16 сентябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
16 сентябрь | |
![]() |
16 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 259-сы көнө (кәбисә йылында 260-сы). Йыл аҙағынаса 106 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
БМО: Халыҡ-ара озон ҡатламын һаҡлау көнө.
Малайзия: Федерация көнө.
Мексика: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Ҡаҙағстан: Әсәйҙәр көнө.
Папуа — Яңы Гвинея: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Сент-Китс һәм Невис: Батырҙар көнө.
Рәсми булмаған
- Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе: HR-менеджерҙар көнө (сентябрҙең өсөнсө шаршамбыһы).
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1492 — Христофор Колумб Саргасс диңгеҙен аса.
- 1810 — Мексика Испаниянан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
- 1857 — Джейн Пирпонт «Jingle Bells» йырына авторлыҡ хоҡуғы ала.
- 1907 — Санкт-Петербургта беренсе трамвай йөрөй башлай.
- 1908 — «General Motors» компанияһы ойошторола.
- 1908 — Өфө медицина колледжы асыла.
- 1918 — СССР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены булдырыла.
- 1931 — С. В. Образцов исемендәге Дәүләт академия үҙәк ҡурсаҡ театры эш башлай.
- 1975 — Папуа — Яңы Гвинея бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
- 1998 — «Нотр-Дам де Пари» мюзиклы тәүге тапҡыр сәхнәгә ҡуйыла.
- 2000 — Сиднейҙа XXVII Йәйге Олимпия уйындары асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Горчилин Александр Михайлович (1925—6.05.1970), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия мотоуҡсылар батальонының отделение командиры урынбаҫары, рядовой, Советтар Союзы Геройы (1943).
- Семавин Владимир Петрович (1935), йылылыҡ энергетикаһы инженеры. 1970 йылдан Ҡарман ГРЭС-ында өлкән мастер, 1972 йылдан цех начальнигы урынбаҫары, 1978 йылдан — цех начальнигы, 1983 йылдан — бүлек начальнигы, 1986 йылдан — баш инженер урынбаҫары, 2004—2007 йылдарҙа бүлек начальнигы урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының почётлы энергетигы (1996) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2002). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Панферов Владимир Дмитриевич (1945), энергетика тармағы алдынғыһы, хеҙмәт ветераны. 1973—2004 йылдарҙа «Күмертау электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре» дәүләт унитар предприятиеһы эшсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы.
- Парамонов Сергей Владимирович (1945), спортсы-фехтовальщик һәм тренер, ғалим-педагог һәм ғалим-философ. 1989 йылдан фехтование буйынса СССР йыйылма командаһының, 1992 йылдан — Украина йыйылма командаһының баш тренеры. 1976 йылдан Киев дәүләт физик культура институты уҡытыусыһы, 1980—1984 йылдарҙа фехтование, хәҙерге бишалыш,ат спорты һәм атыу кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1978), философия фәндәре докторы (1997). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры һәм тренеры (1991), Украина ССР-ының атҡаҙанған тренеры (1985). Олимпия уйындары призеры (1972).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Батанов Николай Яковлевич (16.09.1916—13.03.1983), Башҡортостандың партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы (16.09.1913—5.02.1977), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Чаругин Константин Петрович (16.09.1928—1998), рәссам-педагог, 1963—1988 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1977 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985). Сығышы менән хәҙерге Рязань өлкәһе Спасск районы Устрань ауылынан.
- Хәйретдинов Әлфәт Фәзлетдин улы (16.09.1938), урмансы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡортостандың (1990) атҡаҙанған урмансыһы, Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Уҫман-Ташлы ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәбирйәнов Илфир Хәбирйән улы (16.09.1934—14.01.2007), хеҙмәт алдынғыһы. 1966—1996 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе ташсыһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1989). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Мәскәү ауылынан.
- Сергиенко Иван Викторович (16.09.1969), ғалим-иҡтисады һәм педагог, 1992 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2000), педагогия фәндәре докторы (2006). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
- Рөстәм Ғиззәтуллин (16.09.1974), йырсы, композитор, продюсер. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2016).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1745 — Михаил Кутузов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре.
- 1853 — Альбрехт Коссель, Германия биохимигы.
- 1900 — Иван Масленников, (1954 йылда үлгән), совет хәрби эшмәкәре, армия генералы, Советтар Союзы Геройы.
- 1916 — Атилла Расих, яҙыусы, Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1981).
- 1936 — Михаил Кокшенов, совет һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002) Уйнаған фильмдары — «Женя, Женечка и „катюша“», «Спортлото-82», «Вечный зов», «В зоне особого внимания», «Гараж», «Самая обаятельная и привлекательная» һәм башҡалар).
- 1938 — Валерий Гатаев, совет һәм Рәсәй кино актёры, Ҡазанда тыуған, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1986).
- 1942 — Ангели́на Вовк, СССР-ҙың Үҙәк телевидение дикторы, тапшырыуҙар алып барыусы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2006).
- 1945 — Евгений Петросян, совет һәм Рәсәй юмор артисы, телетапшырыуҙар алып барыусы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).
- 1947 — Александр Руцкой, Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең беренсе һәм һуңғы вице-президенты.
- 1956 — Дэвид Копперфильд, Америка иллюзионисы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1736 — Габриель Даниель Фаренгейт, немец физигы.
- 1824 — Людовик XVIII, Франция короле.
- 1925 — Александр Александрович Фридман, Рәсәй математигы.
- 1946 — Джеймс Джинс, инглиз физигы.
- 1974 — Степан Кувыкин, инженер-нефтсе, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]