Үҙағас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Үҙағастың 16 төрө:
1. Ҡарағай Pinus sylvestris
2. Шыршы Picea abies
3. Ҡарағас Larix decidua
4. Артыш Juniperus communis
5. Уҫаҡ Populus tremula
6. Күгағас (Граб)Carpinus betulus
7. Ҡайын Betula pubescens
8. Ерек Alnus glutinosa
9. Бук ағасы Fagus sylvatica
10. Имән Quercus robur
11. Ҡарама Ulmus glabra
12. Сөсө сейә ағасы Prunus avium
13. Груша (Армыттирәк) Pyrus communis
14. Саған Acer platanoides
15. Йүкә Tilia cordata
16. Ҡорос ағас Fraxinus excelsior
1 2 3 4
5 6 7 8
9 10 11 12
13 14 15 16
Үҙағастың ҡабат эшкәртелеү мөмкинлеген күрһәтә торған Халыҡ -ара код билдәһе

Үҙағас:

  • көнкүрештә һәм техникала үҙағас тип ағастың ҡабығы аҫтында ятҡан өлөшөн атайҙар;
  • Ботаникала үҙағас, йәки ксилема тип прокамбий йәки камбийҙан (күшкә) барлыҡҡа килә торған үҫемлек туҡымаһын атайҙар.
  • техникала, ГОСТ 23431-79 буйынса: ағас олондарының, ботаҡтарының һәм тамырҙарының ҡабығы менән үҙәге араһында урынлашҡан икенсел туҡымалар йыйылмаһын (үткәреүсе, механик һәм запаслаусы)атайҙар.

Иң боронғо ҡаҙылма ағас тоҡомдары 2011 йылда Канаданың Нью-Брансуик провинцияһында табылған. Был ағастар үҫкән боронғо урманға сама менән 395—400 миллион йыл[1].

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ағас олононоң төп өлөшө үҙағастан тора. Ул төрлө формалағы һәм ҙурлыҡтағы күҙәнәктәрҙән төҙөлгән.

Күп күҙәнәктәрҙең тышсалары ҡалын булып, уларға ныҡлыҡ биреүсе матдәләр һеңгән. Үҙағас составында торба һымаҡ оҙон көпшәләр бар.

Уның йыуанлығы үҙағасты ҡулса кеүек уратып алған камбий (күшкә) тип аталған күҙәнәктәр ҡатлауының тереклек эшмәкәрлегенә бәйле.

Камбий — йоҡа тышсалы, тар ғына оҙон бер ҡат күҙәнәктәр ҡатламы. Ағасты әрсегәндә, тышсалар йыртылып, камбий күҙәнәктәрендәге шыйыҡса ағып сыҡҡан һәм үҙағастың өҫтөн еүешләгән.

Камбий һабаҡ тереклегендә ҙур роль уйнай. Уның күҙәнәктәре бүленеп, камбийҙың ике яғында ла яңы күҙәнәктәр ҡатламы барлыҡҡа килтерә.

Ҡабыҡ яғына йүкәлектең яңы күҙәнәктәре, ә үҙағас яғына үҙағастың яңы күҙәнәктәре ултыра бара. Шуға күрә камбийҙы яһаусы туҡыма тип атайҙар, ул һабаҡтың (олондың) йыуанлыҡҡа үҫеүен тәьмин итә.

Камбий күҙәнәктәренең бүленеүе арҡаһында ағастарҙың, ҡыуаҡтарҙың һәм күп йыллыҡ үләндәрҙең һабаҡтары йыуаная. Олононоң әйләнәһе 10 метрға еткән бик ҡарт имәндәр барлығы билдәле.

Һабаҡ (олон) йыуанлыҡҡа йылдың йылы ваҡытында, камбий күҙәнәктәре бүленгән саҡта үҫә. Камбий күҙәнәктәре бүленгән осорҙа үҙағас күҙәнәктәре йүкәлек күҙәнәктәренә ҡарағанда күберәк барлыҡҡа килә.

Көҙ аҙағында камбийҙа тынлыҡ осоро башлана. Яҙын, һут хәрәкәте башланғас та, камбий яңынан бүленә башлай. Камбийҙың яҙ көнө бүленгән күҙәнәктәренән үҙағаста сағыштырмаса йоҡа тышсалы киң аралы көпшәләр барлыҡҡа килә. Ә көҙ барлыҡҡа килгән яңы көпшәләр күпселек ағастарҙа тар, аралы һәм ҡалын тышсалы була.

Үҙағас күҙәнәктәренең яҙ, йәй һәм көҙ барлыҡҡа килгән бөтә ҡатламдары йыллыҡ үҫеү балдағын тәшкил итә .

Көҙгө ваҡ күҙәнәктәр үҙағастың киләһе йылғы яҙғы эре күҙәнәктәренән айырылып тора. Шуға күрә үҙағастың арҡыры киҫемендә йәнәш ятҡан йыллыҡ балдаҡтар араһындағы сик күп ағастарҙа яҡшы күренә.

Лупа ярҙамында йыллыҡ балдаҡтар һанын иҫәпләп, бысылған ағастың йәки киҫелгән ботаҡтың йәшен билдәләргә мөмкин. Мәҫәлән, ҡайһы бер имән ағастары 1000 йылға тиклем йәшәй.

Йыллыҡ балдаҡтарҙың киңлегенә ҡарап, ағастың төрлө йылдарҙа ниндәй шарттарҙа үҫкәнен белергә була. Йыллыҡ балдаҡтарҙың тар булыуы дымдың етешмәгәнлеген, ағастың күләгәлә үҫеүен, уның насар туҡланыуын күрһәтә.

Йыллыҡ балдаҡтарға ҡарап, яҡтылыҡтың ҡайһы яҡтан төшкәнен дә билдәләп була. Йыллыҡ балдаҡтар ғәҙәттә ағастың көньяҡҡа ҡараған яғында киңерәк, ә төньяғында тарыраҡ була.

Был ағас олононоң төньяҡҡа ҡараған яғында камбий күҙәнәктәренең насарыраҡ үҫеүе менән аңлатыла. Бында улар төньяҡтан иҫкән һыуыҡ ел тәьҫиренә йышыраҡ дусар ителә һәм ҡояш та аҙыраҡ йылыта.

Һыу менән минераль матдәләр тамыр көпшәләре буйлап юғары күтәрелә. Тамырҙан үҙағас буйлап һабаҡтың эсенән өҫкә күтәрелә, япраҡтарҙа тармаҡлана. Һыу япраҡтарға бына ошо көпшәләр буйлап күтәрелә лә инде. Һыуҙы үткәреүсе туҡыма күҙәнәктәренең стенкалары ҡартая барған һайын, аҡрынлап уларға химик составы меән целлюлозага яҡын торған тығыҙ матдә — лигнин һеңә. Ағасты төҙ тотоусы, уның ҡатылығын һәм ныҡлығын нәк ошо лигнин билдәләй.

Химик составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙағас составына шаҡтай күп ҡатмарлы төҙөлөшлө органик ҡушымталар керә. Тулы химик анализ күрһәткәнсә, ул 50 % самаһы углеродтан, 6 % водородтан, 44 % кислородтан тора.

Үҙағас күҙәнәгенең тышсаһы — йәтмә һымаҡ, үҙ-ара бәйләнгән оҙон сылбырлы целлюлоза молекулаларынан тора. Тағын составына гемицеллюлоза, лигнин һәм башка экстрактив матдәләр инә.

Цементлаштырусы матдә булып кальций һәм магний пектаттары хеҙмәт итә. Күҙәнәк эсендә ыҫмалалар, сайыр (камедь), майҙар, таниннар, пигменттар һәм минераль матдәләр йыйыла.

Үҙағас 45-60 % целлюлозанан, 15-35 % лигниндан һәм 15-25 % гемицеллюлозанан тора. Ят, экстрактив матдәләр күләме ағас төрөнән тора. Үҙағаста минераль матдәләр күләме (урыҫ. зольность) 1%-тан кәмерәк.

Үҙағас төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айырыуса ҡиммәтле үҙағасы менән тик, ҡара һәм ҡыҙыл ағас билдәле.

Яланғас орлоҡлолар бүлегенә кергән ылыҫлылар класы вәкилдәре: ҡарағай, шыршы, аҡ шыршы, карағас сифатлы үҙағас сығанағы. Улар — яҡшы төҙөлөш материалы.

Карап ҡарағайы тип йөрөтөлгән төҙ ҡарағайҙар элек диңгеҙ кәмәләре төҙөүҙә ҡулланылган. Барлыҡ елкәнле флот башлыса ҡарағайҙан төҙөлгән. Бынан тыш, ҡарағайҙан ҡағыҙ, ҡатырға, скипидар һәм кеше өчен ҡиммәтле башҡа күп кенә продукттар алалар.

Уҫак ағасы бәшмәккә һәм төрле коротҡостарға бирешмәй. Ул — өрлөк, түшәм, иҙән, ҡоҙоҡ бураһы өсөн бына тигән ағас материалы.

Тал ағасынан дару ясыйлар, дуплау матдәсе алалар, һәм ул шәп баллы үсемлек тә. Имән ағасы — төҙөү эштәрендә, йиһаз яһауҙа ҡулланыла. Үҙағасы айырыуса ныҡ, бүрәнәһе һыуҙа серемәй, ә ҡара төҫкә кереп, тағын да ҡатылана ғына, йәғни сыныға. Йүкәнең йомшаҡ үҙағасынан ҡалаҡ, уйынсыҡ, аяҡ кейеме тегеү өсөн ҡалып һәм башҡа шундай әйберҙәр яһала.

Тал, ҡайын, йүкә, тирәк, уҫак кеүек йомшаҡ япраҡлы ағастарҙың хуҗалыҡларға күптән кәрәге ҡалманы инде. Уларҙы элек утын итеп яғалар ине. Алабуға махсус ихтисади зонаһында сафҡа баҫасаҡ яңы завод уларҙан мебель етештерәсәк.[2]

Үҙағас әҙерләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урманға ултыртылған һәр ағастың үҙ йәше бар. Миҫал өсөн, ҡайын 40 йылдан, ә ҡарағай 100 йылдан Һуң киҫелергә тейеш. Ағас әҙерләү 3 стадияға бүленә: ағас киҫеү, әҙерләнгән ағасты сығарыу, түбән ағас сәнәғәте складындағы эштәр. Ағас әҙерләүҙең һәр бер стадияһы төп әҙерлек (технологик һәм күсереү) һәм ярҙамсы операцияларҙан тора.

Технологик операция ваҡытында (урман киҫеү, ағастарны ботаҡтарҙан таҙалау, буй ағастарҙы сорттарға бүлеү һ.б.) ағас материалдарҙың формаһы, үлсәмдәре үҙгәртелә.

Күсереү операцияларында (ағас, буй ағас тарттырыу, ағас тейәү һ.б.) — бер эш урыныннан икенсе эш урынына күсерелә.[3]

Ағас материалдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ағас материалдар, ағастың табиғи физик төҙөлөшөн һәм составын һаҡлап ҡалып, киҫелгән ағасты арҡырыға йәки буйға киҫеп алынған материалдар. Эшкәртелгән һәм эшкәртелмәгән, ылыҫлы һәм япраҡлы, эшкәртеү ысулы буйынса түңәрәк, ярылған, киҫелгән, юнылған, ваҡланган ағас материалдарға бүләләр.

Тәбиғи хәлендә төҙөлөш материалы һәм яғыулыҡ булып хеҙмәт итә, ваҡланған һәм химик рәүештә эшкәртелгән хәлендә — ҡағыҙ, фанер плитәләр, яһалма сүстәр өсөн сеймал.

Буй ағасты (тамыр өлешө, осо алынған, ботаҡтарынан таҙартылған ағас) түмәргә киҫеп, эшкә яраҡлы эшкәртелмәгән һәм түбән сифатлы үҙағас алалар. [4]

Беренсел эшкәртеү һөҙөмтәһендә төҙөү эшенә яраҡлы ағас, бағаналар, бүрәнәләр, таҡта, фанера, рәшәткә материалдары, утын һ.б. алына.

Ағасты механик һәм химик-механик юл менән алға ҡарай эшкәртәләр. Шул рәүешле ағастан таҡта, фанер-плита, мебель, тара, шырпы, ҡағыҙ етештерелә. Фанера — бер нисә ҡат шпонды арҡыры-торҡоло йәбештереп эшләнә.

Шулай уҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ағастан йоттар төҙөү.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]