10 октябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
10 октябрь | |
![]() |
10 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 283-сө көнө (кәбисә йылында 284-се). Йыл аҙағына тиклем 82 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Польша: Ағас ултыртыу көнө.
Украина: Стандартлаштырыу һәм метрология хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1932: ДнепроГЭС файҙаланыуға тапшырыла.
- 1933: АҠШ-та тәү тапҡыр кер йыуыу порошогы һатыуға сығарыла.
- 1943: СССР-ҙа Богдан Хмельницкий ордены булдырыла.
- 1956: СССР-ҙа беренсе Газ-М21 «Волга» сығарыла.
- 1964: Токиола XVIII Олимпия уйындары башлана.
- 2006: «Бәйләнештә» («ВКонтакте») социаль селтәре эшләй башлай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Юлбирҙин Арыҫланбәк Харис улы (1925—3.03.1996), хужалыҡ, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1952 йылдан «Двигательмонтаж» тресы Салауат монтаж идаралығының өлкән мастеры, 1954 йылдан — цех, 1956 йылдан — бүлек начальнигы, 1957—1968 йылдарҙа баш инженер. 1970 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, 1975—1987 йылдарҙа мөдире. Башҡорт АССР-ының 9—11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1985), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Октябрь Революцияһы (1981), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1963, 1971) кавалеры.
- Фуфаев Анатолий Иванович (1935), зоотехник, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. КПСС-тың Мәсетле, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы район комитеттарының элекке беренсе секретары. 1976—1980 һәм 1980—1984 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Барашовка ауылынан.
- Хәбиров Илдус Хәйбулла улы (1935—29.05.2007), балет артисы, балетмейстер, педагог. 1955—1978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет солисы, бер үк ваҡытта 1975—1976 йылдарҙа баш балетмейстеры; 1980—1981 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, 1992—1996 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының баш балетмейстеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1963). Бөтә Союз балет артистары конкурсы (1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963) лауреаты.
- Ғишваров Әнәс Сәйет улы (1950), ғалим-инженер-механик. 1975 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2001 йылдан авиация двигателдәре кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Коканд ҡалаһынан.
- Шәүәлиев Дамир Әхәт улы (1975), ғалим-химик, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2005—2014 йылдарҙа «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең, 2018 йылдан — «SNH Group» холдингының генераль директоры. Химия фәндәре кандидаты (2017), доцент. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2012).
- Савченко Оксана Владимировна (1990), спортсы, йөҙөүсе, йәмәғәт эшмәкәре. Паралимпия резервы спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. Паралимпия уйындарының, 2008 һәм 2012 йылдарҙағы Йәйге Паралимпия уйындарының һигеҙ тапҡыр чемпионы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған спорт мастеры. Почёт, Дуҫлыҡ, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әбүбәкеров Риза Вәхит улы (1902—10.07.1938), СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре. (1930—1935 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Сабитов Сәлих Ғиззәт улы (1912—18.05.1979), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, гвардия уҡсылар полкының миномет ротаһы тоҫҡаусыһы, гвардия рядовойы. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Ғәзизов Хафиз Солтан улы (1952), спорт тренеры һәм Туймазы ҡалаһының профсоюз эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Илешев Ғөбәйҙулла Шәрип улы (1927—7.08.2009), ғалим-тарихсы, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1985), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
- Мишуковская Галина Сергеевна (1957), ғалим-биолог-биохимик, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры, биология фәндәре докторы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәйзрәхман Зәғәфүрәнов (1913—5.09.1975), партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1950—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1940), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1963) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
- Туҡаев Рифҡәт Ғәлимйән улы (1923—19.06.1995), уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, айырым разведка ротаһының отделение командиры, старшина. Дан орденының тулы кавалеры. Үзбәк ССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1984).
- Яҡупов Фәнүс Даян улы (1938), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1977—1988 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Краснокама район Советы башҡарма комитеты рәйесе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Зиннуров Әйүп Сәхипнур улы (1943—18.12.2020), бейеүсе, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы.
- Абросимов Владимир Сергеевич (1948—15.08.2018), театр актёры, режиссёр. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) артисы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы (1924—27.09.2007), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Нуриман районының почётлы гражданы (2000).
- Сөләймән Муллабаев (1924—20.04.2003), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, уҡытыусы. 1957 йылдан КПСС, 1979 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1973). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Баязитова Бәширә Мөхөтдин ҡыҙы (1929—2015), элемтә тармағы алдынғы. 1968–1985 йылдарҙа Баймаҡ районының Түбә почта бүлексәһе начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе.
- Хәлимуллин Тәлғәт Хәлимулла улы (1929—2015), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1942–1989 йылдарҙа Ҡариҙел районының «Мерәсем» совхозы механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Мерәсем ауылынан.
- Шакирова Фәниә Ғәли ҡыҙы (1934), хеҙмәт ветераны. Республика китапханаһының элекке бүлек мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Исмәғилев Флүр Рәшит улы (1944, ғалим-инженер‑электромеханик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1973—1979 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының административ‑хужалыҡ эштәре буйынса проректоры. 1982 йылдан Өфө авиация институты һәм артабан Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй, шул иҫәптән 2003—2009 йылдарҙа — уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса, 2009—2013 йылдарҙа — ойоштороу‑хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса проректор. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Нимесләр ауылынан.
- Мәрҙәнов Зиннур Шәйхулла улы (1944), дәүләт эшмәкәре, эске эштәр органдары ветераны. 1993—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге етәксеһе. Отставкалағы милиция полковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Баҡалы районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Үҫтем ауылынан.
- Мөслимов Ғәбделйән Ғабдулхаҡ улы (1949), хеҙмәт ветераны. 1966 йылдан Мәсетле районы хужалыҡтары механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән ошо райондың Яңы Мөслим ауылынан.
- Низаметдинов Рәйес Йәүҙәт улы (1964), бейеүсе, балетмейстер, режиссёр-ҡуйыусы, ҡурайсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (1997). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2000) һәм Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы (1996) лауреаты.
- Азамат Юлдашбаев (1964), уҡытыусы, журналист, шағир һәм әҙәби тәнҡитсе. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005). Башҡортостан Республикаһының мәғәриф отличнигы. Рәсәйҙең В. М. Шукшин исемендәге әҙәби конкурсы лауреаты. «Йыл уҡытыусыһы» республика бәйгеһе еңеүсеһе (1996). «Халҡым йөҙө» премияһы лауреаты (2013). «Илһам шишмәһе» төбәк-ара поэзия фестивалендә Гран-при яулаусы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1913: Клод Симон, Франция яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (1985).
- 1984: Павел Дуров, Рәсәй программисы, «Бәйләнештә» («ВКонтакте») социаль селтәренә программа һалыусы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1875: Алексей Толстой, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1963: Эдит Пиаф, Франция йырсыһы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]