Уҫаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уҫаҡ
Уҫаҡ
Дөйөм күренеше
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Populus tremula L.


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  22473
NCBI  113636
EOL  585458
GRIN  29422
IPNI  776884

Уҫаҡ, көнсығыш диалектта ауһаҡ (рус. Осина, лат. Pópulus trémula) — тирәк төркөмө талдар ғаиләһенә ҡараған аҡһыл йәшел ҡабыҡлы, ялтыр түңәрәк япраҡлы эре ағас.

Биологик яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Бейеклеге 30-35 м-ға етә. Апрель-май айҙарында (ағас япраҡ ярғанға тиклем) сәскә ата.

Диаметры 1 метрғаса. 80—90 йыл йәшәй. Һирәк осраҡта 150 йылғаса. Ағастың үҙәге ауырыуҙарға бик тиҙ бирешеүсән. Тамыр системаһы тәрәнгә, ер аҫтына китеп, ныҡлап тамыр йәйә.

Йәш ағастарҙың ҡайыры шыма, аҡһыл- йәшел йәки һорғолт -йәшел була. Ҡартая бара төҫө ҡарая һәм ярыла башлай.Үҙағасы ап- аҡ була.

Япраҡ төҙөлөшө — сиратлашҡан формала. Япраҡтар түңәрәк йәки ромбҡа оҡшаған, оҙонлоҡтары 3-7 см. Өҫкө яғы осло ла, тупаҫ та булырға мөмкин. Айырымыраҡ ерҙәрҙә япраҡтарҙың ҙурлығы 15 см-ғаса етергә мөмкин. Һәм ул йөрәк формаһына оҡшап тора. Япраҡтарының өҫ яғы ялпаҡланып, йәнселеп тора, шуға күрә әҙ генә елдә лә елберләй башлайҙар. Көҙөн япраҡтар төрлө төҫкә мансыла: алтынһыуҙан алып ҡып- ҡыҙылға тиклем. Уҫаҡ ағасы ел ярҙамында һеркәләнә. Сәскәләре ваҡ, аҫылынып тороусы гөлләмәгә йыйылған, алҡа һымаҡ һалынып тора. Уҫаҡ йылға, күл ярҙарында, урман ситендә, һаҙлыҡта һәм шулай уҡ тауҙарҙа үҫә. Республикабыҙҙа киң таралған үҫемлек. Уны урамдарҙа ултыртып та үҫтерәләр.

Сеймал йыйыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дауалау өсөн уҫаҡтың ҡайыры, бөрөләре, япрағы һәм үҫентеләре ҡулланыла. Ҡайыры составында глюкоза, фруктоза, сахароза исемле углеводтар, аромат биреүсе кислоталар, фенолгликозидтар һ. б. биологик актив матдәләр бар. Үҫемлектең япрағында С витамины, каротин, флавоноидтар, фенолгликозидтар һ. б. биологик актив матдәләр табылған. Бөрөләрендә лә төрлө шифалы матдәләр күп. Ағастың ҡайыры иртә яҙ башланыу менән урман ҡырҡҡан ерҙә әҙерләнергә тейеш. Шыма ҡайырҙар алына, башта улар ҡояшта һулытыла, аҙаҡ күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә. Уҫаҡ япрағы май-июнь айҙарында йыйыла һәм күләгә урында киптерелә. Ағастың бөрөләре (улар ярылғанға тиклем) әҙерләнә һәм кисекмәҫтән мейестә йәки духовкала киптерелә. Температура 50-60 градустан артмаһын. Кипкән дауалар ҡәҙимгесә һаҡлана.

Халыҡ дауаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҫаҡ бөрөләренән әҙерләнгән төнәтмәне халыҡ медицина¬һында подагра ауырыуынан, төнгө бойлоҡһоҙлоҡ булғанда, һейҙек ҡыуығы шешкәндә, тирләттереү маҡсатында ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү: 1 балғалаҡ кипте¬реп ваҡланған бөрөнө 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 20-30 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан, 1 аш ҡалағы эсергә. Уҫаҡ ҡайырынан әҙерләнгән ҡайнатма менән эренле яра- йәрәхәтте, бешкән урынды, тиренең шешеүен примочка, ванна рәүешендә дауаларға мөмкин. Ҡайнатманы әҙерләү: 1 аш ҡалағы киптереп ваҡланған ҡайырҙы 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш талғын утта 30 минут ҡайнатырға. Был дауаны үрҙә һанап сыҡҡан эске ауырыуҙарҙан да ҡабул итергә мөмкин: көнөнә 3-4 тапҡыр, ашаған ваҡытта, 1-2 аш ҡалағы эсергә. Уҫаҡ япрағы, нигеҙҙә, эселмәй торған дауа була¬раҡ ҡулланыла. Яңы өҙөп алынған япрағынан әҙерләнгән иҙ¬мәһе менән аяҡ-ҡул быуындары һыҙлағанда ыуынырға (йәки бәйләп һалырға) мөмкин. Был иҙмәне эренле яра-йәрәхәткә һөртөү ҙә файҙалы. Ошо маҡсатта кипкән япраҡ менән дә фай¬ҙаланып була: онталған япраҡ ҡайнар һыуҙа ебетелә.

Уҫаҡ япраҡтары

Ағас халыҡ ижадында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ хужалығында ҡулланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҫаҡ борон- борондан төҙөлөш материалы булараҡ ҡулланылған. Башҡорттар, үҙ биләмәләре буйлап күсеп йөрөгән ваҡытта, ағас, улар өсөн ҡулайлы төҙөлөш материалы булған. Еңел генә эшкәртелә, һәр ерҙә лә үҫә. Бик арзанға ла төшә. Сөнки, күп ваҡыттар башҡорт торлаҡтарын яндырып үс алғандар. Бында инде халыҡ бик аптырап тормаған, тиҙ генә яңы ҡоролма эшләп йәшәй ҙә башлаған. Ҡайһы бер ерҙәрҙә яғыулыҡ өсөн дә ҡулланалар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. − 160 б. — ISBN 5-295-01499-1
  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 413. Populus tremula L. — Тополь дрожащий, или Осина // Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 11. — ISBN 9-87317-128-9(рус.)