Брест ҡәлғәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡәлғә
Брест ҡәлғәһе
Холмск ҡапҡалары
Холмск ҡапҡалары
Ил Белоруссия
Урыны Брест
Нигеҙләүсе Рәсәй империяһы
Төҙөлөшө 18331914 йылдар
Төп ваҡиғалар:
1941 йылдың июнь-июле — Ҡәлғәне батырҙарса обороналау
Наградалары: Герой-ҡала — 8 мая 1965 Ленин ордены  — 1965
Статус Мемориаль комплекс
Бөгөнгө хәле өлөшләтә һаҡланған
Сайт Рәсми сайт

1914

Ҡалып:Беларусь Республикаһының тарихи-мәҙәни байлығы

Бре́ст ҡәлғәһе (бел. Брэсцкая крэпасць, Брест-Литовск ҡәлғәһе) — Белоруссиялағы Брест ҡалаһының ситендә, Көнбайыш Бугҡа Мухавец йылғаһы ҡойған ерҙә, шулай уҡ Польшаның Тересполь гминынан алыҫ түгел (VI Тересполь форттары, Л Лебедев литерҙары VII Лобачёв, литеры И Жуки литерҙары, К Кобыляны литерҙары, О Корощин литерҙары). Герой-ҡалалар|Герой-ҡәлғә.

Төҙөү һәм ҡороу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Брест ҡәлғәһенең карта-схемаһы, 1834 йыл тирәһе
Брест ҡәлғәһенең һәм уны уратҡан форттарҙың карта-схемаһы, 1912 йыл

1833 йылда иҫке ҡала үҙәге урынында ҡәлғә һәм Брест замогын хәрби топограф һәм инженер Карл Иванович Опперман проекты буйынса төҙөй башлағандар. Башта ваҡытлыса ер нығытмалар ҡоролған, 1836 йылдың 1 июнендә ҡәлғәнең тәүге нигеҙ ташы һалынған. Төп төҙөлөш эштәре 1842 йылдың 26 апреленә тамамланған. Ҡәлғә дөйөм майҙаны 4 км² һәм төп ҡәлғә һыҙаты оҙонлоғо 6,4 километрға һуҙылған цитаделдән һәм уны һаҡлаған өс нығытманан торған.

Цитадель, йәки Үҙәк нығытма, әйләнәһе 1,8 км тәшкил иткән ҡыҙыл кирбестән һалынған ике ҡатлы казарма. Ике метр ҡалынлығындағы диуарҙарҙан торған цитаделдә 12 мең кеше һыйҙырышлы 500 каземат булған. Үҙәк нығытма Буг һәм Мухавец йылғалары тармаҡтар ҡушылған ерҙә барлыҡҡа килгән утрауҙа урынлашҡан. Был утрауҙар менән Мухавец йылғаһы һәм урҙар ярҙамында барлыҡҡа килгән яһалма утрауҙар күтәрмәле күперҙәр менән тоташҡан. Ул утрауҙарҙа 4 куртины һәм сығарып ҡуйылған 3 равелины һәм капонирҙары менән бергә, Кобринское (элекке иң ҙуры, Төньяҡ тип йөрөтөлгәне); Тереспольское, йәки 4 сығарып ҡуйылған люнеты менән Көнбайыш; Волынское, йәки 2 куртины һәм 2 сығарып ҡуйылған равелиндары менән Көньяҡ нығытмалары урынлашҡан. Элекке «казематландырылған редутта» хәҙер Рождество-Богородица монастыры тора. Ҡәлғә, казематтар урынлашҡан 10 метрлы ер өйөмө (вал) менән уратылған. Ҡәлғәнең һигеҙ ҡапҡаһының бары бишеһе һаҡланып ҡалған — Холмский ҡапҡаһы (цитаделдең көньяғында), Тереспольский ҡапҡаһы (цитаделдең көньяҡ-көнбайышында), Төньяҡ йәки Александровский (Кобрин нығытмаһының төньяғында), Төньяҡ-көнбайыш (Кобрин нығытмаһының төньяҡ-көнбайышында) һәм Көньяҡ (Волынь нығытмаһының көньяғында, Госпиталь утрауы). Бригидский ҡапҡаһы беҙҙең көндәргә саҡлы һаҡланмаған (цитаделдең көнбайышында), Брестский ҡапҡаһы (цитаделдең төньяғында) һәм Көнсығыш ҡапҡаһы (Кобрин нығытмаһының көнсығыш өлөшө). 1864-1888 йылдарҙа Эдуард Иванович Тотлебен проекты буйынса ҡәлғә модернизациялана (заманлаштырыла). Ул әйләнәһе 32 километрға еткән форттар ҡулсаһы менән уратылған, Кобринский нығытмаһы территорияһында Көнбайыш һәм Көнсығыш форттары төҙөлгән. 1876 йылда ҡәлғә территорияһындана архитектор Давид Иванович Гримм проекты буйынса Свято-Николаев православие храмы төҙөлгән.

Ҡәлғә 20 быуат башында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1913 йылда нығытмаларҙың икенсе ҡулсаһы төҙөлә башлаған (уны проектлағанда, айырым алғанда, Дмитрий Михайлович Карбышев ҡатнашҡан), уның әйләнәһе 45 км булырға тейеш булған, ләкин ул һуғыш башланғансы төҙөлөп өлгөрмәгән.

Беренсе Бөтә донъя һуғышы тоҡанғас, ҡәлғә бик етди оборонаға әҙерләнгән, ләкин 1915 йылдың 13 авгусына ҡаршы төндә дөйөм сигенеү барышында ҡәлғәне рус ғәскәрҙәре ҡәлғәне ҡалдырған һәм өлөшләтә шартлатҡан.

1918 йылдың 3 мартында Цитаделдә, Аҡ һарайҙа (Базилиане униат монастырының элекке сиркәүе, һуңынан офицер йыйылышы), Брест килешеүенә ҡул ҡуйылған. Ҡәлғә 1918 йыл һуңына саҡлы немецтар ҡулында, һуңынан поляктар контролендә булған.

1920 йылда совет-поляк һуғышы дәүерендә эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл армияһы тарафынан баҫылып алынған, ләкин тиҙҙән яңынан ҡулдан ысҡындырылған, һәм 1921 йылдағы Рига килешеүе буйынса ҡәлғә II Речь Посполитаяға күскән. Һуғыштарҙан тынып торған периодта ҡәлғә казарма, хәрби келәт һәм сәйәси төрмә (1930-сы йылдарҙа был ҡәлғәгә оппозицион сәйәси эшмәкәрҙәр тотҡонлоҡта тотолған) булараҡ файҙаланылған.

Брест-Литовский ҡәлғәһе коменданттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 19.3.1832 — 1839 йй. — генерал-майор Ляхович Александр Фёдорович
  • 1839 — 16.6.1846 йй. — генерал-лейтенант Пяткин Василий Гаврилович
  • 1848—1861 йй. — генерал-лейтенант Бартоломей Фёдор Фёдорович
  • 1861 — 8.04.1871 йй. — артиллериянан генерал Штаден Иван Евстафьевич
  • 04.1871 — 1876 йй. — генерал-лейтенант Ульрих Ромео Корнильевич
  • 30.8.1876 — 1884 йй. — генерал-лейтенант Качалов Иван Андреевич
  • 12.12.1884 — 03.1896 йй. — инфантериянан генерал Цытович Эраст Степанович
  • 25.04.1896 — 27.9.1897 йй. — генерал-лейтенант Скалон Василий Данилович
  • 27.09.1897 — 1902 йй. — инфантериянан генерал Латур-де-Бернгард Владимир Андреевич
  • 1.01.1903 — 09.1905 йй. — генерал-лейтенант Лазарев Пётр Степанович
  • 07.07.1906 — 24.06.1910 йй. — инженер-генерал Туманов Николай Евсеевич
  • 1910 — 31.5.1913 йй. — генерал-лейтенант Юрковский Владимир Иванович
  • 19.11.1913 — 01.09.1916 йй. — артиллериянан генерал Лайминг Владимир Александрович

1939 йылда брест ҡәлғәһен обороналау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Константин Плисовский

Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланғандың иртәгәһенә, 1939 йылдың 2 сентябрендә , немецтар Брест ҡәлғәһен тәүләп бомбаға тотҡан: немец самолёттары, 10 бомба ташлаған һәм Аҡ һарайға зыян килтергән. Ҡәлғә казармаларында 35-се һәм 82-се пехота полктарының марш батальондары һ.б. осраҡлы частар, үҙҙәренең частарға оҙатылыуын көткән мобилизацияланған резервистар урынлашҡан булған.

Ҡала һәм ҡәлғә гарнизоны генерал Францишек Клеебергтың «Полесье» оператив төркөмөнә буйһонған; 11 сентябрҙә гарнизон начальнигы итеп үҙе командалыҡ иткән подразделениеларҙан бер нисә батарея, ике бронепоезд һәм Беренсе Бөтә донъя һуғышынан ҡалған бер нисә «Рено FT-17» танктары ярҙам иткән, 2000-2500 кешенән торған һуғышҡа һәләтле 4 батальонға (өс пехота һәм инженер) тупланған төркөмгә командалыҡ итергә отставкалағы генерал Константин Плисовский тәғәйенләнгән. Ҡәлғәне һаҡлаусылар, танкҡа ҡаршы торорлоҡ ҡоралдары булмағанлыҡтан, танктарға буш ҡул ҡаршы торған.

13 сентябргә ҡәлғәнән хәрбиҙәрҙең ғаиләләрен эвакуациялағандар, күпер һәм үткәүелдәргә мина һалынған, төп ҡапҡалар танктар менән ҡапланған, тупраҡ өйөп эшләнгән вал-тауҙарҙа пехота өсөн окоптар ҡаҙылған.

Бугтағы Брестҡа Көнсығыш Пруссиянан хәрәкәт иткән генерал Гейнц Гудериандың 19-сы бронетанк корпусы, көньяҡтан хәрәкәт иткән икенсе немец танк дивизияһына көстәрен ҡушырға ынтылған. Гудериан, ҡәлғә һаҡсыларына, көньяҡҡа сигенеү һәм «Нарев» поляк оператив төркөмө менән ҡушылыу мөмкинлеген бирмәйенсә, Брест ҡалаһын яуларға ниәт иткән. Ҡәлғә һаҡсылары менән сағыштырғанда, немец частары пехотаһы 2 тапҡырға, танктарҙа — 4 тапҡырға, артиллерияһы — 6 тапҡырға артыҡ булған. 1939 йылдың 14 сентябрендә 10-сы танк дивизияһы (разведка батальоны һәм 8-се танк полкы подразделениелары) ҡала һәм ҡәлғәне шундуҡ (с ходу) алырға маташҡан, ләкин FT -17 12 танкылары (ҡайһы бере сафтан сыҡһа ла) ярҙамында. Шул уҡ көндә немец артиллерияһы һәм авиацияһы ҡәлғәне бомбаға тотҡан. Икенсе иртәгә, аяуһыҙ урам һуғыштарынан һуң, немецтар ҡаланың күп өлөшөн биләгән. Һаҡлаусы яугирҙар ҡәлғәгә сигенгән. 16 сентябрь иртәһендә немецтар (10-сы танк һәм 20-се моторлаштырылған дивизия) ҡәлғәне штурмлаған, әммә уңышҡа өлгәшмәгән. Кискә табан немецтар таусыҡтың ялын яулаған, әммә артабан алға ынтыла алмаған. Ҡәлғә ҡапҡаһы янында торған ике FT-17 немец танкыларына ҙур юғалтыуҙар килтергән. 14 сентябрҙән башлап, 7 немец атакаһы кире ҡағылған, һәм бының менән бергә ҡәлғә һаҡсыларының 40 % һәләк булған. Штурм барышында Гудериандың адъютанты үлемесле яраланған. Яраланған Плисовский 17 сентябрҙән ҡәлғәне ташлап китергә һәм, Буг йылғаһы аша сығып, көньяҡҡа хәрәкәт итергә бойороҡ биргән. Зарарланмаған күпер аша сығып, ғәскәрҙәр Тереспольский нығытмаһына, артабан Тересполгә йүнәлгән.

22 сентябрҙә ҡәлғәне немецтар Ҡыҙыл армияның 29-сы танк бригадаһына тапшырған[1]. Брест ҡалаһын һәм Брест ҡәлғәһен совет яғына биргәндәге рәсми процедура ваҡытында Бреста вермахт һәм РККА-ның берлектәге парады ойошторолған. Формаль яҡтан, ул саҡтағы РККА-ның строй (саф) уставы талаптарынан сығып ҡарағанда, Брестты тантаналы тапшырыу процедураһы, парад тип тасуирлаһалар ҙа, парад булмаған[2]. Шулай итеп, Брест һәм Брест ҡәлғәһе СССР составына ингән.

Брест ҡәлғәһен 1941 йылда обороналау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылғы Брест ҡәлғәһе нығытмалар системаһының план-схемаһы. 1. Кобрин нығытмаһы, 2. Волынь нығытмаһы, 3. Тереспольский нығытмаһы
Файл:Brest-krepost.jpg
Брест ҡәлғәһе һаҡсылары (Пётр Кривоногов картинаһы)

1941 йылдың 22 июненә ҡәлғәлә 8 уҡсылар батальоны, 1 разведка, 1 артиллерия полкы һәм 2 артиллерия дивизионы (танктарға ҡаршы тороусы орудие (ПТО) һәм (ПВО), 6-сы Орёл уҡсылар дивизияһының һәм СССР-ҙың 4-се армияһына ҡараған 28-се уҡсылар корпусы 42-се уҡсылар дивизияһының 1-се формированиеһы корпус частарының уҡсылар полктары һәм подразделениеларҙың махсус подразделениелары, приписной составының сборы (йыйыны), 17-се Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Брест погранотряды, 33-сө айырым инженер полкы, СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының (НКВД) конвой ғәскәрҙәре 132-се батальоны, частар штабтары (дивизиялар һәм 28-се уҡсылар корпусы штабтары Бреста урынлашҡан булған), барлығы 9 мең кеше[3], ғаилә ағзаларынан башҡа (хәрбиҙәрҙең 300 ғаиләһе) дислокацияланған булған.

Немецтар яғынан ҡәлғәне штурмлау, күрше соединениелар (4-се немец армияһының 12-се армия корпусы 31-се һәм 34-се пехота дивизиялары) менән бергә 45-се пехота дивизияһына (17 меңгә яҡын кеше) ҡушылған булған. Өсөнсө рейхтың Барбаррос планына ярашлы ҡәлғәне һуғыштың тәүге көнөндә үк сәғәт 12-гә яулап алыу планлаштырылған булған.

22 июндең таңында, 4:15 сәғәттә [4]Гарнизонға иҫкәртеүһеҙ, ҡәлғә һаҡсыларына аңмайҙан, артиллерия уты асылған. Бының һөҙөмтәһендә келәттәр, һыу үткәргес юҡ ителгән, элемтә туҡтатылған, гарнизонға бик ҙур юғалтыуҙар килтергән. 4:45 сәғәттә ҡаты һөжүм (штурм) башланған. Атака көтөлмәгән булғанлыҡтан, гарнизон берҙәм координацияланған ҡаршы тора алмаған һәм ҡаршы тороу бер нисә айырым нөктәлә алып барылған. Немецтарға ҡаты ҡаршы тороу Волынь һәм бигерәк тә Кобрин нығытмаларында барған, эш хатта штык менән һөжүм итеүгә тиклем барып еткән.

22 июнь, сәғәт 7:00 42-се һәм 6-сы уҡсылар дивизиялары Брест ҡәлғәһен һәм Брест ҡалаһын ҡалдырған[5], әммә был дивизиялар һалдаттарының күпселеге ҡәлғәнән сыға алмаған. Тап ошо батырҙар көрәште дауам иткән дә инде. Тарихсы Р. Алиев баһалағанса, ҡәлғәнән 6 меңгә яҡын кеше сыға алған, ә 9 меңгә яҡыны унда тороп ҡалған[6]

24 июндең кисенә немецтар Волынь һәм Тереспольский нығытмаларын алған, ә һуңғы гарнизондан ҡалған һалдаттар, ҡаршы тора алыуҙарында икеләнгәнлектән, төндә Цитаделгә күскәндәр. Шулай итеп, оборона Кобрин нығытмаһында һәм Цитаделдә тупланған. Был ваҡытта бөтә Кобрин нығытмаһы һаҡсылары (Пётр Михайлович Гаврилов командалығындағы 400 кеше) Көнсығыш фортында тупланған булған. Ҡәлғә һаҡсыларына көнөнә ут һиптергестәр (огнемёт) ҡулланып һөжүм иткән 7—8 атаканы кире ҡағырға тура килгән. 26 июндә Цитадель оборонаһының Өс арҡалы ҡапҡалар янындағы һуңғы участкаһы, 29 июндә — Көнсығыш форты яулап алынған[7]. Ҡәлғәне ойошҡан рәүештә һаҡлау шунда туҡталған — айырым хәрәкәт иткән төркөмдәр һәм берәмек ҡаршы торған яугирҙар ғына тороп ҡалған. Дөйөм алғанда, 6-7 мең кеше немецтарға әсирлеккә эләккән[8][9].

Ҡәлғә диуарҙарында һаҡланған яҙыуҙарҙың береһендә: «Я умираю, но не сдаюсь! Прощай, Родина|Мин үләм, ләкин бирелмәйем. Һау бул, Тыуған илем. 20/VII-41» тигән һүҙҙәр бар. 1941 йылдың 23 июлендә, йәғни һуғыштың утыҙ икенсе көнөндә Көнсығыш фортын обороналаусыларҙың командиры майор Гаврилов, рәсми мәғлүмәт буйынса, Брест ҡәлғәһенең һуңғы һаҡсыһы, ҡулға алынған[10]. Көстәр нисбәте: 22 июнь төнөнә фортта 9 меңгә яҡын кеше һәм 300 офицер ғаиләһе булған. Йылғаның ҡаршы яғында дошмандың 45-се пехота дивизияһы урынлашҡан булған (17 меңгә яҡын кеше). Вермахттың юғалтыуҙары - 1121 кеше үлтерелгән һәм яраланған (453/668), был дивизияның штаттағы иҫәбенән 7 % тәшкил иткән (һуғыштың тәүге аҙнаһында бөтөн совет-герман фронтында гитлер армияһының дөйөм юғалтыуҙарының 5 проценты). Ҡыҙыл армияның юғалтыуҙары: 5000-дән 6000-гә яҡын һалдат әсирлеккә эләккән, 2000-гә яҡыны һәләк булған.

Ҡәлғәне һаҡлаусыларҙы хәтерләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Брест ҡәлғәһен һаҡлаусыларға һәйкәл һәм Мәңгелек ут
«Брест герой ҡәлғә» мемориалы.
Мәскәүҙәге Билдәһеҙ һалдат ҡәбере эргәһендә Брест ҡәлғәһе тупрағы һалынған блок

1942 йылдың февралендә Орёл ҡалаһы эргәһендәге Кривцово районында немецтарҙың болхов группировкаһын ҡыйратыу барышында, тәүге тапҡыр Брест ҡәлғәһе оборонаһы тураһында ҡыйратылған 45-се пехота дивизияһы ҡағыҙҙары араһында табылған Брест-Литовскиҙы алыуҙы хәбәр иткән немец штаб донесениеһынан билдәле булған (СССР Оборона министрлығы Архивтарында һаҡланған, оп.7514, д.1, л.227-228).

«Брест-Литовскиҙы алыу тураһында хәрби донесение» мәғлүмәттәренә таянып, «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзитенең 1942 йылғы 21 июнь һанында полковник М.Толченовтың «Брестта бер йыл элек» [11] тигән мәҡәләһе баҫылған. 1948 йылда «Огонёк» журналында яҙыусы Михаил Златогоровтың «Брест ҡәлғәһе» тигән мәҡәләһе баҫылған; 1951 йылда рәссам Пётр Александрович Кривоногов «Брест ҡәлғәһен һаҡлаусылар» картинаһын яҙған. Ҡәлғә геройҙары иҫтәлеген тергеҙеүҙә яҙыусы һәм тарихсы Сергей Сергеевич Смирновтың, шулай уҡ уның инициативаһын хуплаған Константин Михайлович Симоновтың хеҙмәте ҙур. 1955 йылда Сергей Смирновтың «Буг ярындағы ҡәлғә» героик драмаһы, 1956 йылда Сергей Смирновтың «Брест ҡәлғәһе» документаль повесы баҫылып сыҡҡан, ә донъя экрандарына Константин Симонов сценарийы буйынса яҙылған «Үлемһеҙ гарнизон» нәфис фильм сыҡҡан (Венецияла уҙған Халыҡ-ара кинофестивалдең почётлы дипломына лайыҡ булған).

Шул ваҡыттан Брест ҡәлғәһе совет халҡының ҡаҡшамаҫ сыҙамлылыҡ символы һәм СССР рәсми патриотик пропагандаһының мөһим символы итеп ҡабул ителгән.

1965 йылдың 8 майында Брест ҡәлғәһенә герой-ҡала (герой-ҡәлғә) исеме бирелгән. 1971 йылдан – мемориал комплексы. Мемориал «Брест герой-ҡәлғә» скульптор Александр Павлович Кибальников проекты буйынса төҙөлгән. Церемониалдар майҙанына Брест ҡәлғәһенең Оборона музейы һәм Аҡ һарай емереклектәре йәнәш тора. «Батырлыҡ» төп монументы уның композицион үҙәге булып тора, уның тиҫкәре яғында ҡәлғәне батырҙарса обороналауҙың айырым эпизодтарын һөйләүсе рельеф композициялары урынлаштырылған. Композиция яғынан монумент менән бәйле 3 яруслы некрополдә 850 кеше мәйеттәре ерләнгән. Элекке инженер идаралығының емереклектәре алдында Мәңгелек дан уты яна. Күҙәтеү майҙансығында 333-сө уҡсылар полкы казармаларының һәм башҡа оборона һәм торлаҡ ҡоролмаларының емереклектәре һаҡланған.

1972 йылдың 9 майында Брест ҡәлғәһе Мәңгелек уты янындағы 1-се Посҡа йәш армеецтар (юнармеец) тәүләп баҫҡан. 1984 йылдың 24 сентябрендә «Үлемһеҙ Брест малайҙары» тип аталған 1-се Пост музейы асылған. 1992 йылдың 23 февралендә мемориал территорияһында «Авиаторҙарҙың хәрби даны» музейы асылған[12].

Брест ҡәлғәһендә төрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1863 йылғы поляк ихтилалы осоронда, 1751 йылда Брест ҡәлғәһенең Кобрин нығытмаһында, быға тиклем казармалар һәм дисциплинар батальон итеп файҙаланылған, таштан төҙөлгән элекке Бригиттки ордены монастырының бинаһы, баш күтәреүселәр өсөн хәрби-ялан, ә һуңынан тотҡондарҙы күсереү (пересыльный) төрмәһенә әйләндерелгән.

«„Иң модалы поляк курорты“ циклынан: Буг буйындағы Брест». 1930 йылдың 5 октябрендә ойошторолған Брест процесы ҡарары менән оппозицион сәйәсмәндәрҙең Брест ҡәлғәһендә тотҡонлоҡта тотолоуына ҡарата карикатура

Тотҡондарҙы күсереү (пересыльный) төрмәһе ҡәлғәлә Беренсе донъя һуғышына саҡлы булған. Бойондороҡһоҙ Польшала тотҡондарҙы күсереү (пересыльный) төрмәһен тик дәүләткә ҡурҡыныс менән янаған енәйәтселәр өсөн тәғәйенләнгән ҡаты режимлы төрмәгә әйләндергәндәр. Унда 1930 йылдың йәйендә ҡулға алынған поляк сеймының оппозицияла торған 21 депутаты тотолған (ҡарағыҙ: Брест процесы) 1930 йылдың 26 октябрендә Бреста уҙғарылған хөкөм процессында уларҙың барыһын да төрмәлә оҙайлы тотоу ҡарары сығарылған. 1938-1939 йылдарҙа был төрмәлә Степан Андреевич Бандера тотолған.

1939 йылда, Брест СССР составына ингәндән һуң, совет дәүләт хәүефһеҙлеге органдары ҡәлғә төрмәнһен сәйәси тотҡондар өсөн файҙаланған. 1941 йылдың 10 июненә төрмәлә 680 тотҡон һәм уларҙың күбеһе элекке поляк офицерҙары һәм белорус милләтселәре булған.

1941 йылдың 22 июнендә төрмә бинаһы вермахтың Һельмут фон Паннвиц командалыҡ иткән 45-се пехота дивизияһының разведка батальоны тарфынан баҫып алынған. Һуғыш барышында тотҡондарҙың бер өлөшө һәләк булған, ә ҡалғаны азат ителгән.

1955 йылда төрмә емереклектәре шартлатылған.[13]

Брест ҡәлғәһе мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Брест ҡәлғәһен обороналауға бик күп нәфис фильмдар бағышланған: «Үлемһеҙ гарнизон» (1956), «Мәскәү өсөн ҡаты алыш» киноэпопеяһы (беренсе фильм «Агрессия», сюжет һыҙығының береһе, 1985); «Мин — рус һалдаты» (Борис Львович Васильевтың «Списокта күрһәтелмәгән булған», 1995), берлектәге рәсәй-белорус фильмы «Брест ҡәлғәһе» (2010), шулай уҡ документаль «Брест ҡәлғәһе. Ғәскәрҙәр киҫешеүе», 2009 йылда Михаил Глушин төшөргән. 2010 йылда НТВ каналы Алексей Владимирович Пивоваровтың «Брест. Ҡәлғә геройҙары» фильмын күрһәтте.

2015 йылда ҡаҙағстан «Motor-Roller» рок-төркөмө «Рейхстагтың тап үҙенә» альбомына ингән «Брест ҡәлғәләре» («Брестские крепости») йырын сығарған[14].

Фотографиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Брест ҡәлғәһенең форттары һәм оборона һыҙаттары
  • Александровский цитаделы
  • Новогеоргиевский ҡәлғәһе
  • Свято-Николаевский гарнизон соборы (Брест)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сборник «Брест. Лето 1941 г. Документы. Материалы. Фотографии». Смоленск, Инбелкульт, 2016
  • Алиев Р. Рыжов И. «Брест. Июнь. Крепость». Трилогия, 2012 (книга первая), 2013 (книги вторая и третья)
  • Алиев Р. Брестская крепость. Взгляд с немецкой стороны // Фронтовая иллюстрация № 5, 2008
  • Алиев Р. Брестская крепость. М.: Вече, 2010
  • Алиев Р. Штурм Брестской крепости. М.: Яуза-Эксмо, 2008
  • Аникин В. И. Брестская крепость — крепость-герой. М.: Стройиздат, 1985. (Архитектура городов-героев).
  • Бешанов В. В. Брестская крепость. Минск, Беларусь, 2004
  • Бобренок С. У стен Брестской крепости. Мн., 1960.
  • Брест. Энциклопедический справочник. Мн., 1987.
  • Ганцер Кристиан: Немецкие и советские потери как показатель продолжительности и интенсивности боев за Брестскую крепость. // Беларусь і Германія: гісторыя і сучаснасць. Выпуск 12. Мінск 2014, с. 44-52. [1]
  • Ганцэр Крыстыян. Памяць і забыццё: ушанаванне герояў Брэсцкай крэпасці. В: Сіябган Дусэт, Андрэй Дынько, Алесь Пашкевіч (ред.): Вяртанне ў Еўропу: Мінулае і будучыня Беларусі. Варшава 2011, стр. 141—147.
  • Героическая оборона / / Сб. воспоминаний об обороне Брестской крепости в июне —июле 1941 г. Мн., 1966.
  • Каландадзе Л. Дни в Брестской крепости. Тбилиси, 1964.
  • Куль-Сяльверстава С. Брэсцкі кадэцкі корпус // Беларускі гістарычны часопіс. 1998. № 3.
  • Лавровская И. Б., Кондак А. П. Брест. Путешествие сквозь века. Мн., 1999.
  • Памяць. Брэст: В 2 т. Мн., 1997.
  • Полонский Л. В осажденном Бресте. Баку, 1962.
  • Смирнов С.|Смирнов Сергей Сергеевич Брестская крепость (1963)
  • Смирнов Сергей Сергеевич (писатель)|Смирнов С. Брестская крепость. М., 1970.
  • Смирнов Сергей Сергеевич (писатель)|Смирнов С. Крепость на границе. М., изд. ДОСААФ, 1956.
  • Смирнов Сергей Сергеевич (писатель)|Смирнов С. В поисках героев Брестской крепости. М., 1959.
  • Смирнов Сергей Сергеевич (писатель)|Смирнов С. Рассказы о неизвестных героях. М., 1985.
  • Суворов А. М. Брестская крепость на ветрах истории. Брест, Редакция журнала «СЭЗ», 2004
  • Суворов А. М. Форт V и другие форты Брестской крепости. Брест, Полиграфика, 2009
  • Суворов А. М. Брестская крепость. Прикосновение к подвигу. Брест, Полиграфика, 2009, 2011
  • Суворов А. М. Брестская крепость. Война и мир. Брест, Полиграфика, 2010
  • Хаметов Махмут Исхакович Брестская крепость-герой — М.: Воениздат, 1988. — 176, [16] б. — (Города-герои (Воениздат)). — 65 000 экз. — ISBN 5-203-00047-6. (в пер.)
  • Хмелевский Я. М. Справочник-календарь гор. Брест-Литовска на 1913 год.
  • Ganzer Christian. Czy «legendarna twierdza» jest legendą? Oborona twierdzy brzeskiej w 1941 r. w świetle niemeckich i austriackich dokumentów archiwalnych. In: Wspólne czy osobne? Miesca pamięci narodów Europy Wschodniej. Białystok/Kraków 2011, S. 37-47.
  • Ganzer Christian, Paškovič Alena. «Heldentum, Tragik, Kühnheit.» Das Museum der Verteidigung der Brester Festung." In: Osteuropa 12/2010, S. 81-96. [2]
  • Geresz J. Twierdza niepokonana 1939: obrona cytadeli w Brześciu nad Bugiem we wrześniu 1939 r. Biała Podlaska; Międzyrzec Podlaski 1994.
  • Sroka J. Brześć nad Bugiem. Dzieje miasta i twierdzy. Biała Podlaska 1997.
  • Sroka J. Obrońcy twierdzy brzeskiej we wrześniu 1939 r., Biała Podlaska 1992.
  • Waszczukowna-Kamieniecka D. Brześć nezapomniane miasto. London, 1997.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Мельтюхов М. И. Советско-польские войны. Военно-политическое противостояние 1918—1939 гг. — М.: Вече, 2001.
  2. Строевой устав РККА 1938 года
  3. Ростислав Алиев. Штурм Брестской крепости. М.: Яуза-Эксмо, 2008, str. 218—238.
  4. 4-се армия командующийының 1941 йылдың 22 июнендә дошмандың һөжүме һәм армия ғәскәрҙәренең хәрәкәте тураһындағы хәрби донесениеһы
  5. 1941 йылдың 22 июне, 11:55 сәғәткә 4-се армия штабының 5-се һанлы хәрби донесениеһы
  6. Брест ҡәлғәһе// «Мәскәү ҡайтауазы» радиостанцияһы тапшырыуы
  7. Крыстыян Ганцэр. Памяць і забыццё: ушанаванне герояў Брэсцкай крэпасці. В: Сіябган Дусэт, Андрэй Дынько, Алесь Пашкевіч (ред.): Вяртанне ў Еўропу: Мінулае і будучыня Беларусі. Варшава 2011, стр. 141—147; тут стр. 141.
  8. Крыстыян Ганцэр. Памяць і забыццё: ушанаванне герояў Брэсцкай крэпасці. В: Сіябган Дусэт, Андрэй Дынько, Алесь Пашкевіч (ред.): Вяртанне ў Еўропу: Мінулае і будучыня Беларусі. Варшава 2011, стр. 141—147; тут стр. 143.
  9. Кристиан Ганцер. Брестская крепость: война и память
  10. Смирнов С. Брестская крепость. М.: Молодая гвардия, 1973, с. 155.
  11. (Брест ҡәлғәһе. Яу урындары буйынса юл күрһәткес (путеводитель)./Ред. Гнедовец П. П.-М.:Воениздат, 1965, с.36.-120 с.)
  12. Пост № 1. // ng.by. Тәүге сығанаҡтан архивланған 9 март 2013. 3 март 2013 тикшерелгән.
  13. Брестская тюрьма — «На Бригитках»
  14. Группа "Motor roller" (Казахстан). Песня "Брестские крепости". Альбом "По самый Рейхстаг" 2015 год. Муз., сл. - И. Аутов, «na-pervom-kanale.ru».