Нәби

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Нәби
рус. Набиево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән

Ауыл биләмәһе

Иҫке Монасип ауыл Советы

Координаталар

53°15′44″ с. ш. 57°32′23″ в. д.HGЯO

Халҡы

472[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453584

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 822 002

ОКТМО коды

80 619 422 106

Нәби (Рәсәй)
Нәби
Нәби
Нәби (Башҡортостан Республикаһы)
Нәби

Нәби (рус. Набиево; икенсе атамалары Ҡуян; Байҡаш) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 472 кеше[2]. Почта индексы — 453584, ОКАТО коды — 80219822002[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 321
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 279
1959 йыл 15 ғинуар 332
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 512
2002 йыл 9 октябрь 555
2010 йыл 14 октябрь 472 246 226 52,1 47,9
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нәби ауылы Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байназар ауылы халҡы Йәүгәзе тамағы йылғаһында һәм Ара Тау ҡалҡыулығында үҙҙәренең айырым утарҙарын ауылдарға әйләндергән. Шулай итеп Нәбиулла (бөгөн — Нәби) һәм Мораҙым ауылдары төҙөлә. Ике ауыл да 1843—1847 йылдар араһында барлыҡҡа килә. Нәби ауылы 1850 йылда 10, 9 йылдан һуң — 39, ә 1920 йылда 79 ихатанан тора. Унынсы ревизия буйынса, 197 кеше, беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу буйынса 321 кеше тәшкил итә. Тәүге төпләнеүсе 1787 йылғы Нәбиулла Мерәҫов була. Уның балалары Әсәтулла, Ғәлиулла, Зиннәтулла, Хисмәтулла. Нәбиулланың ҡустылары 1790 йылғы Фәтҡулла һәм 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан 1793 йылғы Рәхмәтулла ла бында күсеп килә. Һатыбалов, Эталмаҫов фамилиялары ла осрай. "Башҡорт шәжәрәләре" тигән китаптың 114-се битендә Һатыбал Ҡәнзәфәровтың ата-бабаларының һәм тоҡомдарының исемдәре килтерелә. Улустың башҡа бүлексәһе лә була — Ҡырағай-Ҡыпсаҡ ырыуының Ҡуян түбәһенән Һарт түбәһе[5].

6-сы һәм 9-сы кантондарҙың попечителе Филатовтың журналдағы яҙмаларҙан күренеүенсә, 1848 йылда ул ошо ауылдарҙа, шул иҫәптән Нәби ауылында ла була. Башҡа эштәрҙән тыш, уның бурысына 1843 йылда хәрби губернатор тарафынан раҫланған типовой планға ярашлы йорттар һәм ауылдар төҙөлөшөн күҙәтеү инә. Ул урамда йорттарҙың бер-береһенән 10—15 сажин алыҫлыҡта тороуы буйынса "бер туҡтауһыҙ күҙәтеү" алып барған; шул уҡ ваҡытта янғындан хәүефһеҙлек өсөн ихаталар бер-береһенән ҙур аралыҡта йәки 12 сажинға тиклем оҙонлоҡтағы буш урындарҙа (25 метр) торорға тейеш була. Мунсалар һәм тимерлектәр йорт-ҡаралтынан алыҫта йылға, күл ярҙарында йәки йырын буйҙарында төҙөлөргә тейеш булған. 1845 йылда урман районы башҡорттарына етерлек күләмдә ағас материалдар әҙерләргә ҡушыла. Һәр йорт хужаһына 200-гә тиклем бүрәнә әҙерләргә рөхсәт ителә. Күп ғаиләле кешеләргә бер түгел, ә соланлы ике йорт төҙөргә ҡушыла. Өҫтәүенә яңы йоттарҙың түшәменең бейеклеге иҙәндән алып өс аршиндан да кәм булмай һәм урам яҡҡа ике-өс тәҙрә булырға тейеш. Бынан тыш йорттарҙа сыуалдар урынына мейестәр ҡуйырға тәҡдим ителгән, сөнки /"сыуалдар өсөн күп утын талап ителә һәм кешеләрҙең күреү һәләтенә зыян итә"/. Ауылды ҡарап сыҡҡас, Филатов "ҡапҡа ҡуйырға һәм сыуалдарҙы тиҙ арала юҡ итеүҙе" талап иткән. Ғәйеплеләрҙең бөтәһен дә ул тән язаһына тарттырған: уларҙы "ҡайын кеҫәлдәре—ҡамсылау" көткән[6].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөгөнгө көндә Нәби ауылында төп мәктәп (Иҫке Монасип урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар.

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ағиҙел урамы (рус. улица Агидель)
  • Әйүп Һатыбалов урамы (рус. улица Аюпа Сатвалова)
  • Моронташ урамы (рус. улица Моронташ)
  • Ҡайынтуғай урамы (рус. улица Каинтугай)
  • И. Рәхмәтуллин урамы (рус. улица И.Рахматуллина)
  • Йәүгәзе урамы (рус. улица Яугазы)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Яр урамы (рус. Набережная улица)
  • Кирбес урамы (рус. Кирпичная улица)[12]

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Айырым тауҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Оло Соңғор
  • Бәләкәй Соңғор
  • Суһаҡ тау
  • Елдарҡа
  • Имес тауы
  • Исәкәй
  • Клатуй (Филатов төшөп йөрөгән тау)

Яландар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һыйыр башмағы
  • Ҡырын ер
  • Көтөүсе яланы
  • Таңбикә
  • Янтыҡ
  • Ыхмайыл

Йылға-шишмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡужан шишмәһе
  • Йәүгәҙе йылғаһы
  • Айыуҙы йылғаһы

Фольклорҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том:

1971 йылда 1891 йылғы Юныс Һатыбаловтан М. Рафиҡов яҙып алған риүәйәттә ауылдың тарихы түбәндәгесә һүрәтләнә:

« Һатыбал ҡарт бынан күп йылдар элек ҡапма-ҡаршы тауҙан йәйәү төшөп килгән бер юлсыны ҡунаҡсыл ҡаршылай. Был юлаусы Филатов булып сыға.

Ниңә тарҡау йәшәйһегеҙ? - тип һорай Филатов ҡарттан. - Ауыл булып йәшәр кәрәк.

Филатов утарҙарҙа йәшәгән бөтә көтөүселәрен һәм мал ҡараусыларҙы йыя һәм сход үткәрә. Айырылышмайынса, бөтәһенә лә бер ауыл менән йәшәүҙең ни тиклем файҙалы икәнлеген аңлата. Шунан һуң бында бер осо менән көньяҡҡа, ҡибла яғына киткән урам барлыҡҡа килә. Һатыбал ҡарт, уның балалары һәм башҡа кешеләр ҙә шунда төпләнә.

Хәҙер ауылға берәй исем бирергә кәрәк, - тей Филатов һәм Һатыбал ҡарт исемен бирергә тәҡдим итә. Тегеһе ҡаршы төшә лә, ҡаршы яҡта йәшәгән икенсе ҡарттың, Нәбиулланың исемен атай.

Шул ваҡыттан алып ауылдың исеме Нәбиулла, ҡыҫҡаса Нәби тип йөрөтөлә[13]

»

.

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡурыуҙы. 1971 йылда Бөрйән р-ны Нәби ауылы һатыбалов Юныс Ә6делхәким улынан (1891 йылгы) М. М. Сәғитов яҙып алған. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 65, д. 7, л. 330; БХИ, РЛ № 74; БПЛ, № 18; БНТ, ПЛ, № 36[14].
  • Бей кисеүе. 1971 йылда Бөрйән р-ны Нәби ауылы Юныс Һатыбаловтан М. М. Сәғитов яҙып алған.— Ғилми архив, ф. 3, оп. 65, д. 7, л. 330; БХИ, РЛ, № 76; БПЛ, № 38; БНТ, ПЛ, № 81.[15]
  • Максим төбө. 1971 йылда Бөрйән районы Нәби ауылы Һатыбалов Юныс Әбделхәким улынан (1891 йылғы ) М. М .Сәғитов яҙып алған .— Ғилми архив, ф. 3, он. 65, д. 7, л. 328— 329; БХИ , РЛ , № 99; БПЛ , № 23; Б Н Т , Г1Л, № 43.[16]
  • Ағиҙел менән Ҡариҙел. Бөрйән р-ны Нәби ауылы Әшрәфетдни Мифтахетдиновтан Ә. М. Сөләймәнов яҙып алған. Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 63, д. 56, л. 123: БХИ, РЛ, № 68; БИЛ, № 36; БИТ, ПЛ, № 73.
  • Риүәйәт. Һалыуат. Әхмәт Сөләймәнов. Башҡорт халҡының ҡарһүҙе[17].

Нәбиҙәр ҡушаматы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нәби ауылы кешеләренең дөйөм ҡушаматы — ҡуяндар (ауылдың халыҡ телендәге икенсе исеменән). Быуындан-быуынға килгән ҡушаматтар ҙа, яңыраҡ барлыҡҡа килгән ҡушаматтар ҙа бар. Мәҫәлән: Сидыр, Морҡой, Өрәк, арҡыры Мотаһар, ветеран (9 май көнө сәсеү эшен эшләп бөтмәй ауылға ҡасып ҡайтҡаны өсөн), Будулай (сиған кеүек ҡаралығы өсөн), кухня бесәйҙәре (тотош бер үк фамилиялы кешеләргә ҡарата), ата ҡуян (Ғилман Сәфәрғәлинды үҙе тере сағында шулай тип атағандар), ҡурҡаҡ ҡуян, шым ҡуян, бройлер (кәүҙәһенең торошо буйынса) һ.б.

Лаҡаптар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Айбулатҡа ярамалы трико бармы — Элек ауылдарҙа магазиндар бик үк бай булмағанлыҡтан, Нәби ауылы халҡы Әүжәнгә йөрөр булған.

Шулай бер ваҡыт Нәбиҙән бер ҡатын таныш булмаған урыҫ һатыусыһынан башҡортсалап: «Айбулатҡа ярамалы трико бармы», - тип һораған. Әле лә магазинға килгән кеше ҡайһы саҡта шаяртып һатыусыға шулай тип өндәшә.

  • Күңелде бит, Сөнәғәт — Бесән тейәп ҡайтып бушаталар ҙа, ирҙәр бер-аҙ эсеп ала. Сөнәғәт тигән кеше гармунда һыҙҙырып уйнай икән. Эсеп алған ағайҙарҙың береһе ултырған-ултырған да: «Күңелде бит, Сөнәғәт»,-тигән. Хәҙер ҙә бесән тейәп алып ҡайтып, ашап-эсеп алһалар, шул лаҡапты әйтәләр.

Видеояҙмаларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Нәби ауылында мәсет асылыу тураһында мәҡәлә «Ихластарҙы йыйһын “Ихлас”!», «Таң» гәзите, 1 апрель, 2022 йыл, №13 (10565)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Нәби ауылы «Горсправка» сайтында
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта  (рус.)
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 47. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Набиево (Набиуллино)
  7. Сатвалов Аюп Хакимович
  8. Аксакалу архивного дела – 90 лет!
  9. МАРЬЯСОВ АБУБАКИР РАХМАТОВИЧ
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәли улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 6 октябрь 2017)
  11. Администрация муниципального района Белорецкий район РБ. Официальный сайт. Главная / Администрация / Структура / Тляубаев Илгиз Сафиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2019)
  12. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  13. Нәби ауылының тарихы
  14. Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том.
  15. Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том.
  16. Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том.
  17. Башҡорт халҡының ҡарһүҙе. 54-се бит

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]