Бангладеш
| |||||
Гимн: «Амар шонар Бангла» | |||||
![]() | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 1971 йылдың 26 мартында (иғлан ителә) 1971 16 декабрь (таныла)[1] ( Пакистандан) | ||||
Рәсми тел | бенгаль | ||||
Баш ҡала | Дакка | ||||
Эре ҡалалар | Дакка, Читтагонг | ||||
Идара итеү төрө | Парламент республикаһы | ||||
Президент Премьер-министр |
Зиллур Рахман (Zillur Rahman) Шейх Хасина Вазед | ||||
Дәүләт дине | ислам (суннитского толка) | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
92 144 000 км² 7% | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы |
152 319 000[2] чел. (9) 1099,3 чел./км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2010) • Бер кешегә |
258,600 [3] долл. (48) 1 700[3] долл. | ||||
ИЧР (2007) | ▲ 0.543 (146 урын) | ||||
Валюта | така (BTD, код 50) | ||||
Интернет-домен | .bd | ||||
Код ISO | BD | ||||
МОК коды | BAN | ||||
Телефон коды | +880 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +6 |
Бангладе́ш Халыҡ Республикаһы (бенг. গণপ্রজাতন্ত্রী বাংলাদেশ), Бангладе́ш (бенг. বাংলাদেশ [ˈbaŋlad̪eʃ]) — Көньяҡ Азиялағы дәүләт. Халыҡ һаны — 142 миллион кеше (2010 йыл). Территорияһы — 144 000 км². Баш ҡалаһы — Дакка. Дәүләт теле — бенгал теле. Унитар дәүләт, парламент республикаһы. Мьянма менән сиктәш өлөшөн һәм, Бенгал ҡултығын иҫәпкә алмағанда, бөтә периметры буйлап Һиндостан менән уратып алынған. Халыҡтың 88%-ы ислам динен тота. Хәҙерге Көнбайыш Бенгал һинд штаты менән Бенгал иле тигән этнолингвистик регионға берләшкән. Бангладеш һүҙе «Бенгал иле» тигәнде аңлата.
Төбәк «Көнсығыш Пакистан» исеме менән яңы төҙөлгән Пакистан дәүләтенә кергәндә, Бенгал һәм Һиндостандың 1947 йылда бүленеүе ваҡытында, сиктәре билдәләнә. Ул ваҡытта «Көнсығыш Пакистан» "Көнбайыш Пакистан"дан 1600 км-ға һуҙылған сик менән айырылған булған. Сәйәси һәм тел дискриминацияһы, иҡтисади яҡтан ҡыҫыу Пакистанға ҡаршы күтәрелештәргә килтерә. 1971 йылда бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш һөҙөмтәһендә, Бангладеш үҙаллылыҡ иғлан итә. Үҙаллылыҡ алған йәш дәүләткә аслыҡ, тәбиғәт катаклизмдары, ярлылыҡ, сәйәси тотороҡһоҙлоҡ һәм хәрби бәрелештәр аша үтергә тура килә. Демократик институттарҙы кире тергеҙеү 1991 йылда ғына, сәйәси көрәш тынғас һәм иҡтисади үҫеш башланғас мөмкин була.
Бөгөн Бангладеш донъяуи демократик дәүләт булып һанала.
Халыҡ һаны буйынса Бангладеш доньяла һигеҙенсе, территорияһы буйынса туҡһан икенсе урында тора. Ул халыҡ иң тығыҙ урынлашҡан, ярлылыҡ дәрәжәһе юғары булған дәүләттәр исемлегенә инә.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бангладеш Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Бангладеш страдает от наводнений
- ↑ Constitution of Bangladesh, Part V, Chapter 1, Article 66; University of Minnesota, retrieved: 2010-08-28
- ↑ Предварительные результаты переписи 2011 года
- ↑ 3,0 3,1 ЦРУ (2010)