Эстәлеккә күсергә

Исламбай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Исламбай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

[[Башҡортостан]]

Муниципаль район

[[Бөрйән районы]]

Координаталар

53°24′51″ с. ш. 57°17′08″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 219 804 003

ОКТМО коды

80 619 404 111

Исламбай (Рәсәй)
Исламбай
Исламбай

Исламбай (рус. Исламбаево) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 359 кеше[1]. Почта индексы — 453587, ОКАТО коды — 80219804003.

Ауыл Оло Шәйек йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы бассейны) тамағында урынлашҡан. Алыҫлығы:

1843—1850 йылдарҙа монасиптар тарафынан яңы Исламбай ауылына нигеҙ һалына. IX ревизияла 20 ихата була. 9 йылдан һуң 120 кеше йәшәгән 24 ихата була. 1920 йылда унда 205 кеше йәшәгән. Ауылға 1808 йылда тыуған Исламбай Йомағужин нигеҙ һалған. Уның улы — Калимулла. Исламбай — 1828—1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Был ауылдың икенсе исеме — Һарт, этнонимдан алынған, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы подразделениеһы атамаһы[2].

1921-22 йылдарҙағы аслыҡ, тиф ауырыуынан һуңғы мәғлүмәттәр буй­ынса, Исламбай ауылында ни бары 14 хужалыҡта 69 кеше ҡала (хәтергә төшөрәйек: 1920 йылдағы иҫәп буй­ынса ауылда 205 кеше йәшәгән). 1925—1926 йылдарға ауыл аяҡҡа баҫа башлай, хужалыҡтар һаны 24-кә етә, ғаиләләр ишәйә. Мәҫәлән, архив мәғлүмәттәре буйынса 1926 йылда ауылда Әхмәтйәнов Һиҙиәттең — 4, Әхмәтйәнов Абдулланың — 5, Шәрәфитдинов Зиннәттең — 11, Бирҙеғо­лов Сәхиулланың — 4, Йомағужин Насибулланың — 3, Хәйбуллин Зәкериәнең — 5, Хәйбуллин Әбделғәниҙең — 9, Йомағужин Сәмиғулланың — 4, Аратов Шәғәйептең — 4, Ниғмәтуллин Шәүәлиҙең −4, Яхин Ғәбәйттең 6 кешенөн торған ғаиләләре була.

Исламбайҙарҙан колхозға беренселәрҙән булып Зиннәт, Фәтхулла, Әбделхаҡ Ғәлиуллиндар, Шәриф һәм Кәбир Хәйбуллиндар, Насибулла һөм Сәмиғулла Йомағужиндар, Бикташ ауылынан Ғөбәйт һәм Кинйәбулат Кульчиковтар, Ҡыҫыҡтан Әхмәҙулла һәм Мөхәмәтхужа Әҙелбаевтар, Низамитдин Мырҙағолов, Хәбир Хәйбуллин инәләр. Был ауылдар 1931 йылда төҙөлгән Аҫҡар промколхозына инә. Уның тәүге председателе итеп Исламбай ауылы­нан Мырҙабулатов Сәйәх һайлана, счетово­ды итеп Ишмырҙин Мөҙәрис тәғәйенләнә. Аҫҡар промколхозы менән 1932 йылдан Кәлимуллин Хафиз етәкселек итө. Был осорҙа коллективлаштырыу эше тамамлана. 1930 йылда йылҡы малдарынан берләштерелгән 1 КТФ төҙөлә, «Имелкә» тоҡомло аттар тураһында (колхозлашыу осоронда Аҫҡар ауылынан Фәтхетдинова Имелбикә инәй 7 баш йылҡы малы биргән) бөтә республикаға билдәле була. 1932 йыл­да Исламбай, Аҫҡар ауылында ла һыйыр малы фермаһы төҙөлә. 1932 йылдан башлап колхоз (Аҫҡар промколхозы), кустарсылыҡ эшен ташламайынса, ҡырсылыҡ эше менән дә шөғөлләнә башлай. Был ваҡытта колхоздың дөйөм ер майҙаны 3800 гектар була, шуның 108 гектары сәсеү майҙанын тәшкил итә. Ул ваҡытта колхозда 6 ат һабаны, бер нисә ком­плект ат тырмаһы ғына була. Үҫтерелген уңыш ураҡ менән урыла. 1935 йылда Аҫҡар һәм Брәтәк промколхоздары берләшеп, Быкин исемендәге колхоз төҙөйҙәр. 1937 йылда Быкин исемендәге колхоз икегә бүленә. Исламбай, Бикташ, Ҡыҫыҡ ауылдары Фрунзе исемендәге колхозға әүерелә[3].

Исламбай ауылы Аҫҡар ауыл Советына ҡарай. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылда төп мәктәп (Аҫҡар урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. 1900 йылда мәсет теркәлгән. Исламбай эргәһендәге Туҡмаҡ яланы — тәбиғәт ҡомартҡыһы[4]. Исламбай янындағы бер тауҙың — Әңгәмә тауы тип аталышы ауыл йыйынының ошо урында үткәрелеүе менән бәйле[5].


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 205
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 153
1959 йыл 15 ғинуар 164
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар 320
1989 йыл 12 ғинуар 295
2002 йыл 9 октябрь 374
2010 йыл 14 октябрь 359 186 173 51,8 48,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урам исеме[6]:

  • Урман урамы (рус. улица Лесная)
  • Һыбай ялан урамы (рус. улица Сыбай ялан)
  • Хәмит Хәйбуллин урамы (рус. улица Хамита Хайбуллина)
  • Шәик урамы (рус. улица Шаика)
  • Шәүәли урамы (рус. улица Шауали)

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)