Корея Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күриә Республикаһы
대한민국
大韓民國
Тәһан Мингүк
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «널리 인간 세계를 이롭게 하라 (Кешелеккә ярҙам күрһәтә, 弘益人間
Гимн: «Эгукка»
Рәсми тел күрийса
Баш ҡала Сеул
Эре ҡала Сеул, Пусан, Инсон, Тэгу, Тэйон
Идара итеү төрө Президент республикаһы
Президент
Премьер-министр
Юн Сок Ёль[1]
Ким Хван Сик[2]
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
107
99 392 км²
0,3
Халыҡ
• Һаны (2007)
• Халыҡ тығыҙлығы

49 024 737 чел. (25)
480 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2010)
  • Бер кешегә

1,457 трлн.[3] долл. (12)
29,730(2017)[3] долл.
ИЧР  0,897 (бик юғары) (15 урын)
Валюта вон (KRW, код 410)
Интернет-домен .kr
Код ISO KR
МОК коды KOR
Телефон коды +82
Сәғәт бүлкәте +9

Коре́я Республикаһы йәки Күриә Республикаһы (кор. 대한민국 [tɛːhanminɡuk̚] тэха́н мингу́к, Тәһан Мингүк) — Көнсығыш Азиялағы дәүләт. Корея ярымутрауында урынлашҡан. Киң мәғлүмәт сараларында ҡулланылған, рәсми булмаған атамаһы — Көньяҡ Коре́я.

Илдең майҙаны 100 210 км²[* 1]. 2017-се йылғы иҫәпләүҙәрҙән һуң, халыҡ һаны 51 миллион булыуы асыҡлана. Майҙаны буйынса йөҙ ҙә етенсе, ә халыҡ һаны буйынса егерме етенсе[[2]] урында тора.

Баш ҡалаһы — Сеул. Дәүләт теле: корея һәм Күриә ым-ишаралар телеruen

Унитар дәүләт ойошоу формаһы яғынан президент республикаһы. 2017-се йылғы һайлауҙарҙан. һуң, шул уҡ йылдың 10 майынан илдең президенты вазифаһын Мун Чжэ Ин башҡара. Корея Республикаһы 16 административ-территориаль берәмектрәҙән тора. Шулар араһынан 9 — провинция, 6 — метрополит ҡала (статустары провинция менән бер тигеҙ) һәм айырмалы рәүештәге статуслы бер ҡала — (Сеул). бар.

Ил Корея ярымутрауының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Корея Халыҡ-Демократик республикаһы менән утрауҙа күршелек итәләр. Әммә улар демилитаризованланған зона менән бүленгән. Диңгеҙ аша күршеһе булып Япония тора. Көнбайыштан ил Һары, көнсығыштан — Япон, көньяҡтан Көнсығыш-Ҡытай диңгеҙҙәре һәм Корея проливы менән йыуыла.

Корея Республикаһы — күп милләтле, корейҙар халыҡ һанының яҡынса 96 % тәшкил итә.

65 % кеше динһеҙ, ә төп диндәре булып буддизм һәм христианство тора.

Үҫешкән экономикалы индустриаль дәүләт. ВВПның дәүмәле һатып алыу мөмкинселектәре паритеты буйынса 2018-се йылда 2,139 триллион доллар тәшкил итә (яҡынса бер кешегә 41 400 доллар тура килә). Аҡса берәмеге — Көньяҡ Корея воны.

Корея дәүләте үҙ тарихын б.э. тиклемге IV—III быуаттарҙан алып бара. Икенсе донъя һуғышыныңнан һуң Корея ( элекке Япония империяһының өлөшө), СССР ҡанаты аҫтындағы төньяҡ һәм США ҡарамағы аҫтындағы көньяҡ өлөштәргә бүленә. Корея Республикаһы 1948-се йылдың 15 авгусында америка зонаһында барлыҡҡа килә. Унан һуң, 9 сентябрҙә, совет дәүләте зонаһында Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы. Ошо ваҡиғаларҙан һуң үткән Корея һуғышы (1950—1953) бүленештәрҙе нығытып ҡуя.

Атамаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Корей телендә Корея Республикаһы Тэха́н мингу́к (대한 민국тыңларға ) тип атала, 大韓 民國. Йышыраҡ ҡыҫҡартылған исеме Хангу́к (한국) 韓國 йәкиТэхан (대한, 大韓) тип әйтелә. Ҡайһы берҙә Намха́н (남한) тип әйтәләр. Ул «Көньяҡ Хан» тигәнде аңлата, йәғни Пукха́н, (북한, 北韓) «Төньяҡ Хан»ға (Төньяҡ Корея) ҡапма-ҡаршы. "Хан" һүҙе Корея ярымутрауында йәшәгән «Самхан» ҡәбиләләренән алынған. «Корея» һүҙе 9181392 йылдарҙағы Корё дәүләте исеменән килгән. Ә Корё һүҙе, Корея ярымутрауы, хәҙерге Ҡытайҙың бер өлөшө, Приморье крайы урынлашҡан боронғо Когурё дәүләте исеменән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

KTX-II поезды

Ҡалып:Об

Көньяҡ Корея тарихы 1945 йылғы ярымутрауҙа йоғонто даирәләрен бүлешеү тураһындағы СССР-АҠШ килешеүенән башлана. Ошо килешеүгә ярашлы, Кореяның 38 параллельдән көньяҡтағы өлөшө — АҠШ юрисдикцияһына, төньяҡтағы өлөшө СССР юрисдикцияһына күсә. Корея Республикаһының конституцияһына ярашлы, Кореяның Ваҡытлыса хөкүмәте Япония оккупацияһынан ҡотолған 1919-сы һәм 1948-се йылдарҙа, үҙ иленең законлы башлығы тип атала. Илдең тарихында алмаш-тилмәш демократия һәм авторитаризм политик системалары өҫтөнлөк итә. Граждандар дәүләте илдең хөкүмәтендә Беренсе Республиканан Ли Сын Ман хәҙерге Алтынсы Республикаға тиклем килә.

Беренсе Республика баштан демократик булыуына ҡарамаҫтан, Авторитаризм 1960-сы йылдарғаса ҡәҙәр өҫтөнлөк итә. Кореяның икенсе Республикаһы демократияға принциптарына ҡорола, әммә бер йыл үтеп өлгөрмәҫтән хәрби дәүләт барлыҡҡа килә. Өсөнсө, Дүртенсе һәм Бишенсе Республикалар номиналь рәүештә генә демократик тип һаналалар. Ысын барлыҡта иһә, хәрби политикаһының дауамдары булып торалар. Тик Алтынсы Республика ғына демократияның юлына аяҡ баҫа.

Көньяҡ Корея нигеҙ һалынған осоронан бик ҙур юл үтә: экономикаһы, сәнғәте,уҡытыу системаһы ошо арала бихисап үҙгәрештәр кисерә. 1960-сы йылдарҙа ярлы илдәр араһына ингән дәүләт, хәҙер иһә, үҫешкән сәнәғәтле булып һанала. 1990-сы йылдарҙан корея поп-музыкаһы, сериалдары (дорамалары) һәм кинематографияһы менән билдәлелек яулай башлай. Бигерәк тә, Көньяҡ-Көнсығыш Азияһын «корея тулҡыны» ялмап ала.

Политика и государственное устройство[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Президент[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ Кореяның дәүләт башлығы булып президент тора. 2017-се йылдың 10 майынан Мун Чжэ Ин был вазифаны биләй. Ул республиканың 12-се президенты булып һанала.

Парламент[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер палаталы Милли йыйылыш бар. (300 урынлыҡ).

246 депутат бер мандатлы округтарҙа мажоритар системаһы буйынса сағыштырмаса күп йыйылған тауыш аша, илле дүрте 5-заградитель процентлы барьер менән милли партия исемлеге буйынса һайлана. Депутат вәкәләттәр мөҙҙәте — 4 йыл.

1948-се йылдан парламент һайлауҙары үткәрелгә башлай. 1972-нән алып 1988-гә тиклем илдә диктаторлыҡ ҡоролошо арҡаһында һайлауҙар ғәмәлдә генә башҡарыла. Тик 1998-се йылда ғына Көньяҡ Корея демократик ил булғас ҡына парламент һайлауҙары биш йылға бер үткәрелә башлай.

Сәйәси партия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Политические партии[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кеше хоҡуҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Достоверность

Көньяҡ Кореяла асыҡ кейемгә кире ҡарашталар. Улар өсөн был "икенсе кешеләрҙә уңайһыҙлыҡ һәм дискомфорт тыуҙырыусы» тип һанала.[5][6].

Көньяҡ кореяның хоҡуҡ һаҡлаусыларының тәңҡитен 1948-се йылда уҡ ҡабул ителгән дәүләт хәүефһеҙлеге тураһындағы Закон тыуҙыра. Был законға ярашлы, Төньяҡ Корея «анти-дәүләт ойошмаһы» булараҡ, уның хаҡындағы яҡшы хәбәрҙәрҙе таратыу тыйыла. Ә ил дәүләтенең ризалыҡһыҙ үҙ белдегең менән территорияһына инеү 10 йылға төрмә менән янауы ихтимал.[7][8][9]. Көньяҡ Корея эсендә төньяҡ күршеһенең сайттары блоеировка аҫтына инә[10].

90-сы йылдарға тиклем Көньяҡ Кореяла чучхе идеялары артынан эйәреүселәрҙе, төньяҡ дәүләткә инергә теләүселәрҙе оҙайлы ваҡытҡа төрмәләрҙә бикләгәндәр. Шуға күрә был кешеләрҙе «оҙайлы тотҡонсолар» тип йөрөткәндәр. [3]

Халыҡ-ара амнистияһына ярашлы, дәүәләт хәүефһеҙлеге хаҡындағы аңлашылмаған ҡанундар бирелеше, йәнәһе, «хөкүмәт ғәмәлдәрен тәнҡитләүсе һәм бигерәк тә — Төньяҡ Кореяһыныҡы менән сағыштырыусыларҙы (айырым кешеләрҙе, йә төркөмдәрҙе) нигеҙһеҙ рәүештә баҫтырыу өсөн генә ҡаралған». Социаль бәйәнештәрҙә ошоға бәйле әсе темаларҙы күтәреүселәр, енәйәт эше фигуранттары булып, суд ҡарамағы аҫтына инәләр [11]. Мәҫәлән, 2015-се йылдың 1 декабрендә 9 табипты һәм 3 студентты дәүләт хыянатында ғәйепләйҙәр. Уларҙа Төньяҡ Кореяның чучхе идеяһын пропагандалаусы материалдар һәм Ким Ир Сен менән Ким Чен Ир мемуарыҙары табыла. Тағы тәфтишселәр был кешеләрҙең махсус электрон ссылка ярҙамында ҡораллы һуғышҡа өндәүҙәрен асыҡлайҙар[12]. 2017-се йылда уларҙы шартлы һаҡ аҫтына алалар.[13].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вид на юг острова Чеджудо

Корея Республикаһы Корея ярымутрауының Азия еренең төп өлөшөнән 1100 километрға сығып торған көньяҡ яғында ята. Көнбайыштан ил Һары, көсығыштан Япон диңеҙҙәре (Кореяла урынллашҡан яҡтарына ярашлы уларҙы "Көнсығыштыҡы", "Көнбайыштыҡы" тип йөрөтәләр) менән, көньяҡтан — Корея боғаҙы һәм КөнсығышүҠытай диңгеҙе (Кореяла уларҙы бергә «Көньяҡ диңгеҙе» тип атайҙар) менән йыуыла. Илдең дөйөм майҙаны — 100210 километр квадрат тәшкил итә.

Ландшафтының ҙур өлөшө таулы, тигеҙлектәре тик 30 % ерен генә алып тора.

Ярҙарының эргәһендә яҡынса 3000 утрау урынлашҡан (күбеһенсә, ҙур булмаған һәм йәшәүгә яраҡлашмаған). Иң ҙур утрау тип Чеджудо һанала.

Рельефы һәм файҙалы ҡаҙылмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Восточно-Корейские горы

Ҡөньяҡ Кореяның иң бейек нөктәһе булып Чеджудола урынлашҡан Халласан тора. (1947 м[14]). Илдең көнсығыш һәм үҙәк өлөшөн Көнсығыш-Корея тауҙары биләгән. Улар ясперстан Тхэбэк, Кёнсан, ә арҡырынан Собэк, Норён, Чхарён тау теҙмәләренән тора. Иң ҙур бейеклек менән Собэк һәртәндағы Чирисан (1915 м), Тхэбэк һыртындағы Сораксан (1708 м) тора.

Илдең көнбайышы менән көньяғында бәләкәс тигеҙлектәр һәм уйһыулыҡтар урынлашҡан. Тап шул ерҙәрҙә халыҡтың төп өлөшө йәшәй.

Кореяла бай булмаған алтын, көмөш, вольфрам, тимер рудаһы, ҡурғаш, цинк, графит һ.б. ятҡылыҡтары урынлашҡан. Ҡаҙылма байлыҡтарының күп өлөшөн сит илдән индерәләр.[15].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. [1]
  2. Парламент Южной Кореи утвердил кандидатуру нового премьер-министра
  3. 3,0 3,1 Международный валютный фонд (апрель 2008)
  4. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  5. http://news.mail.ru/society/12315970/ 2013 йыл 29 октябрь архивланған. В Южной Корее запретили мини-юбки
  6. http://podrobnosti.ua/society/2013/03/13/893194.html В Южной Корее запретили мини-юбки и декольте
  7. В. М. Тихонов Демократия с южнокорейской спецификой
  8. Sometimes, It’s a Crime to Praise Pyongyang
  9. Гражданина Южной Кореи задержали за посещение КНДР
  10. КНДР обвиняет Южную Корею в нарушении прав человека: блокируют доступ к северокорейским сайтам
  11. AMNESTY INTERNATIONAL: ВЛАСТИ ЮЖНОЙ КОРЕИ ПОДАВЛЯЮТ СВОБОДУ СЛОВА 2019 йыл 18 август архивланған.
  12. Девять медиков в Южной Корее обвинены в госизмене и пропаганде в пользу КНДР
  13. 부산지법, 국보법 위반 '부산청년한의사회' 12명 전원 집행유예 JoongAng Ilbo[en] 2017.02.09
  14. '남한 최고봉' 제주 한라산 높이 1947m 재확인 — 뉴스1제주
  15. Ахметов В. В., Фролова Е. Л. Учебно-методический комплекс по дисциплине «География стран Дальнего Востока: Китай, Япония, Корея».. — Новосибирск.: Новосибирский Государственный Университет, 2011. — С. 108, 200. Архивная копия от 24 июнь 2016 на Wayback Machine


Өҙөмтә хатаһы: "*" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="*"/> тамғаһы табылманы