Таиланд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Королевство Таиланд
(тай. ราชอาณาจักรไทย)
Таиланда гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Гимн: «Пхленг чат»
Нигеҙләнгән 1238
Нигеҙләнгән 1238
Рәсми тел тай теле
Баш ҡала Бангкок
Эре ҡала Бангкок
Идара итеү төрө конституцион монархия]][1]
Король

Премьер-министр

Маха Вачиралонгкорн

Прают Чан-Оча

Дәүләт дине буддизм
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
50
514 000 км²
0,4 %
Халыҡ
• Һаны (25.12.2013)
• Халыҡ тығыҙлығы

70 498 494[2] чел. (20)
130,5 чел./км² (57)
ИЧР (2014) 0,722[3] (высокий) (89 урын)
Этнохороним таиландец, таиландка, таиландцы
Валюта ฿ Тай баты (THB)
Интернет-домен .th
Код ISO TH
МОК коды THA
Телефон коды +66
Сәғәт бүлкәте +7

Таила́нд (тай. ประเทศไทย) Таиланд короллеге (тай. ราชอาณาจักรไทย [râːtɕʰa ʔaːnaːtɕɑ̀k tʰɑj]) — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла урынлашҡан дәүләт, Һинд-Ҡытай ярымутрауында һәм Малакка ярымутрауында урынлашҡан. Көнсығыштан Камбоджа һәм Лаос, көнбайыштан Мьянма, көньяҡтан Малайзия менән сиктәш.

1939 йылға тиклем Сиам тип атала. «Тхай» (ไทย) һүҙе «азатлыҡ» тигәнде аңлата. Һүҙ үҙен-үҙе аҡлай: башҡа дәүләттәр Франция һәм Бөйөк Британия колониялары булғанда, Таиланд Көньяҡ-Көнсығыш Азияла мөстәҡиллеген һаҡлап ҡалған берҙән-бер дәүләт.

«Таиланд» (Thailand) — XX быуаттың 30-сы йылдарында ғәҙәти тормошҡа инеп ҡалған инглизлаштырылған тайҙар йәшәгән ил исеме. Тайса ил исеме «Мыанг Тхай» йәки «Пратхет Тхай» тип яңғырай.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таиланд рельефы

Таиланд Көньяҡ-Көнсығыш Азияла, Һинд-Ҡытай һәм Малакка ярымутрауында урынлашҡан, көнбайышта Андаман диңгеҙе, көнсығышта Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙенең Сиам ҡултығы менән йыуыла. Таиландтың территорияһы төньяҡтан көньяҡҡа һуҙыла (иң төньяҡ нөктәһенән иң көньяҡ нөктәһе тиклем алыҫлыҡ— 1860 км). Көньяҡ-Көнсығыш Азияның үҙәгендә урынлашыуы һәм илдәр араһында төбәктең төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай иң ҙур оҙонлоғо арҡаһында Таиланд Көньяҡ-Көнсығыш Азияла төрлө климатҡа эйә, шуға күрә төп культураларҙың уңышы йылына бер нисә тапҡыр йыйыла, ә туристик миҙгел бер климатик зонанан икенселәренә «ағып сыға», был Таиландты донъяла һирәк булған йыл әйләнәһенә туристик үҙәк итә. Урмандар илдең 10 процентын тәшкил итә: төньяҡта тропик япраҡтары ҡойолоусы урмандар, ә артыҡ дымлы көньяҡ райондарында мәңге йәшел тропик ағастар үҫә.

Төбәктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Географик яҡтан, климаты, тәбиғәт ресурстары күҙлегенән, рельефы формаларының төрлөлөгө һәм хатта халҡының этник составы яғынан, Таиланд биш төп төбәккә бүленә: Үҙәк, Көнсығыш, Төньяҡ, Төньяҡ-Көнсығыш һәм Көньяҡ Таиланд.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мак утрауы

Таиландтың климаты илдең төньяғында — дымлы тропик, көньяҡ һәм үҙәк өлөшөндә субэкваториаль, ә Малайзия менән сигендә — экваториаль. Был илдең ҙур өлөшөнөң тропик һәм субэкваториаль бүлкәттә урынлашыуы, көньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш муссондарының йоғонтоһо менән аңлатыла. Таиландтың иң төньяҡ һәм иң көньяҡ нөктәләре араһындағы алыҫлыҡ 1860 км тәшкил итә, ә киңлектәр айырмаһы — яҡынса 15 °. Төньяҡтан көньяҡҡа шундай оҙонлоғо Таиландтың климатын Көньяҡ-Көнсығыш Азияла күп төрлө итә. Көньяҡ-көнбайыш муссон май аҙағында — июль уртаһында ямғырҙар һәм сағыштырмаса һалҡындар алып килә. Ноябрь айына ямғырҙар туҡтай, һәм «һалҡын ҡоро» миҙгел башлана, ул февраль урталарына тиклем дауам итә. Был ваҡытта Төньяҡ, Төньяҡ-Көнсығыш һәм Үҙәк Таиландтың үҙенә теймәй генә һалҡын алып килгән муссондың йоғонтоһо һиҙелә. Муссондар кәмеү менән, февраль — май айҙарында үтә эҫелек башлана, өҫтәүенә, һауа дымлылығы яңы муссон миҙгеле башланғанға тиклем яйлап арта, ә һуңынан цикл яңынан ҡабатлана.

Ямғырҙар миҙгеленең оҙайлығын билдәләү ауыр. Ғәҙәтттә ул май — июнь айҙарында башлана һәм нояберь айына тиклем дауам итә. Илдең үҙәгендә һәм көнсығыш яр буйҙарында август—сентябрь айҙарында көслө ямғырҙар була. Октябрь — ғәҙәттә дымлы миҙгелдең һуңғы айы, был айҙа һыуҙың күп күләме һуғарыу системаларында һәм ҡала дренажында туплана, һөҙөмтәлә йыш һәм көслө булмаған ямғырҙарҙа ла көслө һыу баҫа. Атап әйткәндә, Чаупхрая йылғаһы ярҙарынан сыҡһа, Бангкоктың ҡайһы бер кварталдары һыу аҫтында ҡала, сөнки ҡаланың өстән бер өлөшө диңгеҙ кимәленән түбән урынлашҡан.

Экваторға яҡыныраҡ булған һайын температура кимәле әҙ айырыла. Мәҫәлән, иң һалҡын айҙар (декабрҙән февралгә тиклем уртаса температура +20 +27 °C) төньяҡта тауҙарҙа төнгө температура нулгә тиклем төшөүе мөмкин, ә көндөҙ +25 була Чиангмайҙа иртәнге сәғәттәрҙә (Төньяҡ Таиландтың башҡалаһы) 10 градус йылы, ә башҡа райондарҙа +20 градустан юғары була. Иң юғары температура апрель һәм май айҙарында — +35 юғары (нормаһы), әммә +40 градус та була.

Халҡы һәм социаль-мәҙәни ресурстары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таиландтың халҡы нигеҙҙә этник тай халҡынан һәм лаостарҙан (~80 %) тора. Шулай уҡ этник ҡытайҙарҙың ҙур общинаһы ла бар (~10 %), уға Таиландтың элекке премьер-министры Таксин Чинават ҡарай. Башҡа этник төркөмдәргә малайялылар, хмонгтар, кхмерҙар, һәм шулай уҡ көнсығыш Таиландта Вьетнам һуғышынан төпләнеп ҡалған вьетнамлылар инә.

Таиланд халҡының 94,6 проценты буддизмды, 4,6 проценты мосолман динен — нигеҙҙә илдең көньяғында йәшәүсе малайялылар тота.

Дине[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Традицион архитектураһы

Таиландта король дәүләт башлығы ғына түгел, ә бөтә диндәрҙең бағыусыһы һәм һаҡлаусыһы булып тора. Көрсөк осоронда ул бер кемде лә айырып ҡарамай, яраштырыу аралашсыһы ролендә сығыш яһай. Таиланд короле — лидер һәм милли символ, сәйәсәттән юғары тора, шуға күрә ул сәйәси эштәргә тик ҡан ҡойошто булдырмау өсөн генә ҡыҫыла. Таиландта король ғаиләһен яраталар һәм ихтирам итәләр — рәсми вәкилдәр раҫлауы буйынса — уларға ҡарата дини характерҙағы тиерлек ҡараш була. Һуңғы йөҙ йыллыҡтар дауамында, йәки хатта бер ни тиклем күберәк тә, һәр хакимлыҡ иткән королгә һәм уның ғаилә ағзаларына, рәсми рәүештә бөтә халыҡтарҙың именлеген булдырыуҙа ҡатнашыу һәм йәнәһе, подданныйҙарының шәхси үҫешендә ҡыҙыҡһыныу кеүек сифаттар беркетелә.

Король культы менән бәйле башҡа номиналь (уртаса) йолалыҡтан тыш, тайҙар будда тәғлимәтен тоталар. XIII быуатта Таиландта рәсми рәүештә «бәләкәй тәгәрмәсле арба» тигәнде аңлатҡан хинаяна буддизмы таныла— (буддизмдың икенсе ҙур тармағы «Махаяна» — «бөйөк тәгәрмәсле арба»). Әлеге ваҡытта «хинаяна» иҫкергән тип һанала һәм ҡулланыуҙан сыға, был буддизм тармағының исеме — «тхеравада» — «иң ололарҙың тәғлимәте» тип алмаштырыла. Тхеравада — «Палия ҡанунында» яҙылған буддизмдың бер варианты, уның эйәреүселәре быны иң боронғо, иң матур һәм иң үҙенсәлекле Гаутама Будда тәғлимәтенә яҡын тип иҫәпләй. (Буддизмдың башҡа версияһы эйәреүселәре шул уҡ үҙҙәренең дини-фәлсәфәүи концепцияларын раҫлай, әммә был дини конфликттарға килтермәй). Был тәғлимәттә үҙенең ҡәтғи ҡағиҙәләре бар, башҡаларға ҡарата һауалы мөнәсәбәт тыйыла (бигерәк тә туристар тарафынан) — был Будда һынына, ғибәҙәтханаларға, монахтарға ихтирам, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһы бер ҡылыҡтарының азатлығын сикләү бар, әммә ритуал һәм йолалар, дөйөм алғанда, һинд махаянаһы буддизмына ҡарағанда күпкә ябайыраҡ.

Буддизм, башҡа ышаныуҙар һәм диндәр тай сәнғәтендә һәм монастырҙар тормошонда сағылыш таба. Сиамда тарихи ике мәҙәниәт булған: буддизмдың әһәмиәтенә нигеҙләнгән һәм үҙенә индуизм элементтарын үҙләштергән һарай яны мәҙәниәте, икенсеһе — халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре (уларҙың араһында иң билдәлеһе — рамвонг, уға туристарҙы ла йәлеп итәләр), рухтарға ышаныу, әкиәттәр менән, ауыл хужалығы һәм кеше ғүмере циклы йолалары менән бәйле крәҫтиән ауылы мәҙәниәте. Халыҡ мәҙәниәтенә шулай уҡ халыҡ кәсептәрен дә индерергә мөмкин — көнкүреш әйберҙәрен етештереү, ағас эшкәртеү, йорттағы ебәк туҡыусылыҡ, сыбыҡтан, ротангтан үреү һ. б. Һарай яны мәҙәниәтенә тай музыкаһының («пхи пхат») традицион оркестры менән оҙатылған тай классик театрын («кхон»), тасуири уҡыу белеүсенең йыр һәм көйләп һөйләүен, будда монастырҙарының архитектураһын, ғибәҙәтханаларҙағы стена фрескаларын, Будданың скульптура һындарын индерергә мөмкин. Таиландтың традицион скульптураһы, барыһынан элек, һүрәттәрҙә бирелә һәм ул донъяла будда сәнғәтенең иң ҙур әҫәрҙәре исемлегенә инә. Будда билдәле ҡанун торошонда һүрәтләнә, был буддист өсөн мәғәнәгә эйә; шулай уҡ скульптура һындарының күп төрлө стилдәре бар — былар барыһы ла Бангкок Милли музейында һаҡлана. Бангкоктан көнбайышта, Накхонпатх ҡаласығы эргәһендә донъяла иң ҙур киле, 127 метрлыҡ Пхра Патом Чеди, ә Чиангмайҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 16 км алыҫлыҡта Ват Прахат Дой Сутхеп тауы түбәһендә буддизмдың изге ғибәҙәтханаһы урынлашҡан.

Таиландта әһәмиәте буйынса икенсе дин — исламды яҡынса 4,6 % халҡы — Малайзияға яҡын, башлыса көньяҡ провинцияларҙа йәшәүселәр тота[5] населения — в основном жители южных провинций, близких к Малайзии.

Таиландта шулай уҡ христианлыҡ та бар. Христиандар тураһында иң беренсе телгә алыу итальян сәйәхәтсеһе Варсеманан Людовиктың юл яҙмаларында теркәлгән, ул Көньяҡ-Көнсығышҡа 1505 йылдарҙа бара. Уның яҙмаларынан Таиландта беренсе христиандар — әрмәндәр икәнлеге асыҡлана, улар бында даими йәшәгән һәм Һиндостан менән сауҙа алып барған[6]. XVI—XVII быуаттарҙа христианлыҡты бында католик миссионерҙар тарата. Әлеге ваҡытта илдә католик һәм протестант общиналары эшләй, шулай уҡ Урыҫ православие сиркәүенең ете мәхәлләһе һәм бер монастыры бар. Төрлө баһалар буйынса, илдә 0,7 % алып 1,7 % тиклем халҡы христиан динен тота — нигеҙҙә былар таулы төньяҡ төбәк халҡы. Христиандарҙың күп өлөшө — католиктар, әммә протестанттар ойошмалары — Аллаһ Ассамблеяһы диндарҙары, пресвитериан, баптистар, адвентист, лютерандар бар

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тай өйө
MahaNakhon — Бангкоктың һәм Таиландтың иң бейек бинаһы

Беренсе ҙур тай Сукхотай дәүләте ойошторолғанға тиклем Таиланд өлкәләре (ә XII быуаттан бөтә ил) Бапном, Дваравати,Ченла һәм Камбуджадеша дәүләттәренең монск, кхмер составына инә. Камбуджадеша дәүләте тарҡалғандан һуң, Сукхотаи, Аютия һәм Бангкок дәүләттәре камбоджа мәҙәниәтенең төп вариҫы була, сөнки Камбоджала уның үҫеше өсөн шарттар булмай[7]. Тайская архитектура берёт начало от камбоджийской. Тай архитектураһы башланғысын камбоджанан ала.

Тай сәнғәт мәҙәниәтенең үҫеше буддизм менән бәйле, ул тай вариантында ҡайһы бер индуизм мотивтарын үҙ эсенә ала. Монументаль архитектурала төп ҡоролмалар төрө — киле һәм ғибәҙәтхана. Тай килеләре монск һәм кхмер прототибына барып тоташа (прасанг, прасат, чеди; «пра» «изге» тигәнде аңлата). Ғибәҙәтханаларҙың үҫеш нигеҙе булып вехан — ағас ҡыйыҡлы кирбес йәки таш колонналар менән бина тора.

Тайҙарҙың архитектура ижадының сағыу миҫалы булып Бангкокта Ҙур король һарайы менән ғибәҙәтханаларҙың комплексы тора. Ғибәҙәтханалар биләмәһендә урынлашҡан төҙөлөштәр төрлө формаға һәм мәғәнәгә эйә — был ғәҙәттә изге урын, дин тантанаһы өсөн залдар, китапханалар һәм мәктәптәр. Стеналары индуизм эпосынан күренештәр менән һәм мифологик хайуандарҙың һүрәттәре менән биҙәлергә мөмкин. Монастырҙар ихатаһында йыш ҡына изге Бодхи ағасы осрай. Бында шулай уҡ илаһи көскә эйә булған һәм монастырҙы һаҡлаусы күп һанлы мифик заттарҙың скульптуралары бирелгән.

Музыкаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тай халҡының тантаналы, һарайҙағы һәм дини тормошонда музыка һәр ваҡыт мөһим урын биләй. Традицион оркестр гонгтарҙан, ҡыңғырауҙарҙан, ҡыллы музыка ҡоралдарынан, ксилофондарҙан тора. Европалылар өсөн тай музыкаһы ярайһы уҡ ғәҙәти яңғырамай. Ул бөгөн дә йәмәғәт тантаналарында һәм классик театр тамашаларында башҡарыла.

Художество кәсептәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таиланд халыҡ художество кәсептәре әйберҙәре менән дан тота. Бангкок һәм Чиангмай ҡалалары кәсептәрҙең иң ҙур үҙәге. Таиланд — ебәк һәм кизе-мамыҡ тауарҙар, семәрле ағас изделиелары һәм мебель етештереү буйынса Азияла иң ҙуры. Күп һанлы магазиндар керамика, латекс әйберҙәре, шкатулкалар, биҙәк һалынған ҡулсатыр һәм елпеүестәр, еҙ һәм бронзанан әйберҙәр, тай ҡурсаҡтары һ . б. тәҡдим итә. Таиландта арзанға ғына көмөштән һәм Азия өсөн традицион булған ҡиммәтле таштар (рубин, зөбәржәт, яҡут) менән биҙәлгән «һары» алтындан ювелир биҙәүестәр табырға була.

Ауыл хужалығы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чиангмайҙа дөгө яландары

Таиланд — донъяла дөгө ярмаһының иң эре етештереүсеһе һәм экспортлаусыһы: ил йыл һайын 9 миллион тоннаға тиклем төрлө сорттағы дөгөнө донъя баҙарына ҡуя. Шул иҫәпкә — нескә тәбиғи еҫе өсөн аталған билдәле «йәсмин» дөгөһө лә инә. Башҡа популяр культураларҙан — маниок, кукуруз, батат, ананас, кокос (башлыса көньяҡ төбәктәрендә), банан үҫтерелә. Ил «король емеше» — дурианды[8] экспортлауҙан ҙур килем ала, тап уны бында тәүге тапҡыр үҫтерергә өйрәнәләр

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдең тарихы 1238 йылда барлыҡҡҡа килгән Сукхотай короллегенән башлана. Уға алмашҡа 1350 йылда барлыҡҡа килгән Аютия (Аюттхайя) короллеге була. Тай мәҙәниәтенә Ҡытай һәм Һиндостандың йоғонтоһо ҙур була. XVIII быуатта Сиам бирмандар һөжүменән яфалана, уны Таксин һәм Пра Буддха Йодфа Чулалоке туҡтата. Һуңғыһы, 1782 йылда Таксин аяуһыҙ үлтерелгәндән һуң, Рама I исеме аҫтында король сифатында тәхеткә ултыра һәм Чакри династияһына нигеҙ һала. Уның вариҫтары королдәр Рама IV һәм Рама V арҡаһында, Таиланд — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла бер ҡасан да колониялаштырылмаған берҙән-бер ил була. Дөрөҫ, Таиланд өс көньяҡ провинцияһын ҡалдырырға мәжбүр була, һуңынан улар Малайзияның өс төньяҡ штаты булып ҡала. Был Таиландты буйһондорорға маташҡан Бөйөк Британияның мәнфәғәтенән килеп сыға.

Таиланд бер ҡасан да колония булмай. Төп сәбәбе булып королдең Бөйөк Британия менән Францияның ҡапма-ҡаршылығынан файҙаланып, сик биләмәләрен биреп, мәҫәлән, Малайзияға һәм Лаосҡа, әммә илдең, дөйөм алғанда, бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалған рациональ сәйәсәте тора. Дөйөм алғанда, 1932 йылдағы тыныс революция Таиландты конституцион монархияға алып килә. Элек Сиам булараҡ билдәле ил, хәҙерге Таиланд исемен тәүге тапҡыр 1939 йылда ала, һәм икенсе тапҡыр, тулыһынса 1949 йылда, Икенсе донъя һуғышынан һуң ала. Таиланд был һуғыш дауамында Японияға ярҙам итә, ә һуғыш тамамланғандан һуң Америка Ҡушма Штаттарының союздашы була.

Тай мәҙәниәтенең иң билдәле вәкилдәренең береһе булып шул осорҙа принц Дамронг Ратчанубаб була. Ул илдең заманса мәғариф системаһына һәм провинциаль идаралыҡ системаһына нигеҙ һала. Ул шулай уҡ Таиландта үҙ ваҡытының тарихсыһы һәм иң абруйлы интеллектуалдарының береһе була. Дамронг Ратчанубаб тай халҡынан беренсе булып иң атҡаҙанған кешеләрҙең Юнеско исемлегенә индерелә.

Рәсми Тай календары Будда эраһына нигеҙләнгән һәм көнбайыш календарҙан 543 йылға айырыла. Мәҫәлән, 2017 йыл Таиландта 2560 йылға тигеҙ.

2004 йылдың 26 декабрендә Таиландтың көньяҡ-көнбайыш яр буйҙарына цунами ябырыла. Таиландта 5000 кеше һәләк була, шуларҙың яртыһы — туристар.

2006 йылда Таиландта түңкәрелеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылдың 19 сентябрендә урындағы ваҡыт менән 23:00 сәғәттә донъя мәғлүмәт агентлыҡтары Таиландтағы хәрби түңкәрелеш тураһында хәбәр итә, шул уҡ ваҡытта урындағы телеканалдар баҫып алынған була һәм трансляция тыйыла.

Нью-Йоркта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы сессияһында булған премьер-министр Таксин Чинават илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә һәм хәрбиҙәрҙе законһыҙ маневрҙарын туҡтатыуға саҡыра. Төп хөкүмәт объекттарын баҫып алып, фетнәселәр королгә лояль мөнәсәбәттәре тураһында иғлан итә. 2008 йылдың ғинуар айында хәрбиҙәр власты премьер-министр Самака Сундаравей етәкселегендә яңы хөкүмәткә тапшыра. 2008 йылдың август аҙағында — сентябрь башында Сундаравей хөкүмәте яҡлылары һәм ҡаршылары араһында демонстрациялар һәм бәрелештәр үтә. Суд ҡарары буйынса 2008 йылдың сентябрь башында Самака Сундаравей төшөрөлә, һәм король премьер-министр вазифаһына Сомчай Вонгсаватты раҫлай.

2014 йылда Таиландта хәрби түңкәрелеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың 20 майында — хәрби хәл индерә.

2014 йылдың 22 майында — бөтә ил буйынса сыуалыштарҙы булдырмау маҡсатында 22:00 сәғәттән алып 05:00 сәғәткә тиклем комендант сәғәте индерелә. Курорт зоналарында 2 аҙнанан, Бангкокта — бер аҙ һуңыраҡ туҡтатыла. Таиланд армияһы командующийы генерал Прают Чан-Оча телемөрәжәғәтендә милләттәргә илдә хәрби түңкәрелеш тураһында иғлан итә. Шулай уҡ конституция ла ғәмәлдән сыға.

Һуңыраҡ, 22 майҙа кис, ҡоро ер ғәскәрҙәре командующийы генерал Чан Прают-Очаның Таиланд хәрби хөкүмәтен етәкләүе тураһында билдәле була.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өстөнлөктәре: импортты ҡаплау һәләтенә эйә булған экспорт етештереүе уңыштары. Тиҙ иҡтисади үҫеш тиҙ. Тәбиғи газдың булыуы. Каучук, диңгеҙ продукттары һәм дөгөнөң төп донъя экспортлаусыларының береһе

Насар яҡтары: иҡтисад күбеһенсә Бангкок тирәһендә туплана. Сөсө һыу запасы етерлек түгел. Тиҙ үҫеүсе тышҡы бурыс. Халыҡтың 60 проценты ваҡ крәҫтиән хужалығында эшләй

Энергетика: электрҙың яҡынса 70 проценты тәбиғи газ ҡулланыу менән етештерелә. Тәбиғи газ Сиам ҡултығы төбөндә урынлашҡан шельф Платонг ятҡылыҡтарында табыла. Шулай уҡ иң күп тәбиғи газды тәьмин итеүсе Катар булып тора, ул шыйыҡ газды СПГ- терминал Map LNG Phut[9] ташый.

Туризм Таиландҡа байтаҡ килем килтерә. Мәҫәлән, 2011 йылда Таиландҡа 19 миллиондан ашыу туристар килгән. Төп йүнәлештәре: Бангкок, Паттайя, Пхукет һәм Самуи

Сәйәси ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таиландта Пхра Нанг пляжы

Идара итеү формаһы — конституцион монархия. Дәүләт башлығы — король. Король абсолют власын юғалта, ләкин Юғары Баш командующий, милләттәр берҙәмлеге символы һәм буддизм һаҡсыһы булып ҡала. 2016 йылда вафат булған король Рама IX ҡайһы бер сәйәси көрсөктәрҙә ҡулланған милләтең тулы хөрмәте менән файҙалана. Таиланд парламенты — ике палаталы Милли Ассамблея, 150 урынлыҡ Сенаттан һәм 480 урынлыҡ Вәкилдәр Палатаһынан тора. Вәкилдәр Палатаһында күпселекте тәшкил иткән партияның лидеры, ҡағиҙә булараҡ, премьер-министр була.

Түбәнге палата (Вәкилдәр Палатаһы) Таиланд халҡы тарафынан 4 йылға һайлана. 2000 йылдың мартына тиклем Юғары палата (Сенат) король тарафынан тәғәйенләнә. 2000 йылдың март айынан Сенаттың 50 проценты король тарафынан тәғәйенләнә, ә 50 проценты 6 йыл срокка халыҡ тарафынан һайлана.

Таиланд — Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәр берләшмәһенең әүҙем ағзаһы.

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таиланд 77 провинцияға (чангват) бүленә. 2013 йылда муниципаль берәмек — илдең баш ҡалаһы Бангкок 77-се үҙаллы провинция статусын ала

Тышҡы сәйәсәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ: америка-тай мөнәсәбәттәре

Рәсәй-тай мөнәсәбәттәре тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй менән Таиланд араһындағы дипломатик мөнәсәбәттәрҙең 100 йыллығына арналған почта маркаһы 1997

XIX быуат аҙағында Таиланд (ул саҡта — Сиам) Рәсәй империяһының союздаш булырына өмөтләнә, унан Европа колониаль державаларҙан үҙенең бойондороҡһоҙлоғон һәм сәйәси суверенитетын һаҡлап ҡалыу өсөн ярҙамға иҫәп тота. Ике дәүләт араһында мөнәсәбәттәр нығый бара. 1882 йылда Чакри династияһы власының урынлашыуына йөҙ йыллыҡ айҡанлы Рәсәйҙән Сиамға контр-адмирал А. Б. Асланбегов етәкселегендә эскадра килә. 1888 йылда рус композиторы П. А. Щуровский Сиам гимнына музыка ижад итә, 1932 йылда ул король ғаиләһенең шәхси гимнына әүерелә. 1891 йылда Бангкокҡа рәсәй тәхет вариҫы Николай килә. Шул уҡ йылда Сиам принцы Дамронг Ҡырымға килә, унда принцты рәсәй императоры Александр III ҡабул итә. 1896 йылда император Николай II тәхеткә ултыртыу тантанаһында принц Чира ҡатнаша.

1917 йылдан һуң ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙә бер аҙ тәнәфес булып ала. СССР менән Таиланд араһында дипломатик мөнәсәбәттәр 1941 йылдың 12 мартында урынлаштырыла. 1947 йылда ике ил араһында дипломатик миссиялар менән алмашыу буйынса Килешеүгә ҡул ҡуйыла, һәм бер йылдан һуң илселек Таиландтың башҡалаһында үҙенең эшен башлай. «Һалҡын һуғыш» осоронда һәм 70-се йылдар аҙағына тиклем ике яҡлы мөнәсәбәттәр нейтраль характерҙа була.

Мөнәсәбәттәрҙең яңы дәүере Таиландтың премьер-министры Криангсак Чаманандың 1979 йылда СССР-ға рәсми визитынан һуң башлана. Был визит барышында Совет-таиланд дуҫлығының Йәмғиәте ойошторола. 80-се йылдар уртаһында донъя сәйәси аренаһындағы ыңғай үҙгәрештәр менән бәйле, ике яҡлы мөнәсәбәттәр йәнә нығый башлай. 1987 йылда ике илдең сит ил министрҙары сәфәрҙәр менән алмаша. 1988 йылдың майында Таиландтың премьер-министры генерал Прем Тинсуланон Мәскәүгә рәсми визит яһай. 1990 йылдың февраль айында СССР министрҙар советы рәйесе Н. И. Рыжков рәсми визит менән Бангкокҡа килә.

1991 йылдың 28 декабрендә Таиланд хөкүмәте Рәсәй Федерацияһын суверенлы дәүләт тип таный һәм ике яҡлы үҙ-ара файҙалы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү буйынса үҙенең теләген раҫлай.

XXI быуат башынан ике яҡлы мөнәсәбәттәр хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре буйынса шәп үҫешә. Был процестың кульминацияһы булып 2003 йылдың октябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путиндың Таиландҡа сәфәре тора, был Рәсәй дәүләтенең Таиланд короллегенә СССР тарҡалғандан һуң тәүге визиты була. Был сәфәр халыҡ-ара дипломатик протокол күҙлегенән дә уникаль үҙенсәлеккә эйә, сөнки Таиландтың шул саҡтағы премьер-министры Таксин Чинаваттың саҡырыуы буйынса Рәсәй Президентының шәхси визитын һәм Азия-тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенең ил-ағзалары саммитында ҡатнашыуын һәм, ниһәйәт, Уның Ғәли йәнәптәре король Рама IX Пумипон Адульядеттың саҡырыуы буйынса дәүләт визитын үҙ эсенә ала.

Элекке СССР-ҙың Таиланд алдындағы 36,5 млн доллар бурысын көйләү буйынса яҡтар бер нисә конструктив килешеүгә өлгәшә

2005 йылдың 13 декабрендә Рәсәй һәм Таиланд визаһыҙ сәфәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуя, 30 көнгә тиклем рәсәйлеләрҙең туристик маҡсат менән визаһыҙ Таиландта булыуы һәм таи халҡының Рәсәйҙә булыуы күҙ уңында тотола. Килешеү 2007 йылдың 23 мартынан[10]. үҙ көсөнә инә.

Камбоджа менән мөнәсәбәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Камбоджаның Таиланд менән ҡайһы бер сиктәре, шул иҫәптән диңгеҙҙәге, аныҡ билдәләнмәгән

2009 йылдың 5 ноябрендә Таиланд, тай экс-лидеры Таксин Чинаваттың Камбоджаның иҡтисади советник[11] итеп тәғәйенләнеүе арҡаһында протест белдереп, Камбоджанан илсеһен ҡайтарып ала, был ике ил араһында дипломатик мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуына килтерә[12].

Киң мәғлүмәт саралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт телерадиокомпанияһы NBT (National Services of Thailand Broadcasting — «Таиландтың Милли радиотапшырыуҙар хеҙмәте»), бер үк исемле Radio Thailand радиостанцияһын һәм телеканалды үҙ эсенә ала.

Тотороҡло һүҙбәйләнештәр һәм терминдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тай бесәйе
  • Сиам бесәйе
  • Сиам игеҙәктәре
  • Тай боксы
  • Тай массажы
  • Фаранг
  • Катой

Факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1913 йылға тиклем күпселек тай халҡының фамилиялары булмай, тик исемдәре генә була (нигеҙҙә ауыл халҡының);
  • Таиландта 32 700-ҙән ашыу будда ғибәҙәтханалары бар, унда 370 меңгә яҡын монах йәшәй. Был яҡынса 170 гражданға 1 монах тура килә;
  • Король Рама Бишенсенең улы, принц Чакрапонг Екатерина Десницкаяға өйләнә, уның улы тыуа[13].
  • Тай халҡы тай ҡояш календары (будда календары төрө) буйынса йәшәй, йыл иҫәбе Будданың үлгән көнөнән беҙҙең эраға тиклем 543 йылда башлана (шулай итеп, григориан стиле буйынса беҙҙең эраның 2018 йылы будда эраһының 2561 йылына тап килә)
  • Нәҡ ошо илдә донъяла иң бәләкәй һөтимәр — ярғанат йәшәй[14][15].

.

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Андрей Всеволодович Кочетов. Золотой топор Вритры: Путешествие по Таиланду / Рец.: П. А. Эльянов, д.и.н. Эдуард Оскарович Берзин. — М.: Мысль, Москва, 1987. — 160, [32] с. — 100 000 экз. (обл.)
  • К. Кинель, Д. Мишукова. Таиланд. Королевство храмов и дворцов. М., Вече, 2011 (Исторический путеводитель).
  • Погадаев, В. Страна королевских слонов — в: Азия и Африка сегодня. — 2003. — N9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Атлас мира: Максимально подробная информация / Етәкселәр проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов. — Москва: АСТ, 2017. — С. 56. — 96 с. — ISBN 978-5-17-10261-4.
  2. Census.gov. Country Rank. Countries and Areas Ranked by Population: 2013. U.S. Department of Commerce (2013). Дата обращения: 9 май 2013. Архивировано 9 май 2013 года.
  3. 2014 Human Development Report Summary 21–25. United Nations Development Programme (2014). Дата обращения: 27 июль 2014.
  4. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
  5. CIA World Factbook: Thailand. Central Intelligence Agency (6 апрель 2011). Дата обращения: 24 апрель 2011. 2010 йыл 29 декабрь архивланған.
  6. Официальный веб-сайт Православной Церкви в Таиланде (Московский Патриархат) Начало христианства в Таиланде (Сиаме)
  7. Ожегов С. С., Проскурякова Т. С. Хоанг Дао Кинь. Архитектура Индокитая. — М.: Стройиздат, 1988. — С. 278. — 312 с. — 8000 экз. — ISBN 978-5-269-01062-5.
  8. http://toptropicals.com/html/tropics/articles/fruits/durian.htm Фруктовый король
  9. Природный газ в Таиланде: динамика потребления. 2013 йыл 9 июль архивланған.
  10. С сегодняшнего дня отменены визы в Таиланд для граждан России. Газета.Ru (23 март 2007). Дата обращения: 25 июль 2014.
  11. Thai envoy recalled from Cambodia, BBC News (5 November 2009).
  12. Камбоджа отказалась экстрадировать бывшего премьера Таиланда, РИА Новости (14 ноябрь 2009).
  13. Туристическое управление Таиланда: интересные факты о Таиланде, Туристическое Управление Таиланда (16 май 2010). 2011 йыл 19 июнь архивланған.
  14. Craseonycteris thonglongyai. IUCN (International Union for Conservation of Nature) Red List of Threatened Species. — «Listed as Vulnerable as the population is estimated to be less than 10,000 individuals, and based on population declines in Thailand it is expected to decline by 10% in the next ten years.»
  15. Alexandra Burns. Craseonycteris thonglongyai (bumblebee bat) (Also: hog-nosed bat). University of Michigan Museum of Zoology.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]