24 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
24 ноябрь | |
![]() |
24 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 328-се көнө (кәбисә йылында 329-сы). Йыл тамамланыуға 37 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Морждар көнө.
АҠШ: Дуҫтар көнө.
Заир: Революция көнө. (1965).
Самоа: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
Тажикстан: Дәүләт Флагы көнө.
Төркиә: Уҡытыусылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1838: Белорет районының Ҡоҙашман ауылына нигеҙ һалына.
- 1859: Чарльз Дарвин «Төрҙәрҙең килеп сығышы, тәбиғи һайланыш һәм йәшәү өсөн көрәш» китабын нәшер итә. Ул бер көн эсендә таралып бөтә.
- 1968: Өфөлә сәнғәт институты рәсми асыла.
- 1969: АҠШ һәм СССР «Йәҙрә ҡоралын таратмау буйынса килешеү»ҙе раҫлай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ильясова Лидия Михайловна (1935), спорт ветераны, шашкасы. Рус шашкаһы буйынса СССР һәм РСФСР кубоктарын яулаусы, РСФСР (1959, 1961, 1971—1972) һәм СССР Ҡораллы Көстәре (1980) чемпионы. СССР-ҙың спорт мастеры (1970). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1996). Сығышы менән Харьков ҡалаһынан.
- Мөхәмәт Закиров (1950—22.11.2014), журналист һәм шағир. 2001 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Колесов Сергей Викторович (1950), ғалим-химик. 1973 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2002 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институтының лаборатория, 2011 йылдан — полимерҙар бүлеге мөдире. Химия фәндәре докторы (1985), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2013). С. Р. Рафиҡов исемендәге премия лауреаты (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Батыев Сәлих Ғилемхан улы (1911—7.12.1985), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1960—1983 йылдарҙа Татар АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. Татарстан тарихында был яуаплы вазифаны иң оҙаҡ биләгән етәксе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Дөмәй ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хисмәтуллина Миңнегөл Хәбибйән ҡыҙы (1927—18.02.2004) — шағир һәм яҙыусы, 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Грекова Анастасия Ивановна (1923—1.06.2000), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1972—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының фәнни эштәр буйынса проректоры. Иҡтисад фәндәре докторы (1971), профессор (1978). РСФСР‑ҙың (1984) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Үмәр ауылынан.
- Хәмәев Вәғиз Хәмәй улы (1938—25.04.2003), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Көнтүгеш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дьяков Анатолий Яковлевич (1924—12.06.2003), ғалим-иҡтисадсы. 1951—1995 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983—1988 йылдарҙа иҡтисад, хеҙмәтте ойоштороу һәм нормалаштырыу кафедраһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре докторы (1982), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985). I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Һиҙиәтов Мансур Яҡшыбай улы (1949), хеҙмәт ветераны, яҙыусы, йәмәғәтсе. 1971—2005 йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты волочильщигы, өлкән мастеры, смена начальнигы. 2013 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1980).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1632: Бенедикт Спиноза, Нидерланд философы.
- 1729: Александр Суворов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре.
- 1816: Барбу Исковеску, Румыния рәссамы.
- 1919: Вера Ацева, Югославияның дәүләт эшмәкәре, милли герой.
- 1929: Виктор Коршунов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1934: Альфред Шнитке, СССР һәм Германия композиторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987).
- 1934: Виктор Сергачёв, театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1973: Николай Ильич Камов, СССР-ҙың вертолёт конструкторы.
- 1991: Фредди Меркьюри, Британия йырсыһы, «Queen» төркөмө лидеры.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]