Латин алфавиты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Латин алфавиты — латин яҙмаһының хәрефтәр системаһы. Латин алфавиты грек яҙмаһы (көнбайыш-грек варианты) базаһында беҙҙең эраға тиклемге 4—3 быуаттарҙа Боронғо Римда барлыҡҡа килә, грек яҙмаһының күпселек хәрефтәре үҙҙәренең тәүге мәғәнәһен һәм яҙылышын һаҡлап ҡалған. “G” (ге) латин хәрефе грек яҙмаһының “К” (каппа), “Q” (ку) – “S” (коппа), “V” (ве) – “Y” (ипсилон) хәрефтәрен үҙгәртеү юлы м‑н яһала, “С” (це) грек яҙмаһындағы “Г” (гамма) хәрефенең архаик яҙылышы булып тора; “ЈJ” (йот) һәм “U” (у) хәрефтәре 16 б. индерелә. Л.а. 2 баҫма шрифты бар: латиница (антиква) һәм готика (фрактура).

Герман телдәренең, кельт, роман телдәренең, байтаҡ славян телдәренең (поляк, словак, словен, чех, лужица телдәре), албан теленең, венгр теленең, яңы грек теленең, шулай уҡ төрки телдәрҙең (төрөк теле, төрөкмән теле, үзбәк теле, әзербайжан теле һ.б.) хәҙерге алфавиттары латин алфавиты нигеҙендә барлыҡҡа килгән.

1928—40 йылдарҙа башҡорт яҙыуында латиница ҡулланыла: 37 хәрефтән торған алфавит Яңы башҡорт алфавиты комитеты тарафынан төҙөлгән була.

Латин хәрефтәре

Латин хәрефе Хәреф исеме   Латин хәрефе Хәреф исеме
A a а N n эн
B b бэ O o о
C c це P p пэ
D d дэ Q q ку
E e е, э R r эр
F f эф S s эс
G g гэ, же T t тэ
H h ха, аш U u у
I i и V v вэ
J j йот, жи W w дубль-вэ
K k ка X x икс
L l эль Y y игрек, ипсилон
M m эм Z z зет, зета