Эстәлеккә күсергә

Берлин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Берлин
нем. Berlin
Флаг[d] Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Германия

Координаталар

52°31′ с. ш. 13°23′ в. д.HGЯO

Бургомистр

Клаус Воверайт

Телефон коды030
Рәсми сайт

berlin.de

ҡәрҙәш ҡалалар

Лос-Анджелес, Будапешт, Токио,
Париж, Брюссель, Буэнос-Айрес,
Мадрид, Джакарта, Прага,
Стамбул, Ташкент, Виндхук,
Мәскәү, Мехико, Лондон,
Варшава, Пекин

Берлин (Германия)
Берлин
Берлин
Берлин (Германия Берлин)
Берлин

Берли́н (нем. Berlin) — Германия Федератив Республикаһының баш ҡалаһы, халыҡ һаны һәм территория ҙурлығы буйынса Германиялағы иң ҙур ҡала. Лондондан һуң Берлин — майҙаны буйынса Европа Берләшмәһендә икенсе урында.

Берлин — ГФР составындағы 16 ерҙең береһе. Ҡала Шпрее (шул арҡала Берлинды «Шпреелағы Афина» тип тә йөрөтәләр) һәм Бранденбург федераль ерҙең үҙәгендәге Хафель йылғалары ярында урынлашҡан.

1200 йылға тиклем хәҙерге Берлин ҡалаһы урынында Кёльн һәм Берлин исемле ике сауҙа итеү ауылы булған. Уларҙың ҡасан ҡала исеме хоҡуғы алыу ваҡыты аныҡ ҡына билдәле түгел. Кёльндың ҡала булараҡ телгә алыныуы 1237 йылда, ә Берлиндыҡы 1244 йылда теркәлгән. 1307 йылда ике ҡала берләшеп, уртаҡ ҡала идараһы булдырыла. 1400 йылда берләшкән Берлин ҡалаһы халҡы 8 000 кеше тәшкил итә. «Кёльн»дың тарихи исеме Нойкёльн районында сағылыш таба.

Берлин 1417 йылдан Бранденбург маркграфлығы/курфюрлығының һәм Пруссияның (Бранденбург менән Пруссия герцоглығы ҡушылғас) баш ҡалаһы, Германия империяһы булдырылғас, уның баш ҡалаһы була.

Икенсе Бөтә Донья һуғышы тамамланғас, Ялта конференцияһы ҡарарына ярашлы, Берлин, Совет оккупацияһы зонаһында урынлашыуына ҡарамаҫтан, 4 еңеүсе-держава тарафынан оккупация секторҙарына бүленә.

Һуңғараҡ өс оккупация секторы айырым дәүләт ойошмаһы статусы алған Көнбайыш Берлинға үҙгәртелә. Шулай булһа ла, Көнбайыш Берлин Германия Федератив Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештә була.

Берлин секторҙары араһында күсеп йөрөү оҙаҡ ваҡыт ирекле булһа ла, Германия Демократик Республикаһы хөкүмәте, халыҡ һанын кәметмәү маҡсатында, Берлин стенаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был стена 1961 йылдың 13 авгусынан Көнбайыш Берлинды уратып ала.

Һалҡын һуғыштың мөһим символдарының береһе булған Берлин стенаһы 1989 йылға тиклем тора. 1990 йылда Германия ҡушылғас, уның баш ҡалаһы Берлин була. 1994 йылда Бонн ҡалаһынан Берлинға бундестаг, президент администрацияһы һәм федераль министрлыҡтар менән бергә федераль канцлер ведомствоһы күсерелә.

Бөгөн Берлин донъя мәҙәниәте үҙәге булып тора. Ул Европаның иң эре транспорт үҙәге. Бында велосипедта йөрөү киң таралған. Күп кенә юлдарҙа велосипедсылар өсөн махсус урындар ҡалдырылған, унда хәрәкәт итеүҙе светофорҙар тәртиптә тота. Берлиндың университеттары, тикшеренеү институттары һәм музейҙары бөтә донъяға билдәле. Ҡалала планетаның төрлө мөйөшөнән килгән рәссамдар, дипломаттар, иммигранттар эшләй һәм йәшәй.

Берлин Германияның көнсығышында, Польша сигенән 70 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Берлин тулыһынса Бранденбург федераль ерендә урынлашҡан, үҙе лә федераль ер хоҡуҡтарына эйә. Ҡаланың тарихи үҙәге уйһыу ерҙә Шпрее йылғаһы туғайының Барним һәм Тельтов ҡалҡыулыҡтары араһында ята. Хәҙерге ҡаланың байтаҡ ҙур өлөшө шул ике ҡалҡыулыҡта урынлашҡан: Барнимда – Райникендорф, Панков, Лихтенберг һәм Марцан-Хелерсдорф, ә Тельтов ҡалҡыулығында — Шарлоттенбург-Вильмерсдорф, Штеглиц-Целендорф, Темпельхоф-Шёнеберг, Нойкёльн.

Ҡала уртаса климат зонаһында урынлашҡан. Йылдың уртаса температураһы +9,2 °C тәшкил итә. Иң йылы айҙар булып — +16,6 — нан +18,4 °C уртаса тәүлек температураһына эйә булған июнь, июль, август айҙары һанала. Ә иң һыуыҡ айҙар — 1,3 °C уртаса тәүлек температуралы декабрь, ғинуар, февраль. Ҡышҡыһын ҡалалағы температура яҡын тирә-яҡҡа ҡарағанда уртаса 2-3 градусҡа юғарыраҡ була.

XVII быуаттағы Берлин һәм Кёльн картаһы

Берлин ҡалаһы Берлин — Кёльн парлы ҡалаһынан барлыҡҡа килә[2]. Кёльн Шпрее йылғаһының утрауында, ә Берлин уға ҡаршы көнсығыш ярҙа урынлашҡан. Кёльн беренсе тапҡыр 1237 йылда, Берлин 1244 йылда телгә алына. 1307 йылда ҡалалар ҡушылып, уртаҡ ратуша (ҡала идараһы) төҙөлә. «Берлин» һүҙенең килеп сығыуы тураһында төрлө фекерҙәр йөрөй: ул полаб теленең berl/birl (һаҙлыҡ) һүҙенән барлыҡҡа килгән, тигән версия ла бар[3][4]. Әммә Германияла башҡаса фекер йөрөтәләр, мәҫәлән, Теодор Целль (Theodor Zell) ҡала исемен «айыу» (Bär) һүҙенән килеп сыҡҡан, тип һанай. Билдәле булыуынса, кәмендә 1280 йылдан алып айыу Берлин ҡалаһының символы ла булып тора.

Курфюрсттарҙың ҡала-резиденцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1415 йылда курфюрст Фридрих I Бранденбург маркграфлығына нигеҙ һала һәм 1440 йылға тиклем унда идара итә. Шул саҡтан башлап 1918 йылға тиклем Берлинда Гогенцоллерннар династияһы ағзалары етәкселек итә. Башта Бранденбург ере маркграфтары, аҙак Пруссия королдәре буларак һәм, ниһайәт, Герман императорҙары (кайзерҙар) булып. Ҡала халкы идаралағы үҙгәрештәрҙе гел генә ыңғай яҡтан ҡабул итмәй. Мәҫәлән, 1448 йылда Тимер Фридрих II-нең курфюрст замогын төҙөүенә ҡаршы халыҡ сыуалышы хаҡында билдәле була. Әммә был протест уңышҡа ирешмәй, а халыҡ, үҙ сиратында, күп кенә иҡтисади һәм сәйәси иректәрҙән мәхрүм ителә. 1451 йылда Берлин бранденбург маркграфтарының һәм курфюрстарының ҡала-резиденцияһы, тип иғлан ителә һәм ирекле сауҙа ҡалаһы статусын юғалта. 1618 йылдан алып 1648 йылга тиклем барған утыҙ йыллыҡ һуғыш ҡалаға ҙур зыян килтерә: биналарҙың өстән бер өлөшө емерелә, халыҡ һаны яртылаш кәмей. 1640 йылда Бөйөк Бранденбург курфюрсты тип танылған Фридрих Вильгельм идара итеүҙе атаһынан үҙ ҡулына ала. Уның сәйәсәте иммиграцияны яҡлай һәм дини толерантлыҡҡа хас була. Идара итеүенең икенсе йылында уҡ ул Фридрихсвердер, Доротеенштадт һәм Фридрихштадт биҫтәләренә нигеҙ һала.

1671 йылда Фридрих Вильгельм Австриянан килгән 50 йәһүд ғаиләһен үҙ ерендә һыйындыра. 1685 йылда Потсдам эдикты менән Бранденбургка француз гугеноттарын саҡыра. 15000-дән ашыу француз килә һәм 6000-е Берлинда йәшәргә ҡала. 1700 йылдарҙа Берлин халкының 20%-ын француздар тәшкил итә. Францияның мәҙәни тәьҫире лә ғәйәт ҙур була. Шулай уҡ ҡалала Богемиянан, Польшанан һәм Зальцбургтан килгән иммигранттар һаны ла ҙурая.

Король баш ҡалаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1701 йылда уҙған Фридрих I коронацияһы һөҙөмтәһендә Берлин Пруссияның баш ҡалаһы статусын ала. 1709 йылда Берлин, Кёльн, Фридрихсвердер, Доротеенштадт һәм Фридрихштадт ҡалалары берләшә. Ысынбарлыҡта улар күптән инде Берлин ҡалаһының өлөштәре, тип һаналып килгән була.

1760 йылдың 9 октябрендә ете йыллыҡ һуғыш (1756—1763 йылдар) ваҡытында Берлин генерал граф З. Г. Чернышев етәкселегендәге урыҫ корпусынан еңелә. 4500 һалдат әсирлеккә алына. Урыҫтарға 143 ҡорал, 1800 мылтыҡ һәм пистолет, 2 млн.-ға яҡын талер контрибуция трофей булып төшә. Шул ваҡытта ҡала властары тарафынан урыҫ генералына бирелгән Берлиндың символик асҡысы әле лә Санкт-Петербургтың Ҡазан соборында һаҡлана. Берлинда дүрт көн торғандан һуң, Чернышев дошмандың ҡалаға яҡынайыуы тураһында хәбәр ала һәм корпусын ҡышҡы фатирҙарға күсерә.

1806 йылдың 14 октябрендә Йен һәм Ауэрштедт тирәһендә уҙған Наполеон ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта Пруссия еңелә. Был Прус дәүләтендә мөһим роль уйнаған реформаларға килтерә. «Прус реформалары» иҡтисад һәм мәғариф үҫешенә ҙур этәргес була. 1806 йылдың ноябрендә француз ғәскәрҙәре Берлинға инә. 1806 йылдың 21 (9) ноябрендә Наполеон Англияға континенталь блокада иғлан итә.

1813 йылдың февралендә Наполеон армияһы ҡалдыҡтарын эҙәрлекләгәндә, урыҫ ғәскәрҙәре А. И. Чёрнышев етәкселегендә икенсе тапҡыр Берлинды ала. 1861 йылға Берлинға Веддинг, Моабит, Темпельхоф һәм Шёнеберг биҫтәләре ҡушыла.

Германия империяһы баш ҡалаһы һәм Веймар республикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1871 йылда Берлин ҡабаттан ойошторолған Герман империяһының баш ҡалаһы тип иғлан ителә.

1919 йылда Беренсе донъя һуғышы тамамланғас, Берлинда Веймар республикаһы иғлан ителә. Рәсми рәүештә дәүләт, Герман империяһы ваҡытындағы кеүек, «Герман рейх»ы тип аталыуын дауам итә. 1920 йылда Ҙур Берлин барлыҡҡа килеүе тураһында закон сыға. Ул Берлин янындағы барлыҡ ҡалаларҙы, биҫтәләрҙе, ерҙәрҙе, округтарҙы үҙе тирәләй берләштерә. Бынан һуң Берлин халҡының һаны артып, 4 миллион кешенән ашып китә. Берлин Германияның эре сәнәғәт, фән һәм мәҙәниәт үҙәгенә әйләнә.

Нацист Германияның баш ҡалаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1933 йылда хөкүмәт башына национал-социалисттар килеүе сәбәпле, Берлин Өсөнсө рейх баш ҡалаһы тип таныла. 1936 йылда ҡалала йәйге Олимпия уйындары уҙа һәм нацистар уларҙы пропаганда маҡсатында файҙалана. Альберт Шпеер етәкселегендә Берлинды буласаҡ «Германия донъяһы баш ҡалаһы» итеп төҙөүҙең генераль планы булдырыла. Был пландың тормошҡа ашмауына Икенсе Бөтә Донъя һуғышы сәбәпсе була. 1945 йылда бомбаға тотоуҙан, артиллерия утынан, урам һуғыштарынан ҡалаға ҙур зыян килә.

Тарҡалыуҙан берҙәмлеккә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Берлиндың оккупацион зоналары
1945 йылда Потсдам майҙаны һәм Колумбус-хау
Берлин стенаһы. Көнбайыш Берлиндан күренеш

1945 йылда һуғыш тамамланғас, Берлиндың күп өлөшө емерек хәлдә була. Ҡыҙыл армия ҡаланы алып, Германия бер һүҙһеҙ тулы капитуляция иғлан иткәс, Берлин, бөтә Германия кеүек, сит ил идараһы аҫтындағы өс секторға бүленә. Көнбайыш союздаштарҙың (АҠШ, Бөйөк Британия) секторы ҡаланың көнбайыш өлөшөн, ә Советтар Берлегенең секторы көнсығыш өлөшөн ала. Шулай уҡ 1945 йылдың 26 июлендә ҡалала француз секторы булдырыла.

Көнбайыш союздаштар менән Советтар Берлеге араһында булған ҡаршылыҡтар 1948—1949 йылдарҙа Көнбайыш Берлиндың иҡтисади блокадаһына килтерә. Унан сығыу, халыҡты тәьмин итеү өсөн һауа күпере тип аталған һауа юлы ойошторола. Ахыр сиктә был ҡаршылыҡтар оккупацияланған ерҙәрҙә ике Герман дәүләте ойоштороуға килтерә: башта көнбайыш зонала — Германия Федератив Республикаһы, һуңғараҡ — Германия Демократик Республикаһы (икеһе лә 1949 йылда). 1953 йылда Көнсығыш Берлинда хөкүмәткә ҡаршы күпләп халыҡ ҡатнашҡан борсолоуҙар уҙа. ГДР дәүләте һорауы буйынса, ул Советтар берлеге тарафынан баҫтырыла.

Көнбайыш Берлин «Көнбайыш витрина»һына һәм юғары йәшәү кимәле, социаль яҡлауы, демократик иреге булған ҡалаға әйләнә. Ул ваҡытта ФРГ үҙенең «ваҡытлыса баш ҡала»һы итеп Бонн ҡалаһын, ГДР Көнсығыш Берлинды һайлай. Берлиндың көнсығышы һәм көнбайышындағы ҡаршылыҡтар көсәйеүе, 1961 йылда ҡаланы бүлеп, стена төҙөүгә сәбәпсе була. Уның инициаторы булып социалистик ГДР тора.

Граждандарҙың бер территориянан икенсеһенә күсеүе сик контроль-үткәреүе буйынса ғына рөхсәт ителгән. 1971 йылда Көнбайыш Берлин статусын көйләүсе дүрт яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.

1949 йылдан һуң, ҡаланың көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәргә бүленеүенең тәүге осоронда, бөтә төбәк төҙөлөш проекттарының иғтибарға лайыҡ ваҡиғаһы булып архитекторҙарҙың уларҙы һанға һуҡмауы тора.

Мәҫәлән, 1965—1978 йылдарҙа булдырылған «Көнбайыш Берлин территорияһын файҙаланыу планы» бөтә Берлин территорияһының демографик гипотезаһын һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙе үҙ эсенә ла. 1984 йылда ғына әлеге пландың яңы редакцияһында уның проект ҡарарҙары ҡәтғи рәүештә ҡаланың көнбайыш өлөшөн үҫтереүгә йүнәлтелә һәм бөтә ҡала райондың, көнсығыш өлөштөң проблемаларына ҡағылмай.

Ошондай уҡ тенденция Көнсығыш Берлиндың генераль планын төҙөгәндә лә күҙәтелә. 1949 йылда ук төҙөлә башлаған ошо планда ла, «Ҙур Берлин территорияһын булдырыу планы»нда ла (1955 йылда төҙөлә башлай) һүҙ берҙәм ҡала районы тураһында бара.

Көнсығыш Германияның халҡы баҫымы аҫтында Советтар Берлегенең ГДР-ҙың эске эштәренә ҡыҫылмауы һөҙөмтәһендә, 1989 йылда Берлин стенаһы емерелә. 1990 йылдың 3 октябрендә Германия Демократик Республикаһы Германия Федератив Республикаһының төп законына буйһона. Германия берҙәм илгә әйләнә. 1991 йылда бундестаг Берлинға күсеү тураһында ҡарар ҡабул итә һәм шуның менән Германия хөкүмәтенең ҡайҙа урынлашыу бәхәсенә нөктә ҡуя. 1999 йылдың 1 сентябрендә Германия хөкүмәте һәм парламенты Берлинда үҙ эшенә тотона. Берлинда 147 илдең илселеге урынлашҡан.

Закондар сығарыу органы—Депутаттар Палатаһы (Abgeordnetenhaus) 5 йылға һайланған 149 депутаттан тора, башҡарма орган — Сенат (Senat) — идара итеүсе бургомистрҙан (Regierenden Bürgermeister) һәм сенаторҙарҙан (Senatoren) тора, конституцион күҙәтеү органы— Берлин еренең суд эшмәкәрлеге (Verfassungsgerichtshof des Landes Berlin), юғары суд инстанцияһы — Камерный суд (Kammergericht).

Административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Берлиндың административ бүленеше

Берлин — Германия составындағы 16 ерҙең береһе. 12 административ (нем. Bezirk) округка һәм уға ингән 95 районға (нем. Ortsteil) бүленә.

Райондарға статистик маҡсаттан дүрт һанлы индентификация һандары бирелгән. Беренсе ике һаны округты билдәләй. Райондарҙан тыш, Берлин шулай уҡ «статистик территориялар»ға (нем. Statistisches Gebiet) бүленгән. Улар кеше йәшәгән райондарға торошло була һәм өс һанлы номер менән билдәләнә. Статистик территориялар миҫалына Шёнеберг районының Бавария кварталын индерергә була (райондың күпселек урамдары Бавария ҡалаларының исемен йөрөтә). Статистик территориялар райондар менән тура килмәҫкә лә мөмкин, мәҫәлән, Рудов статистик территорияһы Рудов һәм Громиусштадт райондарында урынлашҡан.

Дингә ышаныусыларҙың күбеһе — лютерандар, эре лютеран деноминацияһы — Берлин-Бранденбург-Силезий Үрге Лужицаның (Evangelische Kirche Berlin-Brandenburg-schlesische Oberlausitz) Евангелий Сиркәүе.

Йыл Халыҡ һаны
1250 1200
1307 7000
1400 8500
1450 7000
1576 12 000
1600 9000
1631 8100
1640 7500
1648 6000
1680 10 000
1685 17 000
Йыл Халыҡ һаны
1688 19 000 ± 0
1750 113 289
1775 136 137
1800 172 132
1801 172 988
1825 219 968
1852 401 972
1900 1 888 848
1910 2 071 257
1920 3 879 409
1930 4 332 834
Йыл Халыҡ һаны
1940 4 330 810
1950 3 336 026
1960 3 274 016
1970 3 208 719
1980 3 048 759
1990 3 433 695
2000 3 382 169
2011 3 326 002 [5]
2012 3 375 222
2015 3 490 105 [6]
2014 3 469 849 [7]
Йыл Халыҡ һаны
2016 3 574 830 [8]
2017 3 611 222 [9]
2017 3 613 495 [10]
2018 3 644 826 [11][12]
2019 3 644 826 [13]
2021 3 664 088 [13]
2021 3 677 472 [14]
2022 3 677 472 [15]
2022 3 755 251 [16]

Берлин халҡы һаны[17]:

  • 1650 — 6 500
  • 1750 — 90 000
  • 1800—172 000
  • 1850—420 000
  • 1900 — 1 890 000
  • 1950— 3 340 000
  • 1987— 3 250 000
  • 1997— 3 425 000
  • 2007— 3 370 000
  • 2009— 3 431 420
  • 2011— 3 326 002
  • 2012— 3 501 900[18]

Берлин метрополияһында 3 950 887 кеше 5370 квадрат саҡрым майҙанлы территорияла йәшәй. Төбәктә халыҡ тығыҙлығы 1 квадрат метрға 736 кешегә барып етә, ә ҡаланан ситтә бер квадрат метрға яҡынса 123 кеше тәшкил итә. Берлинлыларҙың уртаса йәше 41,7 йыл. Бында 185 дәүләттән килгән яҡынса 450 900 сит ил кешеһе йәшәй. Шулай итеп, ситтән килеүселәр Берлин халҡының 14 процентын тәшкил итә. Уларҙың 36 000 гражданы — Польшанан, яҡынса 119 000-ы Төркиәнән. Берлин Европалағы этник төрөктәр общинаһының иҫәбе буйынса Төркиәнән ҡала икенсе урында тора. 60 процент төрөк немец гражданлығы алған. Урыҫ телле халыҡ яҡынса 3 процент. Улар социаль торлаҡлы, күп ҡатлы йорттарҙан торған Марцан и Хеллерсдорф райондарында йәшәй.

Статистик мәғлүмәттәр буйынса, яҡынса 60 процент Берлин халҡы бер дини ойошманың да ағзаһы булып тормай. 22 проценты — Евангелий христианы, 9 проценты — католик, 6 проценты — ислам динен тота.

Ҡатындар ирҙәргә ҡарағанда күберәк. 50 проценттан ашыу берлинлы ғаиләһеҙ йәшәй. Фатир арендаһы һәм түләүҙәренә әҙерәк түләү өсөн өйҙәш менән тороу ғәҙәти күренеш һанала. Ир менән ҡатын айырым йәшәгән ғаиләләр киң таралған.

Берлин — Германияла ғына түгел, ә бөтә Евро Союзда иң эре иҡтисади-финанс үҙәге. Радиоэлектрон сәнәғәт, машиностроение, транспорт төҙөлөшө үҫешкән. Ҡала халыҡ-ара сауҙа йәрминкәләре, күргәҙмәләр ойоштороу өсөн мөһим сауҙа үҙәге булып һанала. 20009 йылда Берлиндың эске тулайым продукты €90,1 млрд тәшкил иткән.[19].

Ул 2008 йыл менән сағыштырғанда 1,7%-ҡа артҡан [20]. Берлинда эшһеҙлек кимәле юғары. 2010 йылдың майында 13,6 %, бөтә ил буйынса 7,7 % булған. Яҡынса 17 % халыҡ Социаль кодексҡа ярашлы ярҙам ала[21]. Берлиндың яҡынса 80 % компанияһы хеҙмәтләндереү секторында эшләй.

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Берлин метрополитены станцияларының береһе
Берлин трамвайы

Берлин — эре транспорт үҙәге; каналдар селтәре ҡаланы Эльба һәм Одер йылғалары менән тоташтыра. Тегель — Берлиндың халыҡ-ара аэропорты. Берлиндың үҙәк вокзалы Европалағы иң ҙур вокзал һанала.

Берлинда 5334 км юл, шуларҙың 66 километры магистраль, 979 күпер бар. 2004 йылда 1428 мең автомобиль теркәлгән, шул иҫәптән 6800 такси.

Урындағы йәмәғәт транспортын BVG һәм Deutsche Bahn компаниялары тәьмин итә. Ул 1626 саҡрым автобус маршрутына, 187 саҡрым трамвай линияһына, 150 саҡрым Берлин метрополитенына һәм 328 саҡрым ҡала тимер юлына эйә. 2006 йылда футбол буйынса донъя чемпионатына ҡарата яңы тимер юл вокзалы асыла.

Берлинды ике аэропорт хеҙмәтләндерә: Бранденбург федераль ере сигендә урынлашҡан Берлин-Тегель һәм 2010 йылда 15,7 млн кеше файҙаланған Берлин-Шёнефельд аэропорты.

Берлин метрополитены (нем. U-Bahn Berlin) — ҡаланың мөһим транспорт үҙәге булып тора. Ул 1902 йылда асыла. Бөгөн метро 151,7 саҡрымлыҡ юлы һәм 173 станцияһы булған төп 9 линияға эйә. Иң оҙон линия — U7, уның оҙонлоғо 32 саҡрым. Ул Германияның иң оҙон ер аҫты юлы булып һанала. U4 линияһы иң ҡыҫҡаһы, бары тик 3 саҡрымлыҡ ҡына. 2003 йылдан алып U4 линияһынан башҡа бөтө маршруттарға ла төнгө линиялар индерелә. Юлдың 80 % -ы ер аҫтында. Берлин ҡала электричкаһы (нем. S-Bahn Berlin) — йәмәғәт транспортының бер төрө. Берлин ҡала электричкаһының тимер юлы селтәре 331 саҡрым оҙонлоҡта, 166 станцияға эйә. Тимер юл селтәренең үҙәк өлөшө өс магистральдән тора:Stadtbahn — көнбайыштан көнсығышҡа үтә, ер аҫты һәм өҫтө юлдары бар; Nord-Süd Bahn — төньяҡтан көньяҡҡа, күбеһенсә туннельдән үтә; Ringbahn — түңәрәк маршрут.

Берлинда шулай уҡ Берлин трамвай линияһы ла бар (нем. Straßenbahn Berlin). Ул донъялағы иң эре һәм боронғо трамвай системаһы. Ҡалала тәүге трамвай линияһы 1865 йылда уҡ барлыҡҡа килә. 1967 йылда Көнбайыш Берлинда һуңғы трамвай линияһы ябылып, өҫтөнлөк метрополитенды үҫтереүгә бирелә. Көнсығыш Берлинда иһә киреһенсә трамвай элемтәһе әүҙем үҫешә. Германия берләштерелгәс, көнсығыш һәм көнбайыш транспорт системаһы ла ҡушыла. 1994 йылда Берлин власы трамвай хужалығын модернизацияларға хәл итә. Бөгөн был селтәр 293, 7 саҡрым рельстан, 374 туҡталыштан һәм 22 маршруттан тора.[22].

Мәҙәниәт һәм иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Берлин соборы

Ҡала үҙенең урта быуаттарҙа төҙөлгән ҡайһы бер һыҙаттарын һаҡлап ҡала алған. 18-19 быуаттарҙа дөрөҫ һыҙыҡлы майҙандар (Жандарменплатц), киң урамдар (Унтер-ден-Линден), барокко стилендәге биналар төҙөлә.

20 быуат башында төҙөлөш айырыуса киң үҫеш ала. 1920 йылда «Ҡала төҙөүҙең төп принциптары» тип аталған күргәҙмәлә Берлин үҙе ынтылған Европа ҡалаһы үрнәген күрһәтә. Икенсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланғас, емерелгән тарихи урындар, һәйкәлдәр ҡабат терегеҙелә һәм уларға өҫтәп яңылары төҙөлә. Мәҫәлән: көнсығышта — Лихтенберг һәм Марцан, көнбайышта — Меркишес Фиртель райондары. Элекке төҙөлөштәрҙән Берлинда Опера театры, Ҡыҙыл ратуша, Бельвю һарайы, Бранденбург ҡапҡалары, Изге Мария сиркәүе, Рейхстаг (1999 йылда яңынан төҙөлә) һакланып ҡалған.

Брайтшайдтплатц майҙанында император Вильгельм сиркәүе харабалары һуғышты иҫкәртеүсе һәйкәл булараҡ һаҡланған. Трептов паркында Берлин өсөн көрәштә һәләк булған Совет армияһы яугирҙәрына бағышланған тарихи мемориаль зыярат урынлашҡан. Унда мавзолей һәм азат итеүсе яугирға һәйкәл дә бар (скульпторы Е. В. Вучетич). Һуғыштан һуңғы йылдарҙағы яңы төҙөлөштәргә төрлө милләт архитекторҙар коллективы төҙөгөн Ганза кварталын, Олимпия кварталы янындағы торлаҡ кварталды (архитекторы Ле Корбюзье,) Карл-Маркс-аллеяһын, Берлин филармонияһын, Яңы милли галереяны (архитекторы Л. Мис ван дер Роэ) һ.б. индерергә була.

Берлиндың визит карточкаһы булып бөтә донъяға билдәле Бранденбург ҡапҡаһы һәм Еңеү колоннаһы тора. Әммә ҡаланың быларҙан тыш та, Германияның толерантлығын, асыҡлығын күрһәтеүсе сағыу символы бар — берлин айыуы.

Ҙур Тиргартен үҙәк паркы

Ҡаланың көнбайышын һәм көньяҡ-көнсығышын киң урмандар алып тора. Һәр урам тиерлек ағастар менән биҙәлгән. Шуға күрә Берлинды Германияның иң йәшел метрополияһы тип әйтергә була. Бында 2500-ҙән артыҡ парк һәм ял итеү урыны бар. Уларҙың дөйөм майҙаны 5500 гектар. Парктар, урмандар, йылғалар, күлдәр һәм каналдар ҡала майҙанынынң 30%-ын алып тора.

Ҡала уртаһында Тиргартен паркы урынлашҡан. Ул 500 йыл дауамында ҡаланың иң оло һәм ҙур (210 гектар) паркы булып һанала. Тиргартен паркынан тыш, Трептов паркы ла ҙур майҙанды алып тора. Ул 1876—1882 йылдарҙа Берлиндың беренсе бакса төҙөлөшө директоры Иоганн Генрих Густав Мейер етәкселегендә төҙөлә. 1896 йылда Трептов-паркында һөнәрселек күргәҙмәһе үтә.

Берлин ботаника баҡсаһы айырым иғтибарға лайыҡ. Ул ҡаланың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм ҡала халҡы араһында ял итеү урыны булараҡ популяр.

Бынан тыш, Берлинда ике зоопарк бар: Берлин зоология баҡсаһы һәм Фридрихсфельде. 1844 йылда нигеҙ һалынған Берлин зоопаркы Германияла иң боронғоларҙан һанала һәм ул иң ҙур коллекцияға эйә (14000 хайуан, 1500 төр). Икенсе зоопарк Көнсығыш Германияла төҙөлә һәм майҙаны буйынса Европала иң ҙур зоопарк булып иҫәпләнә (160 гектар).

Көнсығыш-көнбайыш юл һәм 17 июнь урамы киҫешендә Еңеү колоннаһы бар. Уның бейеклеге 69 метр, 1864—1873 йылдарҙа төҙөлгән, 285 баҫҡыслы, унан Берлин панорамаһы яҡшы күренә.

Боде музейы

Берлин — музейҙар ҡалаһы. Уларҙың тарихы — Германия тарихы, уларҙың бүленеше менән тығыҙ бәйле. Элекке Пруссия батшалары йыйынтығы һуғыш вакытында өлөшләтә эвакуациялана, өлөшләтә йәшерелә. Һуғыш тамамланғас, коллекцияның бер өлөшө Көнсығышта, икенсеһе Көнбайышта булып сыға. Хәҙерге Берлинда бер нисә музей үҙәге бар. Тәү сиратта көнсығышта урынлашҡан, үҙенә Боде һәм Пергам музейҙарын, Иҫке милли галереяны һыйындырған Музейҙар утрауы. Көнбайыштағы музейҙар Европа рәсем сәнғәте һәм башҡа әҫәрҙәрҙең байлығы менән дан тота. Башҡа музей үҙәктәре — Мысыр һәм Далем музейҙары (этнологик музей, Һиндостан сәнғәт музейы һ.б.) Далемда урынлашҡан. Улар шулай уҡ иғтибарға лайыҡ. Музейҙар утрауында һуғышҡа тиклемге Берлиндың мәҙәни ҡиммәттәре һаҡланған. Һуғыш ваҡытында ҙур зыян күрһә лә, төп коллекция һаҡланып ҡала.

Берлин дәүләт музейҙарының үҙенсәлеге — һәр кесаҙна 16.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем инеү бушлай.

Иҫке милли галерея боронғо Рим храмына оҡшаған бинала урынлашҡан. Бында төрлө художество йүнәлештәре — реализм, импрессионизм, дадаизм, экспрессионизм тупланған. Баҫҡыста бронза «Бейеүсе» Георг Кольбе тора, залда К. Шмидт-Ротлуф, Э. Л. Кирхнер, О. Мюллер һүрәттәре күргәҙмәгә ҡуйылған.

Берлин драма театры

Театрҙар араһында: Немец операһы, Берлин дәүләт операһы, Комиш опер, Шиллер исемендәге театр, Берлинер ансамбль, Немец театры, Курфюрстендамдағы театр, Берлин драма театры, Фридрихштадтпаласт, Метрополь халыҡ театры, бик күп варьете һәм кабарелар һ.б. бар. Үҙ ваҡытында Вильгельм Фуртвенглер һәм Герберт фон Караян етәкселек иткән Берлин филармония оркестры ҙур билдәлелек яулаған.

Театр тормошо Берлинда бер ваҡытта ла туҡтап тормай. Уға сәйәси ваҡиғалар ҙа, һуғыш та кәртә була алмай. Ул хатта бүленгән ике ҡаланы берләштереүсе лә булып тора.

Башҡа иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Берлин үҙәгенән 30 минут алыҫлыҡта урынлашҡан Ҙур Ванзее күлендәге пляж да ял итеү өсөн ҙур мөмкинлектәр бирә. Берлин территорияһында урынлашҡан иң ҙур урман — Отто фон Бисмарк ваҡытында төҙөлгән торлаҡ квартал буйлап һуҙылған билдәле Грюневальд һәм шулай уҡ, боҙлоҡ дәүерендәге Халензее Кёнигсзе, Дианазее Хундекельзее (хәҙер унда каштан, ҡайын, бук ағастары үҫә) күлдәре сылбыры халыҡтың яратҡан ял итеү урыны.

Гумбольдт исемендәге Берлин университеты

Берлиндың Пруссия, һуңырак Герман империяһының баш ҡалаһы булыуы, уның фәнни үҙәккә әүерелеүен алдан уҡ билдәләй. Билдәле булыуынса, Икенсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланғас, ҡала икегә бүленә. Көнсығыш өлөштә ҙур фәнни ойошмалар яңынан тергеҙелә. Улар араһында Германия фәндәр академияһы, Гумбольдт исемендәге Берлин университеты, Берлин техник университеты, Берлин сәнғәт университеты бар.

Дәүләт сәйәсәтенең Көнбайыш Берлиндағы фәнгә ярҙам итеүе арҡаһында Берлин ирекле университеты асыла, фәндең стратегик йүнәлешен булдырыуға, фәнни кадрҙар әҙерләү буйынса рекомендациялар индереүгә һәм иҡтисади тикшеренеүҙәр, урбанистика, ядро тикшеренеүҙәре буйынса фәнни үҙәктәр асыуҙы маҡсат итеп ҡуйған Макс Планк ойошмаһы булдырыла.

Германия берләшкәс, Берлин Европаның алдынғы фәнни үҙәктәренең береһе булыу статусын кире ҡайтара. Бөгөнгө Берлин студенттары һаны яҡынса 140 000 кеше тәшкил итә.

  • Берлин хөрмәтенә 1896 йылда асылған (422) Беролина астероиды аталған.
  1. Расчёт расстояний между городами. Транспортная компания «КСВ 911» (25 декабрь 2014).
  2. Берлин, столица Германской империи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. 725 Jahre Berliner Bär  (нем.)
  4. Berger,Dieter. Geographische Namen in Deutschland, Bibliographisches Institut, 1999. ISBN 3-411-06252-5  (нем.)
  5. https://www.statistik-berlin-brandenburg.de/Publikationen/OTab/2014/OT_A01-10-00_124_201311_BE.pdf
  6. http://www.statistik-berlin-brandenburg.de/publikationen/stat_berichte/2016/SB_A01-07-00_2015m12_BE.pdf
  7. https://www.statistik-berlin-brandenburg.de/publikationen/otab/2015/OT_A01-14-00_124_201412_BBB.pdf
  8. https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
  9. https://www.statistik-berlin-brandenburg.de/
  10. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal)Federal Statistical Office.
  11. https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Archiv/GVAuszugQ/AuszugGV4QAktuell.html
  12. https://www.destatis.de/DE/Themen/Laender-Regionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/04-kreise.html
  13. 13,0 13,1 https://www.statistikportal.de/de/produkte/gemeindeverzeichnisFederal Statistical Office.
  14. https://www.destatis.de/DE/Themen/Laender-Regionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Archiv/GVAuszugQ/AuszugGV4QAktuell.html (нем.)DESTATIS, 2023.
  15. https://www.statistikportal.de/de/gemeindeverzeichnisFederal Statistical Office.
  16. Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2022 (нем.)DESTATIS, 2023.
  17. World Gazetteer: Berlin— profile of geographical entity including name variants 2007 йыл 1 октябрь архивланған.
  18. 3.501.900 Einwohner— Berlin wird immer größer, Berliner Morgenpost 6 июля 2012
  19. Exporteinbruch stürzt deutsche Wirtschaft in die Krise (German), Reuters. 19 август 2008 тикшерелгән. 2011 йыл 3 октябрь архивланған.
  20. Konjunkturdaten 2011 йыл 12 июнь архивланған., Berlin.de, Abgerufen am 9. Juni 2010
  21. Arbeitslosigkeit in Berlin geht zurück. 2011 йыл 22 май архивланған. In: Berliner Morgenpost', abgerufen am 1. Juni 2010.
  22. Fahrinfo — BVG.de