Яҙма (Әлифба)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Яҙма (Әлифба)  — тамғалар системаһы. Ул телмәр мәғлүмәттәрен, мәғәнәләрҙе формалләштереү, хәтергә һалыу һәм төрлө алыҫлыҡтарға һәм ваҡыттарға бәйһеҙ рәүештә тапшырыу өсөн ҡулланыла. Яҙмалар — кеше теле йәшәп килеүҙең бер формаһы.

Өндәрҙең саҡ ҡына айырмаларын да күрһәтә торған тамғалар - графемалар.

Яҙмалар формалашыуҙың киҫемдәре[үҙгәртергә]

Бөгөнгө яҙмалар бик оҙайлы үҫеш юлы үткән һәм был осорҙарҙы ошондай киҫемдәргә бүлергә була:

Әйберләтә яҙма[үҙгәртергә]

Яҙмалар юҡ саҡта кешеләр төрлө әйберҙәр ебәреү юлы менән мәғлүмәт тапшырырға тырышҡан. Мәҫәлән, вампум (ирокездарҙың төрлө ҡабырсаҡтар ярҙамында тапшырылған мәғлүмәте); кипу (перу яҙмаһы - ептәге төйөндәр һәм төҫтәр менән хәбәр итеү).

Пиктографик яҙма[үҙгәртергә]

Боронғо ҡытай иероглифы "ҡояш" (ri), 1200 до н.э.

Пиктографик яҙмала тамғалар айырым төшөнсәләрҙе аңлатҡан. Унан һуң камилыраҡ яҙма - идеография («төшөнсәләр менән яҙыу») барлыҡҡа килгән. [1]

Иероглифтар яҙмаһы[үҙгәртергә]

Бөгөнгө ҡытай иероглифы иероглифы «ҡояш»/«көн» (ri)

Иероглифтарҙың ниндәй һүрәттән килеп сығыуын аңлауы ауыр. Улар төрлө һүҙҙәргә өлөш булараҡ инә. Вероятно, причиной этого было стремление человека упростить запись письменного текста, упростить обучение письму. Иероглифтар әйтелеш менән бәйле булмауы ауырлыҡ тыуҙыра һәм һөйләм аңлайышлы булһын өсөн махсус тамғалар индерергә мәжбүр булалар. В результате письменная и устная речь существовали как бы по отдельности. Кроме того, в языках, для которых характерно изменение формы слова в зависимости от его синтаксической роли, приходилось дополнять иероглифы специальными обозначениями для форм слов.

Ижекле яҙма[үҙгәртергә]

Ижекле яҙма уңайлыраҡ була. Иң билдәлеләре: боронғо фарсы, аккад, шумер һәм башҡа шына яҙмалар. Финикия яҙмаһы кешелек өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Ул грек яҙмаһына нигеҙ һала, латиница менән кириллица унан айырылып сыҡҡан.

Әлифба яҙмаһы[үҙгәртергә]

Финикия яҙмаһында һуҙынҡы өндәр булмаған. Гректар был өндәр өсөн хәрефтәр уйлап таба һәм яҙма тағы ла уңайлыраҡ төҫ ала. Әлифба яҙмаһы уңайлы булыуы менән донъя йөҙөндә киң таралып китә.


Яҙмаларҙың төп төрҙәре[үҙгәртергә]

WritingSystemsoftheWorld.png
Яҙыу ысулдары:1, күк төҫ — һулдан-уңға, өҫтән-аҫҡа;2, ҡыҙғылт һары — уңдан -һулға, өҫтән-аҫҡа;3, ҡара йәшел —өҫтән-аҫҡа, уңдан-һулға;4, алһыу — ике ысул да — 2 и 1;5, светло-зелёный — оба способа — 3 и 1.

Башҡорт халҡында әйберләтә яҙма[үҙгәртергә]

Башҡорт халҡында Ислам ҡабул иткәндән һуң ғәрәп яҙмаһы ҡулланыла. Әммә ҡыҙҙарҙы уҡырға өйрәткән осраҡта ла, йыш ҡына яҙырға өйрәтмәгәндәр - егеттәр менән хатлашып, исеме сығыуҙан хәүефләнгәндәр. Шулай ҙа теләгән кеше яйын таба инде: Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романында ошоға дәлил күрәбеҙ. Төп героиня Гөлйөҙөм өҙөлөп һөйгән егете Айбулатҡа хистәрен белдереп күстәнәсле төйөнсөк ебәрә. Уның эсенә ҡыҙ аҡ кешәмир яулығының ике аҡ сәскәһен өҙөп алып һалған, яндырылған шырпының бер башына ҡош ҡанаты бәйләп, шул ал сәскәләрҙең эсенә төргән. Егет был "хаттың" йомағын бик оҫта итеп сисә: был яулыҡты һөйгәне былтыр яҙ көнө өс ҡайын төбөндә осрашҡанда ябынғайны; тимәк, сәскәләр - шул онотолмаҫ осрашыу билгеһе, уның йөрәгендә һаҡлана. Гөлйөҙөм шул янған шырпы кеүек янып-көйөп йәй үткәргән, осоп барып күрергә күгәрсен ҡанаттары ғына юҡ шул. Сит-ситенә төрлө сағыу суҡтар тағып, йәшел атласҡа ҡыҙыл бәрхәт ҡушып теккән тәмәке янсығы ла ебәргән - был инде егеткә биргән вәғәҙә.

  • Һәҙиә Дәүләтшина. Ырғыҙ. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1957.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Реформатский А. А. Введение в языковедение, М.: Аспект Пресс, 2006. — с.352 — 353

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Дирингер Д. Алфавит. М., 1963.
  • Добльхофер Э. Знаки и чудеса. М., 1963.
  • Истрин В. А. Возникновение и развитие письма. М., 1965.
  • Реформатский А. А. Введение в языкознание. М., 2006
  • Фридрих И. История письма. М., 2004.
  • Брейар Ж. Болезнь письма // Семиотика безумия. Сб. статей. — Париж-Москва, 2005, с. 64-72
  • Әйберләтә яҙма, ҡош теле... - "Киске Өфө", 20 май, 2013, 8-9 бб.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Ҡалып:Письменности