Эстәлеккә күсергә

Смоленск

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Смоленск
Флаг Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Смоленск өлкәһе

Ҡала округы

Смоленск ҡала округы

Координаталар

54°46′58″ с. ш. 32°02′43″ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

3 район

Башлыҡ
Беренсе мәртәбә телгә алынған

863

Майҙаны

166,35[1] км²

Бейеклеге

242 м

Климат тибы

умеренно-континентальный

Халҡы

329 853 кеше (2017)

Тығыҙлығы

1982,89 кеше/км²

Конфессиональ составы

православ христиандар

Этнохороним

смоленсклы

Телефон коды

+7 4812

Почта индексы

214XXX

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

67

ОКАТО коды

66 401

ОКТМО коды

66 701 000 001

ГКГН номеры

0010355

Рәсми сайт

smoladmin.ru
 (рус.) (инг.)

бүләктәр

Герой-ҡала — 1985 Ленин ордены  — 1983 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1966 год)

Смоленск (Рәсәй)
Смоленск
Смоленск
Смоленск (Смоленск өлкәһе)
Смоленск

Смоленск (рус. Смоленск) — Рәсәйҙең көнбайышындағы ҡала, Смоленск өлкәһенең административ, сәнәғәт һәм мәҙәни үҙәге. Рәсәйҙең иң боронғо ҡалаларының береһе (йылъяҙмаларҙа тәүге тапҡыр 863 йылдарҙа телгә алына). «Герой-ҡала» маҡтаулы исемен йөрөтә (1985 йылдың 6 майынан). Ленин ордены һәм Беренсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бүләкләнә.

Рәсәй тарихында «ҡалҡан ҡала», «Рәсәй ҡалҡаны» һәм «асҡыс ҡала» булараҡ билдәле, ул күп быуаттар дауамында Мәскәүҙе ышаныслы һаҡлаусы булып тора, уны Европа илдәре һөжүменән һаҡлай. Фетнәле ваҡытта Смоленск халҡының батырлығы һәм фиҙакәрлеге арҡаһында Речь Посполитая короле Сигизмунд III-нең күп һанлы армияһы туҡтатыла. 20 ай буйы ҡәлғәлә ҡамауҙа ҡалған Смоленск халҡының ныҡышмалылығы һәм илһөйәрлеге сауҙагәр Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский етәкселегендәге Икенсе халыҡ ополчениеһының поляк-литва интервенттары оккупацияһына ҡаршы ихтилалға күтәрелеү өсөн өлгө булып тора.

Ҡала Мәскәүҙән көнбайышҡа табан 378 км (автомобиль юлы буйынса — 410 км) алыҫлыҡта, Днепрҙың үрге ағымында урынлашҡан. Мәскәүҙән иң алыҫ административ үҙәк булып тора, баш ҡала төбәге менән туранан-тура сиктәш. Мәскәүҙән Белоруссияға, Балтик буйы илдәренә, Үҙәк һәм Көнбайыш Европа илдәренә барған маршруттарҙа урынлашҡан. Ҡала көнбайыштан көнсығышҡа табан 25 км һәм төньяҡтан көньяҡҡа 15 км һуҙылған. Уның территорияһы 166,35 км². Халҡы — 312 896 кеше (2023 йыл).

Ҡала атамаһының килеп сығышына ҡарата бер нисә версия бар. Бер версия буйынса, ул Смольня йылғаһы исеменә йәки смоляндар этнонимына ҡарай. Иҫке славян һүҙе смоль ҡара тупраҡ тигәнде аңлата; поляк тел белгесе Станислав Роспонд буйынса ҡаланың исемен славян тамырлы[2]. Тел белгесе О. Н. Трубачев фекеренсә, смолян ҡәбиләһе Дунай ерҙәренән күсенгән[3][4].

Икенсе версия. Ҡала халҡы ыҫмала рус. смола ҡайнатыу (ағыҙыу) менән шөғөлләнгән. Ыҫмала ҡайнатыуҙың төп продукты булараҡ ыҫмала кәмәләрҙе кибеүҙән һәм сереүҙән һаҡлау маҡсатында ҡулланылған. Ҡала эргәһендә урынлашҡан ҡарағай урмандары кәмә эшләү һәм ыҫмала етештереү өсөн мөмкинлек бирә. Ыҫмала етештергән ерҙәрҙә йәшәгән кешеләрҙе смоляндар тип йөрөтәләр, ә улар йәшәгән төп урын Смоленск тип атала башлай. Ошондай уҡ һөнәр кешеләре Смоленскиға йәнәш торған башҡа урындарҙа ла урынлашҡан булған. Быны Смоляки, Смоляни, Смолково, Смолка, Смолики, Смолики, Смоли кеүек ауылдарҙың исемдәре дәлилләй[5].

Ҡайһы бер археологтар Гнездово ауылын Смоленскиҙың тәүге урыны тип һанай[6][7]. Был атама һуңыраҡ Смоленск тип үҙгәртелә[8].

Географик урынлашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Смоленск Смоленск-Мәскәү ҡалҡыулығының көнбайыш өлөшө булған Смоленск ҡалҡыулығында һәм Смоленск өлкәһенең Сычев районы Бочарово ауылынан башланғанан Үрге Днепрҙың ике ярында ла урынлашҡан.

Ҡала биләмәһе рельефын күп һанлы тәрән йырындар һәм Днепрға ағып төшкән йылғалар һәм шишмә үҙәндәре йырғылаған. Бейек йырын һәм ҡаялар, ҡалҡыулыҡтар һәм тауҙарҙың бейеклеге 90 метрға етә. Ҡала «7 ҡалҡыулыҡта» ята тип иҫәпләнә.

Йылға ҡаланы ике өлөшкә бүлә, улар өс күпер менән тоташҡан.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек
Абсолют максимум, °C {{{Янв_а_макс}}} 9,0 17,5 28,0 30,2 31,2 34,5 37,2 29,5 24,8 14,6 9,0
Уртаса максимум, °C {{{Янв_ср_макс}}} −3,4 2,1 11,2 18,0 21,0 23,1 21,7 15,8 9,0 1,3 −2,8
Уртаса температура, °C {{{Янв_ср}}} −6,4 −1,4 6,3 12,5 15,8 17,8 16,3 10,9 5,3 −0,9 −5,1
Уртаса минимум, °C {{{Янв_ср_мин}}} −9,6 −4,9 1,9 7,3 10,9 12,9 11,5 6,7 2,2 −3,2 −7,6
Абсолют минимум, °C {{{Янв_а_мин}}} −36,8 −28,1 −19,8 −5,4 −0,7 4,4 0,3 −4,4 −12,8 −24,8 −35,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм {{{Янв_ср_осад}}} 42 42 38 61 87 90 85 70 66 58 51
Сығанаҡ: Погода и климат

Смоленск Мәскәү ваҡыты сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан (Мәскәү ваҡыты). UTC-ҡа ҡарата +3:00. Ҡулланылған ваҡытҡа һәм географик оҙонлоҡҡа ярашлы[9], Смоленскиҙа ҡояштың уртаса төш ваҡыты 12:52 сәғәттә була.

Герб
Смоленск гербы. Хәҙерге вариант

Смоленск ҡалаһының хәҙерге гербы Смоленск ҡала депутаттар советының 2001 йылдың 27 апрелендәге ҡарары менән раҫлана[10]. Гербта гамаюн (ҡош) һүрәтләнгән[11].

Флаг

Тура мөйөшлө ҡыҙыл туҡымала Гамаюн ҡошо менән пушка урынлашҡан. Флаг туҡымаһын алтын (һары) суҡ уратырға мөмкин[12].

Смоленск гимны

Смоленск гимны һүҙҙәренең авторы — Алексей Бодренков, музыкаһын Иван Трушкин яҙған, хор һәм оркестр өсөн аранжировканы Николай Писаренко эшләгән[13].

Халыҡ иҫәбе
1811[14]1840[14]1856[14]1863[14]1897[15]1913[14]1914[14]1923[14]1926[15]1931[14]1939[16]
12 40011 000920023 10047 00073 10074 10063 70079 00086 500156 884
1956[17]1959[18]1962[14]1967[14]1970[19]1973[14]1975[20]1976[14]1979[21]1982[14]1985[22]
131 000147 196164 000196 000210 779234 000279 000279 000276 402316 000327 000
1986[14]1989[23]1990[24]1991[22]1992[22]1993[22]1994[22]1995[22]1996[22]1997[22]1998[22]
334 000341 483343 000347 000349 000349 000350 000352 000353 000353 000353 000
1999[22]2000[22]2001[22]2002[25]2003[14]2004[26]2005[27]2006[27]2007[27]2008[27]2009[28]
353 000350 000347 600325 137325 100322 000319 300317 900317 700316 500315 588
2010[29]2011[27]2012[30]2013[31]2014[32]2015[33]2016[34]
326 861326 600329 944330 970330 961330 049328 906



2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 59 Рәсәй Федерацияһының 1112[35] ҡалаһы араһында [36] 375-се урында була

Сәнәғәт Смоленскиҙың хужалыҡ эшмәкәрлегендә төп урынды алып тора[37]. 2022 йылда етештереүҙең ыңғай тенденцияһы күҙәтелә: Смоленск ҡала округында сәнәғәт етештереүенең физик күләме 2021 йыл кимәле менән сағыштырғанда 118,7 % тәшкил итә[38].

  • Беренсе Смоленск ТЭЦ-ына — 1933 йылда нигеҙ һалына;
  • Икенсе Смоленс ТЭЦ-ы — 1973 йылдың 13 ғинуарынан эшләй.

Смоленскиҙа 137-гә яҡын уҡыу йорто бар[39]. Киске мәктәптәр, шулай уҡ Кирилл һәм Мефодий исемендәге өлкә лицейы эшләй.

Юғары уҡыу йорттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Смоленск дәүләт университеты
Физик культура, спорт һәм туризм академияһы
Смоленскиҙа Мәскәү энергетика институтының Милли тикшеренеү университеты филиалы

Дәүләткә ҡараған:

  • Смоленск дәүләт университеты
  • Смоленск дәүләт медицина университеты
  • Смоленск дәүләт академияһы
  • Смоленск дәүләт ауыл хужалығы академияһы
  • Смоленск дәүләт физик культура, спорт һәм туризм академияһы (элекке Смоленск дәүләт физик культура институты)
  • Советтар Союзы маршалы А. М. Васильевский исемендәге Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Хәрби һауа һөжүменә ҡаршы оборона академияһы (элекке Смоленск юғары зенит ракета-инженер училищеһы)
  • Смоленск дәүләт сәнғәт институты

Дәүләткә ҡарамаған:

  • Смоленск эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ институты
  • Смоленск православие дини семинарияһы

Ғилми-тикшеренеү учреждениелары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Смоленск ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты

Смоленск троллейбусы схемаһы

Трамвайҙар 1901 йылдан алып йөрөй. 2021 йылға 4 трамвай маршруты бар.

Смоленскиҙа троллейбустар 1991 йылдың 8 апреленән йөрөй. Ҡалала 4 троллейбус маршруты бар.

Ҡалала муниципаль автобустар һәм шәхси ташыусыларҙың 50-нән ашыу пассажирҙар маршруты бар.

Вокзал бинаһы

Смоленск — эре тимер юл үҙәге, Мәскәү тимер юлында урынлашҡан. Тимер юл вокзалы 1868 йылда асыла, ә вокзалдың заманса бинаһы 1951 йылда төҙөлгән. Ҡала яны вокзалы бинаһы алыҫ юл поездары өсөн станция ҡаршыһында урынлашҡан, ул 2008 йылда төҙөлгән. Алыҫ юлға йөрөүсе поездар Смоленск аша Брест, Вильнюс, Калининград, Варшава, Берлин, Прага, Вена, Париж, Ниццаға тиклем бара.

Ҡаланан 7 км алыҫлыҡта М-1 «Беларусь» автомагистрале үтә.

Ике аэропорты бар:

  • «Көньяҡ» — элекке граждандар аэропорты, 2010 йылдан эшләмәй.
  • «Төньяҡ» — хәрби, 2013 йылда халыҡ-ара аэропорт булдырыу планлаштырыла, әммә финанслау етмәү сәбәпле, проект билдәһеҙ ваҡытҡа туҡтатыла[40].

Ҡаланың сәнәғәт һәм Ленин райондары Заднепровье менән Днепр йылғаһы аша өс автомобиль күпере менән тоташҡан. Тимер юлдар өҫтөндә биш юл үткәргесе ҡуйылған.

  • «Герой-ҡала» исеме (1985 йылдың 6 майы) «Смоленскиҙы һаҡлаусылар күрһәткән батырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец-фашист илһөйәрҙәре менән көрәштә хеҙмәтсәндәрҙең күмәк ҡаһарманлығы өсөн» «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бүләкләнә.
  • Ленин ордены (1983 йылдың 23 сентябре) — «хеҙмәтсәндәрҙең иҡтисади һәм мәҙәни төҙөлөштәге ҙур уңыштары, революцион хәрәкәттә әүҙем ҡатнашыуы һәм Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙарының еңелеүен тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн».
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1966 йылдың 3 декабре) — «ҡала һаҡсылары күрһәткән батырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец-фашист илһөйәрҙәре менән көрәштә партизандар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыуы һәм ҡаланы тергеҙеүҙә һәм халыҡ хужалығын үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн».

Тышҡы бәйләнештәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Смоленскиҙың тышҡы бәйләнештәре киң. Шулай уҡ бында башҡа ҡалаларҙың мәҙәниәте көндәре үтә. Ҡала хәҙерге замандың Ганза лигаһы ағзаһы булып тора[41].

Туғандаш ҡалалар
Партнёр ҡалалар
Илселек филиалы
Консуллыҡтар
  1. БД ПМО Смоленской области. Город Смоленск
  2. Горбаневский М.В. Москва: кольца столетий. Архивная копия от 10 сентябрь 2018 на Wayback Machine
  3. Трубачев О. Н. Ранние славянские этнонимы — свидетели миграции славян // Вопросы языкознания. 1974. № 6. С. 52-53
  4. Валентин Седов. Миграция славян из Дунайского региона. Историко-археологическое исследование // Славяне. М.: Языки славянской культуры, 2002.
  5. Махотин Б. А. Смоленск // К живым истокам. — Смоленск: Московский рабочий, 1989. — 127 с. — ISBN 5-239-00538-9.
  6. Е. А. Шмидт О времени возникновения города Смоленска // Музейный вестник. — 2012. — В. VI. — С. 139—149.
  7. Н. А. Кренке, И. Н. Ершов, В. А. Раева, В. В. Бегунова, К. А. Ганичев, М. В. Лавриков, С. Н. Чаукин, В. А. Чаукина, В. А. Волков. Смоленская экспедиция. Институт археологии РАН РФ.
  8. Алексеев Л. В. Западные земли домонгольской Руси. — Кн. 1. — М.: Наука, 2006. — С. 57-58.
  9. Время в Смоленске, Смоленская область, Россия. Сколько сейчас времени в Смоленске. dateandtime.info. Дата обращения: 19 октябрь 2017. Архивировано 19 октябрь 2017 года.
  10. Решение Смоленского городского Совета от 27.04.2001 № 111 «О гербе города-героя Смоленска». Архивировано 13 ноябрь 2016 года.
  11. Герб г. Смоленска. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано из оригинала 28 октябрь 2016 года.
  12. Решение Смоленского городского Совета от 31.05.2001 № 120 «О флаге города-героя Смоленска» (недоступная ссылка — история).
  13. Решение Смоленского городского Совета от 22.09.2003 № 689 «Об утверждении гимна города Смоленска и положения о гимне города Смоленска» (недоступная ссылка — история).
  14. 14,00 14,01 14,02 14,03 14,04 14,05 14,06 14,07 14,08 14,09 14,10 14,11 14,12 14,13 14,14 Народная энциклопедия «Мой город». Смоленск. Дата обращения: 27 октябрь 2013. Архивировано 27 октябрь 2013 года.
  15. 15,0 15,1 Города с численностью населения 100 тысяч и более человек. Дата обращения: 17 август 2013. Архивировано 17 август 2013 года.
  16. Великая Отечественная война. Юбилейный статистический сборник. 2015. Дата обращения: 23 апрель 2015. Архивировано 23 апрель 2015 года.
  17. Народное хозяйство СССР в 1956 г. (Статистический сборник). Государственное статистическое издательство. Москва. 1956. Дата обращения: 26 октябрь 2013. Архивировано 26 октябрь 2013 года.
  18. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  19. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  20. Российский статистический ежегодник, 1998 год
  21. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  22. 22,00 22,01 22,02 22,03 22,04 22,05 22,06 22,07 22,08 22,09 22,10 22,11 Российский статистический ежегодник. Госкомстат, Москва, 2001. Дата обращения: 12 май 2015. Архивировано 12 май 2015 года.
  23. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  24. Российский статистический ежегодник.2002 : Стат.сб. / Госкомстат России. – М. : Госкомстат России, 2002. – 690 с. – На рус. яз. – ISBN 5-89476-123-9 : 539.00.
  25. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  26. 4.13. Города с численностью населения 100 тысяч и более человек. Дата обращения: 1 май 2014. Архивировано 1 май 2014 года.
  27. 27,0 27,1 27,2 27,3 27,4 Численность постоянного населения города Смоленска (на конец года). Дата обращения: 9 апрель 2016. Архивировано 9 апрель 2016 года.
  28. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  29. Итоги Всероссийская перепись населения 2010 года. 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов – районных центров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи человек и более. Дата обращения: 14 ноябрь 2013. Архивировано 14 ноябрь 2013 года.
  30. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  31. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  32. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  34. Оценка численности постоянного населения Смоленской области на 1 января 2016 года. Дата обращения: 11 апрель 2016. Архивировано 11 апрель 2016 года.
  35. с учётом городов Крыма
  36. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)
  37. Главное о регионе: Смоленская область.
  38. ОСНОВНЫЕ СОЦИАЛЬНО-ЭКОНОМИЧЕСКИЕ ПОКАЗАТЕЛИ РАЗВИТИЯ ГОРОДА СМОЛЕНСКА за январь-июнь 2022 года.
  39. Образование.
  40. Смоленск может лишиться аэродрома "Северный". Дата обращения: 26 ноябрь 2014. Архивировано 13 ноябрь 2017 года.
  41. 194 Hansestädte (нем.). www.hanse.org. Дата обращения: 27 май 2021. Архивировано 7 май 2021 года.
  42. Тюль, Франция. Города-побратимы. Международные и межмуниципальные связи. О Смоленске. Официальный сайт Администрации города-героя Смоленска. www.smoladmin.ru. Дата обращения: 27 май 2021. Архивировано 17 апрель 2021 года.
  43. Хаген, Германия. Города-побратимы. Международные и межмуниципальные связи. О Смоленске. Официальный сайт Администрации города-героя Смоленска. www.smoladmin.ru. Дата обращения: 27 май 2021. Архивировано 17 апрель 2021 года.
  44. Витебск, Беларусь. Города-побратимы. Международные и межмуниципальные связи. О Смоленске. Официальный сайт Администрации города-героя Смоленска. www.smoladmin.ru. Дата обращения: 27 май 2021. Архивировано 17 апрель 2021 года.
  45. Варшава и Гданьск разорвали партнерские соглашения с городами-побратимами из России. tass.ru. Дата обращения: 5 март 2022. Архивировано 3 март 2022 года.
  46. Тарговиште, Болгария. Города-побратимы. Международные и межмуниципальные связи. О Смоленске. Официальный сайт Администрации города-героя Смоленска. www.smoladmin.ru. Дата обращения: 27 май 2021. Архивировано 17 апрель 2021 года.
  47. Анастасия Артеменко. Смоленск и Житомир по-прежнему побратимы 2021 йыл 9 июль архивланған.. ГТРК «Смоленск». 08.09.2016.
  48. Градови побратими Крагујевца. Дата обращения: 10 июль 2014. Архивировано из оригинала 10 март 2010 года.
  49. Крагуевац, Сербия. Города-побратимы. Международные и межмуниципальные связи. О Смоленске. Официальный сайт Администрации города-героя Смоленска. www.smoladmin.ru. Дата обращения: 27 май 2021. Архивировано 17 апрель 2021 года.
  50. Был объект Ҡырым ярымутрауы территорияһында урынлашҡан. Ярымутрауҙың ҙур өлөшө был территорияны контролдә тотоусы Рәсәй Федерацияһы һәм Украина араһында территориаль ризаһыҙлыҡ объекты булып тора. Рәсәй Федерацияһының административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттарыҠырым Республикаһы Һәм Севастополь федераль әһәмиәтендәге ҡала урынлашҡан. Украинаның административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауында Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм айырым статуслы Севастополь ҡалаһы урынлашҡан.
  51. Керчь, Россия. Города-побратимы. Международные и межмуниципальные связи. О Смоленске. Официальный сайт Администрации города-героя Смоленска. www.smoladmin.ru. Дата обращения: 27 май 2021. Архивировано 17 апрель 2021 года.
  52. Посольство Беларуси в России – Отделения – Смоленск. www.embassybel.ru. Дата обращения: 27 май 2021. Архивировано 27 май 2021 года.
  53. Консульское Агентство в Смоленске - Польша в России - Веб-сайт Gov.pl (рус.). Польша в России. Дата обращения: 27 май 2021. Архивировано 27 май 2021 года.

Ҡалып:Смоленск өлкәһе