Плутарх

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Плутарх
Πλούταρχος
Plutarch.gif
«Сағыштырмаса тормош юлдарын яҙыу (тәржемәи хәлдәре)» китабындағы гравюра, (1565)
Тыуған урыны:

Херонея (Беотия),
Греция

Вафат булған урыны:

Дельфы (Фокида), Греция

Гражданлығы:

Ҡалып:Флагификация/Рим империяһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, фәлсәфәсе

Жанр:

биография

Плута́рх (бор. грек.Πλούταρχος}}) (46 й. тирәһе, Хе­ро­нея, Бе­о­тия — 127 й. тирәһе, үлгән урыны билдәһеҙ) — боронғо грек яҙыусыһы һәм фәлсәфәсеһе, йәмәғәт эшмәкәре. Грецияның һәм Римдең күренекле сәйәси эшмәкәрҙәренең образдарын тергеҙгән «Сағыштырмаса тормош юлдарын яҙыу (тәржемәи хәлдәре)» хеҙмәтенең авторы булараҡ яҡшы билдәле. Плутархтың төрлө темаларға публицистик, әҙәби һәм фәлсәфәүи әҫәрҙәрен «Әхлаҡи әҫәрҙәр» («Моралиялар»), бында башҡалары менән бер рәттән популяр булған 9 томлыҡ "Табындағы әңгәмәләр"е лә ингән, атамаһы менән берләштереп алыу ҡабул ителгән.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Плутарх Беотияның ҙур булмаған Херонея ҡалаһында йәшәгән хәлле ғаиләлә тыуған. Йәш сағында Афинала Плутарх фәлсәфә (башлыса платоник Аммонийҙа), математика, риторика фәндәрен өйрәнгән. Артабан Плутархтың фәлсәфәүи ҡараштарына перипатетиктар һәм стоиктар һиҙелерлек йоғонто яһаған. Ул үҙен платоник тип атаған, ләкин ысынында эклектик булған, уны башлыса фәлсәфәнең ғәмәли ҡушымтаһы ҡыҙыҡһындырған. Йәш кенә көйө Плутарх ағаһы Ламприй һәм уҡытыусыһы Аммоний менән тарҡалышҡа дусар ителгән Аполлон культы һаҡланған Дельфыға килгән. Был сәйәхәт Плутархтың тормошона һәм әҙәби эшмәкәрлегенә етди йоғонто яһаған.

Афинанан Херонеяға ҡайтыу менән Плутарх ҡала общинаһынан Ахайя провинцияһының рим проконсулына йөкләмә алған һәм уны уңышлы үтәгән. Артабан ул йәмәғәт вазифаларын үтәгән һәм үҙенең ҡалаһына тоғро хеҙмәт иткән. Үҙенең улдарының уҡыуын ойоштороп, Плутарх өйөндә йәштәрҙе йыйған һәм үҙе остаз да лектор ҙа булып, үҙенә ҡарата бер хосуси академия булдырған.

Тыуған ере Херонеяла Плутархтың бюсы

Плутарх замандаштарына ижтимағи эшмәкәр ҙә һәм фәлсәфәсе булараҡ та яҡшы билдәле булған. Ул күп тапҡырҙар Римғаһәм Италиияның башҡа урындарында булған, уҡыусыларын грек телендә уҡытҡан (латынь телен ул «йәше уҙғас ҡына» өйрәнә башлаған). Римдә Плутарх неопифагорейсылар менән осрашҡан, шулай уҡ бик күп билдәле кешеләр менән дуҫлашҡан. Улар араһында Арулен Рустик, Луций Местрий Флор (император Веспасиандың көрәштәше), Квинт Сосий Сенецион (император Траяндың яҡын дуҫы) булған. Римдәге дуҫтары Плутархҡа ҡиммәтле ярҙам күрһәткән. Тик формаль рәүештә генә Местриев нәҫеле ағзаһы булып киткәнлектән, (рим юридик практикаһына ярашлы), Плутарх рим гражданлығын һәм Местрий Плутарх тигән яңы исем алған. Благодаря Сенекион арҡаһында ул үҙенең провинцияһында иң абруйлы кеше булып киткән: император Траян Ахайя наместнигына, Плутарх менән алдан кәңәшләшмәйенсә, ниндәй ҙә булһа саралар үткәрмәҫкә ҡушҡан. Бындай дәрәжәләре, почётлы архонт-эпоним һәм шулай уҡ башҡа ҙур булмаған магистратуралар вазифаһында булғаны Плутархҡа тыуған илендә, Херонеяла, йәмәғәтселек һәм ағартыу эше менән ирекле шөғөлләнеү мөмкинлеге биргән.

Илленсе йәшенә аяҡ баҫҡас, Плутарх Дельфылағы Аполлон храмының жрецы булып киткән. Ғибәҙәтханаға һәм оракулға элекке әһәмиәтен ҡайтарыу эшендә тырышлығы өсөн амфиктиондар уны хөрмәт иткән һәм уға статуя ҡуйған.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ламприй каталогына ярашлы, Плутарх үҙенән һуң 210 данаға яҡын хеҙмәтен ҡалдырған. Шуларҙың байтаҡ өлөшө беҙҙең дәүергә лә килеп еткән. Яңырыу (Возрождение) эпохаһы матбуғатсыларынан һаҡланған йола буйынса, Плутархтың әҙәби мираҫын төп ике төркөмгә бүләләр: «Моралии»[1] (бор. грек. Ἠθικά, лат. Moralia) тигән дөйөм атама менән билдәле булған фәлсәфәүи-публицистик әҫәрҙәре, һәм биографиялары (тәржемәи хәлдәре йәғни тормош юлдары).

«Моралиялар»ға, традиция буйынса, 80-гә яҡын әҫәр индерелә. Иң иртә ижад ителгәндәре риторик характерлы, мәҫәлән, Афинаға маҡтау, Фортуна (бор. грек. Τύχη), уныңАлександр Македонский тормошондағы һәм Рим тарихындағы роле («Бөйөк Александрҙың уңышы һәм ғәййәрлеге тураһында», «Александрҙың даны тураһында», «Римлеләрҙең уңышы тураһында») хаҡында фекер йөрөтөү.

Платон хеҙмәттәренә аңлатмалар биреүгә бағышланған («Платондың „Ти­мея“һында йәндең килеп сығыуы тураһында», «Пла­то­н мәсьәләләре» һ.б.), һәм эпи­ку­рей­сылар һәм стои­ктарҙың («„Күҙгә салынмай ғына йәшә?“ тигән әйтем яҡшымы», «Ко­ло­тҡа ҡаршы», «Эпи­ку­рға эйәрһәң, хатта рәхәт тормоштоң да барып сыҡмауы хаҡында», «Стоиктарҙағы ҡапма-ҡаршылыҡ тураһында») ҡараштарын тәнҡитләгән яҙмаларында Платон үҙенең фәлсәфәүи позицияларын бәйән иткән. Теоретик фекерләүгә инеп китмәһә лә, Плутарх уларҙа фәлсәфә тарихы буйынса бик күп ҡиммәтле мәғлүмәт биргән.

Бәхетле булыу һәм етешһеҙлектәрҙе еңеп сығыу буйынса кәңәштәр туплаған башҡа әҫәрҙәре тәрбиә маҡсатында яҙылған (мәҫәлән, «Артыҡ ныҡ ҡыҙыҡһыныусанлыҡ хаҡында», «Үтә күп һөйләүсәнлек хаҡында», «Артыҡ баҙнатһыҙлыҡ хаҡында»). Ғаилә тормошона бағышланған әҫәрҙәренә ҡыҙының үлеме менән бәйле яҙылған «Ҡатынымды йыуатыу» әҫәре ҡарай. Күп кенә әҫәрҙәрендә Плутархтың педагогик ҡыҙыҡһыныуҙары сағылған («Йәш кешегә нисек итеп шағирҙарҙы тыңларға», «Лекцияларҙы нисек ҡулланырға» һ.б.). Тематик яҡтан уларға Плутархтың хакимдарға һәм дәүләт эшмәкәрҙәренә нәсихәттәр урын алған сәйәси әҫәрҙәре яҡын тора («Мо­нар­хия, де­мо­кра­тия һәм оли­гар­хия хаҡында», "Дәүләт эштәре хаҡында нәсихәттәр һ.б.)

«Моралиялар»ға, диалогик формала яҙылған популяр хеҙмәттәре менән бер рәттән, тағы ла стилистик яҡтан фәнни трактаттарға яҡын торған башҡа эштәре лә ингән. Шулай, «Ай түңәрәгендәге төҫ тураһында» тигән трактаты ул дәүерҙә популяр булған төрлө астрономик идеяларҙы сағылдырған; в конце трактата Плутарх трактат аҙағында Платон Академияһында (Халкидондан килгән Ксенократ) ҡабул ителгән Ай иблистәр иле тигән теорияға мөрәжәғәт иткән.

Плутарх шулай уҡ хайуандар психологияһы менән дә ҡыҙыҡһынған («Хайуандарҙың зирәклеге тураһында»).

Плутарх тәрән динселлек менән айырылып торған һәм әхлаҡ һағында тороусы традицион мәжүси динен таныған. Был те­маға ул күп һанлы әҫәрҙәрен, шул иҫәптән Дельфылағы оракул Аполлонға ҡағылышлы «пифий» диалогтарын («Дельфылағы „Е“ тураһында», «Пифия бүтән шиғыр менән шелтәләмәүе хаҡында», «Оракулдарҙың түбәнселеге хаҡында»), «Ни өсөн хоҙай әжер ҡайтарыуҙы оҙаҡҡа һуҙа» диалогын һ.б. бағышлаған. «Исид һәм Осирис хаҡында» трактатында Плутарх Осирис мистерияларының һәм боронғо мысыр мифологияһының төрлө-төрлө синкретик һәм аллегорик интерпретацияларын бәйән иткән.

Плутархтың боронғолоҡ менән ҡыҙыҡһыныуын уның грек-рим донъяһында урын алған төрлө ғөрөф-ғәҙәттәрҙең әһәмиәтен һәм килеп сығышын (культ мәсьәләләренә күп урын бүленгән) асыусы «Грек мәсьәләләре» (бор. грек. Αἴτια Ἑλληνικά, лат. Quaestiones Graecae) һәм «Рим мәсьәләләре» (бор. грек. Αἴτια Ῥωμαϊκά, лат. Quaestiones Romanae) әҫәрҙәре күрһәтә. Плутархтың Биографияларында күренгән көләмәстәргә (анекдоты) һәүәҫлеге лакедемон ҡанатлы һүҙҙәр йыйынтығында сағылған. Хәҙерге көндә лә популяр булған 9 китаптан торған "Табын әңгәмәләре"ндә грек әҙәбиәтендә традицияға әйләнгән симпосия (мәжлес) формаһы яҙыусыға күп төрлө тормошсан һәм фәнни темаларҙы күтәрергә (абруйлы сығанаҡтарҙағы күп һанлы цитаталарға таянып) һәм тикшерергә мөмкинлек бирә.

Псевдо-Плутарх. De placitis philosophorum. Латин тәржемәһе (Базель, 1531)

Плутархтың "Моралиялар"ына традиция булараҡ боронғо замандарҙан бирле уныҡы тип иҫәпләнгән башҡа билдәһеҙ һәм уның исеме аҫтында киң танылыу алған авторҙарҙың әҫәрҙәре лә индерелгән. Шулар араһында иң мөһимдәре — «Музыка тураһында» (беҙгә дөйөм антик музыка тураһында белем бирерлек иң төп сығанаҡ) һәм «Балаларҙы тәрбиәләү тураһында» трактаттары (Яңырыу эпохаһында уҡ күп телдәргә тәржемә ителгән һәм XIX б. башына саҡлы төп нөсхәгә тап килгән (аутентик) әҫәр) бар. Төп нөхсәгә тап килмәгән (неаутентичный) әҫәрҙәргә ҡарата хәҙерге заман ғалимдары шартлы рәүештә Псевдо-Плутарх исемен ҡулланалар. Шулар араһында — фаразланғанса б.э. яҡынса II быуатында йәшәгән билдәһнеҙ авторҙың «Кесе сағыштырмаса тормош юлын яҙыу» (икенсе атамаһы — «Параллель грек һәм рим тарихтары йыйылмаһы») һәм «Йылғалар тураһында» әҫәрҙәрен әйтер кәрәк; был әҫәрҙәр антик мифология һәм тарих буйынса күп мәғлүмәткә бай күренһә лә, фәндә раҫлап ҡабул ителгәнсә, тулыһынса уйлап сығарылған. «Батшалар һәм полководецтар апофегмалары» ҡанатлы һүҙҙәр йыйынтығы ла төп нөсхә түгел. Телгә алынғандарҙан тыш, Плутарх исеме аҫтында уныҡы булмаған (күпселек осраҡта, аноним) күп кенә әҫәрҙәр һаҡланған.

Сағыштырмаса тормош юлдарын яҙыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Плутарх үҙенең әҙәбиәттәге даны өсөн эклектик фәлсәфәүи фекер йөрөтөүҙәре, этика мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәре менән түгел, ә тормош юлдарын яҙыуы (быларҙың, әйтер кәрәк, этикаға туранан-тура мөнәсәбәте бар) менән бурыслы. Плутарх үҙенең маҡсаттарын Эмилий Павелдың (Aemilius Paulus) тормош юлының инеш өлөшөндә билдәләп ҡуя: боронғо осорҙоң бөйөк кешеләре менән аралашыу үҙ эсенә тәрбиә мәсьәләләрен индерә, әгәр ҙә бәйән ителгән тормош юлдарының барыһы ла ҡыҙыҡһындырырлыҡ булмаған осраҡта, кире өлгө лә үҙенсә ҡиммәт, ул ғибрәт итерлек тәьҫир итә, айбандыра һәм дөрөҫ йәшәү өлгөһөн һайлау тураһында уйландыра, фәһем бирә. Плутарх үҙенең биографияларында этика өлкәһендә, кешенең һәр хәрәкәте яҡшылыҡ (благодетель) тыуҙыра, һәм шуның өсөн кеше эшмәкәрлеге хәл иткес әһәмиәткә эйә, тип раҫлаусы перипатетиктар тәғлимәтенә эйәрә. Плутарх, сиратлап тыуыуы, йәшлеге, холҡо, эшмәкәрлеге, вафат булыуы тураһында — перипатетик биографиялар схемаһына эйәреп яҙа. Плутарх үҙен бер урында ла факттарҙы тәнҡитләп тикшереүсе тарихсы итеп күрһәтмәй. Яҙыусы алырлыҡ ҙур тарихи материал ирекле файҙаланыла («биография яҙабыҙ, ә тарихты түгел»). Плутархҡа иң тәүҙә кешенең психологик портреты кәрәк; уларҙы аныҡ асып биреү өсөн, ҙур теләк менән һүрәтләнгән кешеләрҙең шәхси тормошонан миҫалдар, көләмәстәр һәм тапҡыр хикмәтле һүҙҙәр килтерә. Тексҡа бик күп әхлаҡи фекер йөрөтөүҙәр, шағирҙарҙың төрлө цитаталары индерелгән. Авторҙың таланты, уның кешеләргә хас һыҙаттарға ынтылышы һәм рухты ҡанатландырыусы әхлаҡи оптимизмы нәфис, тойғоло хикәйәләүҙәрен тыуҙырған, уңыш килтергән. Плутарх Биографиялары беҙҙең өсөн тарихи әһәмиәткә лә эйә, сөнки ул аҙаҡтан юғалтыуға дусар ителгән бик күп ҡиммәтле сығанаҡтарға таянып яҙған.

Плутарх биографиялар яҙыуға йәш сағынан уҡ тотонған. Башта ул Беотияның күренекле кешеләренә: Гесиодҡа, Пиндарға, Эпаминондҡа иғтибар иткән. Артабан ул Грецияның башҡа өлкә вәкилдәре: спарта батшаһы Леонид, Аристомен, Арат Сикионский тураһында яҙа башлаған. Хатта фарсы батшаһы Артаксеркс II дә биографияһы бар. Римдә булған сағында Плутарх, гректарға тәғәйенләп, рим императорҙары биографияһын яҙған. Тик ғүмеренең аҙағында ғына ул үҙенең иң мөһим «Сағыштырмаса тормош юлдарын яҙыу (тәржемәи хәлдәре)» (бор. грек. Βίοι Παράλληλοι; лат. Vitae parallelae) әҫәрен яҙған. Был Греция һәм Римдең күренекле тарихи шәхестәренең ҡушарлап сағыштырып яҙылған биографиялары булған. Хәҙерге ваҡытта иртә осорҙа яҙылған 22 шәхестең парлап һәм бер нисә берәмек (Арат Сикионский, Артаксеркс II, Гальба һәм Отондың) сағыштырмаса тормош юлдары билдәле. Парҙарҙың ҡайһы бере уңышлы төҙөлгән: Афинаға һәм Римгә мифик нигеҙ һалыусылар — Тесей һәм Ромул; тәүге закон сығарыусылар — Ликург Спартанский һәм Нума Помпилий; иң бөйөк полководецтар — Бөйөк Александр һәм Гай Юлий Цезарь; иң бөйөк ораторҙар — Цицерон һәм Демосфен. Башҡалар иреклерәк сағыштырылған: «бәхет балалары» — Тимолеонт һәм Эмилий Павел, йәки кеше яҙмыштарының көтөлмәгән үҙгәрештәрен һынландырыусы пар — Алкивиад һәм Кориолан. Плутарх һәр парҙан һуң, моғайын, сағыштырмаса ҡылыҡһырлау (synkrisis), геройҙарҙың уртаҡ һыҙаттарына һәм төп айырымлыҡтарына ҡыҫҡаса күрһәтеп яҙырға ниәтләнгәндер. Әммә бер нисә парҙың (айырып әйткәндә, Александр һәм Цезарҙың) сағыштырмаса тасуирлауы юҡ, йәғни һаҡланмаған (йәки, бының булыуы икеле, яҙылмағандыр ҙа). Тормош юлдары яҙмалары текстарында киҫелешкән һылтанмалар ҙа осрай, һәм был беҙгә килеп еткән текстар корпусына ҡарағанда тәүяҙмалар күберәк булған тигән һығымтаға киләбеҙ. Леонид, Эпаминонд, Сципион Африканскийҙың тормош юлдарының яҙмалары юғалған.

Тарихи тәнҡиттең һәм сәйәси фекерләүҙең тәрәнлеге етерлек булмауына ҡарамаҫтан, Плутарх биографиялары авторҙың кешелекле һәм йылы тойғоларын юғары баһалаған бөгөнгө күп һанлы уҡыусыларында ла төрлөлөгө һәм фәһемле йөкмәткеһе менән тәрән ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Рецепция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Плутархтың компилятив методына һәм эклетик стиленә ҡарамаҫтан, Яңырыу (Возрождение) эпохаһынан башлап XX быуатҡа саҡлы уның мираҫы әүҙем өйрәнелгән, тәржемә ителгән һәм яңынан баҫтырылған. 1935 йылда Халыҡ-ара астрономдар союзы Айҙың Ергә күренгән яғындағы бер кратерына Плутарх исемен биргән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Плутарх // Большая российская энциклопедия. Т.26. М., 2014, с.454.

Әҫәрҙәрен баҫтырыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Моралии (Плутарх) һәм Сравнительные жизнеописания (Плутарх).

Сит телдәргә тәржемәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Les oeuvres morales & meslées de Plutarque, translatées de grec en françois par Jacques Amyot. Paris: M. de Vascosan, 1572; R Paris: Mouton, etc., 1971.

Урыҫ теленә тәржемәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Плутархты урыҫ теленә XVIII быуаттарҙан уҡ тәржемә иткәндәр: Тәржемәләрҙе ҡарағыҙ: Степан Писарев, «Наставления Плутарха о детоводстве» (СПб., 1771) һәм «Слово о непреступающем любопытстве» (СПб., 1786); Ив. Алексеев, «Нравственные и философические сочинения Плутарха» (СПб., 1789); E. Сферин, «О суеверии» (СПб., 1807); С. Дистунис һ.б. «Плутарховы сравнительные жизнеописания» (СПб., 1810, 1814—16, 1817—21); «Жизнеописания Плутарха» В. Герье редакцияһында (М., 1862); А. Сувориндың арзан баҫмаһында Плутарх биографиялары (В. Алексеев тәржемәһе, т. I—VII) һәм шундай атама менән «Жизнь и дела знаменитых людей древности» (М., 1889, I—II); «Беседа о лице, видимом на диске луны» («Филол. обозрение» т. VI, 2-се китап); ҡабат баҫылған: Сравнительные жизнеописания. / В. А. Алексеев тәржемәһе. М.: Альфа-кн. 2008. 1263 б.

  • Плутарх. Сравнительные жизнеописания. 2 томда / Баҫманы әҙерләнеләр: С. С. Аверинцев, М. Л. Гаспаров, С. П. Маркиш. Яуаплы ред. С. С. Аверинцев. (Серия «Литературные памятники»). 1-е изд. В 3 т. — М.-Л.: Издательство АН СССР, 1961—1964. — 2-се баҫма, тәҙәтелгән һәм өҫтәлгән. — М.: Наука, 1994. — Т. 1. 704 б. — Т. 2. 672 б.
  • Плутарх «О лике, видимом на диске Луны» / Г. А. Иванов тәржемәһе. По материалам сборника «Философия природы в античности и в средние века». М.: Прогресс-Традиция, 2000.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Елпидинский Я. С. Религиозно-нравственное мировоззрение Плутарха Херонейского. — СПб., 1893. 462 стр.
  • Ловягин А. М. Плутарх, греческий моралист // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Ziegler K. Plutarchos von Chaironeia. Stuttgart: A. Druckenmüller, 1964.
  • Аверинцев С. С. Плутарх и античная биография: К вопросу о месте классика жанра в истории жанра. — М., 1973; переизд. в кн.: Аверинцев С. С. Образ античности. Сб. — СПб.: Азбука-классика. 2004. 480 стр. 3000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]