Шыршы
Шыршы | |||||||||||||||
Йәш шыршы ағасы. | |||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||
Picea A.Dietr. | |||||||||||||||
Бүлендек таксондар | |||||||||||||||
|
Шыршы Picea ырыуына ҡараған ылыҫлы ағас[1]. Был ырыуға 35 тирәһе ылыҫлы, мәңге йәшел ҡарағай ғаиләһенә ингән, ағастар бар. Ул ағастар Ерҙең төньяҡ урта климат зонала һәм тайгала үҫә. Шыршы 20 — 60 метр оҙонлоҡтағы ҙур ағас. Ҙурайып үҫкән ағастарҙа ботаҡтар спираль формаһында урынлаша ала, шыршының сатыры конус формаһына оҡшаш. Япраҡтары, йәғни энәләре, шыршы ботаҡтарында спираль рәүешендә махсус төптәрҙә урынлашалар. Әйтеп кителгән энә 4 — 10 йылдан һуң ҡойола, ҡайолғандан һуң төптәре тороп ҡала. Шыршының төп тармыры насар үҫешкән. Уның ян тамырҙары тупраҡтың өҫкө ҡатламына яҡын урынлаша, шуға күрә көслө елдәр ҡайһы саҡта шыршы ағастарын төбө-тамыры менән аҡтарып ташлай.
Шыршыны ҡайһы бер тәнкәле ҡанатлылар (күбәләк кеүектәр) личинкаларын ашатыу өсөн ҡулланалар.
Ғалимдар көнбайыш Швейцария тауҙарында 9 550 йыллыҡ шыршыны тапҡандар, был шыршы иң ҡарт тере ағастарҙың береһе тигән фараз бар[2].
Ареал
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шыршы яланғас орлоҡто үҫемлектәр вәкиллегенә ҡарай. Шаршы урмандары Рәсәйҙә бик ҙур майҙанды алып тора. Шыршы — күләгәгә сыҙамлы тоҡом. Ул тик туҡлыҡлы матдәләргә бай булған дымлы тупраҡта яҡшы үҫә.
Шыршының иң күп таралған төрө европа шыршыһы, йәки ябай шыршы (Picea abies), ошо төр урта Европала, Финляндияла, бөтә Себерҙе солғап алған, Урал яғынан Рәсәйҙең Европа өлөшөндә таралған.
Көнсығыш Себерҙә, Уралда һәм уларға яҡын территорияларҙа себер шыршыһы (Picea obovata) үҫә.
Кавказда көнсығыш шыршы (Picea orientalis) таралған.
Рәсәйҙең далалы өлөшөндә аҡ шыршы (Picea glauca) үҫә.
Шыршының ҡалған төрҙәре Ҡытайҙа, себерҙә һәм Төньяҡ Америкала осрай.
Ағас материлдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шыршы ҡағыҙ етештергәндә мөһим материал булып тора, унан эшләнгән кағыҙ бик сыҙамлы була, сөнки уның уҙағасындағы көпшәләре оҙон. Шыршы тағы ла төҙөлөштә ҡүлланылған ағас булып хисаплана, унан төҙөлөштә ҡулланған материалдар эшләйҙәр (таҡта һ.б.), һәм ағас самолёттарҙа, музыкаль инструменттарҙа ҡулланалар. Шыршынан эшләнгән төҙөлөш материалдары сереп бармай, һәм ағастың үҙендә бөжәктәр булмағанлыҡтан, уны төҙөлөштә ҡулланырға тәҡдим итәләр. Әммә ләкин ул ныҡ сыҙамлы материал түгел, еңел һына.
Аҙыҡ-түлек һәм медицина
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Орлоҡтары урман ҡоштарына һәм тейенгә, сысҡанға ем булып тора. Шыршынан медицинала ҡулланылған эфир майҙары һәм шыршы скепидарын етештерәләр.
Элек башҡорттар шыршының сайырын һағыҙ итеп сәйнәгәндәр. Шыршының энәләрендә күп күләмдә С витамины бар.
Башҡа төр ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шыршының сайырынан канифоль, ағасынан метил спирты, уксус, дегет эшләйҙәр.
Төньяҡ Америкалағы индеецтар шыршының нәҙек тамырҙарынан кәрзин ишкәндәр.
Был ағас ҡышын да йәйен дә йәшел булғас, баҡсасылыҡта (парктарҙа) ултырталар. Юл ситендә ел ҡамау, иген яландарында ҡар тотоу өсөн ултырталар. Яңы йыл байрамында (раштыуа) шыршыны христандар өйгә индереп биҙәйҙәр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Sunset Western Garden Book, 1995:606-607
- ↑ Swedish Spruce Is World’s Oldest Tree: Scientific American Podcast