АҠШ) һәм Игорь Тер-Ованесян (СССР).
  • Карл Льюис (АҠШ) һәм Пауэлл Майк (АҠШ).

Боб Бимондың Мехико Олимпия уйындарында 8,90 метрға һикереүе легенда була (1968). Быға тиклем билдәле булмаған атлет алдағы донъя рекордын 55 сантиметрға уҙып китә. Бимондың рекордын Пауэлл үтеп китә, ул 1991 йылда Токиола донъя чемпионатында 8,95 м. һикерә, һәм был һөҙөмтәнең хәҙергә тиклем тиңе юҡ.

Кеше мөмкинлектәренең сиген компьютер ярҙамында тикшеренеүҙәр үткәргән Гидеон Эриэли һикереү спортының максималь оҙонлоғо — 8,90 см тип иҫәпләй. Компьютерға һалынған Бимондың рекордлы кинограммаһы идеаль булырға яҡын тип квалификациялана, ә янбаш-бот быуынына төшкән этәргестең ауырлығы (770 кг) — кеше өсөн иң киҫкененә яҡын.

Льюис һәм Пауэллдың Токиолағы донъя чемпионатында дуэлы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Льюис Һәм Пауэллдың 1991 йылда Токиола донъя чемпионтатындағы дуэлы еңел атлетика тарихында иң бөйөк ярыштарҙың береһе тип һанала. Секторҙа һикереү 1968 йылда Мехиколағы олимпия уйындарында Боб Бимондың мәңгелек тойолған донъя рекордын уҙып китә.

Льюис ярыштар башына тиклем 10 йыл дауамында 65 рәттән еңеү яулап, бер еңелеү ҙә белмәй. Пауэлл 1988 йылда Сеулда Олимпия уйындарында көмөш призер була һәм 1990 йылда донъяла иң яҡшы һөҙөмтәгә эйә була. .

Беренсе мөмкинлектә Льюис 8,68 м. һикереп, донъя рекорды ҡуя. Спорт карьераһында ул тик өс тапҡыр алыҫҡа һикерә. Пауэлл беренсе мөмкинлектә яңылыша, ә икенсе мөмкинлектә 8,54 м. һикереп икенсе урынға сыға. Өсөнсө позицияла Ларри Мирикс нығына, әммә лидерҙарға едти көнәркәш була алмай.

2,3 м/с ел ыңғайына өсөнсө һикереүҙә Льюис 8,83 м һикерә, был еңел атлетика тарихында өсөнсө һөҙөмтә. Пауэлл өсөнсө мөмкинлектә 8,80 м тирәһенә осоп китә, әммә тағы яңылыша.

Льюистың дүртенсе мөмкинлеге тарихи була, Был 8,91 м һикереүе 23 йыл эсендә Боб Бимондың рекордын үтеп киткән тәүге һикереү була. Һөҙөмтә көслө ел ыңғайына булыуға ҡарамаҫтан (3 м/с) һәм яңы рекорд сифатында теркәлмәһә лә, ул ярыштар зачетына инә. Хәҙер Льюисты еңеү өсөн Пауэллға яңы донъя рекорды ҡуйыр кәрәк.

Был интриганың сиселеше бишенсе мөмкинлектә башлана. 0,3 м/с ел ыңғайына Пауэлл 8,95 м һикерә, һәм шуның менән Бом Бимондың мәңгелек рекордын үтеп китә, өҫтәүенә, быны тигеҙ стадионда башҡара.

Льюистың Һуңғы ике һикереүе матур була: 8,87 һәм 8,84 м. Ул шәхси рекорд ҡуя (8,91 н һикереүе шәхси рекорд тип иҫәпләнмәй, сөнки көслө ел ыңғайына башҡарыла), әммә Пауэллды уҙып китә алмай.

Ларри Мирикс яҡшы һөҙөмтә (8,42 м.) менән өсөнсө була.

Артабан Пауэлл ике тарҡыр донъя рекорды билдәһен үтеп китә: 1992 йылда 8,99 .һәм 1994 йылда 8,95 м, әммә ике һикереүе лә норманы үтеп киткән 2 м/с көслө ел ыңғайына булғас, был һөҙөмтәләр рекорд сифатында теркәлмәй.

Льюис һикереү секторында иҫ киткес һөҙөмтәләренән тыш,100 метрға йүгереү буйынса донъя рекорды ҡуя һәм ш1991 йылда иң яҡшы атлеттар иҫәбенә инә.

Ел ыңғайына алыҫҡа һикереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ел ыңғайына һикереү алыҫлыҡты байтаҡҡа арттырғанлыҡтан, ИААФ ҡағиҙәләренә ярашлы ел ыңғайына 2 м/с. тиҙлегендә күрһәткән һөҙөмтәләр рекорд һөҙөмтәһе тип теркәлмәй. Шунлыҡтан ярыштарҙа күрһәткән иң яҡшы һөҙөмтәләр рәсми донъя рекордынан артып китә. Еңел атлетика тарихында иң алыҫ һикереү Майк Пауэллдың 1992 йылдың 21 июлендә юғары таулы Сестриер ҡасабаһында ярышта 4,0 м/с тиҙлектәге ел ыңғайына 8,99 м һикереүе була. Ошо уҡ ярыштарҙа Хайке Дрекслер (Германия), ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп, ел тиҙлеге 2,1 м/с үлсәнгәндә 7,63 метрға һикерә. Билдәләп үтер кәрәк, 1995 йылдың 29 июлендә кубалы Иван Педростың Сестриерҙа үлсәнгән ел тиҙлеге 1,2 м/с булғанда һикереүе 8,96 м була, әммә был үлсәү хаталы тип таныла[9][10].

Рекорд Оҙонлоҡ Спортсы Ил Дата Урын
Ир-аттар Донъя 8,95 м Майк Пауэлл АҠШ 30 август 1991 Токио, Япония
Донъя (бинала) 8,79 м Карл Льюис АҠШ 27 ғинуар 1984 Нью-Йорк, АҠШ
Олимпия 8,90 м Боб Бимон АҠШ 18 октябрь 1968 Мехико, Мексика
Ҡатын-ҡыҙҙар Донъя 7,52 м Галина Чистякова СССР 11 июнь 1988 Ленинград, СССР
Донъя (бинала) 7,37 м Хайке Дрехслер ГДР 13 февраль 1988 Вена, Австрия
Олимпия 7,40 м Джекки Джойнер АҠШ 29 сентябрь 1988 Сеул, Корея Республикаһы

Бөтә ваҡыттарҙың иң яҡшы һикереүселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ир-егеттәр араһында стадионда 10 иң яҡшы һөҙөмтәләр, 2010 йылдың 20 мартына ҡарата

Һөҙөмтә Спортсы Ил Дата Урын Шарттар
1 8,95 Майк Пауэлл Америка Ҡушма Штаттары АҠШАмерика Ҡушма Штаттары АҠШ 30.08.1991 Токио +0,3 м/с
2 8,90 Боб Бимон Америка Ҡушма Штаттары АҠШАмерика Ҡушма Штаттары АҠШ 18.10.1968 Мехико +2,0 м/с, B
3 8,87 Карл Льюис Америка Ҡушма Штаттары АҠШАмерика Ҡушма Штаттары АҠШ 30.08.1991 Токио -0,2 м/с
4 8,86 Роберт Эммиян Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР 22.05.1987 Цахкадзор +1,9 м/с, В
5 8,74 Ларри Майрикс Америка Ҡушма Штаттары АҠШАмерика Ҡушма Штаттары АҠШ 18.07.1988 Индианаполис +1,4 м/с
6 8,74 Эрик Вальдер Америка Ҡушма Штаттары АҠШАмерика Ҡушма Штаттары АҠШ 02.04.1994 Эль Пасо +2,0 м/с, В
7 8,74 Дуайт Филлипс Америка Ҡушма Штаттары АҠШАмерика Ҡушма Штаттары АҠШ 07.06.2009 Юджин −1,2 м/с
8 8,73 Ирвинг Саладино Панама флагы Панама 24.05.2008 Хенгело +1,2 м/с
9 8,71 Иван Педросо Куба флагы Куба 18.07.1995 Саламанка +1,9 м/с
10 8,66 Луис Цатумас Греция Греция 02.06.2007 Каламата +1,6 м/с

Норманы арттырыусы ел ыңғайына 8,90 м. һикереү

Һөҙөмтә Спортсы Ил Дата Урын Шарттар
8,99 Майк Пауэлл АҠШ 21.07.1992 Сестриер +4,0 м/с B
8,96 Иван Педросо Куба 29.07.1995 Сестриер +1,2 м/с *B
8,95 Майк Пауэлл АҠШ 31.07.1994 Сестриер +3,9 м/с B
8,91 Карл Льюис АҠШ 30.08.1991 Токио +3,0 м/с
8,90 Майк Пауэлл АҠШ 16.05.1992 Модесто +3,7 м/с

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында стадионда 10 иң яҡшы һөҙөмтә, 2010 йылың 20 мартына ҡарата.[11]

Һөҙөмтә Спортсы Ил Дата Урын Шарттар
1 7,52 Галина Чистякова Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР 11.06.1988 Ленинград +1,4 м/с
2 7,49 Джеки Джойнер-Керси АҠШ флагы АҠШ 22.05.1994 Нью-Йорк +1,3 м/с
3 7,48 Хайке Дрекслер Германия флагы Германия 09.07.1988 Нойбранденбург +1,2 м/с
4 7,43 Анишоара Кушмир Румыния 04.06.1983 Бухарест +1,4 м/с
5 7,42 Татьяна Котова Рәсәй флагы Рәсәй 23.06.2002 Аннеси +2,0 м/с
6 7,39 Елена Белевская Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР 18.07.1987 Брянск +0,5 м/с
7 7,37 Инесса Кравец Украина Украина 13.06.1992 Киев ?
8 7,33 Татьяна Лебедева Рәсәй флагы Рәсәй 31.07.2004 Тула +0,4 м/с
9 7,31 Елена Хлопотнова Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР 12.09.1985 Алматы +1,5 м/с
10 7,31 Мэрион Джонс АҠШ флагы АҠШ 31.05.1998 Юджин (Орегон) +1,9 м/с
Һөҙөмтә Спортсылар Ил Дата Урын Шарттар
7.63 Дрекслер Хайк Германия 21.07.1992 Сестриер +2,1 м/с

Донъя рекорды хронологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
ҺөҙөмтәСпортсыИлУрынДата
Рәсми булмаған рекордтар (ИААФ-тан алда)
5,94Эдвард БуркеБөйөк Британия флагы Бөйөк БританиыКембридж17.03.1857
Генри ПауэллБөйөк Британия флагы Бөйөк БританияОксфорд10.03.1859
6,38Чарльз БаллерБөйөк Британия флагы Бөйөк БританияХарроу15.04.1862
6,40Г. ВортингтонБөйөк Британия флагы Бөйөк БританияМанчестер27.08.1864
6,50Алик ТоссвиллБөйөк Британия флагы Бөйөк БританияОксфорд14.03.1868
6,75Алик ТоссвиллБөйөк Британия флагы Бөйөк БританияОксфорд27.02.1869
6,88Дженнер ДэвисБөйөк Британия флагы Бөйөк БританияЛондон27.03.1872
6,97Дженнер ДэвисБөйөк Британия флагы Бөйөк БританияЛондон27.03.1874
7,05Джон ЛейнИрландия ИрландияДублин11.06.1874
7,06Патрик ДавинИрландия ИрландияМонастереван30.08.1883
Патрик ДавинИрландия ИрландияПорт-Арлингтон13.09.1883
7,085Малкольм ФордАҠШ флагы АҠШНью-Йорк14.08.1896
Джон ПёрселлИрландия ИрландияМонастереван29.08.1886
7,09Альфред КопландАҠШ флагы АҠШВашингтон11.10.1890
7,17Чарльз РеберАҠШ флагы АҠШДетройт04.07.1891
7,17Чарльз ФрайБөйөк Британия флагы Бөйөк БританияОксфорд05.03.1893
7,21Джон МуниИрландия ИрландияМитчелзтаун05.09.1894
7,235Мейер ПринстейнАҠШ флагы АҠШНью-Йорк11.06.1898
7,25Уильям НьюбёрнИрландия ИрландияДублин18.07.1898
7,33Уильям НьюбёрнИрландия ИрландияДублин16.07.1898
7,48Уильям НьюбёрнИрландия ИрландияМуллингейт19.07.1898
7,40Элвин КренцлейнАҠШ флагы АҠШФиладельфия29.04.1899
7,42Элвин КренцлейнАҠШ флагы АҠШНью-Йорк26.05.1899
7,43Элвин КренцлейнАҠШ флагы АҠШНью-Йорк26.05.1899
7,50Мейер ПринстейнАҠШ флагы АҠШФиладельфия28.04.1900
7,51Питер О'КоннорИрландия ИрландияNew Ross29.08.1900
7,54Питер О'КоннорИрландия ИрландияДублин27.05.1901
7,60Питер О'КоннорИрландия ИрландияДублин15.07.1901
7,605Питер О'КоннорИрландия ИрландияДублин28.07.1901
Рәсми булмаған рекордтар
7,61Питер О'КоннорИрландия ИрландияДублин05.08.1901
7,69Эдвин ГординАҠШ флагы АҠШКембридж23.07.1923
7,76Роберт ЛежандрАҠШ флагы АҠШПариж07.07.1924
7,89Уилл де Харт ХаббардАҠШ флагы АҠШChicago13.06.1925
7,90Эдвард ХэммАҠШ флагы АҠШКембридж07.07.1928
7,93Сильвио КаторГавайя утрауҙарыПариж09.09.1928
7,98Чуэй НамбуЯпония флагы ЯпонияТокио27.10.1931
8,13Джесси ОуэнсАҠШ флагы АҠШЭнн-Арбор25.05.1935
8,21Ральф БостонАҠШ флагы АҠШВалнат12.08.1960
8,24Ральф БостонАҠШ флагы АҠШМодесто27.05.1961
8,28Ральф БостонАҠШ флагы АҠШМәскәү16.07.1961
8,31Игорь Тер-ОванесянСССР СССРЕреван10.06.1962
Ральф БостонАҠШ флагы АҠШКингстон15.08.1964
8,34Ральф БостонАҠШ флагы АҠШЛос-Анджелес12.09.1964
8,35Ральф БостонАҠШ флагы АҠШМодесто29.05.1965
Игорь Тер-ОванесянСССР СССРМехико19.10.1967
8,90Боб БимонАҠШ флагы АҠШМехико18.10.1968
8,95Майк ПауэллАҠШ флагы АҠШТокио30.08.1991

1968 йылда Мехикола Боб Бимон 8,90 м һикереп, феноменаль донъя рекорды ҡуйғандан һуң , күп белгестәрҙә, таулы ерҙән һикереү спортсыға, тигеҙ ерҙән һикергән спортсыға ҡарағанда күберәк өҫтөнлөк бирә тигән фекер тыуҙыра. Алдағы рекорд таулы ерҙә ҡуйылғас, был фекер тағы көсәйә.(Ральф Бостон 8,35 м. Игорь Тер-Оганесян) . Шуға күрә тигеҙ стадиондар өсөн донъя рекордтарының рәсми булмаған таблицаһы алып барыла, был Ральф Бостондың 1964 йылдағы рекордынан һуң ошолай була:

ҺөҙөмтәСпортсыИлУрынДата
8,35Йозеф ШварцҠалып:ФРГШтутгарт15.07.1970
8,45Ненад СтекичФлаг Югославии (1945—1991) ЮгославияМонреаль25.07.1975
8,52Ларри МириксАҠШ флагы АҠШМонреаль26.08.1979
8,54Лутц ДомбровскиГермания Демократик Республикаһы ГДРМосква28.07.1980
8,62Карл ЛьюисАҠШ флагы АҠШСакраменто20.06.1981
8,76Карл ЛьюисАҠШ флагы АҠШИндианаполис24.07.1982
8,79Карл ЛьюисАҠШ флагы АҠШИндианаполис19.06.1983
Карл ЛьюисАҠШ флагы АҠШНью-Йорк27.01.1984

1991 йылда Майк Пауэлл Токиола тигеҙ стадионда Бимондың рекордын үтеп китә, бынан һуң тигеҙлектәге рекордтарҙы теркәү мәғәнәһен юғалта.

ҺөҙөмтәСпортсыИлУрынДата
5,98Кинуэ ХитомиЯпония флагы ЯпонияОсака20.05.1928
6,12Кристель ШульцГермания флагы ГерманияБерлин30.07.1939
6,25Фанни Бланкерс-КунНидерландтар НидерландыЛейден19.09.1943
6,28Иветт УильямсЯңы Зеландия Новая ЗеландияГисборн20.02.1954
Галина ВиноградоваСССР СССРМосква11.09.1955
6,31Галина ВиноградоваСССР СССРТбилиси18.11.1955
6,35Эльжбета КшесиньскаяПольша ПольшаБудапешт20.08.1956
Эльжбета КшесиньскаяПольша ПольшаМельбурн27.11.1956
6,40Хилдрун КлаусГермания Демократик Республикаһы ГДРЭрфурт07.08.1960
6,42Хилдрун КлаусГермания Демократик Республикаһы ГДРБерлин23.06.1961
6,48Татьяна ЩелкановаСССР СССРМосква16.07.1961
6,53Татьяна ЩелкановаСССР СССРЛейпциг10.06.1962
6,70Татьяна ЩелкановаСССР СССРМосква04.07.1964
6,76Мэри РэндБөйөк Британия флагы ВеликобританияТокио14.10.1964
6,82Виорика Вископольяну РумынияМехико14.10.1968
6,84Хейди РозендальҠалып:ФРГТорино03.09.1970
6,92Ангела ВойгтГермания Демократик Республикаһы ГДРДрезден09.05.1976
6,99Зигрун ЗигльГермания Демократик Республикаһы ГДРДрезден19.05.1976
7,07Вильма БардаускенеСССР СССРКишинёв18.08.1978
7,09Вильма БардаускенеСССР СССРПрага29.08.1978
7,15Анишоара Кушмир РумынияБухарест01.08.1982
7,20Вали Ионеску РумынияБухарест01.08.1982
7,21Анишоара Кушмир РумынияБухарест15.05.1983
7,27Анишоара Кушмир РумынияБухарест04.06.1983
7,43Анишоара Кушмир РумынияБухарест04.06.1983
7,44Хайке ДрекслерГермания Демократик Республикаһы ГДРЗападный Берлин22.09.1985
7,45Хайке ДрекслерГермания Демократик Республикаһы ГДРТаллин21.06.1986
Хайке ДрекслерГермания Демократик Республикаһы ГДРДрезден03.07.1986
Джекки Джойнер-КерсиАҠШ флагы АҠШИндианаполис13.08.1987
7,52Галина ЧистяковаСССР СССРЛенинград11.06.1988
  1. Крис Томлинсон. 2004 год.
  2. De Chistyakova Longitud Salto RM 7,52 Femenino (1988)
  3. 7,39 Heike Drechsler (+0,3), Zúrich 21-8-1985
  4. Jump coaching BrianMac Long (англ) (инг.)
  5. Техника прыжков в длину с разбега . 2009 йыл 22 апрель архивланған.
  6. «The Moment Unbelievable» Coles Phinizy, Sports Illustrated, December 23, 1968(недоступная ссылка)
  7. Олимпия — колыбель олимпийских игр 5 ғинуар 2009
  8. «Food from turns to Hunt medals» Sunday Times. (англ) 2007 йыл 11 март архивланған. 5 января 2009
  9. Прыжок в историю .
  10. Супер sport
  11. http://www.iaaf.org/records/toplists/jumps/long-jump/outdoor/women/senior Jump Long — women — senior — outdoor — All best time, Accessed August 29, 2015
  • Прыжок в длину (результаты соревнований у женщин)
  • Прыжок в длину (результаты соревнований у мужчин)
  • Хронология мировых рекордов в прыжках в длину (мужчины)