14 апрель
14 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
14 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 104-се (кәбисә йылында 105-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 261 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Топ-менеджерҙар көнө (апрелдең икенсе кесаҙнаһы).
Венгрия: Китапханасылар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Яза башҡарыу системаһының медицина хеҙмәте көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1618: Новокузнецк ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1923: СССР-ҙа донъялағы иң эре булып танылған «Наука» фәнни нәшриәте эш башлай.
- 1927: Швецияла тәүге «Вольво» автомобиле эшләп сығарыла.
- 1945: СССР Фәндәр академияһының Мәскәүҙәге Баш ботаника баҡсаһы ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Русских Николай Андреевич (1920—16.05.1979), рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры.
- Маслов Владимир Петрович (1925—24.9.1988), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1974—1980 йылдарҙа Тымыҡ океан флоты командующийы, адмирал (1975). РСФСР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин, Октябрь Революцияһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн» ордендары кавалеры.
- Шәмсиә Нагаева (1940—17.04.2022), йырсы, педагог. 1974—1983 йылдарҙа Ишембай ҡалаһы балалар музыка мәктәбе директоры, 1990—2008 йылдарҙа Салауат музыка училищеһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).
- Фәхретдинов Фәтхинур Әүлийәр улы (1945), хужалыҡ эшмәкәре. 1979—2004 йылдарҙа Кушнаренко районының Фрунзе исемендәге колхоз рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Әхмәт ауылынан.
- Хантимеров Фоат Ғәләүетдин улы (1950), дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1994—2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының финанс министры, 2002 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының I—V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Уҫман-Ташлы ауылынан.
- Шәрипов Глүс Ләбиб улы (1950), ғалим-физик химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1996—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумының баш ғилми секретары, 2011—2016 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Президиум рәйесе урынбаҫары. Химия фәндәр докторы (1992), профессор (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Борай ауылынан.
- Вәлитов Миҙхәт Хәбибулла улы (1950), хужалыҡ эшмәкәре. 1995—2002 йылдарҙа Ауырғазы районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының I саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың элек Туҡай ауыл Советына ҡараған, хәҙер бөткән Шишмә ауылынан.
- Ғәҙелшин Рөстәм Рәшит улы (1955—10.05.2016), ғалим-математик. 2003 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының математик анализ кафедраһы, 2011—2016 йылдарҙа — математика һәм статистика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Малиев Николай Михайлович (1841—1906), табип, этнограф, антрополог. Медицина докторы (1874). Статский советник. 1869 йылдан Ҡазан университеты уҡытыусыһы. Өфө губернаһына 1875 йылғы экспедиция ваҡытында Көньяҡ Урал халыҡтарының антропологик типтарын өйрәнеүсе, башҡорттарҙың дала (Дим һәм Өршәк йылғалары бассейнында йәшәгән) һәм урман (Эҫем йылғаһы бассейнында йәшәгән) типтарын асыҡлаусы. 4-се дәрәжә Изге Владимир, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Изге Анна, 2-се дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск ҡалаһынан.
- Тяжёва Александра Павловна (1901—14.10.1978), ғалим-геолог. 1928 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан экспедицияһы геология отрядының геология разведка партияһы хеҙмәткәре; 1931—1958 йылдарҙа Көньяҡ Урал геология идаралығының төп геологы, партия начальнигы; 1952—1973 йылдарҙа Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1958—1970 йылдарҙа стратиграфия һәм палеонтология лаборатория мөдире. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1947). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1951). Ленин (1954) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Юлдашев Марс Тимербулат улы (1937), ғалим-табип-хирург, йәмәғәтсе. 1965—1966 йылдарҙа һәм 1969 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1994 йылдан Дипломдан һуң белем биреү институты деканы, 1996—2011 йылдарҙа В. М. Романкевич исемендәге оператив хирургия һәм хирургик анатомия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001—2004 йылдарҙа педиатрия факультеты деканы. Медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәйҙең (2003) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған табибы.
- Сөнәғәтуллина Мәрйәм Сафи ҡыҙы (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 2004—2019 йылдарҙа «Ҡарағай» шифаханаһының табип-рефлексотерапевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әжекәй ауылынан.
- Рахманов Марат Ғарифйән улы (1952), сәнәғәт өлкәһе, комсомол һәм партия органдары, дәүләт хеҙмәте ветераны. 1975 йылдан Өфө электр лампалары заводы инженеры; 1977—1989 йылдарҙа комсомол һәм партия органдары, 1994 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2001 йылдан — бүлек мөдире, 2004 йылдан — бүлек мөдире — мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы урынбаҫары; 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президент Советының техник секретары. 1-се класлы дәүләт советнигы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Түбәнге Ҡаръяуҙы ауылынан.
- Суфиянов Риф Мөхәмәткәрим улы (1962), уҡытыусы, комсомол органдары һәм дәүләт хеҙмәткәре. Афған һуғышында ҡатнашыусы. 1999 йылдан ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республика комитетының башҡарыусы директоры. 2009—2012 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, СССР Юғары Советы Президиумынының «Афғанстан Республикаһында интернациональ бурыс үтәгәне өсөн» грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Бәрҫеүән ауылынан.
- Ҡәйепова Рәсимә Насирйән ҡыҙы (1967), педагог. 1985 йылдан Хәйбулла районының Сәғит мәктәбе, 2001 йылдан — Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицейы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Хәлил ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлин Рәшит Ғата улы (1923—2012), педагог, Кушнаренко районы Иҫке Ғүмәр урта мәктәбенең 1963—1985 йылдарҙағы директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
- Агиш Ғирфанов (1928—8.11.1999), башҡорт сатирик яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, Башҡорт АССР-ының (1978) һәм РСФСР-ҙың (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Маркин Василий Андреевич (1928), Әбйәлил районы «Йәнгел» совхозының элекке водителе, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Субботина Лидия Вячеславовна (1958), педагог, Балаҡатай районы Ҡарлыхан урта мәктәбе уҡытыусыһы, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Касеев Рөстәм Рәсиҡ улы (1929—29.10.1997), цирк артисы, акробат, дрессировщик. Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1975) халыҡ артисы. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1997). Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1977).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1695: Пьетро Гварнери, Италияның скрипка яһау оҫтаһы.
- 1870: Виктор Борисов-Мусатов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1870: Нариман Нариманов, Рәсәй империяһы, СССР һәм Әзербайжандың дәүләт эшмәкәре, табип, шағир һәм үҙешмәкәр артист.
- 1900: Ғүмәр Толомбай, СССР яҙыусыһы, Татарстандың юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- 1915: Пётр Глебов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы.
- 1920: Ирина Ликсо, театр һәм кино актрисаһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1925: Род Стайгер, АҠШ актёры, «Оскар» кинопремияһы лауреаты.
- 1930: Витаутас Жалакявичус, кинорежиссёр, сценарист, РСФСР һәм Литва ССР-ының халыҡ артисы.
- 1930: Брэдфорд Диллман, АҠШ актёры.
- 1930: Таһир Нурмөхәмәтов, СССР журналисы, тәржемәсе, Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- 1945: Ричи Блэкмор, Бөйөк Британияның рок-музыканты, йырсы һәм композитор.
- 1950: Ирек Сабиров, СССР-ҙың хеҙмәт ветераны, шағир. 1999—2017 йылдарҙа Силәбе өлкәһе Яманйылға районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, «Илһам шишмәләре» шиғри фестиваль лауреаты (Бәләбәй, 2002).
- 1965: Юкихиро Мацумото, Япония программисы, «Ruby» программалау телен төҙөүсе.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1759: Георг Фридрих Гендель, барокко эпохаһында ижад иткән Германия композиторы.
- 1969: Сөләймәнова Гүзәл Ғәли ҡыҙы, башҡорт балет артисы, РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1953) халыҡ артисы.
- 1986: Симона де Бовуар, Франция яҙыусыһы, философ, феминизм идеологы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]