20 май
Перейти к навигации
Перейти к поиску
20 май — григориан стиле буйынса йылдың 140-сы (кәбисә йылында 141-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 225 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Халыҡ-ара метрология көнө.
Халыҡ-ара травматологтар көнө.
Бөтә донъя бал ҡорто көнө.
Рәсәй: Волга йылғаһы көнө.
Камерун: Унитар дәүләт иғлан ителгән көн.
Сәғүд Ғәрәбстаны: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Украина: Банк хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1754: Үрге-Әүжән-Петровский заводы төҙөлә башлай.
- 1875: Парижда 17 дәүләт вәкилдәре «Метрик конвенция»ға ҡул ҡуя.
- 1895: Нью-Йоркта беренсе тапҡыр түләүле фильм күрһәтелә: тамашасыларға боксёрҙар алышы тураһында дүрт минутлыҡ лента тәҡдим ителә.
- 1900: Францияла II Йәйге Олимпия уйындары башлана.
- 1965: Мәскәүҙәге «Домодедово» аэропортының аэровокзал комплексы файҙаланыуға тапшырыла.
- 2010: Истанбулда Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәре асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сафин Ғәтфән Ғизетдин улы (1920—15.06.2012), ауыл хужалығы алдынғыһы, 1958—1973 йылдарҙа Ауырғазы районы «Үҙән» колхозы бригадиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән ошо райондың Ишле ауылынан.
- Әлибаев Әҙеһәм Ғәли улы (1925—12.08.1951), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, айырым миномёт полкы элемтәсеһе, старшина. 1946—1951 йылдарҙа Баймаҡ районы Муллаҡай мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. Дан орденының тулы кавалеры.
- Мусин Әнүәр Нурулла улы (1930—2012), педагог. 1970—1990 йылдарҙа Кушнаренко район мәғариф бүлеге мөдире. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Березовский Иван Афанасьевич (1906—18.12.1993), хужалыҡ эшмәкәре, СССР-ҙың химия сәнәғәтен ойоштороусы. 1952—1962 йылдарҙа Салауат ҡалаһындағы 18-се комбинат директоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1965). Ленин (1939) һәм дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1947, 1949, 1958, 1965) кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәмил Мостафин (1927), башҡорт совет яҙыусыһы, тәржемәсе. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 1980-1990 йылдарҙа «Советский писатель» нәшриәтенең (Мәскәү) өлкән мөхәррире. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1987), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), бер нисә әҙәби премия лауреаты.
- Сафин Рәшит Сафа улы (1932—2010), Кушнаренко районы Свердлов исемендәге колхоздың элекке тракторсыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы.
- Фәнил Фәйзуллин (1942), ғалим-философ, социолог, Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы (1991), философия фәндәре докторы (1983), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2003). Н. А. Аитов исемендәге премия лауреаты (2015). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).
- Фәйзуллин Марат Абдулла улы (1947), «Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке машинисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
- Хөсәйенова Флүрә Мотаһар ҡыҙы (1947), Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлиев Ниғмәтулла Нурғәли улы (1928—1991), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Саҡмағош районы Карл Маркс исемендәге колхоздың элекке бригадиры, Ленин ордены кавалеры.
- Собханҡолова Рида Таһир ҡыҙы (1958), иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре. 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһының финанс министры. Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Яңы Таулар ауылынан.
- Ғарифуллин Рөстәм Рәфис улы (1978—24.02.2015), Рәсәйҙең саңғысы-паралимпиясыһы. Туриндағы Паралимпия уйындарының биатлон буйынса ике тапҡыр чемпионы (2006), саңғы эстафетаһы буйынса көмөш призеры (2006) һәм биатлон буйынса дөйөм зачетта донъя кубогын яулаусы (2006), саңғы ярыштары буйынса эстафетала донъя чемпионы (2005). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2008) һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев (2006) ордендары кавалеры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Соколов Дмитрий Петрович (1924—4.07.2009), СССР спортсыһы, тренер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Саңғы ярышы (1952), биатлон (1958) һәм стендҡа атыу (1960) буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1965). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Абрамович Семён Шмилович (1929), ғалим-физик-химик. 1956—1996 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1967—1994 йылдарҙа бүлек мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1968). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974).
- Ниғмәтуллин Тимербәк Ғәзиз улы 1929—16.04.2006), ғалим-биохимик. 1964—2002 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1991). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Туҡай ауылынан.
- Ғәтитуллин Радик Фиҙағый улы (1959), ғалим-педиатр, аллерголог‑иммунолог, 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Тажетдинов Илшат Азамат улы (1969), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 2018 йылдың октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. Иҡтисад фәндәре докторы, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1470: Пьетро Бембо, Италия шағиры.
- 1799: Оноре де Бальзак, Франция яҙыусыһы, Европа әҙәбиәтендә реализмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1830: Эктор Мало, Франция яҙыусыһы.
- 1860: Эдуард Бухнер, Германия ғалимы, химик һәм биохимик, химия буйынса 1907 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1865: Шакир Мөхәммәдов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың татар телендә ижад иткән яҙыусыһы.
- 1908: Джеймс Стюарт, АҠШ киноактёры, «Оскар» премияһы лауреаты (1941). Хәрби лётчик, Икенсе донъя һуғышы һәм Вьетнам һуғышы ветераны, бригада генералы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1983: Фәрит Иҫәнғолов, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1970).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]