Ағас

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Имән

Ағас — үҫемлектәрҙең йәшәү формаһының береһе; берҙән-бер һабағы — күп йыллыҡ олоно һәм күп һанлы ботаҡтарҙан торған сатырлы үҫемлек.

Классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вивариялағы Нойкомалағы ғәҙәти рәүештә тарҡалыусы үлек ағас (Olympic Sculpture Park, Сиэтл)

Ағастар япраҡ төрҙәре буйынса ылыҫлы һәм киң япраҡлыларға бүленәләр.

Ылыҫлылар ғәҙәттә ылыҫтар йәки энәләр тип аталған ҡаты, мәңге йәшел, энәгә оҡшаш йәки тәңкәле япраҡтары менән айырылып тора, тубырсыҡ йәки еләк (артышта) барлыҡҡа килтерәләр. Был төркөмгә мәҫәлән, ҡарағай, шыршы, аҡ шыршы, ҡарағас, кипарис, секвойя инә.

Киң япраҡлы ағастарҙың яҫы һәм киң япраҡтары бар — уларҙың ҡалынлығы оҙонлоғона һәм киңлегенә ҡарағанда күпкә кәмерәк, ғәҙәттә йылына бер тапҡыр ҡойола. Киң япраҡлы (йәки ябайыраҡ япраҡлы) ағастар ғәҙәттә сәскә аталар һәм емеш бирәләр. Был төркөмгә саған, бук, йәсин ағасы, эвкалипт һ. б. ҡарай.

Япраҡтарҙың төрөнә ҡарап синыфланыуҙан тыш, япраҡтарының ағаста тороу ваҡытына ҡарап япраҡ ҡойоусыларға һәм мәңге йәшелдәргә бүленәләр.

Япраҡ ҡойоусы ағастар билдәле бер тәртиптә япраҡ ҡатламын алмаштыра: ағастағы бөтә япраҡтар ҙа йәшел төҫөн юғалта һәм ҡойола, билдәле бер ваҡыт эсендә (ҡышын) ағастар япраҡһыҙ тора, һуңынан (яҙын) бөрөләрҙән яңы япраҡтар үҫеп сыға.

Мәңге йәшел ағастарҙа аныҡ ҡына япраҡ ҡатламын алмаштырыу ваҡыты юҡ: йыл әйләнәһенә ағаста япраҡтар була, улар бер юлы ҡойолмай, әкренләп кенә ҡойолоп алмашына бара.

Биологик синыфланыуҙан тыш ағастар башҡа төрлө сифаттары буйынса ла бүленә: мәҫәлән, емеш биреүсе ағастар (уларҙың емештәрен кеше аҙыҡ сифатында ҡуллана), ҡиммәтле (уларҙың үҙағастары сәнәғәт кәрәк-яраҡтарында ҡулланыла), карап төҙөүгә яраҡлы (карап төҙөгәндә ҡулланыла), тропик (уларҙың таралыу ареалы экваторҙан йыраҡ түгел ерҙә үтә), төньяҡ (уларҙың таралыу ареалы экваторҙан йыраҡта үтә) һ.б.

Морфология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағаста төп өс өлөш билдәләйҙәр: тамыр, олон, һәм сатыр.

Ағас тамыры — ул, ғәҙәттә, үҫемлектең ер аҫтында урынлашҡан өлөшө. Төп функциялары — ағасты вертикаль торошта тота, тупраҡтан туҡлыҡлы матдәләрҙе һурып алыу һәм уларҙы олон буйлап тапшырыу. Тамырҙар киң таралған булалар: улар 30 метрға тиклеп тәрәнлеккә һәм тирә-яҡҡа 100 метр ян-яҡҡа таралыуы мөмкин. Ҡайһы бер ағастарҙың тамырҙары һауала аҫылынып тороуы мөмкин, улар ер өҫтөндә урынлашалар, һәм уларҙың функциялары япраҡтарҙыҡына оҡшаш.

Ағас олоно сатыр өсөн терәк функцияһын үтәй, һәм шулай уҡ тамыр менән сатыр араһында матдәләр тапшырылыуын башҡара.Ҡышҡы ваҡытта һыу һәм туҡлыҡлы матдәләр һаҡлағысы сифатын башҡара.

Ағас олоно үҙәктән һәм үҙағастан тора, һуңғыһы камбийҙан эскә ҡарай үҫә, йыллыҡ үҫеү балдаҡтарын барлаҡҡа килтерә — ағастың арҡыры киҫемендә күренгән асыҡ һәм ҡара өлөштәр. Йыллыҡ үҫеү балдаҡтарын һаны урта зонала урынлашҡан урмандарҙа ағас йәшенә тиң, ә уларҙың ҡалынлығы иһә — һәр бер билдәле йылдағы ағастың йәшәү ысулына тиң була.

Ҡоролоҡ булған райондарҙа, яуым-төшөм үткәндән һуң, ағастарҙа ялған йыллыҡ үҫеү балдаҡтары хасил булыуы мөмкин. Тышҡы яҡтан олон ҡабыҡ менән ҡаплана. Ғәҙәттә ағастың бөтә ғүмер оҙонлоғо эсендә бер генә олоно була. Төп олон зарар күргән (бысылған) осраҡта ҡайһы бер ағастарҙа йоҡлаған бөрөләрҙән туғандаш олондар уҫеп сығыуы мөмкин.

Ағас сатыры — беренсе ботаҡланыуҙан ағастың осона тиклем олондо дауам итеүсе ағастың юғарғы өлөшөндәге ботаҡтар һәм япраҡтар берҙәмлеге, йәки ҡыуаҡтағы бөтә ян-яҡтағы ботаҡтар таралмаһы менән япраҡтар. Шулай уҡ, киләһе үҙенсәлектәрҙе айыралар: ағас сатырына ҡарап — колонна кеүек тән таралмалыға, сатыр тығыҙлығына ҡарап — тығыҙҙан һирәккә тиклем, һәм ажурлы. Яҡтылыҡ тәҫьирендә япраҡтарҙа фотосинтез арҡаһында кәрәкле матдәләр синтезланыуы бара.

Ағастар менән бәйле булған рекордтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Секвойядендрон (Sequoiadendron giganteum) 60—80 метр бейеклеккә етә. 135 метр бейеклеккә еткән экземплярҙар билдәле
  • Редвуд милли паркында урынлашҡан секвойя төрөнә ҡараған ағастар иң бейек буйға етә, ул ағастарҙың оҙонлоғо 115,55 м етә
  • Донъялағы иң йыуан ағас баобаб, диаметры 15,9 м.
  • Раҫлауҙарға ҡарағанда, ер шарындағы иң ҡарт ағас — Швецияның көнбайышында тауҙар араһында, бәлки боҙ периодынын үҫеүсе гигант шыршы. Уға 9550 йыл тирәһе.
  • Каури — донъялағы иң ҡарт ағастарҙың береһе.

Ағас көнкүрештә һәм мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киң таралыу һәм эшкәртеү еңеллеге арҡаһында, донъялағы культураларҙың күбеһендә көнкүреш тауарҙары (мебель, һауыт-һаба һ.б.) сифатында һәм шулай уҡ йортто йыһазландырыу предметтары сифатында ҡулланыла. Ағастан йорттар төҙөйҙәр, сваялар эшләйҙәр.

Ағас, таш кеүек, төшөрөлгән һүрәттәрҙе һаҡлап ҡалыусы тәбиғи материал булып тора, быныһы иһә, ғалимдар раҫлауынса, күп телдәр араһында яҙыуҙың үҫешенә булышлыҡ иткән. Яныу һәләте — утты үҙләштереүҙә, быныһы иһә кешенең таралыу ареалын кинәт төньяҡҡа ҡарата киңәйеүенә, һәм яңы торлаҡ төрҙәрен үҙләштереүҙә булышлыҡ иткән: мәмерйәләр, өйҙәр, иглу һ.б. Янып бөткәндән һуң ҡалған күмер иң тәүге ҡаяла төшөрөлгән рәсемдәрҙә ҡулланылған. Үҙағастың һыуға ҡарағанда кәм тығыҙлағы судно гиҙеүсәнлек уҫеүенә булышлыҡ иткән: һалдарҙан башлап һәм каравеллалар менән тамамлап — күп йылдар буйына суднолар ағастарҙан яһалғандар. Ҡайһы бер ағастарҙың сәскә атыу үҙенсәлектәре донъялағы күп халыҡтар мәҙәниәтендә уртаҡ исем булғандар, шулай, Японияла сакура сәскәһен күп шағирҙар данлаған һәм йыш медитация һәм ял итеүҙә ҡуланыла. Көнсығышта персик образы киң таралған, Рәсәйҙә алма сәскәһе маҡтап йырланған. Музыкаль ҡоралдар кеүеҡ үк, (уларҙың күбеһе билдәле ағас сорттарынан эшләнә) емеш-еләк бөтә байрамдарҙың һис шикһеҙ атрубуты булып тора.

Ағас диндә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо замандарҙан алып ағас тереклекте символлаштыра һәм тәүтормош диндәрендә табыныу объекты булып торған. Мәҫәлән, боронғо гректар һәр бер ағас менән нимфа бәйле булған тип уйлағандар.

Боронғо кельттар һәм друидтар ағастар менән үҙ-ара бәйләнештә булғандар, сихыр йолаһында "коелбрен"дар тигән — бармаҡ ҙурлығындағы ағас таяҡтар ҡулланғандар, шуларҙың һәр береһендә ағастың тоҡомона ҡарап 20-нән булған огама тамғаның береһен яндырып йәки соҡоп яҙылған. Коелбрен огама сихри серҙәргә хазинаһы асҡысы һәм друидтар көсөнөң төп сығанағы булып тора.

Ағас тураһында шулай уҡ хәҙерғе заман диндәрендә телгә алына, христиандарҙа яҡшылыҡты һәм яуызлыҡты белеү ағасы телгә алына, Тереклек ағасы.

Пальма йәкшәмбеһе, йәки Иерусалимға алланың сығыу байрамы башрамлы ғибәрәт ҡылыу менән билдәләнә, уға ышыныусылар пальма ботаҡтары менән киләләр. Рәсәйҙә иң беренсе булып тал ата (тал ағасы), шуға күрә был ағастың ботаҡтарың ҡуллана башлағандар һәм байрам Тал көсөгө йәкшәмбеһе исемен алған.

Фольклорҙа үле ағас, ҡара көстәр йыйылған урын йәки символы була.

Ағас динни символдар эшләгәндә киң ҡулланыла (идолдар һәм башҡалар).

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бонсай Финляндияла ҡайын урманы Сакура ағастар Жакаранда сәскә ата

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Серебряков И. Г. Жизненные формы деревьев // Экологическая морфология растений: Жизненные формы покрытосеменных и хвойных. — М.: Высшая школа, 1962. — С. 120—242. — 378 с. — 3500 экз.
  • Серебряков И. Г. Деревья // Полевая геоботаника: В 5-ти томах / Под общ. ред. Е. М. Лавренко, А. А. Корчагина. — М.—Л.: Наука, 1964. — Т. III. — С. 158—162. — 530 с. — 2400 экз.
  • Серебрякова Т. И. Жизненные формы растений // Жизнь растений: В 6-ти томах / Гл. ред. Ал. А. Фёдоров. — М.: Просвещение, 1974. — Т. 1. Введение. Бактерии и актиномицеты / Под ред. Н. А. Красильникова, А. А. Уранова. — С. 87—98. — 487 с. — 300 000 экз.
  • Деревья и кустарники СССР. Т.1-6. М., 1949—1962
  • Rehder А. Manual of cultivated Trees and Shrubs. N.-Y., 1949
  • Index Kewensis Plantarum Phanerogamarum, Oxford University Press, 1997

Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]