Эстәлеккә күсергә

Осака

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хөкүмәт ҡарары менән билдәләнгән ҡалалар
Осака
япон. 大阪市
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Япония

Статус

Административ үҙәк

Префектура

Осака

Координаталар

34°41′37″ с. ш. 135°30′07″ в. д.HGЯO

Мэр

Тоору Хасимото[ja]

Элекке исеме

Нанива

Хөкүмәт ҡарары менән билдәләнгән ҡалалар с

1956

Майҙаны

223,00 км²

Халҡы

2 685 481 кеше (2014)

Тығыҙлығы

12 042,52 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+9

Телефон коды

+81 06

Һанлы танытмалар
Код

27100-4

Рәсми сайт

city.osaka.lg.jp  (яп.)

Регион

Кинки

Символика

Сәскә: анютины глазки
Ағас: сакура

Осака (Япония)
Осака
Осака

О́сака[1][2] (яп. 大阪市 О:сака-си ) — Японияның халыҡ һаны буйынса өсөнсө урында торған ҡалаһы. Ул Хонсю утрауының көньяғында  Йодо йылғаһының  Осако ҡултығына ҡойған ерендә  урынлашҡан. Шул уҡ исемдәге префектураның үҙәге. Хөкүмәт указына ярашлы, 1956 йылдан ҡала статусына эйә.

Осака ҡултығы һәм Йодо йылғаһы космостан ҡарағанда

Осака  ҡалаһы Осака префектураһының көнбайыш өлөшөндәге Хонсю утрауында урынлашҡан. Япон диңгеҙенә сыға. Осаканың рельеф тигеҙлекле. Иң юғары нөктәһе —  Яңы Цурумиру, уның  бейеклеге- 37,5 м[3]. Иң түбән нөктәһе — диңгеҙ кимәленән 2,21 м. түбәндә  ятҡан Ниси-Едогава районындағы  Яматода[3].

Осака  ике плато һәм аллювиаль тигеҙлектә урынлашҡан. Платолар  ҡаланың  көнсығышында, уларҙың ҙуры - Уэмати башланғыс   плейстоцен платоһы, оҙонлоғо  12 км., төньяҡтан көньяҡҡа  Осака замогынан Сумиеси ғибәҙәтханаһына табан һуҙылған. Икенсеһе Абико, бәләкәйерәк һәм һуңғы плейстоценда барлыҡҡа килгән, оҙонлоғо - 8 км, һәм ул  көнсығыштан көньяҡҡа табан  Кацуяма  ҡурғанынан  Ямато йылғаһына тиклем етеп ята[4].

Осака аллювиаль тигеҙлеге   Йодо йылғаһының дельтаһында Ямато араһындағы яуым-төшөмдөң йыйылыуы арҡаһында  барлыҡҡа килгән. Был тигеҙлек ҡаланың ҙур өлөшөн биләп тора. Йодо йылғаһы Осаканың төп һыу артерияһы, ул ҡаланың төньяғында аға. Йылға үҙенең тамағында бер нисә тармаҡҡа  бүленә һәм  Кандзаки, Тэмма, Нэя, Додзима, Тоса-Хорикава, Адзи, Сиринаси,Кидзу йылғаларының дельтаһын яһай.  Яңы тарихта йәшәгән ҡала кешеләре был тармаҡтарҙы күп һанлы каналдар менән тоташтырғандар, шуның өсөн Осаканы " Һыуҙың башҡалаһы" тип йөрөткәндәр. Был йылғалар ҡаланың сауҙаһын һәм транспортын үҫтерергә булышлыҡ итһәләр ҙә, күп тапҡырҙар  һыу баҫыуҙың сәбәпсеһе булып торған.1909 йылда дренаж  канал төҙөгәндән һуң һыу баҫыу туҡталған. Был каналға Яңы Йодо тигән исем биргәндәр. Ҙурлығы буйынса икенсе йылға пролетар — Ямато —  Осаканың көньяғында аға һәм ҡаланың  көньяҡ сиге ролен башҡара. Дренаж каналын төҙөгәнгә тиклем Ямато һәм Йодо йылғалары тәбиғи рәүештә ҡаланың төньяғында бергә ҡушылған булғандар, тик 1704  йылда уның тәбиғи юлын ҡаланы һыу баҫмаһын өсөн үҙгәрткәндәр. Йодо һәм Ямато  йылғаларының грунты йомшаҡ ҡомдан һәм балсыҡтан тора. Ҡалала яңы заманға тиклем йыш ҡына ҡоҙоҡтар ҡаҙыу  һәм ер аҫтындағы һыуҙарҙы алыу арҡаһында грунт емерелеп төшкән [4].

Осаканың климаты  Эске Япон диңгеҙ климаты зонаһына ҡарай. Ҡалала дымлы субтропиклы климат.  Уртаса йыллыҡ температураһы  унда 1981-2010 йылдарҙа + 16,9 °C тәшкил иткән[5]. Йәй, ғәҙәттә, эҫе, ә ҡыш сағыштырмаса йылы. Ҡар бик һирәк яуа. Уртаса йыллыҡ атмосфера баҫымы  1005,2 гПа тәшкил итә. Яуым-төшөм артыҡ мул түгел —  1981-2010 йылдарҙа йылына 1279,0 мм тәшкил итә.[5]. Иң ямғырлы ваҡыт йылдың йәй һәм көҙ башында. Ел  күбеһенсә көнбайыштан йәки төньяҡ-көнсығыштан иҫә. Уның уртаса йыллыҡ тиҙлеге — 2,6 м/с[5]. Ел йыш ҡына  Осакаға яр буйындағы һәм төньяҡтағы Едогава сәнәғәт райондарынан төтөнлө болоттар килтереп, һауаны бысрата.[4].

 Нанива һарайы торған урын

Осаканың хәҙерге  урыны  борон-борондан  «Нанива» (яп. 難波, 浪華, 浪花) тип атала.  Нанива һәм Намба ҡаланың үҙәк райондарының атамаһы булып тора. Император Котоку (596—654) хакимлыҡ иткән саҡта император һарайы Нанивала торған, ә урыны Японияның баш ҡалаһы урыны булған.  Был урын Эске Япон диңгеҙе һәм ҡоро ерҙәге сауҙа юлдары киҫешкән урында тороп, Канто төбәгенән хәҙерге Киотоға барған ерҙә булған. 

 Осака замогының төп башняһы (реставрация)

 "Кодзики" һәм "Нихон Секи" исемле  япон тарихи хроникалары буйынса б.э.т. 663 йылда хәҙерге Осака урынында, тап Едо йылғаһының дельтаһы янында Яматоны тәүге яулап алыусылар ярға төшкәндәр. Улар был ерҙәрҙә йәшәгән кешеләрҙең ҡәбиләләрен һуғышып еңеп, баҫып алып, күрше провинцияла Ямато дәүләтен төҙөгәндәр. Бер мең йылдан һуң, 638 йылда, император Тэмму Нанива ерендә ҡала төҙөй. VII-VIII быуаттарҙа ул бында императорҙарҙың резиденцияһын, йәғни башҡалаһын күсергән. VIII быуат башында дәүләт үҙәге Нара ҡалаһына күсерелгән, ә Нанива  эре коммерция һәм Японияның халыҡ-ара портлы ҡалаһы булып ҡалған. Әммә урта быуаттарҙа  ҡаланың  үҫеше туҡталып ҡалған, был иһә уны XV быуат башында бөлгөнлөккә төшөргән. 1496 йылда хәҙерге  Осака ҡалаһы районы урынында  Дзедо-синсю сектаһының үҙәге булған Исияма Хонган-дзи  монастыре төҙөлгән. Монастырь эргәһендә ҡала барлыҡҡа килә һәм  Осака (яп. 小坂, "Бәләкәй ауышлығы")исемен ала, ул һуңыраҡ заманса исеме Осака (яп. 大坂, 大阪, "Ҙур ауышлығы") исеме менән алыштырыла.1580 йылда монастырь һәм ҡала сектант-буддистарҙың Ода Нобунага менән һуғышҡан саҡта  емерелә. Дүрт йылдан һуң улар урынында Нобунаганың вариҫы  Тоетоми Хидэеси тарафынан яңы замок һәм ҡала төҙөлә..

XVII—XIX быуаттарҙа Осакала сауҙагәрҙәр йәшәгән. Ҡала превратился "бөтә япон  банкына "әүерелә, уның кредиторҙары булып илдең барлыҡ сегундарыһәм провинцияларҙың әмирҙәре тора. Һатып-алыш итеү сәнғәттең үҫешенә килтерә, бигерәк тә укие-э гравюраларын һәм ябай кешеләр өсөн кабуки һәм бунраку театрҙарын барлыҡҡа килтерә.

XIX—XX быуаттарҙа Осака  ҙур индустриаль-хәрби үҙәк булып тора ,шуның арҡаһында  Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында америка бомбардировкаларынан ҙур зыян кисерә.

Осака ҡала  статусына 1889 йылдың 1 апрелендә эйә була [6]. Император Мэйдзи  үҙенең рескрипты менән ҡала  статусын  бирә(11октябрь, 1911 йыл)[6]. Һуғыштан һуңғы Японияла был статус хөкүмәт указы менән раҫлан(1 сентябрь, 1956 йыл)[6].

 2009 йылдаОсаканың керемдәре тәшкил иткән 20 848 700 млн иена, ә сығымдары — 20 841 100 млн иена тәшкил иткән[3]. Ҡала халҡының дөйөм кереме 800 400 млн иена тәшкил иткән[3].

 2010 йылдың 1 декабрендәге мәғлүмәттәр буйынса Осакала  468 ауыл хужалыҡтары эшләгән[3]. Һөрөлгән ер майҙаны 8227 га[3].  2008 йылда был ҡалала 67 предприятие балыҡ тотоу һәм диңгеҙ продукттарын эшкәртеү менән булышҡан[3].

Булған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2009 йылда Осакала 209 636 предприятие теркәлгән, уларҙа  2 454 646 кеше эшләгән.[3]. 2010 йылда ҡалала 6873 сәнәғәт предприятиелары һәм заводтар булған, унда  128 897 кеше эшләгән. Икенсел секторҙың табыш күләме  яҡынса 3 566 885 млн иена тәшкил иткән[3].

Осака. Һауанан күренеш.

Мәғлүмәттәр буйынса, 2007 йылдың 1июнендә  Осакала  21 675  күмәртәләп һатыу предприятиелары эшләгән, уларҙа  283 346 кеше эшләгән[3]. Был предприятелар йыл эсендә  42 752 миллион 623 иена торған тауар һатҡан[3]. Өлөшләп һатыу предприятиелары һаны - 31 521 булып,  уларҙа 197 855 кеше эшләгән.  Уларҙағы йыллыҡ һатыу суммаһы  4 547 883 млн иена тәшкил иткән[3].

Кансай халыҡ-ара аэропорты

Осаканы    2 аэропорт хеҙмәтләндерә. Кансай халыҡ-ара аэропорты  даими халыҡ-ара рейстарын, эске рейстарҙың өлөшөн һәм йөк ташыу рейстарының күпселеген хеҙмәтләндерә. Был аэропорт Осака ҡултығындағы яһалма утрауҙа урынлашҡан. Осака халыҡ-ара аэропорты күберәк эске рейстарҙы ҡабул итә.

Ҡалала метрополитен эшләй, ул  йылына 912 млн пассажирҙы хеҙмәтләндерә . Бындағы метрополитен -донъяла иң эре метрополитен[7].

Ҡала халҡын муниципаль транспорт предприятиеһы һәм шәхси компаниялар  автобус менән йөрөтә.

 Осакала ҡала яны тимер юл транспорты һәм  ҡала-ара тимер юл транспорты бар (Синкансэн).

2005 йылдың халыҡ иҫәбен мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Осаканың халҡы  2 628 811 кеше тәшкил итә;  кеше һаның үҫеше  2000 йылдан башлап 2005 йылдарға тиклем 1,2 % тәшкил иткән.[8] Халыҡтың тығыҙлығы  км² -ҡа 11 836 кеше тәшкил итә. Канто Бөйөк ер тетрәүенән һуң ҡала халҡы күмәкләп иммиграцияға сыға, 1930 йылда Осака халҡы 2 453 573 кеше була , ул ваҡытта хатта Токио халҡынан да (2 070 913 кеше) күберәк була. Халыҡтың иң күп сағы — 3 252 340 кеше- 1940 йылда була. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа  халыҡтың байтаҡ өлөшө ҡала янындағы ҡаласыҡтарҙа йәшәүҙе хуп күрә һәм унда күсеп китә.[9]

Осакала иң ҙур корея халыҡтары ойошмаһы йәшәй.Улар япон теленең кансай диалектында һөйләшә.

  2011 йылдың1 майына мәғариф учреждениеларының һаны  [3].

  • Балалар баҡсалары: 204
  • Башланғыс мәктәп: 306
  • Бәләкәй урта мәктәп: 154
  • Өлкән урта мәктәп: 94
  • Спецмәктәп: 13
  • Колледждар: 8
  • Университеттар: 11

 2009 йылдың 1 октябрендә медицина учреждениеларының һаны [3].

  • Дауаханалар: 189
  • Медпункт, клиника, стоматология кабинеттары, һ. б.: 5562
  • Табибтар  12 124 кеше (шул иҫәптән ярты ставкаға ләгән кешеләр)
  • Дауаханаларҙағы урындар : 34 323

Музейҙар һәм тарихи һәйкәлдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  •  Осака замогы
  • Милли сәнғәт музейы
  • Көнсығыш керамика музейы
  • Тарихи музей 
  • Бунраку милли театры— илдәге традицион Бунраку жанрындағы  иң ҙур ҡурсаҡ театры 
  • Осака Сетику-дза (япон. 大阪松竹座大阪松竹座) —  Мандзай жанрындағы кабуки комедиялар  театры 
  • Син Кабуки-дза (япон. 新歌舞伎座 新歌舞伎座) — яңы  кабуки театры, энка  драмалары һәм спектаклддәре жанрында махсуслашҡан театр

Иң танылған будда храмдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Иссин-дзи (япон. 一心寺一心寺) — храм школы Дзёдо-сю, в котором помещены статуи Амитабха, созданные из пепла сотен тысяч умерших и скрепленные смолой.
  • Ситэнно-дзи (япон. 四天王寺四天王寺) — храм школы Тэндай, один из самых старых японских храмов, основанный принцем Сётоку.

Синтоист храмдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сумиёси-тайся (япон. 住吉大社住吉大社) — главное святилище бога Сумиёси.
  • Тэмман-гу (япон. 大阪天満宮大阪天満宮) — синтоистское святилище, основанное в 949 году.

Административ төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
 Осаканың райондары

Осака 24  ку (япон. ?)(яп. ) районына бүленгән.

* Абэно-ку[en] * Минато-ку[en]
* Асахи-ку[en] * Миякодзима-ку[en]
* Тюо-ку[en] * Нанива-ку[en]
* Фукусима-ку[en] * Ниси-ку[en]
* Хигасинари-ку[en] * Нисинари-ку[en]
* Хигасисумиёси-ку[en] * Нисиёдогава-ку[en]
* Хигасиёодогава-ку[en] * Суминоэ-ку[en]
* Хирано-ку[en] * Сумиёси-ку[en]
* Айкуно-ку[en] * Тайсё-ку[en]
* Дзёто-ку[en] * Тэннодзи-ку[en]
* Кита-ку[en] — административ үҙәк * Цуруми-ку[en]
* Конохана-ку[en] * Ёдогава-ку[en]

 Сересо Осака клубы   Джей-Лигала уйнай. 2013 йыл сезонында ул Джей -Лигала тороп ҡалған. Икенсе команда — Гамба Осака-Азиялағы иң уңышлы уйнаған команда. 2012 йыл сезонындағы уйындарҙам был команда  17 урынды ҡала һәм Гамба Осаканың беренсе дивизионына сыға.

 Ҡаланың күренештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 Туғанлашҡан ҡалалары Города-побратимы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Исияма Хонган-дзи
  • Осака университеты
  1. А. А. Зализняк. Грамматический словарь русского языка. — М.: АСТ-ПРЕСС, 2008. — С. 742.
  2. Словарь собственных имён русского языка Автор Ф. Л. Агеенко. Печатное издание М.: ООО «Издательство "Мир и Образование"», 2010.
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 Администрация города Осака. Описание города Осака (японский)(недоступная ссылка — история) . Официальная страница города Осака (2012). Проверено 30 сентября 2012.
  4. 4,0 4,1 4,2  (яп.) Осака // Энциклопедия Ниппоника: в 26 т. 2-е издание. — Токио: Сёгакукан, 1994—1997
  5. 5,0 5,1 5,2 Японское метеорологическое агентство. Метеорологические данные города Осака (японский). Официальная страница Японского метеорологического агентства (2011). Проверено 30 сентября 2012. .
  6. 6,0 6,1 6,2 Хигасидэ М. История городов префектуры Осака 2013 йыл 28 июнь архивланған. (японский). Административное деление Японии. Проверено 20 сентября 2012. Архивировано из первоисточника 25 июня 2013.
  7. Крупнейшие метро мира 2018 йыл 7 сентябрь архивланған.
  8. 2005 Population Census.
  9. Prasad Karan Pradyumna.

Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]