Киев
Перейти к навигации
Перейти к поиску
Ҡала | |||||
Киев укр. Київ ![]() | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Мэр | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
482 | ||||
Майҙаны |
835,58 км² | ||||
Рәсми теле | |||||
Халҡы |
▲ 2 888 710 кеше (2015) | ||||
Тығыҙлығы |
3436 кеше/км² | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+380 | ||||
Цифровые идентификаторы | |||||
Рәсми сайт | |||||
Киев (укр. Київ — [ˈkɪjiw]) — Украинаның баш ҡалаһы һәм иң боронғо ҡала, Киев агломерацияһың үҙәге, герой-ҡала. Днепр йылғаһында урынлашҡан. Украинаның махсус административ-территориаль берәмеге, мәҙәниәт, сәйәсәт, иҡтисад, транспорт, фән һәм дини үҙәге. Шулай уҡ Киев өлкәһенең үҙәге.
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аринин Александр Николаевич (29.11.1955), ғалим-политолог, сәйәсмән һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 2000 йылдан Федерализм һәм граждандар йәмғиәте институты (Мәскәү) директоры. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (1983), сәйәси фәндәр докторы (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Мархасин Илья Львович (27.04.1919—21.04.1988), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Техник фәндәр докторы (1966), профессор (1968). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың юғары мәктәп (1979) һәм нефть сәнәғәте (1980) отличнигы. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1971)[1].
- Илья Эренбург (14.01.1891—31.08.1967), СССР яҙыусыһы, шағир. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «Красная звезда» гәзитенең хәрби хәбәрсеһе. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары хаҡында ошо баҫмала 1942 йылда донъя күргән «Башҡорттар» очергы авторы. Башҡорт яугирҙарының батырлығын уларҙың ата-бабаларының хәрби традицияларына бәйләй: 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡытында рус казактары һәм башҡорттар бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшә, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда һәм Бөйөк Ватан һуғышында рус халҡы менән берлектә Тыуған ил азатлығын һаҡлай тип яҙа. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытҡан өсөн (1952) халыҡ-ара һәм ике тапҡыр Сталин (1942, 1948) премияһы лауреаты[2].
Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Уртаса йыллыҡ температура — +8,4 °C.
- Уртаса йыллыҡ ел тиҙлеге — 2,5 м/с.
- Уртаса йыллыҡ һауаның дымлылығы — 74 %.
- Ҡояш яҡтырытыуының дөйөм оҙайлылығы йылына 1927 сәғәт тәшкил итә.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 11,1 | 17,3 | 22,4 | 30,2 | 33,6 | 35,0 | 39,4 | 39,3 | 33,8 | 27,9 | 23,2 | 14,7 | 39,4 |
Уртаса максимум, °C | −0,9 | 0,0 | 5,6 | 14,0 | 20,7 | 23,5 | 25,6 | 24,9 | 19,0 | 12,5 | 4,6 | 0,0 | 12,5 |
Уртаса температура, °C | −3,5 | −3 | 1,8 | 9,3 | 15,5 | 18,5 | 20,5 | 19,7 | 14,2 | 8,4 | 1,9 | −2,3 | 8,4 |
Уртаса минимум, °C | −5,8 | −5,7 | −1,4 | 5,1 | 10,8 | 14,2 | 16,1 | 15,2 | 10,2 | 4,9 | −0,3 | −4,6 | 4,9 |
Абсолют минимум, °C | −31,1 | −32,2 | −24,9 | −10,4 | −2,4 | 2,4 | 5,8 | 3,3 | −2,9 | −17,8 | −21,9 | −30 | −32,2 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 36 | 39 | 37 | 46 | 57 | 82 | 71 | 60 | 57 | 41 | 50 | 45 | 621 |
Сығанаҡ: Погода и климат |
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Киевтан яҡын тирәләге эре ҡалаларға тиклем алыҫлыҡ[3] | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
![]() ![]() ![]() |
![]() ![]() ![]() |
![]() ![]() ![]() |
||||||
![]() ![]() ![]() |
![]() ![]() ![]() ![]() |
|||||||
![]() ![]() ![]() |
![]() ![]() ![]() |
![]() ![]() ![]() |
||||||
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мархасин Илья Львович (Тикшерелеү көнө: 23 апрель 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — ЭРЕНБУРГ Илья Григорьевич (Тикшерелеү көнө: 11 ғинуар 2021)
- ↑ Расчет расстояний между городами. Транспортная компания «КСВ 911». Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 август 2011. 17 апрель 2010 тикшерелгән.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сайт города Киев (укр.)