Ҡарағас

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡарағас
Рәсем
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Larix Mill., 1754
Таксономический ранг Ырыу
Ближайший таксон уровнем выше Laricoideae[d]
Таксондың халыҡ атамаһы larch[1] һәм Lork[2]
Этот таксон является источником ҡарағас[d]
GRIN URL npgsweb.ars-grin.gov/gri…[3]
Commons-logo.svg Ҡарағас Викимилектә

Ҡарағас (лат. Lárix) — киң таралған ылыҫлы ағас. Йыл һайын ҡышҡылыҡҡа ылыҫын ҡоя. Олонлолар ырыуының, ҡарағайҙар ғаиләһенә инә.


Таралышы һәм үҫеү мөхите[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евроазияның һәм Төньяҡ Американың урта, һыуыҡ (субарктик) һәм альп аралығы (субальпик) бүлкәттәре өлкәләрендә үҫә. Донъяла һәм Рәсәйҙә һан буйынса иң күп таралған ағас. Рәсәйҙән тыш тәбиғи ареалы европа менән азияның ҡайһы бер илдәренең таулы өлкәләрен солғап алған. Тәбиғи рәүештә, шулай уҡ Канада биләмәләрендә лә киң таралған. АҠШ-тың төньяҡ биләмәләрендә һәм Аляскала һирәгерәк. Ул таҙа ҡарағас урмандары булып та, шул уҡ ваҡытта башҡа ағастар менән ҡатнашып та үҫә. СССР биләмәһендә ҡарағас урмандары (бар төрҙәрен дә иҫәпкә алып) 258 млн гектар майҙанды тәшкил иткән (яҡынса илдең барлыҡ урмандарының 40% тирәһе).Ә сеймал ағас запасы 26 млрд м³-ҙан күберәк булған [4].

Ботаник мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уңайлы шарттарҙа 50 метрғаса үҫә. Был осраҡта олононоң диаметры 1 метрғаса етә. 300-400 йыл йәшәй, 800 йылғаса йәшәгән ҡарағастар ҙа теркәлгән.

Ағастың сатыры йомшаҡ, кәүшәк. Йәш ағастар ҡояшта ялтырап тора һәм улар конус формаһында. Ағас ҡартая бара төрлө ҡиәфәт ала. Улар түңәрәк, йомортҡа формаһында була. Өҫ яғы тупаҡҡа әйләнә. Бер туҡтауһыҙ ел иҫкән урындарҙа бер яҡҡа ғына ҡараған флаг рәүешендә була.

Ылыҫы бер йыллыҡ, йомшаҡ. Асыҡ йәшел. Үренделәр әйләнмә рәүешендә, шулай уҡ берәрләп урынлашҡан, ә ҡыҫҡа үренделәрҙә һәр береһендә 20-40 (50) данала булған шәлкемдәрҙә. [5].

Көҙөн ҡарағас ылыҫтарын ҡоя.

Сатыр рәүеше. Себер ҡарағасы. Ҡыш
Тубырсыҡтары һәм башаҡтары. Яҙ.
Тубырсыҡтары йәйгеһен
Көҙгө тубырсыҡтар

Ҡарағас — бер өйлө ағас. Ата башаҡтар йоморо - йомортҡа һымаҡ, төҫө һары, оҙонлоғо 5-тән - 10 мм-ғаса. Һеркәсе ике һеркәлекле. Һеркәләрендә һауа моҡсалары юҡ. Инә тубырсыҡтар ҡыҙғылт-алһыу йәки йәшел төҫтә. Һеркәләнеү осоро ылыҫын ярған ваҡытта йәки ярып бөткәс башлана. Көньяҡта апрель - майҙарға тура килһә, төньяҡта — июндә. Тубырсыҡтары сәскә атҡан йылдың көҙөнә өлгөрә. Ул йомортҡа формаһында йәки оҙонса түңәрәк рәүешендә булырға мөмкин. Оҙолоҡтары 5-тән 10 мм-ғаса. Орлоҡ ҡабырсыҡтары ҡаты, ҡаплағыстарынан оҙонораҡ. Өлгөргән тубырсыҡтар өлгөрөп етеү менән, йәки яҙғыһын асыла. Орлоҡтары ваҡ, йомортҡа формаһында, ян-яҡта тығыҙ йәбешкән япраҡтары була. Ағас 15 йылдан һуң ғына емешләнә башлай. Иң емешле йылдары 6-7 йыл аша ҡабатланып тора. Орлоҡтарының шытымы түбән.

Ағастың тамыры ғәҙәти шарттарҙа бик көслө, тармаҡлы.Үҙәк тамыры бик үҫешмәгән, әммә ян тамырҙары тәрәнгә китә, улар көслө елдәргә ҡаршы тороуға ярҙам итә. Ныҡ еүеш тупраҡта, шулай уҡ мәңгелек туң ерҙәрҙә тамырҙары өҫтә. Ул ағастар елгә бирешеп бара, көслө ел ваҡытында ауып барыусан.

Ҡарағас - яҡты яратыусы ағас. Яҡтылыҡ етерлек булған урындарҙа ул тиҙ үҫә, яңыра. Яҡшы шарттар булғанда ла улар етеҙ үҫә. 20 йыллыҡ ағастар йылына 50-100 см-ғаса үҫергә мөмкин. Яҙғы ҡырауҙарға бирешмәй. Ҡышҡы түбән температуралы һыуыҡтарға тотороҡло. Йылыға талымһыҙ, шуға ла Поляр түңәрәк аръяғында ла, бейек тауҙарҙа ла киң таралған.

Царское Селола ҡарағас аллеяһы

Тупраҡҡа ла бик талымһыҙ. Мүк баҫҡан һаҙлыҡта ла, үтә дымҡыл ерҙәрҙә лә, мәңгелек туңлыҡта ла, ҡоро ҡаялы тау итәктәрендә лә берҙәй үҫә. Әлбиттә, ундай уңайһыҙ ерҙәрҙә зәғиф һәм кәрлә булалар. Яҡшы тупраҡтар ҡарағасҡа матур булып үҫеүгә уңайлы шарттар тыуҙыра. Бындай урындар һөҙәк тау итәктәре һәм йылға үҙәнлектәре. Йәш үҫентеләр кимереүселәргә бирешеп бармай.[6][7][8][9][10].

Ҡулланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Осенний лиственничный лес в горах Восточных Саян, Бурятия, Россия

Ағастың үҙәге (үҙағас) тар сөсөклө һәм ҡыҙыл бурҙат йәҙрәле, һығылмалы, ҡаты, ныҡлы, ыҫмалалы, сереүгә ҡаршылығы ныҡ тотороҡло. Яңы ғына киҫелгән сағында ауырлыҡ күләме массаһы — 0,9—1,1, асыҡ һауала ятып кипкәс — 0,7—0,8. Ныҡлығы һәм оҙаҡ ваҡытта ла һис нимәгә бирешмәй һаҡланыуы сәбәпле ул һәр ерҙә киң ҡулланыла. Төҙөлөш эштәренән башлап химия сәнәғәтенә тиклем ҡулланылыш тапҡан. Ҡатылығы буйынса ул тик имәндән генә бер аҙға ғына, 1 пунктҡа ҡалыша. Бринелль шкалаһы буйынса имән 110 берәмек булһа, ҡарағас 109 берәмек тәшкил итә.[11].


Ағас материалы булараҡ үҙенсәлеге буйынса сағыштармаса тотороҡло булыу сәбәпле уны башҡа төрҙәргә ҡарағанда йышыраҡ сей килеш файҙаланалар. Әлбиттә, ыҫмалалығы юғары булыу сәбәпле төҙөлөш материалы булараҡ файҙаланыу мәшәҡәттәр тыуҙыра. Ул тулыһынса кибеп еткәс ыҫмаланың тығыҙайыуы арҡаһында, ҡағылған ҡаҙауҙы кире һурып сығарып булмай. Мәғдән (металл)ҡаҙау өҙөлөп ҡала. Шулай уҡ унан ярылған таҡта бик ауыр һәм ыҫмалалы. Берәй конструкция төҙөргә булһа, мотлаҡ өҫтәлмә технологик операциялар уйлап табыу талап ителә. Саморездар йәки резьбалы тоташтырғыстар һәм өҫтәлмә ҡорамалдар кәрәк буласаҡ. Ҡарағастың ҡайырыһы 18 % таннидтарҙан тора. Ул бурҙат-алһыу төҫтә һәм туҡымалар, күн материалдарын буяуҙа файҙаланыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. база данных растений Министерства сельского хозяйства США
  2. Nederlands Soortenregister
  3. Таксономия растений GRIN
  4. ЛИСТВЕННИЧНЫЕ ЛЕСА. Лесная энциклопедия: В 2-х т., т.2/Гл.ред. Воробьев Г.И.; Ред.кол.: Анучин Н.А., Атрохин В.Г., Виноградов В.Н. и др. - М.: Сов. энциклопедия, 1986.-631 с., ил.
  5. Дендрология: учеб. пособие для студ. высш. учеб. заведений / В. Ф. Абаимов. — 3-е изд., перераб. — М. : Издательский центр «Академия», 2009. — 368 с.
  6. Каппер О.Г. Хвойные породы. Лесоводственная характеристика. Гослесбумиздат, Москва-Ленинград, 1954.
  7. ЛИСТВЕННИЦА. Лесная энциклопедия: В 2-х т., т.2/Гл.ред. Воробьев Г.И.; Ред.кол.: Анучин Н.А., Атрохин В.Г., Виноградов В.Н. и др. - М.: Сов. энциклопедия, 1986.-631 с., ил.
  8. Лиственница на территории России. Ремонт. Строительство. Интерьер. Лесное дело и деревообработка.
  9. Лиственница - Интернет-журнал «Живой лес»
  10. Дылис Н. В. Лиственница. — М.: Лесная пром-сть, 1981. — 96 с. ил.— (Б-чка «Древесные породы»).
  11. Крук Н.К., Пальченко А.К., Шараг Е.И., Янушко А.Д. Лиственница: свойства древесины. Научно-техническая информация в лесном хозяйстве. Министерство лесного хозяйства Республики Беларусь (2006 г.).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]