22 апрель
Перейти к навигации
Перейти к поиску
22 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 112-се (кәбисә йылында 113-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 253 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Экологик хәүеф-хәтәрҙәрҙән һаҡлау көнө.
Бразилия: Бразилияны асыу көнө.
Испания: Королева Изабелла көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1945: Бөйөк Ватан һуғышы барышында совет ғәскәрҙәренең алдынғы частәре Берлинға инә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Владимир Ильич (Ульянов) Ленин (1870—21.01.1924), Совет Рәсәйенең һәм СССР-ҙың сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. 1917 йылдың октябренән Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе. 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү»гә, 1920 йылдың 19 майында «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы декретына ҡул ҡуйыусы.
- Вәлиев Әхмәтзаһит Ҡаҙрай улы (1930—2.12.2013), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1962—1973 йылдарҙа Саҡмағош районы Киров исемендәге колхоздың иген культуралары үҫтереүсе механизацияланған отряд етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән ошо райондың Туҙлыҡыуыш ауылынан.
- Псәнчин Вәли Шәғәли улы (1930—30.05.2013), ғалим-тел белгесе, педагог‑методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1961 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы; 1984 йылдан Мәғарифта милли мәсьәләләр институтының Башҡортостан филиалы мөдире, 1993—2005 йылдарҙа төп ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре кандидаты (1965). Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1991), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2005).
- Һөйөндөкова Фәнүзә Шәрәф ҡыҙы (1935), хеҙмәт ветераны. 1960—1994 йылдарҙа бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ҡоҙаярова Лилиә Ҡасим ҡыҙы (1955), музыка белгесе, педагог, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. 1981—2006 йылдарҙа Өфөнөң 11-се балалар музыка мәктәбе, бер үк ваҡытта 1992 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1990 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2017). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Миңлəхмəт Ғәйнетдинов (1946), баянсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1987). Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1991) һәм Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985) лауреаты, халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге төрлө конкурстар дипломанты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сигаков Николай Иванович (1947), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, «Салауатбыяла» берекмәһенең 1983—1997 йылдарҙағы генераль директоры, 1997—1999 йылдарҙа Салауат ҡала хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 9-сы һәм 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Латипов-Догадов Владимир Геннадьевич (1962), театр актёры. 1983—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры артисы. 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004). Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1990). Республика актёр йыры конкурсы (Өфө, 1994), «Театр без границ» халыҡ‑ара фестивале (Магнитогорск, 2005) дипломанты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дьяконов Владислав Дмитриевич (1928—14.08.2017), хужалыҡ эшмәкәре, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең 1977—1986 йылдарҙағы генераль директоры. Техник фәндәр кандидаты (1985). РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980).
- Ғәлиәкбәров Наил Ҡорбан улы (1958), спортсы, тренер. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса 1988—1991 йылдарҙа СССР-ҙың, 1992—1996 йылдарҙа Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). Рәсәй шәхси чемпионаты еңеүсеһе (1993), СССР команда чемпионаттарының көмөш (1987, 1991), донъя команда чемпионаттарының бронза (1995–96) призёры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районының Лена ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡотошов Рамазан Нурғәли улы (1924), партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист. Философия фәндәре кандидаты, доцент. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан отставкалағы полковник. СССР Журналистар союзы ағзаһы.
- Логинов Василий Григорьевич (1929), нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1972—1991 йылдарҙа Туймазы быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1976) һәм СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары (1974) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Николаевка ауылынан.
- Шәйәхмәтов Фазулла Зәйнулла улы (1929—10.11.2002), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1959—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Учалы районы «Коммунар» колхозының тракторсылар бригадаһы етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Щепарёв Андрей Михайлович (1974), тренер. Биатлон буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2005) һәм Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2017). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 571: Мөхәммәт, ислам Пәйғәмбәре.
- 1724: Иммануил Кант, немец классик философияһына нигеҙ һалыусы.
- 1845: Карло Канева, Италия хәрби эшмәкәре, генерал.
- 1870: Владимир Ильич Ленин, СССР-ҙың дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусы.
- 1910: Әйүп Гәрәй, СССР шағиры, журналист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1915: Мөхәмәт Хәмзин, Татарстандың театр артисы.
- 1920: Валери Петров, Болгария шағиры, драматург.
- 1945: Джон Уотерс, АҠШ кинорежиссёры, сценарист, оператор һәм продюсер.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 2001: Шамил Рәхмәтуллин, башҡорт театр актёры, РСФСР-ҙың (1991), Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Татарстан Республикаһының (2000) халыҡ артисы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]