Загреб

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Загреб
хорв. Zagreb
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Хорватия

Координаталар

45°48′ с. ш. 15°57′ в. д.HGЯO

Мэр

Милан Бандич

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1094

Элекке исеме

Аграм

Ҡала с

1242

Майҙаны

641,29 км²

Диңгеҙ кимәленән

104—1035 м

Халҡы

790 017 кеше (2011)

Тығыҙлығы

1232 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+385 1

Почта индексы

10 000

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

ZG

Рәсми сайт

zagreb.hr
 (хорв.) (инг.)

Загреб (Хорватия)
Загреб
Загреб

За́греб (хорв. Zagreb [ˈzâːɡrɛb]) — Хорватияның баш ҡалаһы. Халҡы — 790 017 кеше (2011), майҙаны — 641,29 км². Ҡала Дунайҙың ҡушылдығы Сава йылғаһы буйында Медведница таулығы янында урынлашҡан. Загребҡа 900-ән ашыу йәш.

Хорватияның административ бүленешендә үҙенең биҫтәләре менән Загреб ҡалаһы айырым жупания булып тора, ҡала менән ассамблея менән һайланған мэр идара итә[1].

Загреб континенталь климат зонаһында урынлашҡан. Уртаса йәйге температура +21°С, уртаса ҡышҡы температура +2°С тәшкил итә. Ваҡыты — Урта Европа (GMT+1).

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1094 йылда Загреб ҡалаһы тәүге тапҡыр телгә алына, ошо йылда венгр короле Ласло I Каптол тауындағы ҡасабала епископлыҡ ойоштора. Хәҙерге Загреб ҡалаһының тарихи йәҙрәһен тәшкил иткән Градец һәм Каптол айырым тораҡ пункттар булып торған.

1242 йылда хорват-венгр короле Бела IV раҫлаған «Алтын булла»ға ярашлы Загреб (Градец) ирекле корллек ҡалаһы тип иғлан ителгән.

XVII быуат башында Градец һәм Каптол тулыһынса ҡушыла, ә Каптол епископлығының атамаһы Загреб архиепископлығы тип үҙгәртелә.

Загреб фуникулёры

1669 йылда иезуиттар ҡалала тәүге гимназияға һәм академияға нигеҙ һалалар. Был дата Загреб университетытының нигеҙләнеү йылы тип иҫәпләнә. Тиҙҙән Загреб Сава буйы Хорватияһының иң ҙур ҡалаһына һәм илдең мәҙәни үҙәгенә әүерелә.

1776 йылда Вараждиндан Загребҡа Хорватия короллек вечаһы (хөкүмәте) ултырылыштары күсерелгән, бынан һуң ҡала фактик рәүештә баш ҡала статусын ала.

1851 йылда бан Йосип Елачич Каптол һәм Градец тораҡ пункттарын Загребҡа берләштерә. Шул уҡ ваҡытта берләшкән ҡаланың башлығы вазифаһы билдәләнә[2].

Австро-Венгрия хакимлығы осоронда ҡала Аграм атамаһын йөрөтә[3][4].

1991 йылдың 25 июнендә Хорватия Республикаһы Саборы (парламенты) Хорватияны бойондороҡһоҙ дәүләт һәм Загребты уның баш ҡалаһы тип иғлан итә. 1995 йылдың майында Граждандар һуғышы осоронда Загреб ҡалаһы Серб Краина Республикаһының хәрбиҙәре тарафынан ракета утына тотола, һөҙөтәлә 7 кеше һәләк була һәм 175 кеше яралана[5] и было ранено как минимум 175 человек.

Климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Загребтың климаты континенталь. Уртаса ҡышҡы температура — +2 °C, уртаса йәйге температура — +21 °C. Ғәҙҙәттә Загребта май айы бик әҫе була, бигерәк ошо ай аҙағында температура +30 °C-тан ашып китә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 19,4 21,6 26,1 28,7 33,7 37,0 40,3 38,0 34,2 27,6 25,0 21,5 40,3
Уртаса максимум, °C 4,3 7,0 12,3 17,3 22,3 25,3 27,7 27,0 21,9 16,4 10,0 5,1 16,4
Уртаса температура, °C 1,2 3,1 7,5 12,2 17,0 19,9 22,0 21,7 17,0 12,0 6,5 2,2 11,9
Уртаса минимум, °C −1,3 −0,2 3,6 7,7 12,2 15,1 17,0 16,9 12,8 8,5 3,7 −0,1 8,0
Абсолют минимум, °C −22,2 −21,7 −17 −3 0,5 4,6 7,3 5,3 2,3 −6 −9,7 −18,7 −22,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 47 44 56 54 73 95 71 97 91 82 72 62 843
Сығанаҡ: Һауа торошот һәм климат

Демография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ һаны (йылдар буйынса)[6]
1857 1869 1880 1890 1900 1910 1921 1931 1948 1953 1961 1971 1981 1991 2001 2011
48 266 54 761 67 188 82 848 111 565 136 351 167 765 258 024 356 529 393 919 478 976 629 896 723 065 777 826 779 145 790 017

Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мирогой зыяратында Франьо Туджмандың ҡәбере
  • Үрге ҡала — элекке Градец торағының тарихи үҙәге. Бейек тау битләүендә урынлашҡан һәм Түбәнге ҡала менән фунукулёр менән тоташҡан. Иң билдәле урындары:
    • Изге Марк сиркәүенең мозаикалы ҡыйығы төрлө төҫтәге черепицанан эшләнгән. Сиркәү 1242 йылда төҙөлгән, артабан бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡоролған. XIX быуатта яһалған сиркәү ҡыйығындағы мозаика Хорватияның, Славонияның, Далмацияның һәм Загребтың гербтарын һүрәтләй.
    • Лотршчак башняһы XIII быуатта төҙөлгән. Уның итәгенән Загреб ҡалаһына бик матур күренеш асыла.
    • Изге Екатерина сиркәүе иезуиттар тарафынан 1632 йылда төҙөлә. Ул Хорватияның барокко сиркәү архитектураһының иң яҡшы өлгөһө булып тора.
    • Таш ҡапҡалар — Загребтың иң боронғо ҡоролмаларҙың береһе, XIII быуат башында төҙөлгән. Ҡапҡаларҙа бәләкәй генә часовня ла бар.
  • Дева Мария Вознесениеһы кафедраль соборы элекке Каптолдың тарихи үҙәгенлә урынлашҡан. Был урында Изге Степан исемендәге тәүге ҡорам 1175 йылда төҙөлгән һәм бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола, һуңғы тапҡыр 1880 йылда неоготик стилдә үҙгәртеп ҡорола. Собор башняларының бейеклеге — 108 метр.
  • Бан Йосип Елачич майҙаны — Түбәнге ҡаланың үҙәк майҙаны. Бындағы биналар төрлө архитектура стилдәренә ҡарай. Майҙандың уртаһында һыбайлы бан Йосип Елаличҡа һәйкәл ҡуйылған.
  • Маршал Тито майҙанында Хорват милли театры (1895) һәм Загреб университеты (1856) биналары урынлашҡан.
  • Король Томислав майҙаны — Загребтың иң ҙур майҙан-паркы булып тора. Уның көньяғында тимер юл вокзалы, ә төньяғында сәнғәт павильоны (1896) урынлашҡан. Майҙанда 1947 йылда король Томислав I һәйкәл ҡуйылған.
  • Мирогой зыяраты — Европаның иң матур зыяраттарының береһе, уға XIX быуатта нигеҙ һалынған.

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Westin Zagreb» ҡунаҡханаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. О градоначальнике (хорв.). Zagreb.hr. — Официальный сайт Загреба. Дата обращения: 12 июль 2011. Архивировано 24 август 2011 года. 2011 йыл 1 ноябрь архивланған.
  2. Звонимир Милчец. Zagrebački gradonačelnici. — Загреб: Alfa, 1993. — ISBN 9531680108.
  3. Загреб. Яндекс.Словари. — БСЭ, 1969-1978. Дата обращения: 19 август 2012. Архивировано 21 август 2012 года. 2014 йыл 24 июль архивланған.
  4. БСЭ (2 издание) 2013 йыл 10 ноябрь архивланған.
  5. Prosecutors Seek Life Sentence for War Crimes Suspect Martic. Голос Америки (10 ғинуар 2007). Дата обращения: 18 июль 2011. Архивировано 24 август 2011 года. 2008 йыл 16 сентябрь архивланған.
  6. Население Хорватии в 1857—2001 гг. на www.dzs.hr 2013 йыл 13 ноябрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хомутецкий Н. Ф., Розенфельд М. Я., Хомутецкая Н. Н. Загреб / Ленинградская организация ордена Ленина Союза архитекторов СССР. — Л.: Стройиздат. Ленингр. отд-ние, 1978. — 72 с. — (Города-побратимы Ленинграда). — 15 000 экз. (обл.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]