Эстәлеккә күсергә

Гольфстрим

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гольфстрим ағымының йылы күсереү схемаһы
Төньяҡ Америка ярҙары буйындаГольфстримдың йылылыҡ картаһы. Сығанаҡ: НАСА.

Гольфстри́м (ингл. gulf stream — ҡултыҡтан ағым) — Атлантик океанда йылы диңгеҙ ағымы. Тар мәғәнәлә Төньяҡ Америка ярындағы Флорида ҡултығынан Ньюфаундленд банкаларына тиклем. Киң мәғәнәлә Төньяҡ Американан Скандинавия ярымутрауына, Шпицберген, Баренц диңгеҙе һәм Төньяҡ Боҙло океанына тиклем йылы диңгеҙ ағымы системаһы[1]. Гольфстрим — океан төбөнә тиклем таралған 70—90 км киңлектәге көслө ағым, океан өҫтөндә максималь тиҙлеге секундына бер нисә метр, аҫтараҡ тиҙлеге аҡрыная (1000—1500 м тәрәнлектә 10-20 см/с). Һыу сығымы 0,1 км3/с.[2][3].

Гольфстрим һыу сығымы секунд һайын 50 миллион куб метр һыу, был донъялағы бөтә йылғаларҙың һыу сығымынан 20 тапҡыр артыҡ. Йылылыҡ ҡеүәте яҡынса 1,4·1015 ватт. Йыл әйләнәһенә ағым динамикаһы үҙгәрә.

Ағымдың Көнбайыш Европаға һәм АҠШ-ҡа йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

АҠШ һәм Көнбайыш Европаның йылы климаты 90 процентҡа Гольфстрим ағымына бәйле. Океандың был ағымы секундына 50 миллион кубометр йылы һыу ағыҙа, был – 1015 киловатт йылылыҡ энергияһы тигән һүҙ! Йәғни Атлантика тирәһендәге Европа, АҠШ һәм Канаданы йөҙҙәрсә йылдар буйы миллион атом электр станцияһы йылытып торған кеүек. Әлеге «йылылыҡ өҫтәмәһе» Европа һәм АҠШ климаты температураһын 8—10 градусҡа, хатта Мәскәүҙекен дә 2 градусҡа арттыра. Рәсәй баш ҡалаһының йыллыҡ уртаса температураһы +3,8 градус. Шаҡтай төньяҡтараҡ урынлашҡан Рейкъявикты иһә Гольфстрим +5С°-ҡә, Хельсинкиҙы +6,8 градусҡа тиклем йылыта. Ә бына шул уҡ киңлектәге Якутскиҙа температура минус 10,2 градус тәшкил итә. Лондонда Гольфстрим арҡаһында уртаса йыллыҡ температура плюс 11 булһа, шул уҡ киңлектәге Воронежда иһә плюс 5 (сөнки Гольфстрим «ярҙам итмәй»), Берлинда плюс 10С° булһа, Новосибирскиҙа минус 0,2С°.

Был АҠШ, Канада һәм Көнбайыш Европаның ауыл хужалығы өсөн иҫ киткес уңайлы шарттар тыуҙыра. Ҡара тупрағы булмаған Германия, Франция, Бөйөк Британия, Швеция, Ирландияла бөртөклөләр уңышы гектарҙан 60-тан алып 85 центнерға тиклем. Ә уңдырышлы ҡара тупраҡлы Украинала — ни бары 24, ә Рәсәйҙең ҡара тупраҡлы булмаған төбәктәрендә — 12—15 центнер ғына. Европа һәм АҠШ-та сәсеүлектәрҙе харап итерлек ҡоролоҡ һәм яҙғы һалҡындар булмай, шуға күрә АҠШ менән Канада йылына 100 миллион тонна, ә Көнбайыш Европа йылына 50 миллион тонна игенде ситкә һата. Гольфстрим арҡаһында, уларҙа уңыштың 5 проценты ғына тәбиғәт шарттарына бәйле, ә Рәсәйҙә 50 процент уңыш тәбиғәт шарттарының нисек килеүенә бәйләнгән! Рәхәт, йылы климат, туң ерҙәрҙең булмауы Көнбайышҡа триллионлаған долларҙы янға ҡалдырырға һәм был аҡсаны инфраструктураға һәм уны эшләтеүгә тотоу мөмкинлеге бирә. Гольфстрим Көнбайыштың гигант күләмдә яғыулығын, төҙөлөш материалдарын янға ҡалдыра. Ҡеүәтле йылылыҡ централдары һәм йылылыҡ трассалары төҙөргә кәрәкмәй. Йылы климатта халыҡ йылы кейемгә лә, юғары калориялы ризыҡҡа ла мохтаж түгел. Юлдар ҙа, һалҡындың емергес тәьҫире булмағанлыҡтан, ун мәртәбә тиерлек оҙағыраҡ хеҙмәт итә һ.б., һ.б.

Ҡыҫҡаһы, Гольфстрим булмаһа, Көнбайыштың эше хөрт... Һауа торошо кухняһы Төньяҡ Атлантик һәм Төньяҡ Боҙло океанда урынлашҡан. Ә Гольфстрим – йылылыҡ системаһы, йәғни «Европаның мейесе», ролен башҡара.

Ағымдың барлыҡҡа килеүе һәм йүнәлеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Океан ағымдары түбәндәгесә «эшләй»: һалҡын һәм тығыҙыраҡ ҡатламы — Лабрадор ағымы, йылы һәм еңелерәк ҡатламы Гольфстрим ағымы аҫтына «сума» һәм, шулай итеп, уға Европаны йылытыу мөмкинлеген бирә. Шунан һуң Лабрадор ағымы, һалҡын Канар ағымы исеме менән Испания ярҙары тирәһендә өҫкә сыға ла, Атлантиканы киҫеп үтеп, Кариб диңгеҙенә етә, йылына һәм, Гольфстримға әйләнеп, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Төньяҡҡа ынтыла. Һалҡын Лабрадор ағымының һыу ҡатламы тығыҙыраҡ булыу – донъя өсөн ҙур бәхет. «Парник эффекты»ла, «озон йыртыҡтары» ла, кешелек донъяһының техноген эшмәкәрлеге лә түгел, ә нәҡ бына Лабрадор ағымының һыу составы тығыҙыраҡ булыу йылылыҡты тәьмин итә. Бөгөн был ағымдың тығыҙлығы Гольфстрим һыуы тығыҙлығынан проценттың ундан бер өлөшө ҡәҙәр генә артығыраҡ. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: ни бары ундан бер! Ә был – Лондон пальмалары, Пальма де Майорка пляждары, Норвегияның туңмай торған фиордтары һәм Баренц диңгеҙендә йыл әйләнә навигация ул.

Гольфстрим ағымының боҙолоуы тураһында фараз

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климат үҙгәреүе менән бәйле фараздар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гольфстримдың климатҡа йоғонтоһон иҫәпкә алып, ҡыҫҡа тарихи осорҙа ағымдың боҙолоуы менән бәйле климат һәләкәте булыуы мөмкин тип иҫәпләнелә. Глобаль йылыныу сәбәпле, Төньяҡ Боҙло океан боҙҙары иреп, океан һыуы тоҙһоҙлана, ә Гольфстрим сөсө һәм тоҙло һыу ҡушылмау сәбәпле барлыҡҡа килә, ағым боҙола, Европала Боҙлоҡ осоро башлана – был Голливуд фильмдарының яратҡан темаһы.

Һәләкәт булыуы мөмкин тигән фараз файҙаһына планета климатында элек булған осорҙар һөйләй. Шул иҫәптән, Кесе Боҙлоҡ осоро һәм Гренландия боҙҙарын анализлау мәғлүмәте.

Шулай уҡ глобаль йылыныу ағымдың боҙолоуына килтерә, тип иҫәпләнелә. Ағым динамикаһы һыуҙың тоҙлолоғо менән бәйле. Һыу тоҙлолоғо боҙҙар ирегән һайын түбәнәйә. Быуланыу тәьҫире йоғонтоһонда полюс һәм экваторҙа температура айырмаһы булмауы ла ағымдың боҙолоуына килтерә. Шулай итеп, глобаль йылыныу һыу кимәле күтәрелеүгә килтерә, Европаға һәләкәтле һыуыҡлыҡ алып килә.

Лабрадор ағымының тәьҫире

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лабрадор ағымының һыу тығыҙлығы Гольфстримдыҡы менән тигеҙләнеүгә, ул Гольфстрим аҫтына «сума» алмай башлаясаҡ һәм, океан өҫтөнә күтәрелеп, Гольфстримдың төньяҡҡа табан ағыуына кәртә буласаҡ. Тура мәғәнәһендә 3—10 йыл эсендә Гольфстримды «һүндерәсәк». Океан ағымдарының бер-береһенә бәйле һигеҙ ағымы («бөйөк һигеҙле») боҙлоҡ осорона хас ике ағымға әйләнәсәк.

Гольфстрим, Испанияға йүнәлеш алып, кесе әйләнә буйынса хәрәкәт итә, ә һалҡын Лабрадор ағымы Европаға «сығып», уны шунда уҡ туңдыра башлаясаҡ. Был процестың кинәт һәм киҫкен буласағы элекке туңдырыуҙарҙы тикшереү барышында кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр менән раҫланған (мәҫәлән, Гренландия боҙҙарын тикшереү). Европала һауа температураһы «күҙ асып йомғансы» (3—20 йыл эсендә) себер температураһына әйләнәсәк. Лабрадор ағымы «эшкә тотоноу» менән, Европа, Канада һәм АҠШт-а йәшәү бик ауыраясаҡ. Бөгөн Лондонда пальмалар үҫеп ултыра, ә иртәгә ул ҡарға сумасаҡ, һыуыҡтар минус 40-ҡа етәсәк. Хатта төньяҡ боландары ла унда йәшәргә теләмәҫ. Киҫкен, ҡот осҡос һыуыҡ – яҡын йылдарҙың яҡын перспективаһы. Ябыҡ ишектәр артында был проблема тураһында етди һөйләшеүҙәр башланды инде. Сөнки бөгөн Гольфстримдың көсө Европала кәмей бара (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 30 процентҡа кәмегән). Моғайын, Европала һуңғы бер-ике йылда ҡыш аномаль һалҡындар булыу – шуның һөҙөмтәһелер.

Deepwater Horizon платформаһындағы авария йоғонтоһо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гольфстримдың юҡҡа сығыуы тиҙләнеүенә 2010 йылдың 20 апрелендә Мексика ҡултығында «Бритиш петролиум» нефть платформаһындағы ҡот осҡос ҙур авария лә сәбәп булды. АҠШ президенты Барак Обама был һәләкәтте «тиңе булмаған экологик фажиғә» тип атаны. Мексика ҡултығы һыуҙарына 16-шар километрлы һәм ҡалынлығы 90-шар метрлы нефть «таптары» тулды. Был «таптарҙың» ҡайһы берҙәре 1300 метр тәрәнлектә ята. Нефть таптарына ҡаршы көрәштә 9 миллион литр тирәһе короксит, 10 миллион литр башҡа төрлө диспергаторҙар ҡулланылған. Былар бит һыуҙағы миллиард тоннанан ашыу сей нефткә өҫтәмә! Шуға күрә лә Мексика ҡултығындағы әлеге химик өҫтәмәләр һәм миллиард тоннанан ашыу сей нефть Гольфстрим ағымының тиҙлегенә ҡот осҡос йоғонто яһаған. Спутниктарҙан алынған һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, элекке рәүешендәге Гольфстрим инде юҡ, ә уның менән бергә йылы Норвег ағымы да юҡҡа сыҡҡан. Әлеге ике йылы ағым һыу әйләнеше системаһында үтә лә мөһим роль уйнай ине. Ә Европа һәм АҠШ-тың туңыуы был илдәр өсөн көтөлмәгән фантастик сығымдар «вәғәҙә итә».

Фараздың нигеҙһеҙ булыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге ваҡытта өҫтә күрһәтелгән факттарҙың климатҡа йоғонтоһо тураһында ышаныслы факттар юҡ. Ҡапма-ҡаршы фекерҙәр ҙә бар. География фәндәре докторы, океанолог Бондаренко А. Л. Фекеренсә «Гольфстримдың „эш“ режимы үҙгәрмәй». Ағымда һыу күсмәй, ағым тик Россби тулҡындары ғына, шуға күрә Европа климаты ҡапыл һәм ҡот осҡос рәүештә үҙгәрмәйәсәк[4].

  1. Большая советская энциклопедия: [В 30 т.]/ Гл. ред. А. М. Прохоров. Издание 3-е. — М.: Сов. энцикл., 1969—1978.
  2. М. И. Кошляков в книге “Десять открытий в физике океана”, авторы А. С. Монин, Н. Н. Корчагин, Институт океанологии им. П. П. Ширшова РАН, М., 2008
  3. А.С. Монин, Г.M. Жихарев. Океанские вихри. // УФН. — 1990. — В. 5. — Т. 160. — С. 1-47.
  4. А. Л. Бондаренко, «Куда течёт Гольфстрим?» 2010 йыл 11 сентябрь архивланған. // Океанология. Научно-популярный блог о Мировом океане и его обитателях.