Эстәлеккә күсергә

Саргасс диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саргасс диңгеҙе
Майҙаны6-7 млн км²
Иң ҙур тәрәнлек6995 м
 Саргасс диңгеҙе Викимилектә

Сарга́сс диңгеҙе — Атлантик океанындағы антикциклоник һыуҙар әйләнеше районы. Көнбайышта — Гольфстрим, төньяҡта — Төньяҡ Атлантик, көнсығышта — Канар, көньяҡта — Төньяҡ Пассат ағымдары менән сикләнә. Саргасс диңгеҙе тулыһынса тиерлек саргасс ылымыҡтары менән ҡапланған.

Майҙаны 6—7 млн км² (ағымдарҙың урынлашыуына бәйле) тәшкил итә. Яр буҙарынан алыҫ ята. Төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә вулканик Бермуд утрауҙары урынлашҡан. Һыу температураһы диңгеҙ өҫтөндә ҡышын 18—23 °С, ә йәйен 26—28 °C тәшкил итә. Тоҙлолоғо 36,5—37 . Ҙур өлөшө Төньяҡ-Америка котловинаһында 6000 метрҙан ашыу тәрәлектәрҙә ята. Максималь тәрәнлеге — 6995 метр.

Диңгеҙҙә йөҙөп йөрөүсө саргасс һоро ылымлығы бик күп тупланған. Диңгеҙ сиктәрендә уның һаҡламы 4—11 млн тонна тип баһалана. Саргасс диңгеҙендә күп һанлы һәм күп төрлө хайуандар (скумбриялар, осар балыҡтар, диңгеҙ терпеләре, крабтар, диңгеҙ гөбөргәйелдәре, актиниялар һ.б.) көн итә.

Саргасс диңгеҙендә океаник ағымдар тарафынан барлыҡҡа килтерелгән пластик һәм башҡа ҡалдыҡтарҙан йыйылған ғәйәт ҙур сүп-сар табы бар[1] .