Ватан һуғышы ордены

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ватан һуғышы ордены
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 20 май 1942
Дәүләт Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Уровень выше Александр Невский ордены
Уровень ниже Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Изображение орденской планки
Лауреаттар категорияһы Категория:Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
Commons-logo.svg Ватан һуғышы ордены Викимилектә
Ватан һуғышы ордены, СССР Почта маркаһы, 1943 йыл
Ватан һуғышы ордены, СССР почта маркаһы, «СССР ордендары һәм миҙалдары» сығарылышынан (рәссам А. Мандрусов, ЦФА 894-се), 1944 йыл.

Ватан һуғышы ордены — 1942 йылдың майында СССР Юғары Советы Президиумының «I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы орденын булдырыу тураһында» Указына ярашлы булдырылған ССР Союзы ордены.

Артабан СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге указына ярашлы ордендың тасуирламаһына ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелә, ә орден статутына үҙгәрештәр СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 16 декабрендәге Указы буйынса индерелә.

Һуғыш барышында I дәрәжә ордены менән 324 903 кеше бүләкләнә, II дәрәжә ордены менән — 951 652 кеше. Бөтәһе 1985 йылға тиклем I дәрәжә ордены менән — 344 меңдән ашыу, II дәрәжә ордены менән яҡынса бер миллион 28 мең кеше бүләкләнгән.

Ордендың «Юбилей» варианты менән СССР Юғары Советы Президиумының 1985 йылдың 11 мартындағы Указына ярашлы I дәрәжә орден менән яҡынса 2 миллион 54 мең кеше бүләкләнгән, II дәрәжә — яҡынса 5 мең 408 миллион кеше.[1]

Орден тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ватан һуғышы ордены — Бөйөк Ватан һуғышы осороноң тәүге совет наградаһы. Шулай уҡ ул дәрәжәләргә бүленгән тәүге совет ордены була. Октябрь Революцияһы, «Герой әсә» һәм «Әсә даны» ордендары менән бер рәттән әлеге орден бүләкләнеүсенең вафатынан һуң ғаиләлә ҡалдырылған (башҡа дәүләт ордендары кире ҡайтарылған), 1977 йылдан һуң ҡына ҡалған ордендар һәм миҙалдар ғаиләлә ҡалдырыла башлай.

1942 йылдың 10 апрелендә И. В. Сталин Ҡыҙыл Армияһы тылы начальнигы интендант хеҙмәте генерал-лейтенанты А. В. Хрулевҡа фашистар менән алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән хәрбиҙәрҙе бүләкләү өсөн орден проектын әҙерләргә ҡуша. Башта орденды «Хәрби ҡыйыулыҡ өсөн» («За военную доблесть») тип исемләргә уйлайҙар. Орден проектын эшләүгә рәссамдар Дмитриев Сергей Иванович («Батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының ХХ йыллығы» юбилей миҙалдары проекттары авторы) һәм Кузнецов Александр Иванович. Ике тәүлек үткәндән һуң уҡ беренсе эскиздар барлыҡҡа килә, улар иҫәбенән тимерҙә һынау экземплярҙарын эшләү өсөн бер нисә эш һайлана. 1942 йылдың 18 апрелендә өлгөләр раҫлана. Буласаҡ награда нигеҙенә А. И. Кузнецовтың һүрәте алына, ә «Ватан һуғышы» яҙыу идеяһы С. И. Дмитриевтың проектынан алына.

Ордендар менән бүләкләү хәрби шарттарҙа ҡаһарманлыҡты күрһәткәс тә үткәрелә. Ватан һуғышы орденын тапшырыу хоҡуғы хәрби командованиеһына — фронт һәм флоттар командующийҙарынан алып корпус командирҙарына тиклем — йөкмәтелә.

СССР Юғары Советы президиумының I һәм II дәрәжәләре Ватан һуғышы ордены менән бүләкләү тураһында тәүге указдар 1942 йылдың 2 июнендә сыға. Ордендың тәүге кавалерҙары — артиллеристар. Орден статутында I дәрәжә ордены менән артиллерия уты менән дошмандың 1 ауыр (йәки урта) йәки 2 еңел танкты (бронемашинаны), йәки орудие расчеты составында 2 ауыр (йәки урта) йәки 3 еңел танк (бронемашина) юҡҡа сығарыу өсөн бирелә. 32-се артиллерия полкы артиллеристары 32 дошман танкын сафтан сығара. Капитан И. И. Криклий шәхсән үҙе 5 фашист машинаһын ҡыйрата, әммә үҙе ҡаты яралана. Расчет номерҙарының күбеһе һәләк булып бөткәс тә, өлкән сержант А. В. Смирнов снаряд ярсығы менән ҡул суғы өҙөлгәнгә ҡарамаҫтан атыуын дауам итә.

Капитан Иван Ильич Криклий — I дәрәжә Ватан һуғышы орденының тәүге кавалеры, өлкән сержант Алексей Васильевич Смирнов һәм 776-сы артиллерия полкы дивизионы политругы Иван Константинович Стаценко ошондай уҡ наградаға лайыҡ булалар.

Артиллерия расчетының ҡалған яугирҙары— ҡыҙылармеец Григорьев Николай Ильич, Кулинец Алексей Иванович, Иван Полехтович Петроша, өлкән сержант Степан Трифонович Жарков , сержант Нестеренко Петр Васильевич һәм Михаил Григорьевич Немфира — II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була.

1-се һаны аҫтында 1942 йылда Ржев алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн өлкән политрук, 52-се уҡсылар дивизияһының сәйәси бүлеге начальнигы урынбаҫары Конюхов Василий Павловичтың I дәрәжә Ватан һуғышы ордены үлгәндән һуң уның ғаиләһенә тапшарыла (1943 йылдың 24 ғинуарындағы 072-се һанлы Көнбайыш фронт ғәскәрҙәренә «Шәхси составты бүләкләү тураһында» исемеле бойороҡ).

1-се һаны аҫтында II дәрәжә Ватан һуғышы орденына үлгәндән һуң өлкән лейтенант разведка буйынса 155-се танк бригадаһы начальнигы урынбаҫары Павел Алексеевич Ражкин лайыҡ була (3-сө армия ғәскәрҙәре буйынса 1943 йылдың 5 апреленендәге 22/н-се бойороғо).

I дәрәжә Ватан һуғышы ордены тарихында награда ниндәйҙер хәрби операцияһының бөтә ҡатнашыусыларына бирелгән осраҡтары бар. Бындай хөрмәткә тәүгеләр булып 1942 йылдың 5 июлендә Баренц диңгеҙендә «Тирпиц» иң эре дошман линкорына һөжүм иткән «К-21» һыу аҫты экипажы ағзалары лайыҡ була.

I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән шулай уҡ 1943 йылдың ғинуарында Северский Донец йылғаһы буйындағы ике көнлөк алыштың ҡатнашыусылары — лейтенант А. Атаев етәкләгән штурмлау төркөмөнөң 30 яугиры — бүләкләнә.

Ватан һуғышы ордены хәрби частары һәм берләшмәләре, хәрби училищелары һәм оборона заводтары бүләкләнә. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән күп кенә ҡалалар ҙа бүләкләнә:

1969 йылда Ватан һуғышы ордены менән словак ауылы Склабиня бүләкләнә.

Алыштар ваҡытында лайыҡ булған, әммә ниндәйҙер сәбәптәр буйынса наградаларын ала алмаған, тиҫтәләгән яраланған яугирҙар һуғыштан һуң Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

1977 йылдың майына тиклем осоронда Ватан һуғышы ордены менән 700-гә яҡын сит ил граждандары — Икенсе донъя һуғышында фашистарға ҡаршы көрәш ҡатнашыусылары — бүләкләнә[2].

Орден статуты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ватан һуғышы ордены менән ҡаһарманлыҡ, сыҙамлылыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ флоты, НКВД ғәскәрҙәре һәм партизан отрядтарының етәкселек составы һәм һалдаттары, шулай уҡ үҙенең ғәмәлдәре менән совет ғәскәрҙәренең хәрби операцияларына булышлыҡ иткән хәрбиҙәр. Ватан һуғышы ордены менән бүләкләү СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы башҡарыла. Ватан һуғышы орденының ике дәрәжәһе бар: I һәм II дәрәжә. Ордендың юғары дәрәжәһе — I дәрәжә.

Орден статутында совет наградалар тарихында ттәүге тапҡыр бүләкләнеүсенең конкрет батырлыҡтары исемләнә. совет награда системаһына тарихында беренсе тапҡыр аныҡ кителгән батырлыҡтары өсөн ул наградаларға тәҡдим итеү менән айырылған булыуы мөмкин.

I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дошман тылындағы мөһим объектты мәргән рәүештә емергән өсөн;

Ленин ордены менән наградланған штурман йәки осоусы хәрби заданиены үтәгән саҡта үҙҙәренең бурыстарын ҡыйыу башҡарғаны өсөн;

һауа алышында бәреп төшөргән өсөн:

ауыр бомбардировка авиацияһы экипажы составында — 4 самолет;
алыҫ бомбардировка авиацияһы экипажы составында — 5 самолет;
яҡын бомбардировка авиацияһы экипажы составында — 7 самолет;
штурмлау авиацияһы экипажы составында — 3 самолет.

Уңышлы хәрби осош башҡарған өсөн:

ауыр бомбардировка авиацияһы экипажы составында — 20-се уңышлы хәрби осош;
алыҫ бомбардировка авиацияһы экипажы составында — 25-се уңышлы хәрби осош;
яҡын бомбардировка авиацияһы экипажы составында — 30-сы уңышлы хәрби осош;
штурмлау авиацияһы экипажы составында — 25-се уңышлы хәрби осош;
истребителдәр авиацияһы экипажы составында— 60-сы уңышлы хәрби осош;
алыҫ разведка авиацияһы экипажы составында — 25-се уңышлыхәрби осош;
яҡын разведка авиацияһы экипажы составында — 30-сы уңышлы хәрби осош;
корректировка авиацияһы экипажы составында — 15-се уңышлы хәрби осош;
бәйләнеш авиацияһы экипажы составында — үҙ территорияһына ултырыушарттарында 60-сы уңышлы хәрби осош һәм дошман биләгән территориялағы үҙә ғәскәрҙәре районында ултырыу шарттарында 30-сыуңышлы хәрби осош;
транспорт авиацияһы экипажы составында — үҙ территорияһына ултырыу шарттарында 60-сы уңышлы хәрби осош һәм дошман биләгән территориялағы ултырыу шарттарында 15-се уңышлы хәрби осош.

Авиация частары менән өҙлөкһөҙ һәм аныҡ идара итеүҙе ойоштороу өсөн;

Штаб эшен аныҡ һәм планлы рәүештә ойоштороу өсөн;

Мәжбүри рәүештә дошман территорияһында ултырған самолетты йүнәтеүгә һәм һауаға осороуға өлгәшкән өсөн;

Дошман уты аҫтында алдынғы аэродромда 10-да кәс булмаған самолетты йүнәтеүгә өлгәщкән өсөн;

Дошман уты аҫтында аэродромдан бөтә запастарҙы алып сығыуға өлгәшкән һәм, аэродромға миналар һалып, дошманға унда самолеттарҙы ултыртырға мөмкинлек бирмәгән өсөн;

2 ауыр йәки урта, йәки 3 еңел танк (бронемашина), йәки орудие расчеты составында — 3 ауыр йәки урта, йәки 5 еңел танк (бронемашина) юҡ иткән өсөн;

Артиллерия уты ярҙамында 5 дошман батареяһын баҫтырған өсөн;

Артиллерия уты ярҙамында 3-тән кәм булмаған дошман самолетын юҡҡа сығарған өсөн;

Танк экипажы составында ут сараларын һәм дошмандың тере көсөн юҡҡа сығарыу буйынса 3 хәрби заданиеһын уңышлы башҡарған йәки алыштарҙа дошмандың 4 танкыһын йәки 4 орудиеһын юҡҡа сығарған өсөн;

Дошман уты аҫтында зыян күргән 3-тән кәм булмаған танкыны яу яланынан алып сыҡҡан өсөн;

Дошмандың ДЗОТ-ына (ДОТ, окоп йәки блиндаж) беренсе булып инеп, тәүәккәл ғәмәлдәр менән уның гарнизонын юҡ иткән һәм беҙҙең ғәскәрҙәргә әлеге рубежды тиҙ яулау мөмкинлеген биргән өсөн;

Дошман уты аҫтында күпер төҙөгән, һыу аша үтеү ҡулайламаһын йүнәткән; дошман уты аҫтында, командование ҡушыуы буйынса, дошман хәрәкәтен тотҡарлау маҡсатында шәхсән үҙе күперҙе йәки һыу аша үтеү ҡулайламаһын шартлатҡан өсөн;

Дошман уты аҫтында техник йәки шәхси элемтәне булдыра, дошман ҡыйратҡан элемтә сараларын төҙәтә һәм шуның менән беҙҙең ғәскәрҙәргә хәрби ғәмәлдәр менәнөҙлөкһөҙ идара итеүҙе тәьмин иткән өсөн;

Алыш ваҡытында шәхси үрнәк менән орудиены (батареяны) асыҡ позицияға сығара һәм һөжүм иткән дошманды һәм уның техникаһын терәп атып юҡ иткән өсөн;

Часть йәки подразделение менән етәкселек итеп, дошмандың өҫтөнлөклө көстәрен юҡ иткән өсөн;

Кавалерия һөжүмендә ҡатнашып, дошман төркөмөнә бәреп ингән һәм уны юҡ иткән өсөн;

Дошман артиллерия батареяһын һуғышып алған өсөн;

Шәхси разведкалау һөҙөмтәһендә дошмандың бушаҡ урындарын асыҡлаған һәм беҙҙең ғәскәрҙәрҙе дошман тылына алып сыҡҡан өсөн;

Карап, самолет йәки яр буйы батареяһының хәрби расчеты экипажы составында булып, дошмандың хәрби карабын йәки ике транспортын батырған өсөн;

Дошман территорияһында диңгеҙ десантын уңышлы төшөргән һәм ойошторған өсөн;

Дошман уты аҫтында үҙенең зыян күргән карабын алыштан алып сыҡҡан өсөн;

Дошман хәрби карабын баҫып алған һәм үҙенең базаһына алып килгән өсөн;

Дошман базалары тирәһендә мина кәртәләрен уңышлы ҡуйған өсөн;

Күп тапҡыр трал үткәреп, флоттың хәрби эшмәкәрлеген уңышлы тәьмин иткән өсөн;

Алыш ваҡытында зыян күргән караптың һуғышҡа һәләтлеген тергеҙгән һәм карапты базаға ҡайтарған өсөн;

Дошманды ҡыйратыуға булышлыҡ иткән беҙҙең ғәскәрҙәр операцияһын матди-техник яҡтан тәьмин итеүҙе яҡшы ойошторған өсөн.

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған штурман йәки осоусы хәрби заданиены үтәгән ваҡытта самолет экипажында үҙенең бурыстарын ҡыйыу үтәгән өсөн:

Һауа алышында бәреп төшөргән өсөн:

ауыр бомбардировка авиацияһы экипажы составында — 3 самолет;
алыҫ бомбардировка авиацияһы экипажы составында — 4 самолет;
яҡын бомбардировка авиацияһы экипажы составында — 6 самолет;
штурмлау авиацияһы экипажы составында — 2 самолет;
истребителдәр авиацияһы экипажы составында — 2 самолет.

Экипаж составында башҡарған өсөн:

ауыр бомбардировка авиацияһы экипажы составында — 15-се уңышлы хәрби осош;
алыҫ бомбардировка авиацияһы экипажы составында — 20-се уңышлы хәрби осош;
яҡын бомбардировка авиацияһы экипажы составында — 25-сы уңышлы хәрби осош;
штурмлау авиацияһы экипажы составында — 20-се уңышлы хәрби осош;
истребителдәр авиацияһы экипажы составында— 50-се уңышлы хәрби осош;
алыҫ разведка авиацияһы экипажы составында — 20-се уңышлыхәрби осош;
яҡын разведка авиацияһы экипажы составында — 25-сы уңышлы хәрби осош;
корректировка авиацияһы экипажы составында — 10-се уңышлы хәрби осош;
бәйләнеш авиацияһы экипажы составында — үҙ территорияһына ултырыушарттарында 50-сы уңышлы хәрби осош һәм дошман биләгән территориялағы үҙә ғәскәрҙәре районында ултырыу шарттарында 20-сыуңышлы хәрби осош;
транспорт авиацияһы экипажы составында — үҙ территорияһына ултырыу шарттарында 50-сы уңышлы хәрби осош һәм дошман биләгән территориялағы үҙә ғәскәрҙәре районында ултырыу шарттарында 10-се уңышлы хәрби осош.

Хәрби шарттарҙа баҫып алынған трофей самолетын тергеҙгән, үҙләштергән һәм ҡулланған өсөн;

Дошман уты аҫтында алғы аэродромда 5-тән кәм булмаған самолетты йүнәтеүгә өлгәшкән өсөн;

Артиллерия уты менән дошмандың 1 ауыр йәки урта, йәки 2 еңел танкыны (бронемашинаны), йәки орудие расчеты составында — 2 ауыр йәки урта, йәки 3 еңел танкыны (бронемашинаны) шәхсән юҡ иткән өсөн;

Артиллерия йәки миномет уты ярҙамында дошман ут сараларын юҡҡа сығарған һәм беҙҙең ғәскәрҙәрҙең уңышлы ғәмәлдәрен тәьмин иткән өсөн;

Артиллерия йәки миномет уты ярҙамында дошмандың 3-тән кәм булмаған батареяһын юҡҡа сығарған өсөн;

Артиллерия уты ярҙамында 2-нән дә кәм булмаған самолетты юҡ иткән өсөн;

Үҙенең танкы менән дошмандың 3-тән кәм булмаған ут нөктәһен ҡыйратҡан һәм шуның менән беҙҙең һөжүм итеүсе пехотаның алға китешенә булышлыҡ иткән өсөн;

Экипаж составында дошмандың ут сараларын һәм тере көсөн юҡҡа сығарыу буйынса 3-тән дә кәм булмаған хәрби заданиеһын үтәгән һәм алыштарҙа дошмандың 3-тән дә кәм булмаған танкын йәки 3 орудиеһын ҡыйратҡан өсөн;

Дошман уты аҫтында яу яланынан дошман ҡыйратҡан 2 танкыны алып сыҡҡан өсөн;

Яу яланында йәки дошман тылында гранаталар, яныусы ҡатышмалар шешәләре йәки шартлатыу пакеттары ярҙамында дошман танкын юҡҡа сығарған өсөн;

Дошман уратып алғанч часть йәки подразделение менән етәкселек итеп, дошманды ҡыйратҡан, ҡоралды һәм хәрби мөлкәтте юғалтмайынса үҙенең часын (подразделениеһын) ҡамауҙан сығарған өсөн Кем, өлөшөнә йәки подразделение етәкселәре, дошман ҡамауында, дошмандарын ҡыйратып, үҙенә өлөш сығара (бүлексәләренән) торған мөлкәтен юғалтҡан һәм башҡа яҡындары хәрби ҡорал;

Дошман ут позицияларына барып еткән бер орудиенан, өс минометтан йәки өс пулеметтюҡ иткән өсөн;

Төндә дошман ҡарауыл посын (дозор, секрет) үлтергән йәки баҫып алған өсөн;

Дошман самолетын шәхси ҡоралынан бәреп төшөргән өсөн;

Дошмандың өҫтөнлөклө көстәре менән көрәшеп, үҙ позицияларының бер ҡарышын да бирмәгән һәм дошманға ҙур зыян килтергән өсөн;

Ҡатмарлы хәрби шарттарҙа командованиеның һуғыш алып барған ғәскәрҙәр менән бәйләнешен ойошторған һәм тәьмин иткән өсөн;

Карап, самолет йәки яр буйы батарея хәрби расчетының экипажы составында хәрби карапты йәки бер дошман транспортын сафтан сығарған өсөн;

Дошман транспортын баҫып алған һәм үҙ базаһына алып килгән өсөн;

Дошманды үҙ ваҡытында күреп ҡалған һәм карапҡа, базаға һөжүм итеүҙе булдырмаған өсөн;

Караптың уңышлы маневрлауын тәьмин иткән һәм шуның һөҙөмтәһендә дошман карабы батырылған йәки уға зыян килтергән өсөн;

Караптың уңышлы хәрби эшен үҙенең оҫта һәм аныҡ эше менән тәьмин иткән өсөн;

Частың, соединениеның. армияның матди-техник тәьмин итеүен ойошторған һәм шуның менән частың, соединениеның уңышына булышлыҡ иткән өсөн.

Ватан һуғышы ордены менән бүләкләү яңы батырлыҡтар һәм ҡаһарманлыҡтар өсөн ҡабатлана алыуы мөмкин.

I дәрәжә Ватан һуғышы ордены күкрәктең уң яғында йөрөтөлә һәм Александр Невский орденынан һуң урынлаштырыла.

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены күкрәктең уң яғында йөрөтөлә һәм I дәрәжә Ватан һуғышы орденынан һуң урынлаштырыла.

Еңеүҙең 40-йыллығына арналған бүләкләүҙәр (1985)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1985 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 40-йыллығына хөрмәтенә Ватан һуғышы ордены менән ул мәлгә иҫән булған бөтә һуғыш ветерандары бүләкләнә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1985 йылдың 11 мартындағы Указы буйынса I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнәләр:

— Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Советтар Союзы Геройҙары;

— Дан орденының тулы кавалерҙары;

— Бөйөк Ватан һуғышында туранан-тура ғәмәлдәрге армия составында, партизан формированиеларында йәки подпольела, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы уларҙың званиеларына ҡарамаҫтан, маршалдар, генералдар һәм адмиралдар;

— Бөйөк Ватан һуғышында туранан-тура ғәмәлдәрге армия составында, партизан формированиеларында йәки подпольела, алыштарҙа яра алған йәки Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР ордендары йәки «Батырлыҡ өсөн», Ушаков, «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн», Нахимов, «Бөйөк Ватан һуғышы партизанына» миҙалдары менән бүләкләнгән кешеләр;

— Алыштарҙа яраланған Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары.

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнәләр:

— Бөйөк Ватан һуғышында туранан-тура ғәмәлдәге армия составында, партизан формированиеларында йәки подпольела ҡатнашҡан кешеләр, әгәр Указға ярашлы уларҙы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менәннаградлау ҡаралмаған булһа.

СССР Юғары Советы Президиумы Указы Япония менән һуғышта ҡатнашыусыларға ла тарала.

Ордендың тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (беренсе тибы)
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (икенсе тибы)
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (икенсе тибы)

Ватан һуғышы ордены ҡабарынҡы биш осло йондоҙҙан ғибәрәт, йондоҙ биш осло шымартылған йондоҙ рәүешендәге нурҙар фонында эшләнгән, уның остары ҡыҙыл йондоҙҙоң остары араһында урынлашҡан. Йондоҙ ҡыҙыл рубин эмаль менән ҡапланған. Ҡыҙыл йондоҙҙоң уртаһында — ҡыҙыл рубин пластинала урынлаштырылған ураҡ менән сүкеш һүрәте. Пластина аҡ эмаль билдек менән уратылған. Пластинала түңәрәк буйлап — «ОТЕЧЕСТВЕННАЯ ВОЙНА» яҙыуы һәм уның аҫҡы өлөшөндә бәләкәй йондоҙ һүрәте. Йондоҙ нурҙары фонында арҡыс-торҡос винтовка һәм ҡылыстың остары һүрәтләнгән. Винтовканың приклады — аҫҡа уң яҡҡа, ҡылыстың эфесы — аҫҡа һул яҡҡа ҡарай.

Ордендың таҫмаһы бордо төҫөндәге ҡыҙыл буйлы ебәк муарҙан эшләнгән:

I дәрәжә өсөн — таҫма уртаһынан 5 мм киңлегендә бер буй;
II дәрәжә өсөн — таҫма ситенән 3 мм киңлегендә 2 буй.

Таҫманың киңлеге — 24 мм.

I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (беренсе тибы — «аҫылмалы», 1942—1943 йылдар)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алтындан һәм көмөштән, аҡһәм ҡыҙыл эмаль ҡулланыу менән эшләнә. Ҡыҙыл эмалле йондоҙ остарының һәм винтовка һәм ҡыыстың оҙонлоғо — 45 мм. Ҡалыпһыҙ ауырлығы: 32,34 ± г. 1,65

Дүрт өлөштән тора, улар бер-береһенә беркетелгән. Төп өлөшө — 925 келәймәле көмөштән эшләнгән, ҡыҙыл һәм аҡ эмаль менән ҡапланған, йондоҙ. Икенсе өлөшө — 583 келәймәле алтындан эшләнгән, винтовка һәм ҡылыс һүрәттәре менән нурҙар фонында — биш осло йондоҙ, урталағы йондоҙ нуры осонда — 16,5 мм диаметрлы тишек. Өсөнсө өлөшө — 583 келәймәле алтындан эшләнгән ураҡ һәм сүкеш, улар төп өлөшкә ике сейнәүес менән беркетелгән. Дүртенсе өлөшө — реверсҡа беркетелгән яйпаҡ көмөш энә.

Рәт номеры штихель менән уйылып эшләнгән. Ҡалыптың күп кенә деталдәре алтынға йәки көмөшкә ялатылған.

I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (икенсе төрө — «бормалы», июнь 1943—1991)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалыбы һәм үрге нурҙағы элмәк алып ташлана. Шөрөп реверстың үҙәк өлөшөндә беркетелгән.

Нурлы йондоҙ, ураҡ менән сүкеш 583 келәймәле алтындан эшләнгән. Үҙәктәге тишек ҙурыраҡ эшләнә һәм реверс үҙәгендә ҡушылған ике арҡыры таяҡ барлыҡҡа килә.ҡа әйләнә. Таяҡтар ҡушылған ерҙә — ҙур булмаған тишек, уның аша шөрөп үтә. Алтын йондоҙ көмөш йондоҙға ҙур булмаған шөрөп ярҙамында беркетелә. Реверстың өҫкө өлөшөндә «МОНЕТНЫЙ ДВОР» келәймәһе һуғылған. Һан номеры штихель менән уйылып яҙылған. Беркетеү гайканың диаметры — 33 мм.

I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (өсөнсө тибы — «юбилей сығарылышы», 1985 йыл)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

925 келәймәле көмөштән эшләнгән, алтынланған майҙаны ҙурайтылған. Тотош штампланған, яйпаҡ тоноҡ реверслы. Реверстың уртаһында шөрөп беркетелгән. «МОНЕТНЫЙ ДВОР» келәймәһе рельефлы хәрефтәр менән эшләнгән, реверстың үрге өлөшөндә урынлаштырылған. Һан номеры бормашина ярҙамында гравёрлап эшләнгән һәм шөрөптән аҫтараҡ урынлаштырылған.

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (беренсе тибы — «аҫылмалы», 1942—1943 йылдар)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алтын һәм көмөштән эшләнгән, ҡыҙыл һәм аҡ эмаль, алтынға ялатыу һәм оксидатлау ҡулланылған. Ҡыҙыл эмалле йондоҙҙң ҡапма-ҡаршы остары араһы һәм шулай уҡ виновканың һәм ҡылыстың оҙонлоғо — дүрт 45 мм. Бер-береһенә беркетелгән дүрт өлөштән тора. Ҡалыпһыҙ ауырлығы: 28,05 ± 1,5 г. Төп детале — 925 келәймәле көмөштән эшләнгән һәм ҡыҙыл һәм аҡ эмаль менән ҡапланған йондоҙ. Икенсе өлөшө — таралған нурҙар һәм винтовка менән ҡылыс һүрәттәре фонындағы 925 келәймәле көмөштән эшләнгән биш осло йондоҙ. Урталағы йондоҙ нуры осонда — 16, 5 мм диаметрлы тишек. Өсөнсө деталь — 583 келәймәле алтындан эшләнгән ураҡ менән сүкеш, улар төп өлөшкә ике төйләгес ярҙамында беркетелә. Дүртенсе деталь — ордендың реверсына беркетелгән яйпаҡ көмөш энә.

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (икенсе төрө — «бормалы», июнь 1943—1991)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көмөш һәм алтындан эшләнгән, ҡыҙыл һәм аҡ эмаль ҡуллынылған. Төп өлөшө 925 келәймәле көмөштән тотош штампланған. Реверстың үҙәгенә көмөш шөрөп беркетелгән. Серп и молот, 583 келәймәле алтындан эшләнгән ураҡ менән сүкеш ике төйләгес ярҙамында беркетелгән. Көмөш шөрөп реверстың уртаһына беркетелгән.

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (өсөнсө тибы — «юбилей сығарылышы», 1985 йыл)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

925 келәймәле көмөштән эшләнгән. Тотош штампланған, реверстың уртаһында шөрөп беркетелгән. «МОНЕТНЫЙ ДВОР» келәймәһе рельефлы хәрефтәр менән штампланған, реверстың аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан. Ордендың аверсындағы нурҙар, хәрефтәр, ураҡ менән сүкештең ҡаймаһы алтын менән ялатылған. Реверсы яйпаҡ, тоноҡ. Һан номеры бормашина ярҙамында граверланған һәм шөрөптән аҫтараҡ урынлаштырылған[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Орден Отечественной войны.
  2. Символ воинской доблести // «Смена», 13 мая 1977 г.
  3. Награды России

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бурков В. Г. К истории ордена Отечественной войны // Вопросы истории и историографии Великой Отечественной войны (межвузовский сборник) / ред. И. А. Росенко, Г. Л. Соболев. — Л.: Изд-во ЛГУ, 1989. — С. 142—150. — ISBN 5-288-00192-8
  • Дуров В. А. Русские и советские боевые награды. — М., 1990.
  • Дуров В. А. Награды Великой Отечественной. — М.: Русская книга, 1993.
  • Дуров В. А. Отечественные награды. 1918—1991. — М., 2005.
  • Горбачёв А. Н. Многократные кавалеры орденов СССР. — М., 2006.
  • Горбачёв А. Н. 10000 генералов страны. — М., 2007.
  • Гребенникова Г. И., Каткова Р. С. Ордена и медали СССР. — М., 1982.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — М.: Воениздат, 1983.
  • Сборник законодательных актов о государственных наградах СССР. — М., 1984.
  • Шишков С. С., Музалевский М. В. Ордена и медали СССР. — Владивосток: Ворон, 2000.
  • CD: Войны. Люди. Сражения. Серия: Великое наследие. Издатель: ИД «Равновесие».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]