Хангыль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хангыль (чосонгыль, корёгыль)
Тип:

ижекле

Телдәр:

корей теле

Территория:

Корея ярымутрауы

Төҙөүсе:

Бөйөк Седжон етәкселегендәге ғалимдар төркөмө

Ижады ваҡыты:

1446

Осор:

1446 йылдан алып

Йүнәлеш:

һулдан уңға

Билдәләр:

51

брахми

гупта
сиддхаматрика
тибет яҙыуы
монгол квадрат яҙыуы
Юникод диапазоны:

U+AC00…U+D7A3 (ижектәр), U+1100…U+11FF (хәрефтәр)

ISO 15924:

Hang

Han’gŭl

Хангы́ль (кор. 한글) — корей теленең фонематик яҙыуы. Хангыльдың тәүге атамаһы — Хунмин чоным. Хангыльдың айырмалы үҙенсәлеге булып хәрефтәрҙең төркөмдәргә берләшеүе булып тора, улар яҡынса ижектәргә тап киләләр. Яҙыуҙың был төрө XV быуат урталарында төҙөлә һәм Корея Республикаһында төп һәм Корея Халыҡ Демократик Республикаһында берҙән-бер булып тора.

Атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсми атамалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хәҙерге хангыль (한글) атамаһы Чу Сигён менән 1912 йылда индерелә. Ул боронғо корей телендә «бөйөк яҙыу» тип аңлатылһа, хәҙерге корей телендә «корея яҙыуы» тип аңлатыла. Ханчала был атаманы яҙып булмай, әммә "корея"ны аңлатыусы тәүге хан () ижеген тип яҙырға мөмкин. иероглифынан ижеге барлыҡҡа килгән, ләкин хәҙерге ваҡытта былай итеп яҙыла алмай, сөнки ул корей телендә натурализацияланған.
  • Төньяҡ Кореяла илдең башҡа исеменә ярашлы булған Чосон мунча (кор. 조선 문자) атамаһы таралған.
  • Ғалимдар фекере буйынса, башта алфавит Хунмин Чоным (кор. 훈민정음?, 訓民正音? тип исемләнгән.

Башҡа атамалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чосонгыль (조선글), «чосон яҙыуы» — Төньяҡ Кореяла ҡулланыла, был ҡабул ителгән илдең үҙ атамаһына — «Чосон» (조선) исеменә яраҡлашып атала.
  • Уригыль (우리글), «беҙҙең яҙыу» — был атама Төньяҡ Кореяла ла, Көньяҡ Кореяла ла ҡулланыла.
  • Куксо (국서 / 國書) һәм кунмун (국문 / 國文), «милли яҙыу» — был атамалар менән ХХ быуат башында файҙаланғандар, хәҙер улар иҫкергән тип иҫәпләнә.

XX быуат башында хангыль ғәмәлдә әҙәбиәттә ҡулланылмаған, һәм бик ябай тип иҫәпләнгән. Уның урынына ҡытай иероглифтарында нигеҙләнгән ханча яҙыуы менән файҙаланғандар. Кореяның әҙәби элитаһы хангыльды мыҫҡыллап түбәндәгесә атағандар:

  • Онмун (кор. 언문?, 諺文?; «халыҡ яҙыуы»).
  • Амгыль (암글; «ҡатындар яҙыуы»). 암 моғайын 陰 («инь») иероглифынан барлыҡҡа киләлер.
  • Ахэткыль (아햇글 йәки 아해글; «балалар яҙыуы»).

Әммә хәҙер был атамалар иҫкергән тип иҫәпләнә. Ханча яҙыуы Көньяҡ Кореяла бик һирәк ҡулланылһа, Төньяҡ Кореяла ғәмәлдә файҙаланылмай тиерлек.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Хунмин Чоным»дың бер бите. Хангылда яҙылған колонка, 나랏말ㅆ̖미, тон баҫымлы диакритик билдә күрһәтелгән.

Хангыль яҙыуы 1443 йылда Чосон династияһының дүртенсе батшаһы Бөйөк Сечжон заказы буйынса корея ғалимдары төркөмө менән төҙөлгән.

Риүәйәт буйынса, хангылды буддист монахы Соль Чхон уйлап табылған тип барыла. Был осорҙа буддист әҙәбиәте шөһрәтле булған, әммә күбеһенсә брахми яҙыуында нигеҙләнгән тибет телендә һәм санскритта яҙылған була.

Хангыль, башҡа һинд яҙыуҙары төрҙәре кеүек, фонетик булып тора (йәғни һәр бер өндөң үҙенә ярашлы билдә булған). Ҡайһы бер хангылдың билдәләре деванагари яҙыуына оҡшаған. Телсе Гэри Ледьярд буйынса, хангылдың бер сығанағы булып Пагба-лама менән төҙөлгән монгол квадрат яҙыуы булып торған[1].

Хангыль проектын эшләү 1443 йыл аҙағында — 1444 йыл башында тамамланған һәм 1446 йылда «Хунмин Чоным» («Дөрөҫ өндәр тураһында халыҡҡа нәсихәт») тип исемләнгән документта баҫылып сыҡҡан. Алфавит ошо документтың исеме менән аталған. "Хунмин Чоным"дың нәшер ителеү датаһы — 9 октябрь Хангыль көнө булараҡ Көньяҡ Кореяла билдәләнә, уның аналогы Төньяҡ Кореяла 15 ғинуарҙа билдәләнә.

Таралған риүәйәт буйынса, балыҡсыларҙың буталған ауын күреп батша Седжон билдәләрҙең дөйөм һүрәтен уйлап таба. Әммә фольклор нигеҙе 1940 йылда «Хунмин Чоным Хэре» (""Хунмин Чоным"дың аңлатмалары һәм өлгөләре") тип аталған һәм 1446 йылда нәшер ителгән документ табылғас ҡына дөрөҫләнә. Был документ тартынҡы өндәрҙе билдәләгән хәрефтәрҙең формаһын артикуляцион фонетика яҡтан аңлатһа, ә бына һуҙынҡы өндәрҙе билдәләгән хәрефтәрҙең формаһын «инь и ян» фәлсәфәһе һәм һуҙынҡылар гармонияһы менән аңлатыла.

Яңы яҙыу төҙөүҙе Седжон батша былай тип аңлатҡан: корея теле ҡытай теленән айырыла, һәм ҡытай иероглифтарын өйрәнеүе ябай кеше өсөн бик ауырға тура килгән. Был осорҙа тик аҡһөйәктәр ҡатламына ҡараған ир-егеттәр генә белем ала алғандар, ә күп кенә кореялылар уҡый-яҙа белмәгәндәр.

Хангыль тик ханча яҙыуын танырға теләгән әҙәби элита яғынан ҙур ҡаршылыҡҡа осраған. Бының типик өлгөһө — Чхве Маллиҙың һәм башҡа конфуциан философтарының 1444 йылғы протесты булып тора.

Һуңыраҡ дәүләт хөкүмәтенең хангылға мөнәсәбәте һыуый башлай. Чосон династияһының унынсы батшаһы Ёнсангун 1504 йылда хангылды өйрәнеүҙе һәм уны дәүләт эштәрендә ҡулланыуҙы тыя, ә батша Чунджон 1506 йылда Онмун (халыҡ яҙыуы) министырлығын бөтөрә. Аҙаҡтан хангыль менән күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар һәм әҙ белемле кешеләр файҙаланғандар.

XIX быуат аҙағында Японияның йоғонтоһо Корея ярымутрауында көсәйеүе менән илдә милли хәрәкәт күтәрелә. Хангыль милли символға әүерелә. Кабо реформаһынан (кор. 갑오 개혁?, 甲午改革?) һуң 1894 йылда хангыль тәүгә рәсми документтарҙа күренә башлай.

1910 йылда Кореяны Япония аннекциялағандан һуң, мәҙәни ассимиляцияһы сәйәсәтен алып барған япон оккупацияһына ҡаршы хангылды мәктәптәрҙә өйрәтә башлайҙар. Аҙаҡтан хангыль, Япония колониаль идаралығы осоронда, матбуғатта стандарт тел булып китә. 1933 йылдың 29 октяберендә Хангылдың стандарт системаһы (한글 마춤법 통일안) ҡабул ителә. 1940 йылда хангылды икенсе телдәргә транскрипциялау системаһы баҫылып сыға. Был ваҡытта корея яҙыуы ханча һәм хангылдың ҡатнаш системаһынан торған — лексик тамырҙар ханчала яҙылһа, грамматик формалар хангылда булғандар.

1945 йылда Япониянан бойондороҡһоҙлоҡ яулағандан һуң, Кореяның рәсми яҙыуы тип хангыль ҡулланыла башлай һәм тиҙҙән ҡатнаш система юғала килә. Шулай ҙа, хәҙерге заманда ханча яҙыуын гәзиттәрҙең мәҡәлә исемдәрендә, лозунгтарҙа, ресторандар атмаларында осратырға мөмкин.

1950-се йылдар уртаһында профессор А. А. Холодович хангылдан кириллицаға күсеү транскрипция системаһын төҙөй. Тиҙҙән телсе Лев Концевич был системаны тағы ла яҡшырта. Был Концевич системаһы тип атала.

XXI быуат башында Сеул ҡалаһында хангыль музейы төҙөлә башлай[2].

Алфавит составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хангыль элементтары чамо (кор. 자모?, 字母? тип атала (ҡыт. zìmǔ — цзыму) йәки нассори (낱소리)). Ча (ҡыт.цзы) «хәреф» тип аңлатылһа, ә мо (ҡыт.му) «әсә» тип тәржемә ителә. Чамо — корей яҙыуы нигеҙләнгән төп блоктар.

Йәмғеһе 51 чамо бар, уларҙың 24 ғәҙәттәге алфавиттың хәрефтәренә тап килә. Ҡалған 27 чамо ике йәки өс хәрефтән торған комбинациялар (диграфтар һәм триграфтар) булып торалар. 24 ябай чамоның 14 тартынҡы (чаым, кор. 자음?, 子音? «бала өндәре»), ә ҡалаған унауһы һуҙынҡы (моым, кор. 모음?, 母音? «әсә өндәре») булып торалар. Ун алты диграфтарҙың биш көслө тартынҡылары ябай тартынҡыларҙы парлаштырыу юлы менән, ә ҡалған ун бере төрлө хәрефтәрҙән барлыҡҡа киләләр. Ун чамо һуҙынҡылары ун бер дифтонгыларға берләшәләр. Артабан алфавиттың тулы составы бирелә:

  • 14 ябай тартынҡылар: ㄱㄴㄷㄹㅁㅂㅅㅇㅈㅊㅋㅌㅍㅎ, плюс иҫкергән ㅿㆁㆆㅱㅸㆄ
  • 10 ябай һуҙынҡылар: ㅏㅓㅗㅜㅡㅣㅑㅕㅛㅠ, плюс иҫкергән
  • 5 көслө (парланған) тартынҡылар: ㄲㄸㅃㅆㅉ, плюс иҫкергән ㅥㆀㆅㅹ
  • 11 диграфтар: ㄳㄵㄶㄺㄻㄼㄽㄾㄿㅀㅄ, плюс иҫкергән ㅦㅧㅨㅪㅬㅭㅮㅯㅰㅲㅳㅶㅷㅺㅻㅼㅽㅾㆂㆃ һәм иҫкергән триграфтар ㅩㅫㅴㅵ
  • 11 дифтонгылар: ㅐㅒㅔㅖㅘㅙㅚㅝㅞㅟㅢ, плюс иҫкергән ㆎㆇㆈㆉㆊㆋㆌ

(чиыт), (киёк), (тигыт) и (пиып) тартынҡыларынан ярашлы рәүештә (чхиыт), (кхиык), (тхиыт), һәм (пхиып) тартынҡылары барлыҡҡа килә.

Икәүле хәрефтәр: (ссангиёк: ссан- «икәүле»), (ссандигыт), (ссанбиып), (ссансиот) и (ссанджиыт). Икәүле чамолар парлашылғандарҙы түгел, ә көсәйтелгән өндө билдәләр өсөн ҡулланыла.

Хәрефтәр тәртибе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алфавитлы хәрефтәр тәртибе хангылда тартынҡы һәм һуҙынҡы хәрефтәренең ҡатнашыуын иҫәпкә алмай. Был тәртип һинд телдәренең аналогтарына оҡшаған, тәүҙә артҡы аңҡау өндәре, һуңынан коронарлы, иренле һәм башҡалар. Әммә һинд телдәренән айырмалы рәүештә, һуҙынҡылар тартынҡының алдынан түгел ә артынан бара.

Хәҙерге алфавит тәртибе 1527 йылда Чхве Седжин менән ҡабул ителгән. Был көслө тартынҡыны күрһәткән икәүле хәрефтәр барлыҡҡа килеүенән һәм ㅇ һәм ㆁ хәрефтәренең бүленеүенән алдараҡ була. Шулай итеп, Төньяҡ Корея һәм Көньяҡ Корея хөкүмәттәре хангылға рәсми статус бирелгән ваҡытта, улар хәрефтәрҙе төрлөсә урынлаштырылған.

Көньяҡ Корея тәртибе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чамо тартынҡыларының Көньяҡ Корея тәртибе:

ㄱ ㄲ ㄴ ㄷ ㄸ ㄹ ㅁ ㅂ ㅃ ㅅ ㅆ ㅇ ㅈ ㅉ ㅊ ㅋ ㅌ ㅍ ㅎ

Икәүле чамолар үҙҙәренең берәүлеләренән һуң ғына урынлаштырыла. Телһеҙ һәм танаулы хәрефенән айырма юҡ.

Чамо һуҙынҡыларының тәртибе:

ㅏ ㅐ ㅑ ㅒ ㅓ ㅔ ㅕ ㅖ ㅗ ㅘ ㅙ ㅚ ㅛ ㅜ ㅝ ㅞ ㅟ ㅠ ㅡ ㅢ ㅣ

Хәҙерге монофтонгылар беренсе торалар, һәм барлыҡҡа килеүсе формалар менән болғаналар: башта и өҫтәлә, һуңынан й формаһы. Ҡыҫҡа у хәрефенә башланған дифтонгылар, әйтелеш буйынса урынлаштырылғандар: айырым диграфтар кеүек түгел, ә йәки һымаҡ плюс икенсе һуҙынҡы.

Төньяҡ Корея тәртибе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ Кореяла традиционлыраҡ тәртип ҡабул ителгән:

ㄱ ㄴ ㄷ ㄹ ㅁ ㅂ ㅅ ㅇ ㅈ ㅊ ㅋ ㅌ ㅍ ㅎ ㄲ ㄸ ㅃ ㅆ ㅉ ㅇ

Һуҙынҡылар тәртибе:

ㅏ ㅑ ㅓ ㅕ ㅗ ㅛ ㅜ ㅠ ㅡ ㅣ ㅐ ㅒ ㅔ ㅖ ㅚ ㅟ ㅢ ㅘ ㅝ ㅙ ㅞ

Хәрефтәрҙең атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хангылда хәрефтәр тәртибе тәүге өс чамо буйынса канада (кор. 가나다 순) тип исемләнә.

Тартынҡыларҙың атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәреф Көньяҡ Кореялағы атамаһы Төньяҡ Кореялағы атамаһы
киёк (기역) киык (기윽)
ниын (니은)
тигыт (디귿) тиыт (디읃)
риыль (리을)
миым (미음)
пиып (비읍)
сиот (시옷) сиыт (시읏)
иын (이응)
чиыт (지읒)
чхиыт (치읓)
кхиык (키읔)
тхиыт (티읕)
пхиып (피읖)
хиыт (히읗)

Һуҙынҡыларҙың атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәреф Атамаһы
а ()
э ()
я ()
е ()
о ()
э ()
ё ()
е ()
о ()
уа ()
уэ ()
уэ ()
ё ()
у ()
уо ()
уэ ()
уи ()
ю ()
ы ()
ый ()
и ()
башланғыс урталлы
башланғыс
урталағы
башланғыс 2-се
урталағы
1-се урталағы
  • Әгәр ҙә тамамлаусы хәреф бер үҙе икән, ул һәр ваҡытта ла урталлының аҫтында яҙыла. Бындай хәреф «патчим» (받침) тип атала.
башланғыс урталағы
аҙаҡҡы
башланғыс
урталағы
тамамлаусы
башланғыс 2-се
урталағы
1-се урталағы
тамамлаусы

Хангыль һәм компьютерҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юникодта хәреф төркөмдәрен бөтөнләй (Hangul Syllables диапазоны, U+AC00U+D7A3), йәки хәрефтәрҙе айырым-айырым кодлау (Hangul Jamo диапазоны, U+1100U+11FF) — аҙаҡҡы осраҡта нәшер итеүсе ҡулланма үҙе хәрефтәрҙән төркөмдәр барлыҡҡа килетерергә тейеш.

Hangul Syllables диапазоны ижектәре Көньяҡ Корея алфавиты тәртибендә урынлаштырыла. Улар 588 ижектәрҙән торған 19 төркөмгә бүленгән. Һәр бер төркөм бер үк тартынҡынан башланған ижектәрҙән тора. Мәҫәлән, U+AC00U+AE4B — киёктан башланған ижектәр, U+AE4CU+B097 — ссангиёктан, һәм башҡалар. Һәр бер төркөм үҙ сиратында 28 ижектән (аҙаҡҡы тартынҡылар буйынса) торған 21 төркөмсәгә (үҙәк һуҙынҡылары буйынса) бүленә. Шулай итеп, Юникодтағы ижектең һанын түбәндәге формула буйынса иҫәпләп сығарырға мөмкин:

0xAC00 + (башланғыс_тартынҡының_һаны минус бер) × 588 + (һуҙынҡының_һаны минус бер) × 28 + (һуңғы_тартынҡының_һаны йәки 0)

Мәҫәлән, 엄 ижеге өсөн башланғыс тартынҡының һаны 12 тигеҙ, һуҙынҡының һаны 5 тигеҙ, һуңғы тартынҡының һаны 16 тигеҙ, һәм формула буйынса иҫәпләп сығарырһаҡ Юникодтағы ижектең һаны артабанғыса була 0xC5C4 = 0xAC00 + 0x1944 + 0x0070 + 0x0010.

Транскрипция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кириллизация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1950-се йылдар уртаһында профессор А. А. Холодович хангылдан кириллицаға күсеү транскрипция системаһын төҙөй. Тиҙҙән телсе Лев Концевич был системаны тағы ла яҡшырта. Концевич системаһы Холовичтыҡынан ㅈ хәрефенең өнөн билдәләр өсөн чж урынына дж ҡулланыуы менән айырыла. Концевич системаһы хәҙерге заманда ғәмәлдә корея теленән транскрипциялауҙың стандарты булып тора.

Романизация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Корея һүҙҙәренең латиница менән күрһәтер өсөн бер нисә система бар:

  1. Яңы латин транскрипцияһы (яңы романизация) — 2000 йылда ҡабул ителә.
  2. Маккьюн—Райшауэр системаһы — 1937 йылда ҡабул ителә.
  3. Мартин системаһы (романизацияның Йель системаһы) — Икенсе донъя һуғышы осоронда ҡабул ителә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ledyard, Gari K. The Korean Language Reform of 1446. Seoul: Shingu munhwasa, 1998.; Ledyard, Gari. «The International Linguistic Background of the Correct Sounds for the Instruction of the People.» In Young-Key Kim-Renaud, ed. The Korean Alphabet: Its History and Structure. Honolulu: University of Hawai’i Press, 1997.
  2. В Сеуле построят музей корейского алфавита Сеульский вестник, 20 июля 2011.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]