13 август
Перейти к навигации
Перейти к поиску
13 август | |
![]() |
13 август — григориан стиле буйынса йылдың 225-се (кәбисә йылында 226-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 140 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тунис: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
Япония: Обон (16 авгусҡа тиклем дауам иткән үлгәндәрҙе иҫкә алыу байрамы) башланған көн.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1735: Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу буйынса Минзәлә ҡәлғәһендә Башҡорт эштәре комиссияһы эшләй башлай.
- 1941: Бөрө тегеү фабрикаһы нигеҙләнә.
- 1961: Германия Демократик Республикаһы Көнбайыш һәм Көнсығыш Берлин араһындағы сикте яба.
- 1990: СССР Президенты М. С. Горбачёв «20-50 йылдарҙағы барлыҡ сәйәси золом ҡорбандарының хоҡуҡтарын тергеҙеү тураһында»ғы указға ҡул ҡуя.
- 1999: Учалы ҡалаһында Башҡорт дәүләт университетының филиалы асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Брадис Елизавета Модестовна (1900—5.05.1975), ғалим-геоботаник. Биология фәндәре докторы (1952), профессор. Рус телендәге «Определитель высших растений Башкирской АССР» белешмә китабын төҙөүселәрҙең береһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Баширова Зинаида Дмитриевна (1935), педагогик хеҙмәт ветераны, 1977—2002 йылдарҙа Стәрлетамаҡтың 23-сө урта мәктәбе (хәҙер 2-се гимназия) директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.
- Ғосманов Үзбәк Ғосман улы (1935—25.09.2016), ғалим-иҡтисадсы. 1965 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре, 1968 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1971 йылдан — сектор мөдире; 1989–1997 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығы иҡтисады кафедраһы мөдире. Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1997), Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы академигы (1991), иҡтисад фәндәре докторы (1988), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған фән эшмәкәре. М. И. Тоҡомбәтов исемендәге премия лауреаты. Дуҫлыҡ (2006) һәм Салауат Юлаев (2015) ордендары кавалеры.
- Мазин Михаил Григорьевич (1935), партия һәм хужалыҡ органдары ветераны. Халыҡ депутаттарының Ейәнсура район Советы башҡарма комитетының элекке рәйесе, ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Вәлиуллин Рим Шәйҙулла улы (1945), спортсы, тренер. 1969—2006 йылдарҙа Өфөләге «Нефтсе» спорт комбинаты, бер үк ваҡытта 1974—1976 йылдарҙа һәм 1980 йылда СССР һәм 1974—1976 һәм 1980—1981 йылдарҙа РСФСР йыйылма командалары тренеры. Бокс буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1975) һәм республика категорияһындағы судья (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мөғәллимов Фәнзил Мәүләүи улы (1950), ғалим-инженер-электромеханик. 1993 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы; 1994—1996 йылдарҙа Үткәргес торба системаларын диагностикалау үҙәге директоры, 2003—2004 йылдарҙа төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 2002 йылдан «Востокнефтегаз» фәнни техник фирмаһының генераль директоры. Техник фәндәр докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2000). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Яҡуп ауылынан.
- Әмирханов Сәлихйән Шәрифйән улы (1950), музыкант, педагог, Нефтекама ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рогалёв Пётр Леонтьевич (1912—5.03.1988), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре, полковник. 1959—1963 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы хәрби комиссары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. БАССР-ҙың 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ғимранов Мансур Ғимран улы (1917—8.01.2009), ғалим-микробиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Сығышы менән хәҙерге Шаран районының Күгәрсен-Бүләк ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Юлашев Игорь Сахиевич (1938—8.02.2012), хужалыҡ эшмәкәре. 1967—2001 йылдарҙа Туймазы тәжрибә урман хужалығы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы (1993). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981), РСФСР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991), Туймазы районының почётлы гражданы. Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
- Хәмзин Зинур Рәхмәтулла улы (1948), хеҙмәт ветераны. 1971—2004 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Каустик» предприятиеһы аппаратсыһы һәм машинисы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Баҙыҡ ауылынан.
- Бельтюкова Нәзирә Фәттәх ҡыҙы (1968), уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Тимерәк ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Латипов Ғәкил Ильяс улы (1919—23.09.1978), СССР-ҙың партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин ордены кавалеры (1957).
- Истамғәлин Сафа Ғәлиулла улы (1924—29.06.1992), ауыл хужалығы алдынғыһы, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1985 йылдарҙа Әбйәлил районының «Урал» совхозы механизаторы. СССР-ҙың 9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Сығышы менән ошо райондың Йәлембәт ауылынан.
- Морозов Вадим Степанович (1934—13.07.2018), хужалыҡ эшмәкәре. 1987—1997 йылдарҙа Балаҡатай районы «Агроснаб» предприятиеһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Ямаш ауылынан.
- Рафиҡов Хәлим Сөнәғәт улы (1934—17.08.2017), ғалим-генетик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Оҙондар ауылынан.
- Заһитова Зимфира Мөхәмәҙи ҡыҙы (1949), хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1773: Юрий Федорович Лисянский, Рәсәй империяһының диңгеҙ сәйәхәтсеһе, Ер шары тирәләй йөҙгән беренсе рус экспедицияһы командиры.
- 1803: Владимир Фёдорович Одоевский, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, философ, кенәз, рус музыка белеменә нигеҙ һалыусы, «Московский вестник» журналын ойоштороусы.
- 1820: Джозеф Альберт Альбердингк Тим, Голландия яҙыусыһы, нәшерсе һәм әҙәби тәнҡитсе.
- 1860: Энни Окли, АҠШ-тың цирк артисткаһы.
- 1899: Альфред Хичкок, Британия һәм АҠШ кинорежиссёры.
- 1970: Илья Шакунов, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1970: Алан Ширер, Англия футболсыһы, Премьер-лига тарихында иң яҡшы бомбардир.
- 1975: Кейси Аффлек, АҠШ-тың театр, кино һәм телевидение актёры, «Оскар» кинопремияһы лауреаты.
- 1980: Стас Пьеха, Рәсәй йырсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1946: Герберт Уэллс, Англия яҙыусыһы.
- 1956: Якуб Колас, СССР яҙыусыһы.
- 1993: Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы, СССР-ҙың дәүләт, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]